Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һандар менән эшләгең килһә, рәхим ит!
 Һандар менән эшләгең килһә, рәхим ит! Аҡса менән эш итеүселәрҙе, йәғни финансистарҙы, ҡаты күңелле халыҡ тип әйтеүҙәре төптө дөрөҫ түгел. Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы үҙенең 85 йыллығын нисек итеп билдәләүе – быға асыҡ дәлил. Буласаҡ финансистар ҙа, уларҙың уҡытыусылары ла был көндө рәхәтләнеп байрам итте, ихлас күңел асты. Юбилейға саҡырылған ҡунаҡтарҙа ла тик яҡшы тәьҫораттар ҡалғандыр, моғайын.


Республиканың финанс-иҡтисад йүнәлешендәге берҙән-бер уҡыу йорто асылғандан алып төбәк иҡтисадына 50 меңдән ашыу белгес әҙерләп бирҙе. Уларҙың күбеһе эшмәкәрлектә юғары уңышҡа өлгәште.
– Йыл һайын юғары һәм урта белем биреү программаһы буйынса меңгә яҡын финансист һәм иҡтисадсы сығарабыҙ, – ти филиал директоры Рафаэль Сафуанов. – Уларҙың барыһы ла эш таба. Ойошмаларҙың ғаризаһына ярашлы, студенттарыбыҙ улар өсөн мөһим мәсьәләләр буйынса диплом проекттарын әҙерләй. Шуға күрә йәштәр алдан эш йүнәлешен күҙаллай, һөҙөмтә­лелекте арттырыу хаҡында уйлана. Күптәр уҡыған осорҙа уҡ йүнәлешен, хеҙмәт итәһе урынын таба.
Былтыр университет Башҡорт­остан Хөкүмәте менән хеҙмәт­тәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Өфө филиалы республи­каның Милли банкы һәм Финанс министрлығы, Контроль-иҫәп па­латаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан бүлексәһе, коммерция банктары һәм страховка ойошмалары менән дә тығыҙ бәй­ләнештә.
Төбәктәге иң ҙур банктар үҙҙәренең ихтыяжы өсөн кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнаша. Бер нисә ай элек кенә “УралСиб” беҙҙә уҡыу аудиторияһын йыһазландырҙы – банкта ҡулланылыусы программа ҡуйылған ун ике компьютер менән тәьмин итте. Студенттар кредит ойошмаһы көндәлек эшмәкәр­легендә ҡулланған программа­ларҙы маҡсатҡа ярашлы өйрәнә. Эксперттарҙың фекеренсә, бындай берҙәм белем биреү сис­темаһы, йәғни теория менән практиканы һөҙөмтәле берләштереү уҡыу йортон тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһен ыңғай хәл итеү мөмкинлеген бирә. Әлегә тиклем ошондай уҡ аудиторияны “Росгосстрах” асҡайны. Һаҡлыҡ банкының аудиторияһын да студенттар уңышлы файҙа­лана.
Ҡасандыр ошо университетты тамамлаған Айрат Ғәскәров республиканың финанс министры, Федерация Советы ағзаһы булды, әле “УралСиб”та эшләй.
– Уҡыу йорто белемле белгес­тәр әҙерләй. Улар яңы урынға килеү менән ваҡытты бушҡа сарыфламай, эш процесына шунда уҡ ҡушылып китә, сөнки әҙер­лектәре юғары кимәлдә, – ти Айрат Рафиҡ улы. – Мин белем алған ваҡытта техникум ғына булған уҡыу йорто хәҙер билдәле уни­верситеттың филиалына әйләнде. Төплө белем биргән өсөн уҡытыусыларыма әле лә рәх­мәтлемен. Бындағы төп үҙенсә­лектәрҙең береһе – һөнәри йүнәлешкә ҙур иғтибар. Күптәнге стратегия әле булһа һаҡлана. Беҙҙең банк ярҙамында эште технологик яҡтан яңы кимәлгә сығарырға тырышабыҙ. Финанс университеты ректоры Михаил Эскиндаров менән Өфө филиа­лының тәжрибәһен универси­теттың башҡа төбәктәрҙәге бүлек­сәләренә таратырға ниәтләйбеҙ.
Әйткәндәй, юғары уҡыу йорто әле күп кимәлле белем биреү комплексына әүерелгән. 2012 йылда элекке Бөтә Союз финанс-иҡтисади ситтән тороп уҡыу институты менән Өфө финанс-иҡтисад колледжын берләштер­гәйнеләр. Улар университет филиалына индерелде. Хәҙер бер уҡыу йортонда урта махсус һәм юғары белемде эҙмә-эҙлекле алырға мөмкин.
Өфө филиалы һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек үҙгәрҙе: яңы уҡыу корпусы асылды, дөйөм ятаҡтар төҙөкләндерелде, яҡты һәм иркен спорт залдары, бассейн бар. Тимәк, оҫта белгестәр әҙерләү өсөн шарттар ҙа, мөмкинлектәр ҙә етерлек.


Автор: Г. Сәхиева.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91