Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Һеҙгә һәр ваҡыт тәьҫирләнеп киләм”
Кисә Өфөлә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуровтың беҙҙең республикала һайлау кампанияһын ойоштороусылар менән осрашыуы булды. Ул киләһе йыл сентябрҙә уҙғарыласаҡ сираттағы сараға әҙерлек барышы менән танышып йөрөй.

– Һеҙҙең республикаға мин һәр саҡ тәьҫирләнеп киләм, атайым ошо яҡтан булғанғамы икән, – тине Владимир Евгеньевич. – Былтыр сентябрҙә үткәрелгән Берҙәм тауыш биреү көнө бар­лыҡ рекордтарҙы уҙҙы: 200 меңдән ашыу кандидат күрһәтелде, шуларҙың 190 мең самаһы теркәү үтте, һайлау Рәсәйҙең 83 субъектында ойошторолдо. Киләһе йылғыһы улай уҡ киң ҡо­лас­лы булмаясаҡ, ләкин яуаплылыҡ кәмемәй, сөнки беҙҙең һайлаусылар – уҡымышлы һәм хоҡуҡи яҡтан белемле халыҡ.
Алдағы көҙҙә, осрашыуҙа әйтеүҙәренсә, конкурентлыҡ бик көслө булмаҡсы. “Кандидаттарға яһалма кәртәләр ҡуйылырға тейеш түгел! Был ҡаты күҙәтеү аҫтына алынасаҡ,” – тип иҫкәртте Владимир Чуров. Финанс мөмкинлектәре сикләнеүгә ҡарамаҫтан, һайлау комиссияһы эшендә ҡатнашыусыларҙың хеҙмәтенә түләү элекке кимәлдә ҡаласаҡ.
– Беҙ бер ҡасан да яуаплылыҡтан ҡурҡҡаныбыҙ юҡ һәм бар­лыҡ сараларҙы тейешле кимәлдә үткәреп торабыҙ, артабан да шулай буласаҡ, – тип ышандырҙы залда ултырыусыларҙы Баш­ҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев.
Осрашыу аҙағында Владимир Чуров республикабыҙ райондары һәм ҡалаларынан килгән территориаль һәм участка һайлау комиссиялары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Сергей Молчанов ҡатнашты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52