Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Баҫыу баҫып тороу урыны түгел йәки ер генә буш ятмаһын
Баҫыу баҫып тороу урыны түгел йәки ер генә буш ятмаһын “Пай ерҙәрен һатам”. Аҙым һайын булмаһа ла, йыш осрай юлда был яҙыуҙар. Ауылдарға яҡынлашҡан һайын, тағы йөрәктәрҙе телеп үтә, башты зыңҡыта: “30 мең һум...” Бынан ике-өс йыл элек Ҡурған өлкәһе буйлап йөрөгән саҡта шаңҡытты улар. Әйтерһең дә, яҡташтары, 25 кенә йәшлек егет Фәтхелҡадир быуат элек өндәшә:

“Ҡайҙа ғына китте беҙҙең күҙҙән
Йәйелеп кенә ятҡан йәйләүҙәр?
Уйнап-көлөп, йүгереп, тирләп-бешеп,
Сорҡоратып бейә бәйләүҙәр?
...Әйләнәлә үҫкән матур ҡайын
Сыңғыратып та бейә бәйләргә...
Йәйләүҙәр ҙә кипте, малдар бөттө,
Инде ҡалды һағынып һөйләргә.
Ожмах, киң, матур, эй, йәйләү,
Беҙҙең ҡулдан сығып киттең бит!
Ник илайһың, башҡорт? Ҡуй, илама!
Үҙең һатып, ашап бөттөң бит!”


Тетрәндергес юлдар. Уларҙы яҙған сағында (1914 йылда “Шура” журналының 24-се һанында баҫылған) Фәтхелҡадир Сөләймәновҡа (Абдулҡадир Инан) ни бары 25 йәш була. Башҡорт ерҙәренең һатылыуына, алдап-йолдап алыныуына, колонизацияланыуына йөрәге әрнеп яҙа был юлдарҙы буласаҡ әҙип, исеме бөтә донъяға киң таныласаҡ ғалим үҙенең “Йәйләүҙе һағынғанда” тигән шиғырында. Шиғыр юлдары тетрәндереп кенә ҡалмай, замандаштарын уйға һала, артабан Башҡортостан дәүләтселеген төҙөүҙә, тартып алынған ерҙәрҙе кире бер усҡа туплауҙа мөһим әһәмиәткә эйә була. Әле лә асылын юғалтмаған улар, хатта нәҡ бөгөн урынлы яңғырай. Әйтерһең, Фәтхелҡадир хәҙерге быуынға ла өндәшә, иҫкәртә:
“Ник илайһың, башҡорт? Ҡуй, илама!
Үҙең һатып, ашап бөттөң бит!”

