Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Матурлыҡты үҙебеҙҙән башлайыҡ”
“Матурлыҡты  үҙебеҙҙән башлайыҡ” Әсәй, өләсәй, етәксе... Һәр вазифаһын ҙур яуаплылыҡ менән үтәгән, ауырлыҡтарҙан һығылып төшмәгән мөләйем ханымға һоҡланмау мөмкин түгел. Ифрат дәртле, тәүәккәл кеше ул. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлшат Лав­ренованы Асҡарҙа күптәр “атаһының ҡыҙы” тип атай. Был һүҙҙәр хаҡ: Зиннәт Әхтәмов төбәктә бик хөрмәтле кеше була, оҙаҡ йылдар балаларға белем бирә, хакимиәттең мәғариф идаралығына етәкселек итә, район музейын булдырыуға күп көс һала. Тырыш, уңған, булдыҡлы ҡыҙы атаһының юлын лайыҡлы дауам итә.
– Бала саҡта кем булырға хыяллана торғайнығыҙ, Гөлшат Зиннәт ҡыҙы?
– Уҡытыусы ла, йырсы ла, бейеүсе лә түгел, ә журналист булырға теләнем. Мәктәптә уҡыған саҡта район гәзитенә, республика балалар баҫмаларына даими яҙыша торғайным. “Йәш хәбәрсе” таныҡлығын, төрлө грамоталарҙы әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Әммә журналист булырға насип итмәне. Уҡытыусы һө­нәрен һайлап, оҙаҡ ваҡыт йәш быуынға белем биреүемә, унан мәҙәниәт өлкә­һендә ун йылдан ашыу хеҙмәт күрһә­теүемә һис тә үкенмәйем. Бәхетлемен.
– Ҡанға һалынған һөйөү мәға­рифҡа алып килгәндер?
– Һис шикһеҙ, шулайҙыр. Мәктәпте тамамлағас, әсәйем кеүек үк документтарымды Магнитогорск педагогия институтының филология факультетына тапшырҙым. Уҡыуҙы тамамлағас, йү­нәлтмә буйынса Силәбе ҡалаһына эшкә юлландым. Класташым Сергейға ке­йәүгә сығып, улыбыҙ тыуғас, Асҡарға әйләнеп ҡайттыҡ. Мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһынан алып директорға ҡәҙәр лайыҡлы хеҙмәт юлы үттем.
Китап уҡырға яратыуым, телдәр менән ҡыҙыҡһыныуым әле лә көслө. Уҡыусыларым күңеленә лә шундай уҡ тәрбиә һалырға тырыштым. Драма түңәрәге ойоштороуым, шиғырҙы тасуири һөйләү буйынса һәр кем менән махсус шөғөлләнеүем һөҙөмтә бирмәй ҡалмағандыр. Уҡыусыларымдың рәхмә­те – хеҙмәтемә иң ҙур баһа.
– Мәҙәниәт өлкәһенә килгәндә...
– Беҙҙә халыҡ ифрат дәртле, талантлы. Әйҙәп, ойоштороп ебәрһәң, ҡал­ғанын улар үҙҙәре башҡара. Ғөмү­мән, беҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, матурлыҡты үҙебеҙҙән башларға бурыслы. Беренсенән, кейемебеҙ килешле, хәрәкәттәребеҙ күркәм булырға тейеш, аралашыу оҫталығы ла ҙур әһә­миәткә эйә. Икенсенән, мәҙәниәт йор­тоноң балҡып, халыҡты үҙенә йәлеп итеп ултырыуы мөһим.
Әйткәндәй, райондың һәр клубы тип әй­терлек капиталь ремонтланды, яңы йыһаздар, кәрәкле аппаратура менән тәь­мин ителде. Барлыҡ мәҙәниәт усаҡ­тарында төрлө түңәрәктәр уңышлы эш­ләй, күбеһендә фольклор ансамбле бар.
– Мәғлүм булыуынса, әбйәлилдәр­ҙең “Байыҡ” телевизион конкурсынан урын алмайынса ҡайтҡаны юҡ.
– Ысынлап та, шулай. Бейеп кенә йәшәй бит ул беҙҙекеләр! Быйыл балалар араһында ойошторолған “Байыҡ” конкурсында Асҡар егете Искәндәр Хәлилов төп бүләкте яуланы. Ғөмүмән, бындай ҡаҙанышҡа йыш өлгәшәбеҙ. Еңеүҙәр, әлбиттә, еңел яуланмай. Барлыҡ мәктәптәрҙә бейеү коллектив­тарының эшләүе, районда йыл да үткәрелгән “Байыҡ” конкурсында һәр быуын вәкилдәренең ихлас ҡатнашыуы – уңыш нигеҙе. Хакимиәт башлығы Рим Сыңғыҙов та, мәҙәниәтте яратҡан хужа булараҡ, бөтөн яҡтан ярҙам итә. Хатта үҙебеҙҙең яңы автобусыбыҙ ҙа бар!
Белеүегеҙсә, районыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән “Йәшлек” халыҡ бе­йеүҙәре ансамблен заманында бөйөк Фәйзи Ғәскәров халыҡ таланттарын туп­­­лап төҙөгән. Ошондай фиҙакәр эш бөгөн дә уңышлы дауам итә. Хатта тотош бейеүселәр династияһы барлыҡҡа килде, тиһәк тә була. Быйыл I республика башҡорт халыҡ бейеүҙәре яры­шы­ның тап Әбйәлилдә үтеүе лә юҡҡа түгел.
