Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Исемдәр есемгә тап килһен!
Исемдәр есемгә тап килһен! Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто һәм Өфө почтамты менән берлектә “Изгелек ағасы” шәфҡәтлелек акцияһы уҙғарҙы. Был йәһәттән республикабыҙҙың билдәле шәхестәре төрлө матбуғат баҫмаларын мәктәптәргә, балалар йорттарына яҙҙырҙы.
“Рәсәй Почтаһы”ның Өфөләге бүлексәһендә уҙған акция сик­тәрендә Салауат Юлаев ордены кавалеры, филология фәндәре докторы Рәшит Шәкүр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шағир Ирек Кинйәбу­латов, Башҡортостандың мәғариф алдын­ғыһы, йәмәғәт эшмәкәре Фәнзил Санъяров Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йортон “Ватандаш”, “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан ҡыҙы” баҫмалары менән ҡыуан­дырҙы. Был сараға Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре — әҙибә Гөлнур Яҡупова менән шағирә Гүзәл Ситдиҡова ла ҡушылды.
Исемдәр есемгә тап килһен!Әйтәйек, Гүзәл Ситдиҡова үҙе лә “Баш­ҡортостан”, “Йәшлек”, “Киске Өфө” гәзиттәрен алдыра, ә Ирек Кинйәбулатовтың яҡындарына ла матбуғат баҫмаларын даими яҙҙырып тороуы мәғлүм. Башҡорт интеллигенцияһының ысын йөҙө шулай булырға тейештер. Шул уҡ ваҡытта “халҡым” тип тамаҡ ярып, “башҡортмон” тип күкрәк ҡағып йөрөгән бәғзеләрҙең бер генә милли баҫманы алдырып уҡымауы аптырата. Ә бит милли интеллигенция – халыҡтың намыҫы, йәмғиәттәге күренештәргә һәр ваҡыт беренсе булып ҡарашын белдереүсе, башҡаларға юл күрһәтеүсе! Исемдәр есеменә тап килһен ине...



Гүзәл СИТДИҠОВА,
шағирә, тәржемәсе:


– Мәктәптәрҙең финанс мөмкинлектәре сикләнгән, шуға күрә һәр уҡытыусы, уҡыусы ҡулына ла барлыҡ баҫмалар эләкмәй. Бигерәк тә ауыл ерендә был мәсьәлә ҡатмарлы. Әлеге аҙым шуға ла әһәмиәтле, мөһим булып тора.

Зәки ӘЛИБАЕВ,
тәнҡитсе, филология
фәндәре кандидаты:


– Матбуғатты уның йүнәлешенә ҡарап таратырға кәрәк. Мәҫәлән, “Башҡортостан уҡытыусыһы” мәктәптәргә бик ҡулай булһа, “Башҡортостан” гәзите университеттар өсөн шәп. Уны әҙәбиәт дәресендә лә, тел буйынса ла ҡулланырға мөмкин, фәһем бирерҙәй фекерҙәрҙе төрлө яҡлап яҡтырта был баҫма. Кескәйҙәр иһә – “Аманат”ты, йәштәр “Шоңҡар”ҙы ҡыҙыҡһынып уҡый.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 21

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 66

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 70

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 82

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 47

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 58

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 77

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 74

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106