Иң мөһиме – күңел тыныслығы

30-12-2015, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Иң мөһиме – күңел тыныслығы Яңы йыл алды көндәре – һәр кемдең күңелле, мәшәҡәтле осоро. Яҡындарға бүләк әҙерләү, табынға – һый, ҡунаҡтарға күстәнәс алыу кеүек хәстәр менән йүгергеләгән мәл. Сиратта тороу күптән онотолһа ла, халыҡ артыҡ ығы-зығыһыҙ ғына һатып алынасаҡ әйберенең исемлеген барлай.

Шул саҡ сираттағыларҙың иғтибарын йәлеп итеп, ишекте шар асып, йылҡылдап торған тун кейгән сибәр ханым килеп инде. Сираттың оҙонлоғон күреп кирегә уҡталғайны, мине күреп туҡталды. Күптәнге таныштар беҙ. Йәмәғәте менән бизнес асып, тиҙ арала эшҡыуарлыҡтың айышына төшөнөп, киң ҡолас йәйеп тырышып алды ла китте юғары белемле педагог. Ең һыҙғанып тотонорға ҡала бәләкәйерәк типме, бер нисә йылдан Стәрлетамаҡҡа күскәйнеләр. Әле әсәһен күрергә, байрам менән ҡотларға килеүе икән.
Ул бизнес өлкәһендәге уңыш-ҡаҙаныштары менән уртаҡлашты. Эшһөйәр, әүҙем, егәрле кешенең эше ҡайҙа ла алға бара инде: бер нисә сауҙа нөктәһе асҡан, тиҫтәнән ашыу кешегә хеҙмәт урыны булдырған.
– Үҙебеҙҙең милләттәштәрҙе генә алдым. Улар ышаныслы. Алдашыу, мутлашыуҙы бар тип тә белмәй, – ти ул.
Аҡса кешене боҙа, тиһәләр ҙә, танышымдың телһөйәр, илһөйәр булып ҡалыуы һоҡландырҙы. Бала-сағаһы имен, хәләле эшендә лә, өйөндә лә ярҙам итергә ашҡынып тора. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтәһе лә ал да гөл! Шулай ҙа бизнес-вумендың күңелен ниҙер өйкәгән кеүек, үҙен тынысһыҙ тота, һөйләгән һүҙе лә ашыҡ-бошоҡ...
– Әсәйегеҙ янында булаһығыҙҙыр әле? – тим магазиндан сыҡҡан ыңғайы.
– Дөрөҫөн әйткәндә, күп тигәндә бер-ике сәғәткә генә килдем. Бынан бер нисә йыл элек йортҡа бурҙар төшкәйне. Шунан ҡурҡып ҡалдым шикелле. Ҡот ҡойҙормайынса булмаҫ, ахыры, – тип шаяртырға тырышты ул, әммә ысынлап хафаланғаны асыҡ күренә. – Әсәйҙе генә түгел, ирҙе лә, балаларҙы ла күргән юҡ хәҙер. Һәр беребеҙ төрлө ерҙә сабабыҙ ҙа сабабыҙ. Шөкөр, теләгәнем бөтәһе лә алдыма килде: диңгеҙҙә лә ял иттем, сит илдә лә булдым, ике ҡатлы йортом да бар. Тик күңелгә нимәлер етмәй барыбер. Ҡартаям буғай, һуңғы ваҡытта йәшәү мәғәнәһе, тормош асылы тураһында уйға биреләм дә китәм...
Кинәт кенә урыҫ әҙибе Лев Толстойҙың “Ильяс”ы иҫкә төштө. Бизнес-ледиҙың ваҡыты самалы булыуға ҡарамаҫтан, уның да хәтеренә төшөрөргә маташтым.
...Ҡасандыр етеш, мул тормошта йәшәгән герой ғүмер ҡояшы офоҡҡа яҡынлашҡан мәлдә, байлығы юҡҡа сығып, башын ялсылыҡҡа һалғас ҡына бәхетен таба. Был бәхетте хикәйә геройы Ильяс һәм уның ҡатыны бына нимә тип аңлата: “Беҙ бай инек, әммә тынғылыҡ белмәнек. Һөйләшергә лә, намаҙ уҡырға ла, йән тураһында уйланырға ла ваҡытыбыҙ булманы. Берәй нәмәбеҙ юҡҡа сығып ҡуймаһын тип, йоҡо белмәнек, шик-шөбһәгә төшөп, гонаһлы булдыҡ. Ә хәҙер һөйләшергә лә, йән тураһында уйланырға ла, ғибәҙәт ҡылырға ла ваҡыт бар”. Бәхет төшөнсәһен нисек аңлағандарын, ә иң мөһиме, был ике бәндәнең бәхетте нисек табыуҙарын аңлатырға тырышҡан яҙыусы.
Һуңғы һүҙҙәремде танышым ишеттеме-юҡмы, һаубуллашыуын белдереп, ҡыҫып ҡосаҡланы ла ышаныслы аҙымдар менән машинаһына ыңғайланы.