Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эстәрле һағышы
Эстәрле һағышы Әҙәбиәт йылы аҙағына яҡынлаша. Һуңғы араларҙа халҡына үҙ һүҙен әйтеп киткән мәшһүр шағир Рәми Ғарипов йыш хәтергә килә. Ул Стәрлетамаҡты үҙенең бер баш ҡалаһы тип һанай торғайны, халҡын, әҙәби мөхитен яҡын күрҙе. “Стәрлетамаҡ” тигән шиғырында ла уға дан йырланы.

Үткән быуаттың алтмышынсы-етмешенсе йылдары ине. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хәрби госпиталь бурысын үтәгән бинала уҡытыусылар институты асылғас, унда әҙәби эштәр ҙә йәнләнеп китте. Фронтовик яҙыу­сы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хәким Ғиләжев туҡтап ҡалған әҙәби түңәрәк эшмәкәрлеген гөрләтеп ебәрҙе һәм оло аҡыл менән етәкселек итте. Ошо институтта уҡыған һәм түңәрәк ағзаһы булған Ноғман Мусин һуңынан Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы булып танылды.
Торараҡ Хәким Ғиләжевте Өфөләге педагогия институтына эшкә алдылар. Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған фольклорсы-ғалим Салауат Галин бында проректор булып эшләй башлағас, әҙәби эш тағы ла әүҙемләште. Шул осорҙа ҡалаға Рәми Ғарипов бик йыш ҡы­на килә, аҙналар буйы “Аш­ҡаҙар” ҡунаҡханаһында йәшәй торғайны. Ул йәш авторҙарҙы ижади мөхиткә ылыҡтырыу буйынса осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Беҙ шағир йәшәгән ҡунаҡхана бүлмәһенә үҙебеҙ ҙә бара торғайныҡ.
Шағирҙың “Эстәрле эпопеяһы” тураһында күп һөйләп була. Ул һәр ҡәләм тибрәтеүсенең шәхси яҙмышы менән дә ҡыҙыҡһынды, юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларҙың уҡыуы өсөн шатланды, ҡаланың боронғо тарихы менән дә ҡыҙыҡһынды.
Бер мәл матур-матур ши­ғырҙар яҙа башлаған Зөбәржәт Йәнбирҙинаның һөнәри белем алыуы тураһында ла һүҙ бул­ғайны. Ошо һөйләшеүҙән һуң Зөбәржәт Стәрлетамаҡ районы­ның Наумовка зооветтехникумына ситтән тороп уҡырға инде, тик ҡаршылыҡтар килеп сыҡты. Төбәктең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Зөбәржәткә ситтән тороп уҡығанда алына торған отпуск көндәрен бирмәй икән. Рәми ошо хәлде ишетеп ҡалған һәм КПСС-тың Стәрлетамаҡ район комитетындағы беренсе секретарь Федор Машкинға мөрәжәғәт иткән. Ошо хәлдән һуң Зөбәр­жәткә ҡараш бөтөнләй үҙгәрҙе, һәм ул был уҡыу йортон уңышлы тамамлап сыҡты.
Инде классик шағир кимәленә күтәрелгән Рәмиҙең үҙенең дә көтөлмәгән хәлдәргә тарыған саҡтары булды. Бер мәл “Ашҡа­ҙар” ҡунаҡханаһында йәшә­гән осорҙа ижад ҡомарына бирелеп, көндәр үтеүен дә һиҙмәгән икән. Иртә менән ҡунаҡхана хужаби­кәһе бүлмәһенә инеп, уны буша­тыуҙы һораған. Баҡһаң, түләнгән ваҡыт үткән булған. Ошо көндә Рәми миңә шылтыратты. Ул саҡ­та Стәрлетамаҡ район гәзитендә баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй инем.
– Шиғырҙарыңды күтәреп, хәҙер үк редакцияға килеп ет әле, – тинем.
Күп тә үтмәне, Рәми йылмайып килеп тә етте. Икәүләшеп баш мө­хәррир Сабир ағай Усмановҡа индек. Ул яҙыусыларҙы ярата торғайны һәм шунда уҡ хәлде аңлап:
– Рәмиҙең шиғырҙары менән бер полоса әҙерлә, – тине.
Ә шағирға ҡарап:
– Шул битте “Стәрлетамаҡ” тигән шиғырың менән асып ебәрербеҙ, – тине.
Шағир быға бик тә шатланды. Әйткәндәй, ул ихлас ҡыуана белә ине. Рәмиҙең йылмайыуынан бөтә донъя яҡтырып киткәндәй тойола торғайны. Был юлы ла ул Сабир ағайҙың ҡарарына һөйөнөп:
