Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡатын-ҡыҙ – серле донъя
Ҡатын-ҡыҙ – серле донъя Бынан бер нисә йыл элек мосолман ҡатын-ҡыҙына ҡаршылыҡ тыуҙырған байтаҡ мәсьәләләрҙең бөгөн ыңғай хәл ителеүе, дини талаптарҙы үтәгән гүзәл заттарға белем алыу, рухи, ижади, физик яҡтан камиллашыу, аралашыу өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы – шатлыҡлы күренеш. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, “Ғибадуррахман” берләшмәһе һәм “Ғәйшә” журналы ойошторған “Заман мосолман ҡатын-ҡыҙы – шәхес, ғаилә, йәмғиәт” исемле ғилми-ғәмәли конференция быны асыҡ дәлилләне.
Республикала, баш ҡалала үткәрелгән дини сараларҙың йылдан-йыл юғары кимәл, киң аудитория яулауын билдәләү зарур. Әлеге конференция Өфөнөң “Шератон” отелендә ойошторолдо, унда абруйлы табиптар, психологтар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Ислам университеты ректоры Артур Сөләймәнов һәм башҡа киң билдәле шәхестәр, конференцияла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, телмәр тотто.
– Атамаһынан уҡ күренеүенсә, кон­ференцияның маҡсаты бик әһәмиәтле. Бында ҡатнашҡан гүзәл заттың үҙенең ғәйәт ҙур бурыс атҡарыуын баһалап та бөтмәүе мөмкин. Бөгөн ошонда хәл ителгән, тикшерелгән мәсьәләләр өс, ун, егерме йыл ғына түгел, тағы ла күберәк арауыҡҡа – киң перспективаға бәйле, һәм уларҙың йоғонтоһо ҙур буласаҡ. Йәмғиәттең артабанғы үҫешенә, камиллашыуына йүнәлеш тотҡан мәғариф, тәрбиә, сәләмәтлек өлкәһендәге мөһим һорауҙар күтәрелә бында, – тине Баш­ҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре советы кәңәшсеһе Руслан Ҡарамышев, “Төбәк мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының социаль әүҙемлеге өлгөһөндә тәрбиә һәм мәғ­рифәтселек” исемле секцияны асып.
Йәшерен түгел, баш ҡалабыҙҙа дини талаптарҙы теүәл үтәп, туҡланыу һәм ғөрөф-ғәҙәт ҡанундарын хәләл ҡуллан­ғандар тарафынан дәғүә белдерерлек сәбәптәр юҡ, бары тик йәмәғәт тормошонан ситләшмәй, файҙалы ғилем менән уртаҡлашып, тирә-яҡта һәм шул мөхиткә ыңғай ҡараш булдырып көн күреү зарур.
Ислам дине ҡатын-ҡыҙға ҡарата иғ­тибарлы, ипле мөнәсәбәт талап итә, сөнки йәмғиәттең, халыҡтың киләсәге, именлеге өсөн гүзәл заттың яуаплылығы, сәләмәтлеге мөһим. Ошо йәһәттән конференцияла ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге һәм балалар менән мөнә­сәбәт”, “Ғаилә мөнәсәбәттәре” секцияларында тыңлаусыларға ғәйәт ҙур, фәһемле мәғлүмәт бирелде, уларҙы борсоған, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап эҙләнде. Фекер алышыу барышында баланы тәрбиәләүҙә ғаиләнең – ата-әсә­нең ситтә тороп ҡалыуы, йәш быуынды Интернет, телевидение ҡарамағына биреү осраҡтарының кире һөҙөмтәһе хаҡында ла әйтелде.
“Заман мосолман ҡатын-ҡыҙы – шәхес, ғаилә, йәмғиәт” фәнни-ғәмәли конферен­ция­һы барышында хәләл тауар һәм хеҙ­мәтләндереү өлгөләре, дини талаптарға яуап биргән билдәле кейем етеште­реүселәрҙең күргәҙмәһе ойошторолдо. Был юҫыҡта ла үҫеште сағылдырған өлгөләр, ассортименттың киңлеге асыҡ күренде.
Сара “Суперкилен-2015” бәйгеһе ме­нән тамамланды. Өсөнсө тапҡыр үткә­релгән был үҙенсәлекле конкурстың финал өлөшөнә алты гүзәл зат вәкиле – Лилиә Килмәтова, Айгөл Аҙнабаева, Юлиә Юлдашева, Илүзә Вәлитова, Ева Вахиди, Раяна Уцаева – сыҡты. Һәр ҡат­нашыусыға иренән яҙма рөхсәт, ҡәй­нәһенән тәҡдим алып килеү талабы ҡуйылғайны. Килендәр Ислам дине ҡанундарын белеү, ғаилә ҡиммәттәрен дөрөҫ билдәләү, ижади үҫеш күҙлегенән сығып баһаланды. Ҡатын-ҡыҙҙар ғына тамаша ҡылған бәйгенең еңеүсеһе исеменә Юлиә Юлдашева лайыҡ булды.
– Сығышым менән Баймаҡ районынан – ижади рухлы Бәхтиевтәр ғаиләһенән­мен. Һәр көнөбөҙ байрам кеүек үтте, сөнки атайым да, әсәйем дә йыр-моңға мөкиббән. Һеңлем Зилиә, ҡустым Салауат менән бала саҡтан бейеү, йыр, һүрәт төшөрөү, спорт, дизайн, ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһындым, төрлө бәйгеләрҙә көсөмдө һынаным. Университетты та­мамлағас, Таһир исемле егет менән ғаилә ҡорҙоҡ, әле Алтынай исемле ҡыҙ үҫтерәбеҙ. Ирем дә, мин дә һәр яҡлап камиллашырға тырышабыҙ, ғаилә пси­хо­логияһы, тарих буйынса ғилем туп­лайбыҙ. Нескә зат булараҡ, үҙ фиғелемде өйрәнәм, төрлө тренингтарға йөрөйөм, һығылмалы һәм рухлы ҡатын, килен, әсә ролдәрен үҙләштерәм, – тине Юлиә сығышында.


