Хөрмәтле Башҡортостан халҡы!

30-12-2015, 01:05 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Хөрмәтле Башҡортостан халҡы! Һеҙҙе Яңы йыл байрамы менән ихлас ҡотлайым!
2015 йыл төрлө сараларға, етди ҡаҙаныштарға, күптән көтөлгән асыштарға һәм тормош һабаҡтарына бай булды. Илебеҙ ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар менән осрашмаһын, беҙ берҙәмлек, халыҡтар дуҫлығы, Тыуған илгә һөйөү кеүек күркәм сифаттарҙы һаҡлап ҡалдыҡ, еңел булмаған заман шарттарына лайыҡлы яраҡлаша алдыҡ. Тап ошо рухи хазиналар Ватаныбыҙ киләсәгенең төп нигеҙен тәшкил итәсәгенә иманым камил.
Ҡәҙерле яҡташтарым, барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух ныҡлығы һәм бәхет теләйем! Киләһе йылда бөтә уй-хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!

Сәлиә МЫРҘАБАЕВА,
Рәсәй Дәүләт Думаһының
V-VI саҡырылыш депутаты.