Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәүге танытма кемдеке булған?
Тәүге танытма кемдеке булған? Водитель танытмаһының барлыҡҡа килеүе хаҡында бер нисә төрлө ҡараш йәшәй, әммә икәүһе ысынбарлыҡ булараҡ ҡабул ителә.

Беренсеһе – Германияныҡы, тиҙәр. Ул Карл Бенцтың үҙе төҙөгән тәүге автомобиле менән бәйле. Машинаның ғәләмәт тауышы урындағы халыҡта, власть әһелдәрендә ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Шуға ла Эске эштәр министрлығы уның ҡала урамдарында хәрәкәт итеү ҡағиҙә­ләрен уйлап сығарған. Уға ярашлы, машина ҡалала сәғәтенә ни бары 6, ә трассала 12 километр тиҙлек менән йөрөргә тейеш булған. Бынан тыш, шоферға йәйәүлеләр, һыбайлылар, егеүле траспорт осрағанда тиҙлеген кәметеү талап ителгән.
Бер аҙҙан Бенцҡа авто­мо­билендә башҡа тарафтарға ла йөрөргә рөхсәт биргән танытма тапшырылған. Шуға ла тап уны донъяла тәүге водитель документы тип иҫәпләргә мөмкин.
Икенселәр тәүге танытма Францияныҡы тип бара. Был ваҡиға 1883 йылдың авгусында була. Ул рәсми рәүештә “механик моторлы транспорт сараһына идара итеүгә белешмә” тип аталған.
Әлбиттә, тәүҙә бары машина йөрөтә белеү талап ителгән. Әммә 1899 йылда тарихта берен­се тапҡыр “тимер ат”ҡа идара итеү өсөн имтихан тапшырыу кәрәк­леге хаҡында декрет сыҡ­ҡан. Француздарҙың идеяһын шул уҡ ваҡытта Бостонда ошон­дайыраҡ документтар бирә башлаған американдар ҙа хуплаған.
Рәсәйҙә тәүге танытманы 1895 йылда бирә башлайҙар. Тап шул мәлдә Петербургта ике кешегә ҡала буйлап моторлы велосипедта йөрөргә рөхсәт биргән документ тапшырыла.
1900 йылдың июнендә Санкт-Петербург ҡала думаһы еңел һәм йөк машиналарында йөрөү хаҡында ҡарарҙы раҫлай. Рево­люцияға тиклемге документтарҙа “тимер ат” хужаһының фотоһы, уның хаҡында мәғлүмәттәр бирелгән. Әлбиттә, тәүҙә имтихан үтергә тура килгән, водителдең машина йөрөтөү тәжрибәһе генә түгел, уның ҡала географияһын ни тиклем белеүе лә иғтибарға алынған.
1909 йылда Рәсәй Автомо­бил­дәрҙең хәрәкәте хаҡында халыҡ-ара конвенцияла ҡатнаша. Һө­ҙөмтәлә халыҡ-ара кимәлдәге танытма өлгөһө ҡабул ителә, ул 18 йәше тулған кешеләргә бирелә.
Илдә граждандар һуғышы, революция булып үткәс, автомобиль хәрәкәте оҙаҡ йылдарға көйләнмәй. Бары 1923 йылда ғына Халыҡ комиссарҙары советы махсус ҡарар ҡабул итә. Бөгөнгө автомобиль танытмаларына оҡшаш документта өс категория күрһәтелә. Уға ярашлы, юғары категория стажы алты айҙан да кәм булмаған һәм машинаны үҙе ремонтлай алған водителдәргә бирелә.
Шуны билдәләргә кәрәк: был танытмалар урындағы власть етәкселәре тарафынан ирекле формала бирелгән. Шуға Петербургта бирелгәне менән Мәскәүҙә йөрөү рөхсәт ителмәгән, ә Мәс­кәүҙеке менән – башҡа ҡала­лар­ҙа. Бары 1936 йылда ғына бөтә Союзда “шофер танытмаһы” тип аталған берҙәм документ ҡабул ителгән.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 29

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 40

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 80

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 60

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 144

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 135

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 29