Кеше һаулығы, кеше бәхете өсөн

30-12-2015, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Кеше һаулығы, кеше бәхете өсөн – Беҙҙең социаль-иҡтисади сәйәсәт үҙәгендә һәр саҡ кеше булды һәм артабан да шулай булып ҡала, тап шуға ла дәүләт ҡаҙнаһының өстән ике өлөшө мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, спортҡа, халыҡты социаль яҡлауға һәм кешенең тормош сифатына туранан-тура йоғонто яһаусы башҡа йүнәлештәргә тотонола, – тине Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов бер ай элек кенә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә.
Беҙҙең республика һәм ил өсөн генә түгел, барлыҡ донъяға ауырға тура килгән көрсөк йылында социаль мәсьәләләр нисек хәл ителде?

Ғаиләңде дәүләттән ярҙам көтмәй генә аҫрау өсөн, әлбиттә, тотороҡло эш хаҡы алырға кәрәк. Уртаса хеҙмәт хаҡы, Башҡортостандың статистика идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйылғы ғинуар – сентябрҙә 24 мең һум тәшкил итте һәм, алдағы йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, номиналь алғанда – 10,6 процентҡа, ә реаль иҫәпләгәндә 2,5 процентҡа күберәк булды. Быйылғы туғыҙ айҙа был күрһәткес инфляциянан 0,5 процентҡа алдараҡ бара. Йыл башынан минималь эш хаҡы федераль закон буйынса 5965 һум тип билдәлән­гәйне, беҙҙең республикала уны бюджеттан тыш тармаҡтарҙа 6 900 һумдан кәметергә рөхсәт ителмәне.
Эшһеҙлек кимәле республикала быйыл 1 ғинуарға ҡарата 1,16 процент булһа, 1 июлгә ул 1,25 процент тәшкил итте, йыл йомғаҡтары буйынса ошо уҡ күр­һәт­кес 1,4 процент булыр тип көтөлә. Йыл аҙағында уның бер аҙ күтәрелә төшөүе көҙ миҙгелле эш урындарының ябылыуы менән аңлатыла. Яҡын киләсәктә эшһеҙ­лектең артыуы көтөлмәй, сөнки хеҙмәткә яраҡлы йәштәге ҡатлам кәмей, реаль эш хаҡының аҙайыуы компания­ларҙың бюджетына көсөргәнешлекте йомшарта. Шуға күрә иҡтисадсылар 2016 йылдан алып эшһеҙлек кәмей башлаясаҡ тип тә фаразлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөнәр эйәләренең беҙҙең төбәктән ситкә күсеп китеүе дауам итә, республиканың хеҙмәт ресурстары 13 мең кешегә кәмене.
Демографик хәл ҡатмарлы. Был хаҡта республика Башлығының әлеге сығы­шында айырым билдәләнде: “Илдә демографик хәлдең насарайыуы беҙҙең төбәкте лә урап үтмәне. Быға тыуымдың кәмеүе, бала табыу йәшендәге кешеләр­ҙең аҙайыуы, тирә-яҡ мөхиткә техноген баҫымдың көсәйеүе, медицина тарма­ғының үҙ бурысын еренә еткереп үтәмәүе сәбәпсе. Айырыуса ауыл ерендә хәл насар: уртаса ғүмер оҙайлығы ҡыҫҡара, үлем осрағы арта. Ауыл кешеһе лә сифатлы дауалау мөмкинлегенә эйә бул­һын өсөн барыһын да эшләргә бурыс­лыбыҙ”.
Бала тәрбиәләү өсөн тәғә­йен­ләнгән айлыҡ пособие, Башҡорт­остан буйынса Социаль страховка фонды мәғлүмәт­тә­ренә ҡарағанда, тәүге баланы ҡара­ғанда 3 126,09 һум, ә икенсе һәм артабанғы балалар өсөн 6 252,17 һум булды. Күп балалы ғаилә­ләргә ярҙам итеү буйынса ла дәүләт үҙенә алған йөкләмәләрен үтәне.
Илдәге дөйөм иҡтисади хәл ҡатмар­лашыуға ҡарамаҫтан, социаль объект­тарҙы сафҡа индереү дауам итте. Быйыл сентябрҙә республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында беренсе тапҡыр яңы мәктәптәрҙе төҙөлөш ойошмаларына эш өсөн һуңынан, йәғни артабанғы йыл­дарҙа түләү ысулы менән дә алып барыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ул Башҡортостан Башлығының дөйөм белем биреү мәктәптәрен төҙөүгә бюджеттан тыш сығанаҡтарҙы ла йәлеп итеү хаҡындағы бойороғон үтәү маҡсатында тормошҡа ашырыласаҡ.
Бынан тыш республикала “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ”, “Рәсәй Федера­цияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәтләндереү менән тәьмин итеү” һәм башҡа социаль программалар ҙа уңышлы үтәлә.