“Гел йүгереп йөрөйөм”

30-12-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Гел йүгереп йөрөйөм” Һикһән дүрт йәше менән барған Ләлә апай Бейешеваны әле концерт залында, әле башҡа сарала йыш күрергә мөмкин. Республикала төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы.

– Ләлә апай, һеҙ бигерәк етеҙ. Моғайын, Маймыл йылында тыуғанһығыҙҙыр? – тигән һорауыма, ихлас йылмайып:
– Дөрөҫ әйтәһең, ҡустым, – тине. – Мин үҙемдә уға хас сифаттарҙы күрәм. Бәләкәй саҡта уҡ әсәйем, кит, балам, хас маймыл кеүекһең бит әле, ти торғайны. Ете айҙан уҡ атлап киткәнмен, үҙемде белгәндә гел ағас, ҡойма башында йөрөй торғайным. Муйыл ағасында йырлай-йырлай емеш тирә инем. Мәктәптә физкультура дәресендә шәп булдым.
Әле лә гел йүгереп йөрөйөм, хәрәкәтһеҙ тора алмайым. Тағы ла кешеләрҙе мәрәкәләргә яратам, йәш саҡта әхирәттәремә көлкөлө бағышлауҙар яҙа торғайным. Йәмрәйеп, кәйефһеҙләнеп йөрөү миңә хас түгел. Әйткәндәй, банан яратам. “Маймыл” булһам да, буранлы һалҡын ҡышты ла үҙ итәм.

И. Хаҡов яҙып алды.