– Көтмәгәйнем! Тотош бер полоса... Рәхмәт! – тине.
Ә баш мөхәррир бухгалтерҙы саҡырып алды ла күпме гонорар түләргә кәрәклеген әйтте. Ысынлап та, уның күләме шатла­нырлыҡ ине. Мин Рәмиҙе түбәнге ҡатта урынлашҡан фотокорреспондент янына алып барҙым.
– Полосаға бирергә әлегесә йылмайып ҡына фотоға төш әле, – тинем.
Шағир ултырғысҡа ултырҙы:
– Үҙем түгел, шиғырҙарым йылмайһын!
Шул арала фотограф төшөрөп тә өлгөрҙө.
– Хәҙер икегеҙ ҙә диванға ултырығыҙ әле, иҫтәлек өсөн! – тине ул беҙгә.
Ләкин был ваҡиғаның аҙағын­да күңелһеҙлек тә булды. Ша­ғирҙың шиғырҙарын ул биргән ҡалын папканан һайлап алып, номерға полоса әҙерләнем һәм типографияға нәшерләргә ебәр­гәйнем. Унда Рәмиҙең фотоһын биреү өсөн урын да ҡалдырыл­ғайны, ләкин һүрәттәрҙе алырға тип түбәнге бүлмәгә төшһәм, фотокорреспондент уларҙы таба алманы. Ысынлап та, әҙәби биткә сират еткәнсе бер ни тиклем ваҡыт үткәйне шул. Ундағы рәсем урынына Рәми Ғариповтың “Стәр­летамаҡ” шиғырын ҡуйҙым да сығарҙым.
Был ваҡиғанан һуң бер нисә ай үтте. Фотоһыҙ ғына сыҡҡан әҙәби бит тураһында Рәмигә әйтергә оялып йөрөнөм. Бер мәл фотограф йүгереп килеп инде: ҡулында — Рәми менән икебеҙ төшкән фотоһүрәттәр. Һуң булһа ла, шатлыҡтың сиге юҡ ине. Мин фотоларҙы Сабир ағай Усма­новтың өҫтәленә һалдым. Ул ҡарап торҙо ла:
– Бик матур фотолар булған бит, — тине, үкенгәндәй. Унан һуң:
— Бына, телеграмма, Яҙыу­сылар союзы һине йәш авторҙар конференцияһына саҡырған. Ошо фотоларҙы һәм гәзитте алып бар ҙа Рәми Ғариповтың үҙенә тапшыр, — тип өҫтәне.
Көнө килеп еткәс, фотоларҙы түш кеҫәмә һалып, Өфөгә юлландым. Конференция театр әһел­дәре йортонда була, тине­ләр.
Сара бик ентекле доклад менән башланып китте. Унан һуң тәнәфес иғлан иттеләр, ләкин унда ла Рәми Ғариповты осрата алманым, ни өсөндөр ул күрен­мәне. Антракттан һуң Яҙыусылар союзы рәйесе, атаҡлы драматург һәм дәүләт эшмәкәре Әсғәт ағай Мирзаһитов баҫты ла бик оҙаҡ ҡына өндәшмәй торҙо. Бик серле, шомло булып тойолдо уның ҡылығы. Әсғәт ағай ҡулъяулығы менән күҙҙәрен ҡоротҡолап алды ла:
– Ҡәләмдәш туғандар! — тине, тулҡынланыуын тыйырға тырышып. — Ҡайғылы хәбәр килеп төштө. Бөтәгеҙгә лә сабырлыҡ теләйем. Арабыҙҙан һөйөклө шағирыбыҙ... – тине һәм йәнә туҡтаны. Ә зал шомланып тын ҡалды. Унан һуң ул үҙен ҡулға алып:
– Үлде, тип әйтергә тел бармай. Ашыҡты егет, ашыҡты... Арабыҙҙан Рәми Ғарипов китте бит, — тине.
Зал шаңҡығандай тымып тор­ҙо ла аҡрын ғына тарала башланы. Бөтәбеҙҙең дә күҙҙәргә йәш төйөлгәйне. Шул мәлдә Рәмиҙең “Эсең бошһа, һыпырт Эстәрлегә” тигән һүҙҙәре ҡола­ғымда сыңлап киткәндәй булды.
– Ниңә ашыҡтың, шағир? Һине Эстәрле көтә ине бит! — тип әйткем килде.
Бигерәк тә бөгөн, милли һүҙ сәнғәтен һаҡлау, туған телебеҙҙе йәшәтеү талап ителгәндә, һинең һүҙҙәрең кәрәк ине, Рәми!
Рәми, ниңә һин республиканы иртә ташлап киттең, ниңә һин икенсе баш ҡалаң Эстәрлене терәкһеҙ ҡалдырҙың? Бөгөн һи­нең тел, һинең аһәң, һинең һүҙ кәрәк. Быны һин үҙең дә һиҙеп тораһың, буғай. Юҡҡа ғына: “Бар ғүмерем — һине эҙләү, бар ғүмерем — һине юғалтыу”, — тип әйтмәгәнһеңдер...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы?

