Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙарҙағы тынлыҡты тыңлап
Тауҙарҙағы тынлыҡты тыңлап Иртәнге һиллек. Тау-урмандар төнгө бурандан һуң тынып ҡалған. Ап-аҡ донъя буйлап барабыҙ. Тәбиғәтте йәнә ҡуҙғытмаҫ өсөндөр, өй мөрйәләренән төтөн дә һаҡ ҡына сыҡҡандай. Алда – мәғрур Ямантау. Тынлыҡ иленең һаҡсыһы ҡалҡандай булып ҡалҡҡан...

Яҙып бөтмәҫлек
сал тарих

“Көньяҡ Урал” дәүләт тәби­ғәт ҡурсаулығы ошондай үҙен­сәлекле һыҙатын күрһәтеп ҡаршыланы беҙҙе. Ҡыра­ғай­лығы менән дан тотҡан ерҙә яһалмалыҡ юҡ шул: буран икән – күҙ асҡыһыҙ, һил мәлдә иһә шундай тын – керпек ҡағыу ҙа ишетелерлек.
– Инйәргә тиклем юл нисек ине? – тип ҡыҙыҡһынып ҡаршы алды ҡурсаулыҡ директоры Фәнүр Әли­баев. – Беҙ ни, һәр ваҡыттағыса, көрткә күмелдек. Таң менән барлыҡ техника йәнә юл таҙартыу эшенә егелде. Биләмәгә ингән ете урман­сылыҡта ла быға күнеккәндәр: ир­тәләрҙе “хәрби әҙерлек”тә ҡаршы­лайбыҙ.
“Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы­ның майҙаны – 250 мең гек­тарҙан ашыу. Тимәк, рес­пуб­ликалағы ҡайһы бер район­дарҙан да ҙурыраҡ. Уның төп өлөшө Белоретҡа тура килһә, ун процент тирәһе Силәбе өлкәһенә ҡарай.
Тарихҡа күҙ һалғанда, был биләмә XVIII быуат урталарына тиклем бик аҙ үҙләштерелгән була. Унда урынлашҡан бәлә­кәй генә Бирҙеғол, Әрипҡол һәм Илмәш (Татлы) ауылдарында барыһы 35 йорт иҫәп­ләнә. Инйәрҙең уң яҡ ярындағы Яңы Хәсән, Сәфәрғол, Манышты, Асыла иһә халыҡ байтаҡҡа күп була. Кешеләрҙең күбеһе йылҡы, һыйыр малы, һарыҡ, кәзә аҫрап көн күрә. Солоҡ­со­лоҡ менән дә ихлас шөғөл­ләнәләр.
Биләмәнең артабанғы яҙ­мышы Көньяҡ Уралдың бай­лығын хужалыҡ өсөн үҙләш­терә башлау осорона бәйле. Уға алыҫ түгел Ҡатау-Ивановск, Әүжән-Петровск, Белорет металлургия заводтары төҙө­лөп, киң эшмәкәрлек йәйел­дерелә. XIX быуат уртаһында иһә биләмәнең күп өлөшөн шәхси предприятие – “Инйәр” урман дачаһы – алып тора. Дәүер аҙағында был ойошма хужалары ҙур төҙөлөш башлай. Һөҙөмтәлә Инйәр һәм Лапышты суйын иретеү заводтары барлыҡҡа килеп, биләмәлә урман ҡырҡыуға юл асыла, күмер яндырыу мейес­тәре булдырыла, тимер мәғдәне ятҡы­лыҡтары табыла. Эш өсөн сит­тән килгән кешеләр иҫәбенә район халҡы йылдам арта. Был за­водтарҙың уҙған быуаттың 20-се йылдарында ғына ябылғаны мәғлүм.
Артабан биләмәлә Инйәр урман сәнәғәте хужалығы бар­лыҡҡа килә. Уның төп маҡсаты – Белорет металлургия заводын ағас күмере менән тәьмин итеү. Аҙағыраҡ төҙөлгән Көҙ­йылға урман сәнәғәте хужа­лығының төп эшмәкәрлеге лә күберәк ағас ҡырҡыуға ҡайтып ҡала. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында әлеге ҡурсаулыҡ биләмәһендә сәйәси репрес­сияға дусар бул­ғандар өсөн бер нисә ҡасаба бар­лыҡҡа килә. Һуғыш йылдарында әсир­ҙәге немец ҡатын-ҡыҙҙары өсөн лагерь урынлаша...
Тауҙарҙағы тынлыҡты тыңлапҒөмүмән, һөйләп тә, яҙып та бөтмәҫлек сал тарих һаҡлай был ерҙәр. Кешеләрҙең әсе күҙ йәшенән, өҫтәүенә үҙенең тәне аяуһыҙ телгеләнеүҙән ҡанһыраған, төтөн еҫенә сә­сә­гән тәбиғәт бер килеп һуңғы һулышын алыр ине... Әгәр 1979 йылда Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығы төҙөлмәһә.

Өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле

– Мин эшкә килгәндә ҡурсау­лыҡ­тың яңы ойошторолған сағы ине, – ти директор Фәнүр Хажиғәли улы. – Йәш белгес­тәр күп, дәрт-дарман ташып тора. Раил Байтирәков, Юрий Горичев кеүек бергә эш баш­лаған хеҙмәттәштәрем – әле лә ҡурсаулыҡтың төп терәк-таянысы. Ошо ерҙәрҙең үҙен­сәлеген ғил­ми йәһәттән төплө өйрәнеп, фәнни-ғә­мә­ли үҫешкә тос өлөш индергән остаздар улар. Һаман да ошо юлдан тайпылмайынса, йәш­тәргә са­ғыу үр­нәк күрһәтәләр. Ҡурсау­лыҡ һаҡ­ла­нырға ғына түгел, даими өйрә­нелергә лә тейеш бит. Асыш яһаған һайын шуға нығыраҡ инана барабыҙ.
Көньяҡ Уралдың тәбиғәт бай­лыҡтарын – ылыҫлы урман­дарҙы, тау йылғаларын, һирәк осраған үҫемлектәрҙе, һаҙлыҡ­тарҙы һәм башҡаларҙы – хәс­тәрләү маҡса­тында ойошто­ролған ҡурсаулыҡтың эшмә­кәрлегенә “Айырыуса һаҡ­ланған тәбиғәт биләмәләре тура­һында”ғы 33-сө Федераль закон яңы һулыш өрҙө, тип ышаныслы әйтергә мөмкин. Ниңә тигәндә, тәүҙә беҙ урман хужалыҡтары менән бер үк бурыстарҙы башҡара торғай­ныҡ. Халыҡҡа ағас, утын бүл­дек, дилән­кәләр өсөн яуап бирҙек, йәш үҫентеләр ул­тырттыҡ... Ғилми-тикшеренеү, халыҡҡа аңлатыу эштәре иһә бөтөнләй алып барылманы. Яңы законға ярашлы, ойошмала төрлө бүлектәр ойошторолоп, хеҙмәткәрҙәргә фән менән шөғөлләнеү мөмкинлеге асылды. Мәҫәлән, айырым бел­гестәребеҙ экология мәсьә­ләләре менән шө­ғөл­ләнә. Ун биш йылдан ашыу уңышлы эшләгән был бүлек вә­килдәре республикабыҙҙың төрлө ра­йондарында урынлашҡан ҡур­саулыҡтар, милли парктар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Инде арабыҙҙа фән кандидаттары бар, уларҙың байтаҡ ғилми хеҙмәте донъя күрҙе.
Бындағы белгестәр әйтеүен­сә, ғилми-тикшеренеү эштәре “Тәбиғәт йылъяҙмаһы”, “Ҡур­сау­лыҡ шарттарында урман экосистемаһы мониторингы” һәм “Йәнлектәргә линия ҡора­малдарының йоғонтоһо” кеүек өс тема буйынса алып барыла. Тәүгеһе – төп йүнәлеш. “Тәби­ғәт йылъяҙмаһы”на ярашлы биләмә­ләге үҫемлектәрҙең, йәнлектәр донъяһының тулы иҫәбе булды­рылған. Һәр бере­һенең үҙенсә­лектәре, уларҙы һаҡлау саралары даими өйрә­нелә.
Икенсе тема буйынса тикше­ренеү эштәре иһә Рәсәй Фән­дәр академияһы Өфө ғилми үҙәгендәге Биология институ­ты­ның урманды өйрәнеү ла­бораторияһы менән берлектә алып барыла. “Йәнлек­тәргә линия ҡорамалдарының йоғон­тоһо” тип аталған өсөнсө йү­нәлешкә килгәндә, ҡурсаулыҡ аша үткән автомобиль трасса­һы, тимер юл буйындағы ос­раҡтар буйынса мәғлүмәт йыйыу ойошторолған. Ҡурсау­лыҡ­тың ғилми хеҙмәткәрҙәре йыл һайын төбәк, ил кимәлен­дәге фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа ҡатнаша. Мәғариф учреждениеларына тикшере­неү эштәре ойош­тороуҙа ярҙам итәләр. Ҡурсаулыҡта респуб­ликаның юғары уҡыу йорттары студенттары ҙур теләк менән практика үтә, бындағы остаз­дарҙың тәжрибәһен өйрәнә.
– Йәштәр бар ерҙә киләсәккә яҡты өмөт йәшәй, – ти етәксе Фәнүр Әлибаев. – Улар бында тартылып тора икән, тимәк, беҙгә ҡарата ышаныстары аҡ­ланырға тейеш. Ҡур­саулыҡты өйрәнеү, һаҡлау, тирә-яҡҡа танытыу эшен киңәйтеүгә иғти­барҙы даими арттырырға бурыслыбыҙ.