Ерһеҙ ҡалыуҙың, мәкерле колони­за­цияның үтеп инеүенең дә төп сәбәбе ошо түгелме икән? Ысынлап та, танырға теләйбеҙме-юҡмы, төп бәлә — башҡорттоң үҙендә. Ер һатыу-һатып алыу, ҡуртымға биреү буйынса төҙөлгән теләһә ниндәй документты ҡара — иҫең китә: меңәр-меңәр дисәтинә (1 дисәтинә — 1,0925 гектар) бушҡа тиерлек осҡан. Хатта, ябайлыҡҡа барып, өҫтәмә рәүештә бүләк итеп бирелгән. Шуға ла элекке аҫаба ерҙәрендә “Бүләк урманы”, “Бүләк яланы” һәм башҡа шундай исем йөрөткән “бүләктәр” етерлек.
Бөгөн ер мәсьәләһе хәҙерге быуынға оло бурыстар йөкмәй. Һағайта ла. Ни өсөнмө? Сөнки замандаштарға уны атҡарыуы ауырыраҡ. Иң ҙур, төп бәлә: дүрт-биш быуындың ерҙән айырылыуы, ололарҙың һаман колхоз-совхоз системаһынан арына алмай, ошо күҙлектән ҡарап ҡына фекер йөрөтөүе, илдә барған хәлдәргә баһа биреүе, “ностальгия” менән йәшәүе.
Тағы бер яғы бар: ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә хоҡуҡ 1992 йылға тиклем колхозда эшләгәндәргә, ауылда йәшәгән фельдшер, уҡытыусы, элемтә, силсәүит хеҙмәткәрҙәренә бирелде. Был хәлдән һуң ике тиҫтәнән ашыу йыл үтте. Иң йәш колхозсылар ул саҡта 20 — 25-тә булһа, хәҙер иһә — урта йәштәге ир менән ҡатын. Ә олораҡтары — әбей-бабай.
Күптәренең башында “Ул пайҙарҙы беҙ ни эшләтәбеҙ?” тигән уй нығынды. “Һеҙгә ер нимәгә инде тигәне урындағы түрәләр тарафынан һеңдерелеп килде. Быларға “техникаһыҙ эшләп булмай”, “малым юҡ аранда, ҡайғым юҡ буранда” һымаҡ фекерҙәр өҫтәлде. Бына шундай хәлдәр. Аяныслы тип тә өҫтәргә кәрәктер. Ошоларҙан файҙаланып, ерҙең күсемһеҙ милек булыуын яҡшы аңлағандар пайсыларҙан өлөшкә булған хоҡуғын — таныҡлыҡтарын — һатып ала башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былар үрҙә телгә алған сит өлкәләрҙә генә күҙәтелмәй...
Ер буйынса реформалар 90-сы йылдарҙа башланһа ла, һаман да осона сығырлыҡ түгел шикелле. Бер уйлаһаң, аңлашыла һымаҡ: ер тиклем Ер мәсьәләһе төптән өйрәнелеп, фәнни яҡтан нығытылып хәл ителергә тейеш. Тик ниңәлер был “хәл итеү” өҙлөкһөҙ тәжрибә үткәреүҙе хәтерләтә. Ярты сирек быуат ваҡыт эсендә ерҙең ни икәнен белмәгән, һарайҙарында мал аҫрамаған йортта тәрбиәләнгән тотош быуын үҫеп етте. Әйтергә кәрәк, телеэкрандар аша сит ил фильмдары, төрлө “шоу”ҙар нигеҙендә тәрбиәләнгән быуын.
1991 йылдың 27 декабрендәге “РСФСР-ҙа ер реформаһын тормошҡа ашырыу буйынса ашығыс саралар тураһында”ғы Указдан һуң башланған үҙгәртеп ҡороуҙарға бәйле ниндәй генә указ, ҡанун, уларға өҫтәмә, төҙәтмәләр булманы! 1995 йылдың 17 декабрендә Дәүләт Думаһына һайлау үтте. Ошо уҡ мәлдә Башҡортостанда ойошто­ролған референдумда ер мәсьәләһенә ҡағылышлы һорау ҡуйылды. Унда республика халҡының 82 проценты ҡатнашып, 84 проценты ауыл хужалығы ерҙәрен һатыуға ҡаршы сыҡты. Ләкин Рәсәй Конститу­цияһында ергә хосуси милек булдырыу ҡаралған, тип 2006 йылдың 1 ғинуарынан беҙҙә лә федераль ҡанундар көсөнә инде: Башҡортостанда ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһындағы закондан “Ергә хосуси милек тыйыла” тигән статья алып ташланды. Шунан һуң пай бүлеүгә ныҡлап тотондолар. Рәсәйҙән биш йылға һуңлатып.
Был, бер яҡлап, ҙур хужалыҡтарҙы күпмелер һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирһә, икенсе яҡлап, бөтә Рәсәй крәҫтиәне, үҙаллы эшләргә өйрәнеп, баҙар шарттарына күскән саҡта беҙ һаман көсһөҙ, банкрот колхоз-совхоздарға йәбешеп яттыҡ. Аҙымдың дөрөҫмө-түгелме икәнен ваҡыт күрһәтер (хәйер, уныһы ла етерлек булды инде). Бөгөн шуныһы асыҡ: артҡа ҡарамайынса, юҡһыныу, зарланыуҙарҙан арынып, бер нисә генә аҙым булһа ла алға атлау мөһим. Барыбыҙға ла...
Форсаттан файҙаланып, элек тә был турала яҙған фекерҙе тағы әйтке килә: юҡ-юҡ та ишетелеп ҡалған “аҫабалыҡты тергеҙергә кәрәк” һымаҡ нәмәләрҙән арынырға ваҡыт. Аҫабалыҡ советтарҙың Ер тураһындағы декреты менән бынан быуат элек үк юҡҡа сығарылды. Ленин әйтмешләй, барлыҡ хоҡуҡ-килешеүҙәребеҙ менән бергә “ҡағыҙ киҫәге”нә әйләнде. Алда телгә алғанса, өс-дүрт быуын “колхоз” тип алышынды, бишенсеһе ерҙең ни икәнен белмәйенсә үҫеп етте.
Ә бит революцияға саҡлы ла батша хөкүмәте Иван Грозный биргән грамота-килешеүҙе боҙоп, аҫабаларҙы 40-ар дисәтинә менән тигеҙләгән. Ҡалған ерҙәр “ҡаҙна” иҫәбенә алынған. Уйлап ҡараһаң, бынан сирек быуат элек Ельцин хөкүмәте асылда илдәге барлыҡ крәҫтиәнгә үҙ өлөшөнә “аҫабалыҡ” хоҡуғы бирҙе бит. Бынан тыш, теләгән кешенең 49 йылға (был бит үҙе бер ғүмергә тиң) 50 гектарғаса, унан һуң инде күпме эшкәртә ала, шунса майҙанды ҡуртымға алырға мөмкинлеге тыуҙы. Тик фермер хужалығы ойоштор ҙа аҙыҡ-түлек етештер. Шул уҡ ваҡытта пайҙары хосусилаштырыуға бирелде.
Әйткәндәй, хәҙер теләгән кешегә дөйөм биләмәнән үҙенең өлөшөн айырып — межа­лап — алырға мөмкин. Бының өсөн элекке һымаҡ пайсылар йыйылышының ҡарары ла кәрәкмәй. Эйе, бер уйлаһаң, айырым хужалыҡ ойошторор өсөн пай ере күп тә түгел һымаҡ: элекке колхоз биләмәһенә ҡарап, 5 — 7 гектар. Ләкин ул мал тотҡан, баҡса үҫтергән бер кешегә аҙ ҙа түгел. Етмәһә, ирле-ҡатынлы, олатай-өләсәйле ғаиләләргә. Ҡуртымға бирһәң дә килешеү буйынса төшкән табыш ҡамасауламай. Был йәһәттән, “аҙ” тигәндән, сәсән, мәғрифәтсе Сафуан Яҡшығоловтың шиғыры иҫкә төшә:
“Һөйләмә! Үтте инде ул замандар,
Биҙәкле хәтфәләй ятҡан яландар.
Кәмер ер-һыу, беҙҙә һис инде артмаҫ,
Илаһаҡ, һыҡтаһаҡ та, кире ҡайтмаҫ.
Бына, йәштәр! Һеҙгә алтын кәңәш бар:
Бойоҡмағыҙ, еребеҙ ҡалды, тип, тар,
Ҡырағайлыҡ, наҙанлыҡтан ҡасығыҙ,
Уҡырға төрлө мәктәптәр асығыҙ...”