– Мәҙәни мөхиттә ҡайнап йәшәй­һегеҙ: бейеүгә генә түгел, йырға ла маһирһығыҙ, фольклорҙы үҫтереү буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй­һегеҙ. Хатта бер мәл районда кейеҙ фестивале ойошторолдо. Нисек өлгөрәһегеҙ?
– Дәртле булыу, тарихты, сәнғәтте яратыу, йолаларҙы һаҡлауҙың ифрат әһәмиәтле, кәрәкле эш икәнен йәм­ғиәтебеҙ йылдан-йыл нығыраҡ аңлай бара. Бөгөн һәр ауылда халҡыбыҙҙың милли кейем өлгөләрен, боронғо селтәр-һаҡалдарҙы осратырға мөмкин. Улар, быуындар бәйләнешен һаҡлап, аманат булараҡ тапшырыла килә. Шаштырып әйтмәйем: һәр ауылдағы өлкән йәштәге инәй-апайҙарҙың үҙҙәре тектереп алған бер нисә милли кейеме, селтәр-ҡаш­ма­уы бар. Күңелдәрендә лә әллә күпме хазина тупланған, барыһы ла йырлай, бейей. Халыҡ ижады менән ҡыҙыҡ­һынып, районыбыҙға сит илдәрҙән юҡҡа ғына килмәйҙәр бит!
Магнитогорск ҡалаһының яҡын булы­уы ла мәҙәниәттең үҫешенә өлөш ин­дермәй ҡалмай. Ни өсөн тигәндә, халыҡ һирәкләп булһа ла ундағы опера һәм балет театрына йөрөй, төрлө концерттар, сығыштар ҡарай ала. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙә лә мәҙәни саралар, конкурстар ифрат күп үткәрелә. Халыҡ араһында күренеп бармаған ынйы-гәүһәрҙәрҙе табып, балҡытып ебәрәбеҙ.
– Ниндәй ансамблдәр айырым маҡтауға лайыҡ?
– Уларҙың барыһын да атап үтеү мөмкин түгел, барыһы ла шәп! Араларынан “Йәшлек”, “Миләш”, “Әхирәттәр”, “Забава”ны, тынлы оркестрҙы, ҡурайсы­лар төркөмөн телгә алыр инем.
Үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ғына ҡайнап йәшә­мәйбеҙ. Мәҫәлән, Баймаҡ, Сибай ҡала­ларында булып, сәхнәләрен “дер” һел­кетеп ҡайттыҡ, Бөрйән, Белорет, Ейән­сура райондарында сығыш яһаныҡ. Магнитогорск ҡалаһы менән дә күптән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бындай алмаш сығыштарҙың әһәмиәте баһалап бөт­көһөҙ. Улар яңынан-яңы еңеүҙәргә юл һала. Әйткәндәй, күптән түгел Бәләбәй ҡалаһында үткән “Алтын тирмә” республика фестивалендә район мәҙәниәт йортоноң “Йәйғор” халыҡ театры II урынды яулап, Ҡариҙелдә ойошторолған “Йәш тауыштар” эстрада бәйгеһендә Рияна Хәлимова лауреат исеменә ла­йыҡ булып, барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙы.
– Район мәҙәниәт йорто оҫталар менән генә түгел, гүзәл баҡсаһы, раузалары менән дә һоҡландыра...
– Шулай. Белеүегеҙсә, биләмәбеҙ ир­тә яҙҙан ҡара көҙгә ҡәҙәр шау сәскәгә күмелеп ултыра. Матурлыҡ ишек алдынан, тупһанан башланырға тейеш бит. 150 рауза үҫкән ер күптәрҙең ярат­ҡан урынына әйләнде. Ҡайһы берәүҙәр һөйөү гөлөн үҙ баҡсаһында ла күпләп үҫтерә башланы.
– Әҙәбиәтте, шиғриәтте яратҡан, башҡорт халыҡ моңдарына ғашиҡ, шул уҡ ваҡытта джазды, рок-бал­ладаларҙы тыңларға әүәҫ хәстәр­лекле әсәй, өләсәй һәм эшлекле етәксенең гелән йәш, дәртле булып ҡалыуының сере ниҙә?
– Сәбәбе ябай ғына. Бар нәмәне белеү, өйрәнеү теләге менән янаһың, ҡыҙыҡһыныусан икәнһең, йәш, дәртле, сая, тормошто яратҡан кеше булып ҡалаһың.
Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләй йөрөй....

Тотош уҡырға 0

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 0

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 0

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 0

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 10

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 40

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 50

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 32

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 28

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 50

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 77

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын!

Аҡ бал кемгә оҡшамаһын! 18.02.2019 // Йәмғиәт

13 – 15 февралдә Италияның Рим ҡалаһында ҡортсолоҡ буйынса халыҡ-ара симпозиум үтте....

Тотош уҡырға 52