Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил башлығының да нәҫелен белдек
Ил башлығының да нәҫелен белдекОшо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа «Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм» интернет-конкурсына йомғаҡ яһалды. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған бәйгене Башҡортостан Башлығы Хакимиәте ярҙамы менән республиканың «Мин – патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһы уҙғарғайны.

Мәктәп уҡыусылары, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар ғына түгел, теләгән һәр кем таныштыра алды үҙенең ғаиләһе тарихы менән.
Йомғаҡлау сараһында әйтеүҙәренсә, конкурста республиканың төрлө тарафтарынан 300-гә яҡын кеше ҡатнашҡан.
Финалсылар араһында иң йәше Өфө ҡалаһынан Гөлшат Баййегетова бул­ғандыр. Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназия­һында бе­лем алған ҡыҙыҡай бүләкләүгә өләсә­һе, әсәһе һәм һеңлеһе менән килгәйне. Шәжәрәһенә ул Баймаҡ һәм Бөрйән райондарында йәшәгән туған-тыума­саһын индергән. 24 быуынға тиклем һанап сыҡҡан нәҫелен. Олата­ларының береһе Хәлис Зәйнәғәбетдин улы – Сураҡ батыр тоҡомонан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Гөлшат шулай уҡ туғандары араһында Таулыҡай ауылына нигеҙ һалыусылар булыуы менән ғорурлана.
Конкурста Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия­һынан да байтаҡ уҡыусы ҡатнашҡан. Тантанаға уларҙың 12-һен саҡыр­ғандар. Әлиә Батраева менән Илүзә Мөхәмәтдинованың эштәре баһалама ағзаларын төплө булыуы менән һоҡлан­дырған. Әлиә, әйткәндәй, шәжәрәһен ҡобайыр рәүешендә яҙған.
– Һәр ғаиләнең ил тарихында үҙ эҙе бар. Был айырыуса Бөйөк Ватан һу­ғы­шы осорона ҡағы­ла. Уның шау­ҡымы теймәгән кеше юҡтыр илебеҙҙә. Сарала ете йәшлек балаларҙан алып етмеш йәшлек ололарға тиклем йөҙҙәрсә кешенең ҡатнашыуы беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле. Эштәрҙе баһа­лауға этнографтар, тарихсылар, фольклорсылар йәлеп ителде, – тине “Мин – патриот” ойошмаһы етәксеһе Руслан Зарипов.
Сарала Мәскәү ҡунаҡтары ла булды. Уларҙың береһе “Президент В.В. Путиндың нәҫеле” китабы авторы Александр Путин ине.
– Мин мәктәптә уҡыған саҡта атайым вафат булды. Был юғалтыу күңелемә ифрат ауыр тәьҫир итте. Туғандарыма нығыраҡ тартыла башланым. Беҙҙең тоҡом ир-аттары, белеүемсә, үҙ заманының данлыҡлы эшҡыуарҙары булған. IX – XX быуаттарҙа тағун инфекцияһынан уларҙың балалары бер-бер артлы үлеп торған. Алексей исемлеһе генә иҫән ҡалған. Әгәр сир уны ла аямаһа, бөгөн Рәсәйҙең һәм, ғөмүмән, донъяның тарихы бөтөнләй икенсе төрлө яҙылыр ине, – тип һөйлә­не Александр Михайлович. Әйткәндәй, интернет-конкурста еңеүселәр бүләккә уның китабын алып ҡыуанды.
Өлкәндәрҙән Петр Петров сарала ҡатнашыусыларға нәҫел ағасын һүрәтләүҙе нимәнән башларға кәрәк икәнен аңлатты. Уның бай тәжрибәһе күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты, сөнки Петр Иванович үҙ шәжәрәһен 66 меңдән ашыу кешенең исемен индереп төҙөгән.
Еңеүселәрҙең эштәре айырым китап булып баҫылып сығасаҡ, шулай уҡ «Мин – патриот» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә ойошмаһының сайтында урын аласаҡ.
Еңеүселәргә – махсус бүләктәр, ә уларҙың иң әүҙемдәренә донъяла танылыу яулаған шәхестәрҙең шәжәрәһе тураһында китаптар тапшырылды.

Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы

Алдынғылар араһында – Темәс башлығы 18.02.2019 // Йәмғиәт

Баймаҡ районында һәр йыл башында үткән осорға йомғаҡ яһау, алға бурыстар билдәләү, алдынғыларҙы...

Тотош уҡырға 54

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы?

Ҡатын-ҡыҙ ажарланып алға сығырға ынтыламы? 17.02.2019 // Йәмғиәт

Бер танышым менән осрашҡан һайын бөтөн тирә-йүн ҡараңғылыҡҡа сумғандай була. “Донъя түңкәрелде...

Тотош уҡырға 370