(“Башҡорт хәлдәре”).
Эшләгән кешегә эше лә, ере лә бар бөгөн. Белем эстәргә мөмкинлеге лә. Эйе, пай ерҙәре менән генә ил иҡтисадына әллә ни өлөш индереп булмай төҫлө. Ләкин ғаилә “тыл”ын нығытырлыҡ йәшәргә мөмкин. Быға райондарға сыҡҡан һайын инандыра. Мәҫәлән, ауыл хужалығын алып барыу өсөн ҡатмарлы төбәк иҫәпләнгән Ҡыйғыны алайыҡ. Унда күптәр пай ерҙәрен алып, шәхси хужалығы менән йәшәй, үҙенә эшләп көн итә. Район, ауыл хакимиәттәре ярҙам ҡулы һуҙа. Себерҙә йөрөп ҡайтыусылар ҙа бар. Бындай миҫалдарҙы район һайын килтереп була.
Кем өлөшөнә төшкән пай ерҙәрен алып эшләргә, эшкәртергә теләй, яҡындарына ҡуртымға бирә, шулар өсөн был яҙмалар. Ә кем “Беҙгә ул пайҙар нимәгә?” тип йәшәй, ошоно иҫтән сығармаһын ине: ерҙәр – хосусилаштырырға хоҡуҡ биреүселәрҙең бүләге түгел ул, ә ата-бабабыҙҙың изге мираҫы. Һәр ҡарышы уларҙың ҡаны менән һуғарылған...
Халҡыбыҙҙың тарих төпкөлөнән килгән, быуаттар буйы һыналған әйтеме шулай ти: “Ереңде һатһаң, ауылыңа һат, бер ситенә үҙең барып ултырырһың”. “Баҫыу баҫып тороу урыны түгел” тигәне лә бар. “Ялҡау ир Хоҙайҙан икмәк һорар, уңғаны һабан һорар” тип тә әйтәләр. Төшөнкөлөккә бирелеүселәрҙе әйҙәрлек егеттәр беҙҙә элек тә булған, әле лә бар! Емертеп эшләй алғандары ла, ауылдаштары хәстәре менән йәшәгәндәре лә етерлек. Ситтә йөрөп арығандар, унда туплаған мөлкәтен тыуған ере файҙаһына сарыф итергә теләүселәр ҙә бихисап. Тир түгеүселәрҙе барыбер күрәсәктәр, ярҙам ҡулы һуҙасаҡтар.
Ап-аҡ ҡар яуа. Ер өҫтөн сафлыҡҡа төрөп, бәрәкәтле юрғанын яба. Уйландыра торған саҡ. Ҡыш бауыры оҙон, уныһына ваҡыт етерлек. Ошо уйҙар сырмалмайынса, йомғаҡтай һүтелеп, яҙға табан тәгәрәһен ине. Ә унда иһә баҫыуҙан быу күтәрелергә лә күп ҡалмай. Беҙҙең — һинең, минең, балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ — баҫыуынан...


