Йәнлектең дә була төрлөһө...

30-12-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Йәнлектең дә  була төрлөһө... Баҙар кәштәләрендә лә, календарҙарҙа ла, ҡотлау хаттарында ла – Маймыл. Йылын ҡаршылайбыҙ бит, был йәнлектең “батшалыҡ” итеүе – тәбиғи. Ошо теремек, үтә ҡыҙыҡһыныусан, етеҙ ҡиәфәтле йәнлектәр донъяһы вәкиле йылында тыуғандарға “Һеҙ ниндәй маймыл?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек.

Гөлнара ӘМИРОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:


– Беҙҙең ғаиләлә өс “маймыл” – ирем (Алмас Әмиров, Башҡортостандың халыҡ артисы), мин һәм ҡыҙыбыҙ Айсулпан. Улым Эмиль генә Ат йылында тыуған, шуға ҡайһы саҡ: “Һеҙ өс маймыл миңә аҫылынып рәхәт йәшәйһегеҙ, ә мин, бахыр, эшләйем, алға тартам”, – тип шаярып та ала. Шәхсән “маймыл­лығыма” килгәндә, тыныс та, үтә хисле лә булып китәм. Балаларға ҡарата шулай уҡ етди ҙә, йомшаҡ та тотам үҙемде. Ҡайһы саҡ әрләһәм йә ҡатыраҡ бәрелһәм, “Их, бигерәк уҫал ҡағылдым”, тип борсолам. Ғөмүмән, эргә-тирәләгеләрем мине йомшаҡ күңелле тип һанай. Ирем менән 25 йыл бергә йәшәп, бер-беребеҙгә оҡшап та киткәнбеҙҙер инде, һәр хәлдә, ижади ҡараштар, театр хаҡында фекерҙәребеҙ уртаҡ, тап килә. Тормошҡа ла бер иш бағабыҙ, шөкөр, ҡапма-ҡаршылыҡтар, аңлашылмаусан­лыҡтар һирәк осрай.

Йәнлектең дә  була төрлөһө...Рида ТИМЕРШӘЙЕХОВА,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт
педагогия университеты магистранты:


– Ҡайҙа ғына булыуыма ҡарамаҫтан, хатта таныш булмаған кешеләргә лә эс­кер­һеҙ күңел менән йыл­майған, ҡыҙыҡлы ваҡиға­ларҙан, дуҫтар һөйләгән көләмәстәрҙән туҡтай алмайынса тиерлек ихлас көлгән, ят бер кешенең йылмайыуынан да йәм тапҡан Маймыл мин.

Йәнлектең дә  була төрлөһө...Люциә НӘЖМИЕВА,
кадрҙар бүлеге етәксеһе:


– Үҙемде тасуирларға ҡыймайым, әммә яҡында­рым, коллегаларым фе­керен­сә, мин – йыуаш Маймыл. Өйҙә татыулыҡ, именлек, тыныслыҡ яратам. Шау-шыуҙы әллә ни үҙ итмәйем, унан ситтәрәк булырға тырышам. Шулай ҙа балаларымдан ололарға ҡарата ихтирам, иғтибар, ярҙам күрһәтеүҙе, тырышып уҡыуҙы, хаҡлыҡты талап итәм, һәр нәмәнең үҙ урынында булыуы яҡлымын. Республикабыҙҙың, илебеҙҙең киләсәге – имен, ғаиләләр – ипле, һау-сәләмәт, күңелдәребеҙ пак, ихлас булыуын теләйем.

Йәнлектең дә  була төрлөһө...Рәшит КӘЛИМУЛЛИН,
журналист:


– Шәреҡтең йылдар мөсәле буйынса Маймыл булыуым менән ғорурланам: аҡыл үҫеше буйынса кешегә иң яҡын торған йәнлек бит! Башҡортса “маймыл” һүҙе төрлөсә ҡыланыу, көл­дө­рөүсе ҡиәфәткә инеү тигән мәғәнәне бирә, тиҙәр. Ҡыҫҡаһы, маймылланыу була инде. Ана бит: кеше үҙе маймыл кимәленә төшә! Тиң итеп ҡабул итә, тимәк. Урыҫса ла “обезьяна”ның килеп сығышын ҡайһы бер сығанаҡтар “О! Без изъяна!” һүҙенән тип аңлата. Бер кәмселеге лә юҡ йәғни. Эсмәй ҙә, тартмай ҙа.
Аҡыллы булыу өҫтөнә Маймыл бик йылғыр ҙа. Әйтәйек, светофорҙа ҡыҙыл ут тоҡаныр алдынан ғына, машиналар ҡуҙғалыр-ҡуҙғалмаҫтан, уларҙың алдынан урам аша йүгереп сығып өлгөрәм, сөнки ултырыр автобусым яҡынлап килә. Был йылғырлыҡ түгелме ни?! Маймылдың зыялылығы башҡа йәнлектәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ тигән фекер менән дә килешәм: автобуста ултырып барғанда, яныма ҡарт әбей килеп баҫһа, тәҙрәгә текәләм. Ни өсөн икәне аңлашылалыр: беренсенән, Маймылға ҡыҙыҡһыныу хас, икенсенән, был әбейгә күтәрелеп ҡарарға юғары мәҙәнилегем рөхсәт итмәй. Бәй, был урынды ла мин салонға башҡаларҙан алдараҡ йүгереп инеү арҡаһында алдым бит! Әлеге шул йылғырлыҡ ул. Урынымды ла бирә алмайым, сөнки Маймылдың тағы бер шәп сифаты бар – ныҡышмалылыҡ.
Бына бит ул: урам аша сығып, транспортҡа ултырып эшкә килеп еткән арауыҡта ғына ла маймыл сифаттарым ап-асыҡ күренә. Шәреҡ мөсәлен төҙөүселәр аҡыллы булған шул. Маймылдар һымаҡ.

Н. ҺИММӘТОВА
яҙып алды.