Автор: Г. ҒӘБИТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр

Һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы автобусҡа индермәгәндәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Былтыр ноябрҙә дәрестән һуң ҡайтырға йыйынған һигеҙ йәшлек ҡыҙҙы мәктәп автобусына ултыртмағандар....

Тотош уҡырға 19

Шиғырҙа сихри көс бар

Шиғырҙа сихри көс бар 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай халҡы менән осрашыуға Өфөнән бер төркөм ҡәләм оҫталарының килеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 58

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ"

"Сиратта тыныс, бер ниндәй шау-шыу юҡ" 19.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай балалары, йәнәһе, үҙен насар тоя башлаған, танауҙан ҡан аҡҡан осраҡтар йышайған тигән...

Тотош уҡырға 57

Хоҙай аралаған...

Хоҙай аралаған... 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала әсә менән сабый янғында һәләк була яҙған....

Тотош уҡырға 65

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр

Туғыҙға тиклем эшләйҙәр 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә киҙеү һәм ОРВИ менән сирләүселәр һаны артыу сәбәпле балалар поликлиникалары эш ваҡытын...

Тотош уҡырға 39

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал

Ағиҙел ярында – өс ҡатлы вокзал 19.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Ағиҙел ярында кафеһы, рестораны булған өс ҡатлы йылға вокзалын, Сочи урамы аҫтынан причалды...

Тотош уҡырға 27

Намыҫы һәм ғәҙеллеге –  уның бар ижадында, балалары фиғелендә

Намыҫы һәм ғәҙеллеге – уның бар ижадында, балалары фиғелендә 19.02.2019 // Йәмғиәт

“Атайым дөрөҫлөктө яҡланы”. Ватан ул, ҡыҙым, Тыуған ил, Бына беҙ торған урын. Был ерҙә ғүмер...

Тотош уҡырға 84

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус

Стәрлетамаҡта – “мөгөҙһөҙ” троллейбус 19.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең “Тролза” троллейбус заводы Стәрлетамаҡта яңы төр электробусты һынай....

Тотош уҡырға 45

Ҡар һәм буран

Ҡар һәм буран 19.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы белгестәре хәбәр итеүенсә,...

Тотош уҡырға 46

Буран эште тотҡарлай

Буран эште тотҡарлай 19.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала февраль бурандары тынмай. Өфөлә коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән режимда урамдарҙы...

Тотош уҡырға 42

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 55

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 94