Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ белеп борсоламы, әллә…
Риүәйәт һәм легендаларҙа, ҡобайыр һәм йырҙарҙа данланған хозур тәбиғәтебеҙҙең байлыҡтары, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итергә тейешле шифалы һыуҙары, күп көс түгеп һалынған сәләмәтлек үҙәктәре, шифаханалары һатылып, шәхси ҡулдарға күсеп, юҡҡа сығарылмаҫмы?
Ошондай шөбһәле хәбәрҙең ысынмы-бушмы икәнлеген белергә, халыҡ­ты аптырауға һалған имеш-мимеште асыҡларға тип, ҡорҙаштары, дуҫ-иштәре исеменән депутатҡа кәңәшкә килгән 80 йәшлек хеҙмәт ветеранының борсолоуын аңларға була. “Республи­кабыҙҙың төньяҡ-көнсығыш райондарында йыш булдым. Ошо төбәктәге ике шифаханала рәхәтләнеп ял итеп, көс йыйып ҡайтҡаным бар. Директор­ҙарына ла рәхмәтлемен, эште хужаларса ойоштороу һәләтенә эйәләр. Яҡшы етәкселәрҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Ошо ерҙә тыуып үҫкән, халыҡ­тың хөрмәтен яулаған кешеләргә ышаныс та көслө. Замандаштарымдың үтенесен һеҙгә лә еткергем килә: сит-яҡ төбәктәрҙән осраҡлы кешеләрҙе яуаплы вазифаларға тәғәйенләгәнсе, үҙебеҙҙең шәхестәрҙе үҫтерәйек, ышаныс күрһәтәйек”, — ти хеҙмәт ветераны Фә­ниә Әсәҙуллина. Әммә уны хәүеф­ләндергән мәсьәлә тағы ла етдиерәк. “Шифаханаларҙы үҙгәртеп ҡорорға йыйыналар, мөлкәттәрен иҫәпкә алалар тигән хәбәр йөрөй. Әллә ҡалын ке­ҫәле йылғырҙар уларҙы ҡулға төшө­рөргә йыйынамы?” — тип аптырай ул.
Хәйер, аптырайһы түгел. Элегерәк тә республикала шифаханаларҙы хосусилаштырып, ҡулға төшөрөргә маташыусылар булғыланы. Күпмегә баһаларҙар икән был юлы һауыҡтырыу учреждениеларын? Ни өсөн рәсми сайттарында был хаҡта бер һүҙ ҙә юҡ? Ни өсөн дәүләт унитар предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу кәрәк булды? Ошондай форматта ла уның эшен яҡшыртып, хеҙмәттәрен һәр кем файҙаланырлыҡ итеп булмаймы ни? Акционерлаштырыуҙан йә иһә яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәткә әүерел­дереүҙән кем ота?
Бына шундай һорауҙар менән килгән Фәниә Ҡазыхан ҡыҙы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаеваға. Беҙ парламентарийҙан ошо хаҡта аңлатма биреүен үтендек.
— Ғөмүмән, шифахана-курорт системаһы эшмәкәрлегенә ҡағылған мөрәжәғәттәр аҙ түгел. Фәниә Ҡазыхан ҡыҙын халыҡты һауыҡтырыу һәм медицина реабилитацияһы система­һының төп ресурсы булған шифаханалар яҙмышы борсоуға һалыуы аңлашыла. Ысынлап та, беҙҙә оҙаҡ йылдар был тармаҡты үҫтереүгә ғәйәт ҙур сығым түгелде. Шуныһы үтә мөһим: улар үҙҙәренең тәьҫирлелеген раҫ­ланы. Һуңғы осорҙа матбуғат баҫмаларында шифаханаларҙан һәм реабилитация ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлегенең сикләнеүе, ауырыуҙар­ҙың йыш ҡына тейешле ярҙамды ала алмауы хаҡында мәҡәләләр донъя күреүе лә халыҡта ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы.
“Янғантау”, “Яҡтыкүл”, “Красноусол”, “Ҡарағай”, “Талҡаҫ” дәүләт унитар предприятиелары республиканың иҡтисади хәүефһеҙлеген тәьмин иткән стратегик әһәмиәтле, халыҡтың сәлә­мәтлеген, хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлаған учреждениелар рәтендә тора. Шуға күрә улар тулыһынса хосусилаштырылырға тейеш түгел. Ошо хаҡта төплөрәк аңлатма, дәүләт унитар предприятиеларын үҙгәртеп ҡороу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу барышы тураһында мәғлүмәт биреүҙе һорап, Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрына, республика прокурорына хат ебәрелде. Яуап­лы етәкселәр был мәсьәләне етди өйрәнеп, шифаханаларҙы үҙгәртеп ҡороу буйынса сараларға үҙҙәренең баһаһын бирер, халыҡта ҙур ҡәнәғәт­һеҙлек тыуҙырған төрлө имеш-мимешкә нөктә ҡуйыр, тип ышанғы килә, — тине Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Бәхәс  (Юмореска)

Бәхәс (Юмореска) 20.02.2019 // Йәмғиәт

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр? Ике аҙналап “егет” булып йөрөгән Хәйрүштең бөгөн эшкә килгәс тәүге...

Тотош уҡырға 0

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!”

“Ял итеүе күңелле, ә өйҙә рәхәт!” 20.02.2019 // Йәмғиәт

Тап шундай уйҙар менән ҡайтты Ишембай районында ял иткән Сибай балалары....

Тотош уҡырға 24

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк

Вилдан менән иптәштәре диңгеҙҙә ял итәсәк 20.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн иртән Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларында ял итеү өсөн Магнитогорск...

Тотош уҡырға 33

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар

Бөрөнө һәм Күмертауҙы уҙҙылар 20.02.2019 // Йәмғиәт

Иглин районы халҡы быйыл 1 ғинуарға 64 796 кешене тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса улар бер йыл...

Тотош уҡырға 26

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала!

Иң яҡшы ер белгестәре... ҡалала! 20.02.2019 // Йәмғиәт

“Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы “2018 йылда Башҡортостанда иң яҡшы муниципаль ер...

Тотош уҡырға 16

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 113

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 80

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 71

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 83

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 52

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 43

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 95