Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәҙрәне ҡайырып, тарих үҙе ҡарай…
 Тәҙрәне ҡайырып, тарих үҙе ҡарай… Һүҙем Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы уртаһында туҙып барған боронғо, әммә елдәр шауҡымына, ҡар-ямғырға бирешмәйенсә, тормош ауырлыҡтарын үҙ иңендә татып, ауылдаштары менән бергә ҡайғыларҙы күтәреп, уларҙың тормошон һис бер һүҙһеҙ генә күҙәтеп торған өнһөҙ ике ҡатлы йорт тураһында булыр.


Таң әтәстәре ҡысҡыра,
Әллә таң ата микән?
Тәҙерәнән ҡарап тора,
Ғәлиәбаныу
һылыуым, иркәм,
Әллә ярата микән?
Ошолайтып мөңгөрҙәнем дә уйға ҡалдым… Был йыр – мөхәббәт йы­ры. Мөхәббәт ул – иман! Мө­хәббәт ул – мәңгелек! Ер йөҙөнә күпме Ғә­лиәбаныуҙар тыуҙы, күпме Хә­лилдәр килеп китте. Ошо йырҙы күпме ғашиҡ йәндәр бер-береһенә йырланы, күпме йәш йөрәк уны яңыртты һәм ул бөгөнгә тиклем беҙ­ҙең күңелдәрҙә. Ошондай ҙа киң танылыу яулаған, оҙон ғүмерле пьеса булды Мирхәйҙәр Фәйзиҙең “Ғәлиәбаныу”ы. Ә беҙ уның тарихын, яҙылыу тарихын беләбеҙме һуң?
Күптәрҙең йөрәген яулаған был пьеса­ның тыуған урыны – Баймаҡ районындағы Юлыҡ. Бик боронғо ауыл. Ошо пьесаның авторы Мир­хәйҙәр Фәйзиҙең Юлыҡҡа килеп юлығыуына шул яҡтарҙа алтын сығарыу эштәрен алып барыусы данлыҡлы Рә­миевтәр сәбәпсе була. Ул осорҙа Ирәндек буйҙарында алтын табыу приискылары булдырып, төбәктә башҡа бик ҙур хужалыҡ эштәрен йәйелдереп ебәргән атаҡлы Рәмиевтәр үҙҙәре Юлыҡ ауылына 1862 йылда килеп төпләнә. Мөхәмәтсадиҡ Рәмиев ике улын – Шакир һәм Закирҙы – эйәртеп, ҡатыны Гәүһәр менән Ырымбур далаларынан Юлыҡ ауылына күсенеп килә. Ауыл урта­һын­да таштан төҙөлгән ике ҡатлы йортта йәшәйҙәр. Йортонда тирә-йүнгә йән биреп торған берҙән-бер китапхана булдыра. 1919 йылда Закир Рәмиев, ошо китапханала эшләргә тип, Ырымбурҙан Мир­хәйҙәр Фәйзиҙе алып ҡайта. Рәмиев сит илдәрҙән китаптар алдырта, китапхана заманына күрә бик бай була. Аҙнаның өс көнө ирҙәр өсөн тәғәйенләнһә, ике көнөндә ҡатын-ҡыҙҙар йөрөгән бында.
Ырымбур далаларынан килеп төшкән Мирхәйҙәр Фәйзиҙе Юлыҡ ауылының тәбиғәте хайран ҡал­дыра. Оҙон тау уның иң ярат­ҡан урыны була. Шишмәнән сыҡ­ҡас та, сәскәле оҙон үр китә, ә тирә-яғы – урман, йәшел хәтфә, болонлоҡ. Ошо ерҙәр йәш егеттең уй-хисенә, йөрәк тибешенә бәйләнгән дә инде. Бәлки, хозур тәбиғәт ҡосағы уның ижадына тәьҫир иткәндер?
Был пьесаны яҙырға дәрт­ләндергән тағы бер сәбәп бар. Ул – ауылдың иң оҫта гармунсыһы Вафа исемле йәш егет. Ул ваҡытта Юлыҡ ауылы егеттәрен Ырымбурға һалдатҡа ҡаралырға ебәрәләр. Ике йәш егет ошонда танышып, дуҫ булып китә. Фәйзи Вафаның өҙ­ҙөрөп гармунда уйнауын бик ныҡ оҡшата, уның янынан китмәй. Һәм уны үҙенең пьесаһына төп герой итеп һайлай. Шулай итеп “Ғәлиә­баныу” пьесаһы ярала…
Ауыл йәштәренән айырылып торған гармунсы егет Вафа Хәлилгә әүерелеп китә. Ә ябай ауыл ҡыҙы Гөлсирә уның һөйгән ҡыҙы Ғәлиәбаныуҙы уйнай.
Йылдар үтә тора, быуат алмашына… Уларҙың күптәре юҡ инде хәҙер. Гөлсирә оҙон ғүмерле була, олоғая. Әммә шул әбейҙең урамдан бер үтеп китеүе үҙе бер йәм ине. Уның кеүек, йорт та ҡар­тайҙы... Әммә әле лә тора! Ауыл уртаһында таушалып, заман менән бергә ҡартайып туҙған йорт әле булһа текә, ғорур баҫып, шул замандың берҙән-бер тере шаһиты булып тора.
Ә миңә ҡалһа, уның йәне бар… Тәҙрәне ҡайырып, тарих үҙе ҡарап торғандай! Тик әйтергә теле генә юҡ. Ул бит барыһына ла шаһит! Ауыл халҡының яҙмышына, ү­ткә­ненә, бөгөнгөһөнә. Киләсәктә лә ул шулай торорға тейеш! Ул бит үҙе бер һәйкәл! Донъяла ниндәй генә “рок”, “рэп”тар үт­мәһен, Ғәлиәбаныу менән Хәлил йырлаған ябай ғына мөхәббәт йыры тын­маясаҡ. Шулай булғас, ни өсөн әле заманында ауыл клубтарын дер һелкеткән “Ғәлиәбаныу” пьеса­һының авторы Мирхәйҙәр Фәйзиҙең үткән юлы онотолорға тейеш? Ниңә әле уның ошо тарихи пьесаны ижад иткән йорто емерелергә тейеш? Был бит үҙе тарих! Быға тиклем китапхана йортон нисек булһа ла һаҡлап килгәндәр бит. Ә бөгөн ни өсөн хәстәрлек күрһәтелмәй? Үткән м­нән бөгөнгө – киләсәктең пар ҡанаты ул. Үткәндәрҙе яҡтыртып, кеше тейешле һығымта яһай, артабан йәшәр өсөн фәһем ала.
Нурзиә ӘБДРӘШИТОВА,
Башҡортостандың халыҡ артисы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы 18.02.2019 // Йәмғиәт

Баймаҡ районында һәр йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, алға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы...

Тотош уҡырға 54

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы?

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде...

Тотош уҡырға 370