Һәр ерҙә әҙәп кәрәк

Тауҙарҙағы тынлыҡты тыңлапҠурсаулыҡты киң танытыу тигәндән, һуңғы йылдарҙа туризмды үҫтереү төп маҡсат­тарҙың береһенә әүерелгән. Директор әйтеүенсә, был йә­һәттән Хакасияла үткән кәңәш­мәлә махсус резолюция ла ҡабул ителгән. Былтыр октябр­ҙә Владивостокта ойошто­рол­ған һөйләшеүҙә ошо йүнәлеш­те тормошҡа ашырыу юлдары өйрәнелгән.
– Ғөмүмән, беҙҙең тармаҡҡа ҡағылышлы һәр сарала тиерлек экологик туризмды үҫтереү алымдары буйынса фекер алышыу уҙғарыла, яңы бурыстар ҡуйыла, – ти Фәнүр Хажиғәли улы. – Туристар йылдан-йыл арта. Бында сайты­быҙҙың өлөшө ҙур. Интернет аша мөрәжәғәт итеп, һорау­ҙарына яуап эҙләгән, беҙгә килергә алдан заявка биргән кешеләр күбәйә.
Әлбиттә, ҡурсаулыҡ була­раҡ, беҙҙә айырым ҡағиҙәләр бар: ту­рис­тарға теләгән һәр ерҙе күрһәтә алмайбыҙ. Мәҫә­лән, Оло Ямантауға ба­рыу тыйылған. Кесеһен иһә кү­рер­гә мөмкин. Тауға йылына өс мең­гә тиклем кешене үткәрә алабыҙ. Ҡыш ҡаргиҙәрҙә күтә­релеүе үҙе бер кинәнес булһа, йәй, әлбиттә, атлап барырға тура килә. Һис шикһеҙ, ауыр. Һәр кем булдыра ала торған эш түгел.
Туристар өсөн ҡурсаулыҡта төрлө маршрут булдырылған. Янғын хәүефе көслө мәлдәрҙә кеше ҡабул итеүҙе туҡтатып торабыҙ.
Фәнүр Хажиғәли улы әйте­үенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ­ҙең халыҡта әле туризм мәҙә­ниәте нығынып етмәгән. Һирәк­тәр генә ҡурсаулыҡҡа алдан һөйләшеү буйынса тулы әҙер­лек менән аяҡ баҫа. Күптәр иһә юл ыңғайы тигәндәй һуғылып, әллә күпме мәшәҡәт тыуҙырыусан.
– Айырыуса байрамдар мәлендә ошондай әҙерлекһеҙ кешеләрҙән ҡурҡып торабыҙ, – ти директор. – Иҫерек килеш килгәндәр бар. Улар, билдәле, әйткәнгә ҡолаҡ һалмай, ты­йылған ерҙәргә лә үтергә тырыша. Ә бит беҙҙең ҡурсау­лыҡта хәүефле урындар бихисап. Яҙғы­һын, мәҫәлән, Инйәрҙәге ташҡын, Айғыр һикәлтәләре үҙе ни тора!
Биләмәләге халыҡты хәүеф­һеҙ­лек саралары тураһында даими иҫкәртәбеҙ. Әлбиттә, улар, элек-электән ошонда йәшәгән кешеләр, туған тәби­ғәтенең үҙенсәлектәрен былай ҙа яҡшы аңлай. Башҡа яҡтан килгән бәғзе туристар ҙа һүҙе­беҙгә ҡолаҡ һалырға тырышһа, төрлө бәлә-ҡаза урап үтер ине.
Йәйгеһен ҡурсаулыҡ студенттар менән тула. Республи­кабыҙҙан ғына түгел, сит тө­бәктәрҙән, йыраҡтағы ҡала­ларҙан да күпләп киләләр. Беҙҙең йылғалар, Ямантау баш­ҡа яҡтарҙың тәбиғәт ҡомарт­ҡыларынан һис тә ҡай­тыш түгел шул! Хатта өҫтө­нөрәк тә!

Бәхеттең үҙе был!

