Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уң ҡулында булыр ҡурайы...
Уң ҡулында булыр ҡурайы... Ҙур ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килә Мөхәмәт. Быға тиклем тыуғандары үлеп торғанлыҡтан, уны төрлөсә ҡурсаларға, һаҡларға тырышалар. Әйтерһең дә, киләсәктә халҡы данын илдәр, ҡитғалар буйлап таратыр атаҡлы ҡурайсы булырын алдан уҡ белгәндәр. Шул сәбәпле, бер йәше тулғас, уны Зәйнулла ишандың ейәне Шәмсетдин муллаға тәрбиәгә тапшыралар һәм бары өс йәшендә генә, бер тана биреп, кире ғаиләгә ҡайтарып алалар.

Халыҡ сәнғәтенә һөйөү тыуыуы

Мөхәмәткә дүрт йәшенән үк ата-әсәһе менән бергә йәй буйы тәбиғәт ҡосағында, йәйләүҙә булыр­ға тура килә. Шул саҡта төн­гө усаҡ яҡтыһында Шығай ауылынан Әлмәғожам атлы ҡурайсы­ның оҙон көйҙәр тартыуын әҫәрләнеп тыңлағас, күңе­лендә ҡурайға ҡарата тәрән һөйөү тойғолары уяна, халыҡ моңона тамам ғашиҡ була. Ул ваҡыттарҙа Шығайҙың үҙендә генә лә егер­ме­гә яҡын ҡурай­сы була. Әлбиттә, шул тиклем һәләтлеләр араһында үҫеп тә, егет күңеле ҡурайға тартылмаһа, моғайын, дөрөҫ булмаҫ ине. Шулай итеп, ул яйлап ҡына һыҙғыртырға, бер нисә еңел көйҙө уйнарға өйрәнә.
Рысыҡай ауылында йәшәгән атаҡлы ҡурайсы Хәйретдин Латипов, артабан уның улы, Мөхә­мәттең еҙнәһе Талип Латипов, ҡурайҙы ныҡлап өйрәнеүгә сәм, дәрт уята һәм был йәһәттән йәш егеттең тәүге остаздары булып тора. Ауылдаштары Ханнан Үҙән­баев, Әбделмән Мохтаров күкрәк менән уйнарға өйрәтә. Яйлап шымара, камиллаша барған егет ун биш йәшендә сәхнәгә сығырға йөрьәт итә.
Мөхәмәт мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университеты студенты булып киткәс, Ғата Сө­ләймәнов, Абдулла Хәлфет­ди­новтарҙың ҡурай түңәрәгенә йө­рөй һәм, был шөғөлдөң нес­кәлек­тәренән тыш, ҙур теләк менән халыҡ көйҙәренең тарихын да өйрәнә.
Оло сәхнәләргә, алыҫ илдәргә сығарған тәүге аҙымы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан башлана. Уға Башҡорт­остан­дың 50 йыллығына арнал­ған мәртәбәле сарала республика райондарынан йыйылған 50 ҡу­райсы менән сығыш яһау бәхете тейә. Улар араһында Кә­рим Дияров, Абдулла Хәлфет­динов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Мөхәмәт Рәхмәтуллин, Ғата Сөләймәнов кеүек оҫталарҙың булыуы 24 йәш­лек кенә егет күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Шул саҡта уларҙың ике тауышҡа уйнаған “Ҡаһым тү­рә” көйөн әҫәрләнмәйенсә тың­лаған кеше булмағандыр, моға­йын. Һуңғараҡ был ансамбль Союздың бик күп сәхнәләренән башҡорт моңон тарата. Бигерәк тә Кронштадт, Ленинград ҡала­ларында, “Аврора” крейсерында сығыш яһау күңелдәрендә матур тәьҫораттар ҡалдыра.
Данлыҡлы ҡурайсы булып камиллашыуында, мәҙәниәт өлкә­һендә ҙур үрҙәр яулауында Юлай Ғәйнетдиновтың өлөшө ҙур тип һанай Мөхәмәт Усман улы.
– Тормош юлымда Юлайҙың осрауы үҙе бер оло бүләк булды. Бер үк тулҡында булып, бер үк ҡарашҡа, ҡыҙыҡһы­ныуҙарға эйә булыуыбыҙ уртаҡ йүнәлештә уңышлы итеп эшләргә мөмкинлек бирҙе, — ти Мөхәмәт ағай.

