Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл бөтмәһә, тел бөтмәҫ
Ауыл бөтмәһә, тел бөтмәҫ Бөтә донъя глобалләштереү шарттарында нисек асылыңды юғалтмаҫҡа?

Һәр телдең ҡулланылышы бер нисә фактор менән билдәләнә:
- был телде белгән һәм ҡулланған кешеләр барлығы;
- демографик яҡтан көслөлөгө;
- дәүләт статусына эйә булыуы;
- телдең төрлө, бигерәк тә уның өсөн доминант булған даирәләрҙә ҡулланылышы;
- тел ҡулланылышындағы тенденциялар.


Башҡорт теле ҡулланылышын ошо факторҙар ҙа билдәләй. Уларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәм. Беренсенән, телде белгән, ҡулланған мөхит бар. Рәсәйҙә бөтәһе 1 миллион 600 мең башҡорт иҫәпләнә. Шуларҙың бер миллиондан ашыуы туған телен белә. Башҡортостанға килгәндә, 2010 йылғы мәғлүмәттәр буйынса, башҡорттоң 1 миллион 200 мең тирәһе беҙҙең республикала, йәғни үҙҙәренең тыуған тупрағында туп­ланып йәшәй. Шуларҙың 900 мең самаһы башҡорт телен туған тел тип таный. Был күрһәткестәр, совет осоро менән сағыштырғанда, күпкә юғарыраҡ.
Башҡорттарҙың башҡорт телен туған тел тип таныуының артыуы, әлбиттә, уҙған быуаттың 80-се йылдары аҙа­ғындағы һәм 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороу, демократлашыу, халыҡтың милли үҙаңы үҫеүе менән бәйле. Ошо процесҡа шулай уҡ 1995 йылда үткәрелгән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла булышлыҡ итте. Был сарала “Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү” тигән дәүләт программаһы хупланды, аҙаҡ хөкүмәт тарафынан ҡабул ителде. Ҡоролтайҙан һуң, ошо программаны тормошҡа ашырып, бик күп башҡорт балалар баҡсалары, мәктәптәр, гимназия, лицейҙар асылды.
Ҡатнаш мөхиттәрҙә иһә, йәғни урыҫ телендә уҡытылған мәктәптәрҙә башҡорт кластары, балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре асылды. Был, әлбиттә, ҡалаларҙа, район үҙәктәрендә телде белгән балалар һанының артыуына килтерҙе, ауылдағыларға ла сифатлы белем алырға мөмкинлек бирҙе. Ә инде башҡорт лицей, гимназияларында сифатлы белем биреү, бер нисә сит тел өйрәтеү, яңы технологиялар, компьютер ҡулланыу был уҡыу йорттарының башҡорт милләтендә генә түгел, республиканың башҡа халыҡтары араһында ла абруйын күтәрҙе. Лицей, гимназияларҙа уҡыған башҡорт булмаған балалар, башҡорт телен өйрәнеп, уның мөхитен арттырыуға булышлыҡ итте.
Бының һөҙөмтәһе 2010 йылдағы халыҡ иҫәбен алыуҙа ла сағылыш тапты. Уның материалдарынан күренеүенсә, 20 меңдән ашыу урыҫ, 132 мең тирәһе татар, 6 меңдән ашыу сыуаш, 3 меңдән ашыу мари, 2 мең тирәһе удмурт, шунса уҡ ҡаҙаҡ, 2 меңдән ашыу үзбәк башҡорт телен белеүен билдәләгән. Шулай итеп, республиканың башҡорт булмаған 170 мең тирәһе кешеһе башҡорт телен белеп, башҡорт теле мөхите булдырыуҙа ҡат­наша. Башҡорт телен белгән милләт­тәштәребеҙ һанына был 170 меңдән ашыуҙы ҡушһаҡ, телебеҙҙе демографик яҡтан көслө тип әйтеп була. Билдәле булыуынса, ЮНЕСКО ойошмаһының эксперттары тел быуындан быуынға күсһен өсөн 100 мең тирәһе кешенең был телдә һөйләшеүе мөһим, тиҙәр.
