Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормошто йәмләп йәшәне
Тормошто йәмләп йәшәне Файҙалы һәм ҡәнәғәт йәшәлгән ғүмер — бәхетле. Йәшәйештең һәр миҙгелен лайыҡлы үткәргән, халҡына намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй ерҙе. Мәғариф ветераны, ижади шәхес Аман Вәлиулла улы Юлъяҡшин — нәҡ ошондай кеше.

1929 йылдың йәмле июнь айында Ҡауарҙы ауылында тыуған ауылдашым. Ул донъяға килгәндә, атаһы Афғанстан сигендә Кушка ҡалаһында хеҙмәт иткән. Донъя хәлдәренә хәбәрҙар булған ауылдашының тәҡдимен хуплап, үҙ иле азатлығы өсөн көрәшкән Аманулла хан исемен ҡушалар малайға, атаһы исеменә лә оҡшаш, тиҙәр.
Атаһы армиянан ҡайтҡас, тракторсы булып эшләй, ул — ауылыбыҙҙан сыҡҡан тәүге механизаторҙарҙың береһе. Әммә ғүмере фажиғәле өҙөлә — йәшен ата. Аман ағайға 7 йәш кенә була. Әсәһе Мәрфуға апай 25 йәшендә тол ҡалып, улы һәм ҡыҙын тәрбиәләп үҫтереүгә бар көсөн һала.
1937 йылда Ҡауарҙы мәктәбенә уҡырға төшә малай, VIII класты тамамлағас, Сәйетбаба урта мәктәбендә белем алыуын дауам итә. 1947-1948 уҡыу йылында Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатты (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназияһы) тамамлап, Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына (хәҙерге БДУ) уҡырға инә.
1952 йылда Сәйетбабаға эшкә ҡайта. Аман ағай — Ҡауарҙы тарихында беренсе булып юғары белем алыуға өлгәшкән кеше. Ул үҙе уҡыған мәктәптәре, уҡытыу­сылары тураһында һәр саҡ йылы хистәр һаҡланы, рәхмәтле булды.
Мәҙинә Хажи ҡыҙы менән матур ғаилә ҡороп, бар яҡташтарына өлгө булып йәшәнеләр, ауылда мәҙәни-ағартыу һәм мәғариф эштәрендә ең һыҙғанып йөрө­нөләр, уҡыусылар һәм ата-әсәләр араһында ҙур абруй ҡаҙандылар. Татыу ғаиләлә ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләп, һеңлеһенең улын да алып үҫтерҙеләр.
1965 йылда уларҙы Крас­ноусолға эшкә саҡыралар. Аман ағай оҙаҡ йылдар мәғариф идаралығында баш инспектор булып, район мәктәптәренең уҡытыу-тәрбиә эшен камиллаштырыуға, һөҙөмтәлелеген күтәреүгә тос өлөш индерҙе.
Аман Вәлиулла улы һәр саҡ әүҙем йәмәғәтсе, үҙешмәкәр театрҙарҙың алыштырғыһыҙ артисы ине. Үҙе лә даими рәүештә ижад менән шөғөлләнде, гәзит-журналдар менән хеҙмәттәшлек итте.
— Кеше булған кеше үҙ ғүмерендә өй һалырға, ағас ултыртырға, лайыҡлы алмаш ҡалдырырға, намыҫлы йәшәргә тейеш — мин быларҙы үтәнем. Әгәр һәр кеше үҙ ғүмерен шулай үтһә, тормош та йәмлерәк булыр ине, — ти торғайны ул.
80 йәшлек күркәм юбилейын уҙғарып, арабыҙҙан баҡыйлыҡҡа китеп барҙы аҡһаҡалыбыҙ. Уның әйткәндәре хәҙер инде беҙгә васыят булып ҡалды.

Ғәлинур ҠАЛМЫРҘИН,
хеҙмәт ветераны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 19

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 58

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 57

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 65

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 39

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 84

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 45

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 46

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 42

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 55

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 94