Башҡорт данын яңғыратып ҡитғаларҙа

1979 йылда атаҡлы ҡурайсыға сит илгә сығыу бәхете тейә. Үҙе­нең бер айлыҡ сәйәхәтендә Истанбулда, Сүриәнең Латакия, Мысырҙың Александрия (Искән­дәр), Ҡаһирә, Эль-Гиза, Мальта утрауының Ла-Валетта, Фран­ция­ның Ницца, Монте-Карло кенәз­легенең Монако, Ита­лияның Неаполь, Рим, Грецияның Пирей, Афина ҡалаларында сығыш яһай. Был сәйәхәттә беҙҙең илдән 200-ҙән ашыу кеше ҡатнаша. Баш­ҡортос­тандан делегация составына ин­гән өс кешенең береһе Мөхәмәт ағай булыуы уның талантының ни тиклем юғары баһаланыуын асыҡ күрһәтә.
Ҡурай моңон сит тарафтарҙа яңғыратыу бының менән генә тамамланмай. 1991 йылда Парижда “Бөйөк ебәк юлынан” тип атал­ған донъя фестивале үтә. Был сарала ҡатнашыу өсөн Башҡорт­ос­тандан бер ҡурайсы кәрәк була. Юлай Ғәйнетдинов тағы ла Мөхә­мәт ағайҙың канди­датураһын тәҡдим итә. Шулай итеп, ул тағы ла ҡурайын алып оҙон юлға сыға.
Һәүәҫкәр артистарҙы иң тәүҙә Германияның Майндағы Франкфурт ҡалаһында ҡаршы алғас, улар Берлин, Мангейм, Мюнхен ҡалаһында, артабан Бельгияның баш ҡалаһы Брюсселдә, Нидер­ландтың Амстердам, Роттердам, Швейцарияның Женева, Базель ҡалаларында концерт ҡуя һәм тәғәйенләнгән урынға, йәғни Парижға, барып етә.
Уларҙы Бөтә донъя фольклор клубының генераль директоры Франсуаза Грюн ҡаршы ала. Бар донъяның баш ҡалаһы һаналған Париждың иҫтәлекле урындарына, Лувр музейына экскурсия ойошторола. Шул ваҡытта француздар Мөхәмәт ағайҙы Эйфель башняһының иң бейек ерендә башҡорт халҡының Ҡаһым түрә көйөн ҡурайҙа уйнатып, киноға төшөрөп ала.
Францияға тағы бер тапҡыр сәфәр ҡылырға, француздарға ҡурай моңон ишеттерергә насип була уға. 1996 йылда райондың Сермән ауылының “Хәтирә” фольк­лор ансамбле, билдәле йыр­сы Абдулла Солтанов һәм башҡалар менән тағы ла Франция сәхнәләрендә сығыш яһай­ҙар. Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтовтарҙан ҡала өсөнсө булып Франция ерендә ҡурай тартҡан, сит илдәрҙә шулай халҡыбыҙҙы танытҡан Мөхәмәт ағайҙың ижади тормошона күҙ һалһаң, уның халҡы алдындағы мәртәбәһе тағы ла күпкә артып киткәндәй була.
2000 йылда Юлай Ғәйнет­ди­нов Япония ҡунағы Тонимото менән, Шығай ауылына килеп, Мөхәмәт ағайҙан ҡурай моңон яҙҙырып ала. Күпмелер ваҡыттан һуң Юлай Ишбулды улы Тони­мотоның ҡушыуы буйынса музыкаль белеме булмаған алты кешелек төркөм төҙөүен белдерә. Шулай итеп, Мөхәмәт ағай тағы ла алыҫ сәфәргә юллана һәм, 70 илдән килгән халыҡты таң ҡал­дырып, ябай ҙа, шул уҡ ва­ҡытта серле лә үҫемлек – ҡурайға ғашиҡ иттереп ҡайта.
Мөхәмәт Түлебаевтың үҙ ҡура­йы, таланты менән күрше ауылдар, республикалар араһын­да ғына түгел, ә тотош илдәр менән дуҫлыҡ күпере булдырыуы, мил­ләттәрҙең татыу тормошона, берҙәмлеккә хәленән килгәнсә өлөш индереүе һәм, әлбиттә, ҡу­рай сәнғәтен оло дәрәжәгә күтә­реүе республика етәкселеге тарафынан юғары баһалана. Уға “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Йомабай Иҫәнбаев исемен­дә­ге республика ҡурайсы­лар конкурсында лауреат, Ишмулла Дил­мөхәмәтов исемендәге конкурста Гран-при яулаған Мө­хәмәт ағай, 2005 йылда Октябрьский ҡала­һын­да үткән төбәк-ара ҡурайсы­лар бәйгеһен­дә тағы бер тапҡыр Гран-при яу­лап, еңел автомобиль менән бү­ләкләнә. Хәҙер ул ошо ҡалала традицион рәүеш­тә үткән ҡурайсылар конкурсына йыл һайын почетлы жюри ағзаһы итеп саҡырыла.

