Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Диңгеҙгә юл ябыҡ
Диңгеҙгә юл ябыҡ 1 миллион 700 мең ватандашыбыҙ быйылғы Яңы йыл байрамын сит илдәрҙә үткәрә алмаясаҡ. Египет, Төркиә генә түгел, башҡа дәүләттәргә лә юл ябыҡ уларға. Быға һис тә һуңғы ай эсендә булған ваҡиғалар сәбәпсе тип уйламағыҙ.


Оҙайлы ҡыштан йонсоған хәлле рәсәйҙәр, ғәҙәттә, Яңы йыл байрамы ваҡытына йылы илдәргә диңгеҙгә китә. Курортҡа юлламаны йәй көнө үк хәс­тәрләй башлайҙар. Һуңғы осорҙа һумдың осһоҙланыуы, сит ил валюталары курсы­ның, киреһенсә, үҫеүе лә кәртә булмаған быға. Әммә был юлы күп кенә кеше дәүләт сиге аша сыға алмаясаҡ.
Сәбәбе ниҙәме? Бурыстарҙың йыйылыуында. Закон буйынса, 10 мең һум те­йешһең икән, сит илгә барыу уйы ме­нән хушлашырға тура килә. Быйыл тү­лән­мәгән түләме булғандар һаны 41 про­центҡа артҡан. Шулар араһында 45 проценты банктарға бурыслы. Бөгөн аҡса эшләгән һәр кеше кредит учреждениеларына уртаса 142 мең һумға яҡын ҡайтарырға тейеш. Һуңғы биш йылда был һан өс тапҡырға артҡан. Ә бит айлыҡ килемдең яртыһын ошо рәүешле биреп торғанда, иҡтисади тотороҡлоҡҡа хәүеф тыуа. Шунан башлана ла инде түләмде кисектереү йә бөтөнләй башҡармау.
Ә кире ҡайтарылмаған аҡса күләме артҡандан-арта. Дөйөм сумма бирелгән кредиттарҙың 7,98 процентын тәшкил итә, был былтырғыға ҡарағанда 40 про­центҡа күберәк. Башлыса быйылғы финанс ауырлыҡтары сәбәпсе икән быға.
Тәртип боҙоусыларҙың яртыһы дәү­ләткә йә элекке ғаиләләренә бурыслы. Уларҙың 35 проценты – алимент, 15-е торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә йәки һалымын, штрафын түләмәй.
Ләкин сит илгә сығыуҙы тыйыу бигүк һөҙөмтәле сара түгел. Айырыуса бөгөнгө иҡтисади ауыр шарттарҙа. Өҫтәүенә террор янауы, хәрби низағтар арҡаһында сағыштырмаса осһоҙ Египетҡа юлламалар һатыу туҡтатылды, Төркиәгә лә барыу хәйерһеҙ. Ә Европа, көньяҡ-көн­сығыш илдәренә сәйәхәт үтә ҡыйбат. Шуға күрә яңы закон проекты буйынса 2016 йылдың 15 ғинуарынан түләнмәгән бурыс өсөн водитель таныҡлығынан ваҡытлыса мәхрүм итәсәктәр. Был йо­ғонтоло сара булыр кеүек. Транспорт йөрөтөргә хоҡуҡлы түләмәүселәр һаны илдә дүрт миллион бит. Ишетеп-күреп тораһығыҙ: күп кенә ата-әсә алименттан ҡасып йөрөй, шөғөлө юҡлыҡҡа, эш хаҡы аҙ булғанына зарлана. Әммә шул уҡ ваҡытта машинала елдерә, бензинға ла, запас частарға ла аҡса таба. Ғәҙел түгел. Ләкин, ысынлап та, кисерерлек сәбәп тә тыуырға мөмкин. Ә 10 мең һум бурыс бик тиҙ йыйыла торған...
Ярай әле был алым банк кредиттары буйынса бирәсәктәре булғандарға ҡағылмай. Юғиһә банкирҙар шуны ла талап иткәйне.
Әйткәндәй, киләсәктә тыңлауһыҙҙарға башҡа төрлө ысулдар ҙа ҡулланыу ихтималы бар. Мәҫәлән, Белоруссияла бурысын түләмәгәндәргә Интернет, теле­фон бәйләнешен ҡулланыуҙы сикләйҙәр.
Ә башҡа дәүләттәрҙә нисек икән? Германияла, хәүефле енәйәтселәрҙән тыш, кемделер сит илгә сығармау мөм­кин түгел. Был Конституцияла ҡаралған хоҡуҡты боҙоу тип һанала. Әлбиттә, артыҡ мөлкәте тартып алына, уттан, йы­лынан мәхрүм итәләр, әммә фатирынан ҡыумайҙар. Бөтөнләй аҡса­һы юҡ кешене тыныслыҡта ҡалдыралар. Тик ул башҡаса кредит һорай, банкта иҫәп аса, кеҫә телефоны бәйләнешенә килешеү төҙөй алмай. Ә бына алимент түләмәһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Адми­нистратив штрафтарҙы түләмәй һуҙһа, төрмәгә лә ултыртырға мөмкиндәр.
Финляндияла ла шулай уҡ. Ләкин бында машина йөрөтөүселәр ныҡ ҡына ыҙалай. Түләнмәгән биш штрафы бар йәки транспорты, туҡталҡа ҡағиҙәләрен боҙоп, ике тәүлек шул урында тора икән, инспектор уның тәгәрмәстәренә блокада яһай. Штрафты түләмәйенсә, ысҡындыр­май. Өҫтәүенә был ғәмәл өсөн 250 ев­роңды сығарып һалырға ла тура киләсәк. Түләүҙән оҙаҡ ҡасып йөрөгәндәрҙе төрмә көтә. Финляндияның холоҡ төҙәтеү учреждениеларында күпселек ошондай категорияға ҡараған енәйәтселәр ултыра ла инде.
Иң тәртиплеһе – япондар. Уларҙың менталитеты бурыслы булып йәшәүҙе күҙ алдына ла килтермәй. Яманаты сығыуҙан, абруйы төшөүҙән уттан ҡурҡ­ҡан кеүек шөрләй был халыҡ. Шуға закон боҙоусылар ҙа һирәк.
Беҙҙең илдә иһә ҡайһы берәүҙәр яуаплылыҡ тоя, ояла белмәй, ахыры. Иҡтисади хәле ауыр булғандар тура­һын­да әйтмәйем. Юғиһә 1 миллион 700 мең кеше бурысын ҡаплар урынға сит илгә юллама һатып алмаҫ ине. Минеңсә, иң һәйбәте – түләмеңде түләргә лә тыныс йоҡларға. Илеңдә өйөңдәме йә иһә Египетта пляжда булһынмы...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 17

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 18

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 48

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 27

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 37

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 43

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 63

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 44

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 36

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 58

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 83

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 58