Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡбуҙ менән күкбуҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан?
Аҡбуҙ менән күкбуҙ ҡайҙан килеп сыҡҡан? Бик боронғо замандарҙан алып йылҡы малы хаҡында күп халыҡтарҙа, шул иҫәптән башҡорттарҙа ла, бихисап мәғлүмәт йыйылған. Ат образы төрлө һындарҙа илаһилаштырылған: беҙҙең Аҡбуҙат менән шиғриәт символы булған Пегас үҙе ни тора! Улар юҡҡа ғына ҡанатлы итеп һүрәтләнмәй – бәйгелә сапҡан һыбайлылар ысынлап та ер өҫтөнән осоп ҡына барғандай.

Бөгөнгө һүҙебеҙ Аҡбуҙат тураһында. Башҡорт халҡында аҡ атты күк тип йөрөтәләр. Ҡайһы бер кешеләр хатта: “Юҡ ул аҡ төҫ, аттар күк төҫлө генә була!” – тип иҫбатларға ла керешә. Йәнәһе, күк төҫ ул – асыҡ һоро төҫтөң бер төҫсәһе, сағыу һоро тиергә мөмкин. Уның да айырымлыҡтары бар әле, мәҫәлән, тимеркүк. Ҡайһы бер яҡтарҙа уны аҡ сал тип тә әйтәләр (хәтерләһәгеҙ, Мостай Кәримдең “Аҡсал” тигән хикәйәһе бар). Үтә ныҡ ҡартайғас салланған аттар ҙа була. Ысынлап та, ҡайҙан килеп сыҡҡан буҙ, аҡ буҙ, күк, күк буҙ тигән төшөнсәләр? Ни өсөн аҡ төҫ аттар араһында юҡ, тиҙәр? Күргәнебеҙ бар ҙа инде. Әйтергә кәрәк, бөтөнләй пигменты булмаған, йәғни 100 процентҡа альбинос аттар йылҡы малы араһында осрамай. Ундайҙар, әгәр булһа, ҡыҙыл күҙле булыр ине.
Фәндә “доминантная белая” тип аталған ысын аҡ төҫ аттар араһында бик һирәк осрай. Бәлки, шуға ла башҡорттарҙа мифик образға әүерелгән Аҡбуҙатҡа аҡ төҫ бирелгәндер. Әммә ундай төҫ бар. Ысын аҡты салдан йә күктән тиреһенең төҫө буйынса айырырға мөмкин. Йөнөн айырып ҡараһаң, күк аттарҙың тиреһе һоро төҫтә икәнен күрергә була. Ә аҡ аттың тиреһе ҡыҙғылт төҫтә буласаҡ, әммә, альбиностан айырмалы, күҙе һоро булыр. Күк ат ҡолон сағында төрлө төҫтә булып (ҡола, туры, саптар, ерән һ. б.), үҫә килә саллана бара һәм ысын булмаған аҡҡа, йәғни күк төҫкә әйләнә. Фәндә билдәләнгәнсә, күк аттың йөн ҡатламы төрлө-төрлө төҫтәге ҡылдар ҡатнашынан хасил тигәнде аңлата һәм уның ҡиәфәте ҡайһы төҫтөң өҫтөнлөк итеүенә бәйле. Ә бына аҡ ат тыумыштан уҡ ап-аҡ була!

Автор: Т. АМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91