Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Байығанһың! Ниндәй аҡсаға?”
“Байығанһың! Ниндәй аҡсаға?” Кеше аҡсаһын һанау матур ғәҙәт түгел тип үҫтерҙеләр беҙҙе. Шулай ҙа тормошта сетерекле хәлдәр тыуып тора. Ҡиммәтле әйбер алыуың була, ниндәй аҡсаға байыны икән, тип ҡыҙыҡһыныусы мотлаҡ табыла.
...Белгород өлкәһендәге бер ауылдан өсөнсө төркөм инвалиды 1 миллион 315 мең һумға япон автомобиле һатып ала. Рәхәтләнеп йөрөйөм генә тигәндә, һалым инспекцияһы туҡтата: ә аҡсаны ҡайҙан алдың? Ниңә килемеңә декларация тултырманың? Пенсионерға, ай-вайына ҡарамай, суд аша 150 мең һум һалым иғәнәһе йөкмәтеп тә ҡуялар. Машинаһына арест һалып, бурыс иҫәбенә һатыу менән янайҙар. Шулай уҡ ете мең һумлыҡ пенсияһынан ай һайын өс меңен тотоп бара башлайҙар. Ҡарт, бының менән ризалашмай, Рәсәйҙең Юғары судына ялыу яҙа. Һәм закон һаҡсылары уны яҡлап сыға.
Хәл былай була. Пенсионер эшләмәһә лә, уның шәхси хужалығы бар. Унда йәшелсә-емеш үҫтерә, сусҡа, кәзә, йорт ҡуяны аҫрай. Ун бал ҡорто күсе тота. Иҫке автомобилен һатҡан аҡсаһы ла була, өҫтәүенә туғандары ла бер аҙ бирә. Ә Һалым кодексына ярашлы, шәхси хужалыҡ эшмәкәрлегенән килгән табышҡа һалым һалынмай! Тимәк, был – законлы керем. Ләкин граждандың бындай аңлатмаһына ҡолаҡ та һалмай, түләнергә тейешле сумманы бил­дәләйҙәр.
Суд ошо хатаны төҙәтте лә инде. Бынан һуң, ҡиммәтле әйбер алынһа, кешенең эшләмәүе йә хеҙмәт хаҡының бәләкәй булыуы ғына ғәмәлде шик аҫтына ҡуйырға тейеш түгел. Иң беренсе тотонолған аҡсаның законһыҙ юл менән табылып, һалым инспек­цияһы иғтибарынан йәшерел­гәнлеген иҫбатлау зарур. Шулай ҙа, һораһалар, граждан аҡсаны ҡайҙан алғанын аңлатып бирергә әҙер торһон.
Был – бик ҡыуаныслы күренеш. Ысынлап та, һәр кемде шик аҫтына ала башлаһаң, беҙҙең илдә барлыҡ ауыл кешеһен ғәйепләргә мөмкин. Сөнки эш юҡ, булғанында ла рәсми рәүештә теркәп бармайҙар, сөнки “күләгәләге иҡтисад”тың тамыры һаман ҡоротолмай әле. Күптәр тап шул шәхси хужалығы ярҙамында ғына тормош ҡороп, донъя көтә. Ете-һигеҙ һыйыр тотҡан, йөҙәрләп ҡош-ҡорт үрсеткән, баҡса-баҡса йәшелсә үҫтергән, тонна-тонна бал алған тырыш кешенән “Ниндәй аҡсаға хан һарайындай өй төҙөнөң, сит ил машинаһы алдың, балаларыңды уҡытаһың?” тип һорарға ла кәрәкмәй. Киреһенсә, тәүлегенә нисә сәғәт эшләйһең, отпуск тигән нәмәне беләһеңме, бер тапҡыр булһа ла ҡайҙалыр ялға барғаның бармы, тип ҡыҙыҡһынһындар ине ул! Ауыл кешеһе бер-ике көнгә балаһына, туғанына ҡунаҡҡа йә туйға барып ҡайтыуҙы ла оло ялға һанай бит. Шулай булмай, ул өйҙә юҡта кем баҡырып торған малын тәрбиәләр, өйөнә ут яғыр? Күршенең дә буш ваҡыты юҡ: үҙ мәшәҡәте етерлек.
Шул уҡ ваҡытта миллионлап, хатта миллиардлап ҡаҙна аҡсаһын үҙләш­тер­гән оятһыҙҙар байлығының ҡайҙан килгәнен аңлатырға ла кәрәк тип тапмай. Тәү сиратта шундайҙар ниндәй законлы керемгә Европа, Америка илдәрендә затлы-затлы һарайҙар һатып алып, текә-текә иномаркаларҙа елдереп, донъяның артына тибеп йәшәгәнен раҫлаһын ине. Һәр хәлдә баяғы пенсионер ише ауыл кешеһе элекке Сахалин губернаторы Александр Хорошавин кеүек 36 миллион һумға ручка алып ултырмай бит инде. Был осраҡта иһә ысынлап һорау тыуа: ниндәй аҡсаға, әфәнде?!
Икенсе бер төркөм кешеләр ҙә бар – кредит алып бармаған, аҡсаны йыя белгән һаҡсылдар. Аҙ ғына хеҙмәт хаҡын да еткереп, хатта арттырып, күпмелер ваҡыт сабыр итеп, аҙаҡ кәрәкле әйберен ала ундайҙар. Улар үҙ-үҙенә генә ышана, ситтән бурысҡа алып бармай, “ҡара көн” тыуһа, аптырап ҡалмай. Барлы-юҡлы аҡсаны ҡайһылай ғына тартҡылап еткерәһең инде тиһәң дә, шул рәүешле йыйып машина, фатир алғандар бар. Хәҙер килеп ошо кешеләрҙе лә законһыҙ килем алыуҙа ғәйепләргә булыр ине бит.
Ярай ҙа был суд ҡарары ваҡытында сығып өлгөрҙө. Ябай кешене ыҙалатҡансы, мутлашып байыу­сыларҙы нығыраҡ тикшерһен ине вәкәләтле органдар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 0

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 44

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 45

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 59

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 37

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 75

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 43

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 44

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 41

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 53

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 91