Яңы быуатты алтын итерҙәй мөмкинлектәребеҙ бармы? 23.03.2019 // Йәмғиәт

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров республиканың 100 йыллығы уңайынан Инстаграмдағы аккаунтында халыҡҡа...

Тотош уҡырға 30

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап

Республикабыҙҙың 100 йыллығын ҡаршылап 22.03.2019 // Йәмғиәт

Иртәгә, 23 мартта, Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыу билдәләнә....

Тотош уҡырға 44

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ

Йәмәғәт ойошмаларына таянабыҙ 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә илдә йәмәғәт ойошмаларының...

Тотош уҡырға 86

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды

Йорттар ҙа, күңелдәр ҙә йылынды 22.03.2019 // Йәмғиәт

Күптән түгел Баймаҡ районының Күсей мәктәбе “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырылһа, кисә Беренсе Этҡолдағы...

Тотош уҡырға 45

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты

Кадеттар ҙа рейдҡа сыҡты 22.03.2019 // Йәмғиәт

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған “Иғтибар: балалар!” иҫкәртеү...

Тотош уҡырға 35

Бер быуатлыҡ документтар

Бер быуатлыҡ документтар 22.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһының юбилейына арналған саралар сиктәрендә Башҡортостандың Милли архивы 100...

Тотош уҡырға 49

Бөгөн ниндәй көн?

Бөгөн ниндәй көн? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Бөтә донъя һыу ресурстары, Таксистар көнө билдәләнә. Шулай уҡ бөгөн Балтик диңгеҙе һәм, иң...

Тотош уҡырға 64

Буҙа эсеп, талҡан ашап...

Буҙа эсеп, талҡан ашап... 22.03.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта һәр кем сифатлы ризыҡтарға өҫтөнлөк бирә. Магазиндағы ялтыр-йолтор ҡаплы, ҡайҙалыр...

Тотош уҡырға 152

Яҙ менән йәй нисек киләсәк?

Яҙ менән йәй нисек киләсәк? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Гидрометүҙәге илдә апрелдән сентябргә тиклем ниндәй һауа торошо булыуы тураһындағы яҡынса...

Тотош уҡырға 140

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы?

Стәрлетамаҡ Башҡортостандың икенсе баш ҡалаһымы? 22.03.2019 // Йәмғиәт

Илебеҙҙең бер нисә ҡалаһы Башҡортостан дәүләтселегенең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы менән бәйле....

Тотош уҡырға 37

Йолаларыбыҙ – милли сәнғәт нигеҙе
Күсмә ултырыш үтә

Күсмә ултырыш үтә 22.03.2019 // Йәмғиәт

25 – 28 мартта Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Граждандар йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары...

Тотош уҡырға 30