Ғарифулла ЯПАРОВ, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Рәсәй юристары ассоциацияһы ағзаһы, профессор:
— Һәр нәмә фәнни яҡтан нигеҙләнергә тейеш. Шунһыҙ тағы көрсөккә терәлә­сәкбеҙ. Эйе, халыҡҡа өләшеп биреп, беҙ ерҙе дөйөм дәүләт милкенән шәхси милеккә күсереү маҡсатына өлгәштек. Ҡағыҙҙамы-юҡмы, насармы-яҡшымы — пайҙар таратылды. Тик ерҙең күпмелер өлөшө эшкәртелмәй, сифатын юғалта. Ерҙе һатып ала торған Хөкүмәт органы кәрәк. Бар эштең Ер банкы аша башҡарылыуы мөһим. Ул инде дәүләт исеменән сығыш яһай. Бюджет аҡсаһын Милли банктан ала. Ошоға пайҙарҙы халыҡтан һатып алыуҙы ойоштора. Ерҙе шәхси милеккә түгел, ә оҙаҡ файҙаланыу өсөн эшләй алған кешегә бирергә кәрәк.
Ауыл хужалығын реформалар дауам иткән саҡта ғына күтәреп була. Әйҙә, теләгәндәр пай өлөштәрендә эшләһен, шәхси ярҙамсы хужалығын алып барһын, тик ер генә буш ятмаһын...



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Билет алмаһа ла, сығарма

Билет алмаһа ла, сығарма 21.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә балаларҙы һалҡында йәмәғәт транспортынан сығарыуҙы тыйған закон ҡабул ителәсәк. “Берҙәм...

Тотош уҡырға 32

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй?

“Ялҡауҙар” ҡайҙа йәшәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

“Росстат” Рәсәйҙең иң “ялҡау” төбәктәрен атаны....

Тотош уҡырға 64

Подъезың төҙөкмө?

Подъезың төҙөкмө? 21.03.2019 // Йәмғиәт

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығының конференц-холында "Подъездарҙы капиталь ремонтлау: хыял һәм...

Тотош уҡырға 50

Хата булһа, хәбәр итегеҙ

Хата булһа, хәбәр итегеҙ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан кешеләре февраль өсөн сүп-сар сығарыуға түләүгә квитанция алды....

Тотош уҡырға 64

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ

Картанан ҡулаҡсаны кассала алырға мөмкин буласаҡ 21.03.2019 // Йәмғиәт

Һаҡлыҡ банкы июль айынан яңы хеҙмәт тәҡдим итә....

Тотош уҡырға 89

Ҡыш бирешергә теләмәй

Ҡыш бирешергә теләмәй 21.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығынан белдереүҙәренсә, иртәгә...

Тотош уҡырға 44

Ыҫлаҡтарға ни етмәй?

Ыҫлаҡтарға ни етмәй? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Әлшәй районында ауыл йыйылыштары дауам итә. Элек-электән бындай йыйындар ауылдаштар менән власть...

Тотош уҡырға 46

Иң яҡшы водитель кем булыр?

Иң яҡшы водитель кем булыр? 21.03.2019 // Йәмғиәт

Илеш районында тәүге тапҡыр “Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе” конкурсы уҙҙы. Профессиональ...

Тотош уҡырға 37

"Һаумы, 105 йәшем!"

"Һаумы, 105 йәшем!" 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостанда иң оҙон ғүмерле кешеләрҙең береһе Хәйбулла районында йәшәй. Уға бөгөн 105 йәш тулды!...

Тотош уҡырға 87

Бәхетле булығыҙ, балалар!

Бәхетле булығыҙ, балалар! 20.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөләге Шәһит Хоҙайбирҙин...

Тотош уҡырға 52

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй?

Иң бәхетле кешеләр ҡайҙа йәшәй? 20.03.2019 // Йәмғиәт

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы йылдағыса Бәхет тураһындағы бөтә донъя докладын баҫтырып сығарҙы....

Тотош уҡырға 109

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит...

“Цирк күрһәтмә” тиелгәйне бит... 20.03.2019 // Йәмғиәт

Суд ҡарарын үтәмәгән өсөн “Триумф” циркы директорына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылғайны....

Тотош уҡырға 53