Башҡорт теленең демографик яҡтан көслө икәнлеген башҡорттарҙың яртыһы­нан ашыуының ауылда йәшәүе лә иҫбатлай. Билдәле булыуынса, ауыл халҡы, ғәҙәттә, тел, традиция менән бик тығыҙ бәйле. Тәбиғи шарттарҙа туған телде быуындан быуынға тапшырыу өсөн уңайлы шарттар бар. Шуның өсөн башҡорт ауылын һаҡлау бөгөн башҡорт телен һәм халҡын һаҡлауҙа төп фактор булып тора.
Башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуы “Башҡортостан Республикаһы телдәре тураһында”ғы Закон, Баш­ҡортостан Конституцияһы менән нығы­тылған. Уның дәүләт статусы Рәсәй Конституцияһына, “Рәсәй Федерацияһы телдәре тураһында”ғы Федераль законға ла ҡаршы килмәй.
Шулай итеп, башҡорт теле, 1999 йылда дәүләт статусы алып, үҫеү юлына баҫа. Был законды тормошҡа ашырыу буйынса “Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү” тигән 2000 – 2005, 2006 – 2010, 2012 – 2016 йылдарға йүнәлтелгән дәүләт программалары ҡабул ителде. Уларҙа Башҡортостан Респуб­ликаһының башҡа закондарына, бигерәк тә, “Мәғариф тураһында”ғына үҙгәрештәр, өҫтәмәләр индереү ҡаралған. Бынан тыш Башлыҡ указдары, хөкүмәт ҡарарҙары, министрлыҡтар, ведомстволар тарафынан башҡорт теленең ҡулланылышын киңәйтеүгә йүнәлтелгән 30-ҙан ашыу документ ҡабул ителде. Закон, программалар, ҡарарҙар башҡорт теленең мәғариф, мәҙәниәт, гәзит, журнал, радио, телевидение, әҙәбиәт, шулай уҡ башҡа гуманитар өлкәләрҙә ҡулланылышын арттырыуға булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ алтаҡталарҙа, транспортта, бланктарҙа, этикеткаларҙа, ғөмүмән, төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла.
Дөйөм алғанда, 1990 һәм 2000 йылдарҙың башында башҡорт теленең функцияһы күҙгә күренеп үҙгәрҙе, ҡулланыу даирәһе киңәйҙе. Башҡорт теле компьютер теленә әйләнде, һүҙлеге байыны. Әммә, ошолай дәүләт яҡлауын алһа ла, 2009 йылда башҡорт теле ЮНЕСКО-ның “хәүеф янаған телдәр исемлеге”нә эләгә. “Ни өсөн?” тигән һорау үҙенән-үҙе тыуа. Әлбиттә, сәбәптәре бер нисәү. Әммә иң мөһиме — глобализация йоғонтоһо. Ул – иҡтисадты, аҡсаны, мәҙәниәтте унификациялауға йүнәлтелгән сәйәсәт. Илдәр генә түгел, телдәр ҙә унификациялана. Шуға ҙур халыҡтарҙың телдәре үҫә, ҡулланылышы арта, ә аҙ һанлыларының телдәре үҙҙәренең функцияларын, үҙенсәлектәрен юғалта, дөйөм алғанда, юҡҡа сығыуға, ассимиляцияға дусар ителә. Рәсәй эсендә глобалләш­тереү факторы булып урыҫ теле тора. Сөнки ул демографик, функциональ һәм сәйәси яҡтан көслө. Был, әлбиттә, Рәсәй халыҡтары телдәренә йоғонто яһамай ҡалмай. Мәҫәлән, Башҡортостандың урыҫ булмаған халыҡтарының 45 проценты, шул иҫәптән – 90 мең башҡорт, 2010 йылғы иҫәп алыуҙа урыҫ телен туған тел тип атаған. Был күрһәткес Свердловск, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа яҡын-тирәләге өлкәләрҙә тағы ла юғарыраҡ. Мәҫәлән, Свердловск яғындағы башҡорт­тарҙың яртыһы, Ырымбур төбәгендә йәшәү­селәрҙең өстән бер өлөшө туған тип урыҫ телен күрһәткән.