Ҡурсаулыҡтың бай музейы бар. Уның менән беҙҙе йәш белгес Гөлназ Бәхтийәрова ихлас таныштырҙы.
– Экспонаттарҙың күбеһен үҙебеҙҙең хеҙмәткәрҙәр йыйҙы, – тине ул. – Рәсәй Фәндәр ака­де­мияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биология, Геология институттары бел­гестәре лә ҙур ярҙам күрһәтте. Музейға мәктәп уҡыу­сылары йыш килә. Бик оҡша­талар. “Тәбиғәткә ысын сәйәхәт ҡылғандай булдыҡ” тигәндәрен ишетеү – үҙе бер кинәнес.
Гөлназ Бөрйән районының Ырғыҙ­лы ауылынан. Бәлә­кәй­ҙән тәбиғәтте яратып, солоҡ­солоҡ, умартасылыҡ һымаҡ халыҡ кәсеп­тәрен яҡындан белеп үҫкән ҡыҙ хеҙ­мәт юлын “Шүлгәнташ” ҡурсау­лығында башлаған. Ярайһы уҡ ҙур тәжрибә туплап өлгөргән ул. Белорет егете, “Көньяҡ Урал” ҡурсаулығы хеҙмәткәре Маратҡа кейәүгә сыҡҡас, ике­һенең дә етәкселәре йәштәрҙе үҙ янында ҡалдырырға тырыш­ҡан. Көслө зат яғы барыбер еңгән.
– Эшебеҙҙе шул ҡәҙәр яра­табыҙ, – ти Бәхтийәровтар. – Заманында ҡалала ла йөрөргә тура килде. Ләкин яҙмышы­быҙҙы ауыл менән бәйләгә­небеҙгә һис тә үкенмәйбеҙ. Инйәрҙә төпләнеп, көн дә Рәүәткә йөрөп эшләһәк тә, “уф” тигәнебеҙ юҡ. Хеҙмәт урыны­быҙ – тәбиғәт ҡосағы. Бәхеттең үҙе бит был!
Әйткәндәй, Бәхтийәровтар кеүек үк, ҡурсаулыҡта эшлә­гәндәрҙең күбеһе – Инйәрҙән. Шәхси автомобиле булмаған­дарҙы йөрөтөү өсөн махсус транспорт тәғәйенләнгән. Рәүәт балаларын да Инйәргә уҡырға мәктәп автобусында ташыйҙар.
– Ҡурсаулыҡты үҫтереү урын­дағы йәшәү шарттарын да яҡшыр­тасаҡ, – ти Фәнүр Әлибаев. – Оло юл буйында ятҡан Рәүәт йылдан-йыл күр­кәм­ләнә, унда заманса йорттар ҡалҡа. Тимәк, киләсәктә бала­ларыбыҙ ҙа ҡырға йөрөмәҫ, үҙебеҙҙә уҡыр.
Үҙ еренә имәндәй ереккән эшлекле ир-уҙамандың һүҙҙәре был. Тимәк, һис шикһеҙ, шулай буласаҡ.
* * *
“Ҡурсаулыҡҡа килеп тә, Яман­тауҙы күрмәйенсә ҡайт­маҫһығыҙ инде! Әллә ҡурҡа­һығыҙмы?” Ошондай һүҙҙәр менән сәмләндереп ебәрҙеләр беҙҙе.
Ҡаргиҙәрҙәр бейеклеге 976 метрҙан ашыу булған Кесе Яман­тауға үрләй. Кисәге төнгө буран бурысын “бишле”гә үтәгән: һырынтынан юлды сырамытып та булмай. Ләкин был “тимер ат”тарҙы ауыҙлыҡлаған Раил Байтирәков менән Андрей Пировҡа, киреһенсә, көс-ҡеүәт кенә өҫтәп ебәрҙе кеүек. Көрттө йыра-йыра юғарыға табан үрләүе, ысынлап та, кү­ңелгә һүҙ менән аңлатып булмаҫлыҡ дәрт-дарман бирә икән! Битте ваҡ ботаҡтар һы­ҙып үтеүенән, ағастарҙың, һелкенеп, ҡар менән ҡойон­дороуынан да кинәнес алып, алға еләһең. Үрҙе яулағас иһә күңелдә еңеү тантана итә!
– Өнһөҙ тынлыҡ... – тинек, тау башындағы һиллеккә хайран ҡалып.
– Һеҙгә, ҡаланан килгән­дәргә, шулай һымаҡтыр ул, – тине Раил Ғәли улы уйсан ғына. – Ә мин ишетәм...
Тәбиғәттең тын алышын тойоу өсөн урман-тауҙар менән рухташ булыу мөһим шул.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 21

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 66

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 70

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 82

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 47

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 58

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 77

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 74

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106