Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Улар райондың йөҙөн биҙәй
Улар райондың  йөҙөн биҙәй Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ яуаплы осорҙа – йылытыу миҙгелендә – һынатмай. “Коммунальщик” идарасы компанияһы­ның ҡышҡы осорға ныҡлы әҙерлек һөҙөмтәһе был. Тимәк, ха­лыҡ­тың көнкүреш шарттары көйлө һәм уңайлы тигән һүҙ.

“Коммунальщик” предприятие­һының ойошторолоуына ни бары биш йыл. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул Үрге Ҡыйғы ауылында ыңғай үҙгәрештәр тыуҙырҙы. Дөрө­ҫөрәге, райондың торлаҡ-коммуналь тармағына яңы һулыш өҫтәне.
Һүҙҙе предприятие етәксеһенән башлағы килә. Ильяс Усманов ошо районда тыуып үҫкән. 11 йыл дауа­мында баш ҡаланың Киров районындағы торлаҡ идара­лы­ғында яуаплы вазифаларҙа эшлә­не. Мәғлүм булыуынса, ошо районды баш ҡаланың көньяҡ ҡапҡаһы тип йөрөтәләр, йәғни ул Өфөнөң йөҙөн билдәләй. Был үҙ сиратында торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә лә юғары талаптар йөкмәй. Ильяс Усманов – ана шул яуаплы һынауҙы үткән белгес.
Артабан ул, бай хеҙмәт тәжри­бәһе йөкмәп, тыуған яғына ҡайтҡан һәм еңде тағы ла һыҙғаныбыраҡ эшкә тотонған. Бынан биш йыл элек “Коммунальщик” идарасы компанияһын ойошторған. Ильяс Ромен улы предприятие эшмә­кәрлеген баш ҡалаға хас талап­тарҙан сығып, йәғни заманға яраҡлаштырып һәм шул уҡ ваҡытта ауыл үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ҡороу яғында. Тәүге өс йыл дауамында ул етәкләгән коллектив күп фатирлы йорттарҙы хеҙмәтләндергән.
Бөгөн улар ҡарамағында дөйөм майҙаны 23,4 мең квадрат метр булған 34 йорт иҫәпләнә. Көс-һә­ләт­тәрен һынап ҡарағас, үҙәк ҡа­ҙанлыҡты һәм йылылыҡ селтәр­ҙә­рен хеҙмәтләндереүҙе лә үҙ яуаплылыҡтарына алғандар. Район үҙәгендәге балалар баҡса­ларын, хакимиәт биналарын, үҙәк дауахананы, сауҙа һәм хеҙмәт­ләндереү офистарын, магазин­дарҙы йылылыҡ менән тәьмин итәләр. Ҡулланыусылар һаны һикһәндән артып киткән. Уларҙы тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү өсөн былтыр республика бюджеты иҫәбенә үҙәк ҡаҙанлыҡты тулы­һынса реконструк­циялағандар. Күп төбәктәрҙән айырмалы, Үрге Ҡыйғыла йылылыҡ селтәрҙәре сағыштырмаса яңы, сөнки улар 2008 йылда төҙөкләндерелгән. Ә инде “Коммунальщик” үҙ сиратында селтәрҙәрҙе сифатлы һәм һаҡсыл файҙаланыу хәстәрлеген күрә.
– Тармаҡта энергияны һаҡлау комплекслы программаһына ярашлы заманса ҡаҙанлыҡтар һатып алыу һәм үҙәк ҡаҙанлыҡ менән Үрге Ҡыйғы ауылындағы йылылыҡ селтәрҙәрен яңыртыу маҡсатын ҡуйҙыҡ. Шул уҡ ваҡытта файҙа­ланыуҙағы селтәр насостарын юғары ҡеүәтле заманса төрҙәренә алыштырыуҙы ла яҡын киләсәктә тормошҡа ашырырға ниәтләйбеҙ, – тип фекер уртаҡлашты етәксе Ильяс Усманов.
Коллектив торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороу про­граммаһына ярашлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса ҙур эш алып бара. Үткән йылда, мәҫәлән, күп фатирлы өс йортто үҙ иҫәбенә ремонтлағандар. Күп фатирлы йорттарҙың икеһендә фасадтар һәм ун алты подъезд яңыртылған. Был эш быйыл да дауам иткән. Бер йорттоң түбәһе өр-яңы төҫ алған, икенсеһендә электр йыһаздарын тулыһынса алмаштырғандар. Йәнә дүрт йорттоң фасадын, ун һигеҙ подъезды ремонтлап өлгөрткәндәр. Йорттарҙа йылылыҡ һәм һыу үлсәгес эске приборҙар урынлаштырыу буйынса әүҙем эш бара.
Предприятие эшсәндәре район­дың йөҙөн заманса итеүгә өлөш индерә. Улар күңел йылыһын биреп төҙөкләндергән йорт ихаталары, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары Үрге Ҡыйғыға тағы ла күркәмлек өҫтәй, халыҡҡа уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙыра. Ә тормошта ваҡ мәсьәлә булмай. Әйтәйек, таҙалыҡ һәм экологик сафлыҡ һәр фатирҙан, һәр йорт алдынан башлана. Бәхәсһеҙ, тейешле урындарҙа контейнерҙар урынлаштырыла, тирә-йүнгә сүп-сар таралыуға юл ҡуйылмай. Әммә сүп-сар һауыттарын да аҡсаға һатып алырға кәрәк. Шуға предприятие контейнерҙарҙы үҙе етештерә башлаған. Төньяҡ-көнсығыш төбәк өсөн әлегә яңылыҡ булған тимер киҫкес ҡайсы, станок һатып алғандар. Хәҙер һәр төрлө контейнерҙарҙы ситтән ингән заказдар буйынса ла эшләйҙәр. Был предприятиеға финанс ҡеүәте өҫтәй.
“Коммунальщик” бар яҡлап та булдыра, ти ҡыйғылар. Был һүҙҙәр – булдыҡлы коллективтың хеҙмәтенә лайыҡлы баһа.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 17

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 18

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 48

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 27

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 37

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 43

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 63

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 44

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 36

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 58

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 83

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 58