Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Түләүҙәр, иҫке йорттар, көнкүреш ҡалдыҡтары…
Киләһе йылдан торлаҡ хаҡындағы законға һиҙелерлек үҙгәрештәр инәсәк. Был юҫыҡта апаруҡ ваҡыт эҙмә-эҙлекле эш алып барылған. Тап шуға арнап үткәрелде лә инде “ТКХ үҙгәрә” тигән Бөтә Рәсәй форумы.

2016 йылдың 1 июленән коммуналь хеҙмәттәр күрһәткәндә һәм торлаҡ фондына идара иткәндә “ТКХ” дәүләт мәғлүмәт системаһын ҡулланыу мотлаҡ. Унда күп ҡатлы йорттарҙағы фатир хужаларының ҡабул ителгән бөтә ҡарарҙары яҡтыр­тылырға тейеш. Бөгөн беҙ конвертта алған түләүҙәр ҙә ошонда яҙыла. Әгәр система күрһәт­мәй икән, фатир хужалары бурысын түләмәһә лә була. Был яңылыҡ, әлбиттә, халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлау йәһәтенән индерелә.
Шулай уҡ 1 апрелдән квитанцияла “ОДН” тигән графа “йортто тәртиптә тотоу” тигәнгә ҡушыласаҡ. Аҡса билдәле норматив буйынса түләнә. Был – фатир хужаларын идарасы компанияларҙың, хеҙмәт күр­һәткән ойошмаларҙың артыҡ сығымдарҙы халыҡ елкәһенә һалыуынан ҡотҡарыу сараһы.
– Беҙҙең төп мәсьәлә – һуңғы йылдарҙа ҡәһәрләнгән торлаҡ-коммуналь хужалыҡты заманса эш иткән, клиенттарҙы ҡәнә­ғәт­ләндергән тармаҡ­ҡа әйлән­дереү, – тине Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Андрей Чибис. – Беҙгә һө­ҙөм­тәле, дөрөҫ эшләгән база булдырыу мөһим. Шәхси инвестиция йәлеп итеү – тармаҡты яңыртыуҙың уңышлы аҙымы буласаҡ.
Бөгөн фатир хужаларының күбеһендә капиталь ремонт өсөн алынған аҡса аңлашыл­маусанлыҡ тыуҙыра, төрлө имеш-мимештәр йөрөй. Тап шуға ошо йүнәлештә етди һөйләшеү булды.
– Беҙгә исем өсөн генә түгел, заманса эш итеү кәрәк, сифатты оноторға ярамай. Торлаҡ фондын капиталь ремонтлау бөгөн Рәсәйҙә мөһим программа йүнә­лешендә алып барылырға тейеш. Сығымдарҙың барыһы ла һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш, – тип һүҙен дауам итте Мәс­кәү ҡунағы. – 25 йыл буйы йорттарҙы төҙөкләндереү менән берәү ҙә шөғөлләнмәне. Артабан былай йәшәү мөмкин түгел. Әммә ҡайһы бер сәйәсмәндәр үҙҙә­ренә өҫтөнлөк алыу маҡ­са­тында мәсьәләне ҡабартырға те­ләй. Ә бит, матур йәшәйек ти­һәк, йорттар ҡаралырға тейеш.
Программа эшләй баш­лағанда фатир хужаларының ни бары 10 проценты ғына аҡсаһын махсус иҫәптә тупларға ризалашһа, һуңғы ваҡытта ха­лыҡтың күпселеге ошо алым­дың ҡулай булыуын аңлаған. 2020 йылғаса күп ҡатлы йорт­тарҙа йәшәгәндәрҙең яртыһы торлағын йүнәтеү хәстәрен күрергә тейеш. Быйыл 11 айҙа капиталь ремонтҡа 83 миллиард һум аҡса йыйылған. Андрей Чибис шулай уҡ йыл аҙағынаса майҙаны 80 миллион квадрат метр тәшкил иткән 20 мең күп ҡатлы йортҡа ремонт эшләнеп бөтәсәген белдерҙе.
Хәлле йәшәгәндәрҙең дә тейешлеһен түләргә ашыҡмауы ҙур хафаға һала. Әлеге көнгә 200 миллиард һум бурыс бар. Киләсәктә был юҫыҡта етди ҡарарҙар ҡабул ителәсәк, аҡса идарасы компанияларҙа “аҙа­шып ҡалмаһын” өсөн ҡулла­ныусылар менән хеҙмәт күр­һәткән компаниялар араһында тура килешеү төҙөү хаҡында закон ҡабул ителеүе көтөлә. Тимәк, 2016 йыл аҙағына бындай проблемалар булмаясаҡ.
Быйылғы тикшеренеүҙәр буйынса халыҡтың 76 проценты торлаҡ- коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренең сифатынан ҡәнәғәт, 53 проценты түләүҙәр ғәҙел тигән ҡарашта, 73 проценты капиталь ремонт өсөн бурысын дөрөҫ түләй.
Халыҡты насар тороштағы йорттарҙан күсереү ҙә йыйында күтәрелгән төп мәсьәләләрҙең береһе булды. Был йүнәлештәге программа уңышлы тормошҡа ашырыла. 2014 йылдың 1 ғинуарынан быйылғы 1 ноябргә ҡәҙәр барыһы 254 790 кеше дөйөм майҙаны 3936 миллион квадрат метрлыҡ иҫке йорттан яңыһына күсерелгән.
Әлбиттә, һәр тармаҡта нин­дәйҙер һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн кадрҙар проблемаһын яйға һа­лыу мөһим. Бөгөн илдә был өл­кәлә берҙәм стандарт ҡабул ител­гән, эш алып барыла. Әл­бит­тә, төрлө ҡатлам кешеләре бар, коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысын ҙур ауырлыҡ менән түләгәндәр ҙә юҡ түгел. Был йәһәттән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень хәбәр иткән үҙгәрештәр ҡыуандыра. Мәҫәлән, күптән түгел I һәм II төркөм инвалидтары, зәғиф бала тәрбиәләгәндәр, 70 – 80 йәштәге яңғыҙаҡ пенсионерҙар капиталь ремонт хаҡының яртыһын ғына түләйәсәк, ә 80-дән уҙған яңғыҙаҡтар унан тулыһынса азат ителә. Күптәр капиталь ремонт өсөн түләү кәрәк түгел тип һанай.
Михаил Мень: “Был программаны туҡтатып ҡуйыу мөмкин түгел, артабан да ошо юҫыҡта эш алып барыласаҡ, – тине, – сөнки торлаҡ фонды үтә ауыр хәлдә. Әгәр ҙә беҙ биш – ете йылға һуңлаған булһаҡ, бөтөн­ләй насар булыр ине. Һәр кеше үҙ йортона хужа булһа, уның торошона яуаплыраҡ ҡараясаҡ. Мәҫәлән, шәхси өйҙә йәшәү­селәр ҙә үҙ торлағын йүнәтеү хәстәрен күрә, дәүләт органдарына ярҙам һорап килмәй”.
Сарала Өфөнөң Рудольф Нуриев урамындағы 14-се йортта В секцияһын асыу тантанаһы булды. Был өй граждандарҙы емерек хәлдәге йорттан күсереү маҡсатындағы адреслы программа буйынса төҙөлгән.


Автор: И. ХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52