Глобалләшеү телде белгән, туған тел тип һанаған төркөмгә лә йоғонто яһаған. Миҫалға ябай аралашыу, хатта киң мәғлүмәт, әҙәбиәт, фән, театр теленә бик күп урыҫ һүҙҙәренең, ә урыҫ теле аша “англоамериканизмдар”ҙың үтеп инеүен күрһәтеп китергә була. Икенсенән, башҡорт, урыҫ, татар телдәрен бергә бутап һөйләүҙең киң таралыуын әйтеп китергә кәрәк. Глобалләшеү, унификация телдең фонетикаһына, морфологияһына, һүҙъяһалышҡа, орфоэпияға һ.б. тәьҫир итә. Хатта телдең синтаксисы үҙгәрә, мелодикаһы, тел артында торған донъя, менталитет юғала. Телебеҙ моңһоҙ, ярлы, шаблондарҙан, сит-ят һүҙҙәрҙән торған “винегрет”ҡа әйләнә. Һөҙөмтәлә башҡорт теле генә түгел, башҡорт халҡы үҙен юғалта башлай.
Телде юғалтыуға, уның функцияһын кәметеүгә һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән объектив сәбәптәр ҙә булышлыҡ итә. Рәсәйҙең дәүләт теле тураһындағы 2005 йылда ҡабул ителгән закон, мәҫәлән, илебеҙҙең бөтә урыҫ булмаған халыҡтары телдәренең функцияларын кәметә. Миҫалға башҡорт телендә нәшерләнгән республика гәзиттәрендәге реклама, иғландарҙы, нигеҙҙә, урыҫ телендә сығарыуҙы әйтеп китергә кәрәк.
Икенсенән, 2007 йылда ҡабул ителгән “Дәүләт стандарттарына үҙгәрештәр индереү” тигән 309-сы Федераль закон буйынса уҡыу пландарынан милли-төбәк компоненты алып ташланды. Шулай итеп, милли телдәргә бүленгән сәғәттәр кәметелә йәки юҡҡа сығарыла.
Өсөнсөнән, 2008 йылда Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан ҡабул ителгән Берҙәм дәүләт имтиханы (ЕГЭ) тураһын­дағы ҡарар туған телдәрҙең функцияһын тағы кәметте, сөнки был һынау тик урыҫ телендә генә үткәрелә тип ҡабул ителде. Дәүләт имтиханы исемлегенә инмәгән предметтың мөһимлеге кәмей, ул кәрәкмәгән дәрес булараҡ ҡабул ителә. Ошо сәбәп арҡаһында башҡорт теле үҙенең абруйын юғалта.
Шуға Рәсәй халыҡтары телдәрен һаҡлау өсөн ике бик мөһим сара кәрәк. Беренсенән, федераль кимәлдә “Рәсәй халыҡ­тары телдәре” тигән дәүләт про­граммаһы ҡабул итергә. Икенсенән, мин Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайға телдәр тураһындағы ҡануниәткә алтаҡталарҙағы, этикеткалар­ҙағы һ.б. хаталар өсөн санкция индереү тураһында үҙгәрештәр хаҡында уйларға тәҡдим итәм. Бәләкәй халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау — Рәсәй дәүләтенең, халҡының изге бурысы, тигән төшөнсәне һәр кемгә еткереү, баланы туған теленән мәхрүм итеү — енәйәт ул, тигән ҡараш булдырырға кәрәк. БМО ҡабул иткән “Бала хоҡуғы тура­һындағы конвенция”ға ярашлы, һәр баланың тыуғас та туған теленә хоҡуғы барлыҡҡа килә, һәм был хоҡуҡтан ул мәхрүм ителергә тейеш түгел.

Фирҙәүес ХИСАМИТДИНОВА,
Рәсәй Фәндәр академияһы
Өфө ғилми үҙәгенең
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институты директоры,
филология фәндәре
докторы, профессор.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91