Йәнә остаз да, көрәшсе лә

Мөхәмәт ағай ҡайҙа ғына йөрө­мәһен, ниндәй генә мәртә­бәле сәхнәләрҙә сығыш яһама­һын, һәр ваҡыт ҡулында ҡурайы була. Үлән ҡурайҙан яңғыраған баш­ҡорт моңон сит милләттәргә еткереп, үҙ халҡын данлап, ҙурлап йөрөй ул. Алыҫ сәфәрҙән алып ҡайтҡан хәтирәлә­рен уҡыусы­лары менән уртаҡла­ша. Уларға ят милләттәр, сит ил тормошо ха­ҡында үҙе күреп белгәндәрен һөйләй. Шуныһын да айырып әйтеп үтеү мөһим: Мөхәмәт ағай үҙе генә билдәле ҡурайсы булып ҡалмай, ә оҫталы­ғын, йылдар бу­йы туплаған тәж­рибәһен йәш бы­уынға еткереүгә лә күп көс һала. Ошо йәһәттән үҙе эшләгән мәк­тәп­тә ҡурай түңәрәге ойоштора. Тәрбиәлә­неүселәре менән район, республика кимәлендә үткән төр­лө смотр, бәйгеләрҙә еңеүсе урындар ала.
Республикала төрлө рәсми ҡунаҡтарҙы ҡаршылағанда, юға­ры кимәлдәге сараларға һәр саҡ уларҙың ҡурайсылар ансамблен саҡырыр булалар. Бөгөн ҡасан­дыр унан ҡурай уйнау серҙәрен үҙләштергән егеттәр үҙҙәре оҫта ҡурайсы булып, балаларҙы һө­нәр­гә өйрәтә. Эшенең һөҙөмтә­һен, уның дауам итеүен күреүҙән дә ҙурыраҡ ҡыуаныс бармы икән ҡурайсы өсөн?! Үҙ уңыштарынан бигерәк уҡыусыларының оло ҡа­ҙаныштар яулауы, матур һөҙөм­тә­ләр күр­һәтеүе уның өсөн тағы ла әһә­миәт­лерәк булғандыр, моғайын.
Мөхәмәт ағай ҙа балаларға ҡурай серҙәрен өйрәтеү менән генә ҡәнәғәтләнеп, сикләнеп ҡал­май, Шығай мәктәбендә милли көрәш буйынса түңәрәк асып ебәрә. Сәмләнеп, күңел биреп тотонғас, был йәһәттән дә һынат­май ул. Көрәшселәре республика, төбәк-ара бәйгеләрҙә еңеүсе урындар яулай, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Тик гөрләп эшләгән тү­ңә­рәктең бөгөн һүнеп ҡалыуы, уның башланғысын дауам итеү­се­ләрҙең булмауы ғына Мөхәмәт ағайҙың күңеленә тынғылыҡ бирмәй.
Ғаиләң ныҡлы, тылың ыша­ныс­лы булмаһа, ҡолас йәйеп яратҡан һөнәрең менән шөғөл­ләнеү, был йәһәттән камиллашыу, танылыу алыу хаҡында уй­ларға ла кәрәкмәй. Милли мәҙә­ниәтте үҫтереү, халҡы данын юға­ры дәрәжәгә күтәреү хәстәре менән янған Мөхәмәт ағайҙың ҡаҙа­ныштарында ҡатынының өлө­шө баһалап бөткөһөҙ. “Сума­ҙан­дарың менән ҡурайыңды ситкә алып тормаһаң да була, ишек төбөндә генә көтөп ултыр­һалар, икенсе тапҡыр йыйып ыҙала­маҫһың, исмаһам”, – тиһә лә, гас­тролдәрҙән ҡайтып инмә­гән тормош юлдашына бәлә һалмай, уны аңлап, бар яҡлап терәк булып йәшәргә тырыша. Ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итә улар. Ҡыҙҙары Әлфиә, ата-әсәһе юлын һайлап, химик, биолог һөнәренә эйә булған.
Ҡасандыр Усман ағай менән Файза апайҙың “Берәү булһын, берәгәй булһын” тигән теләктәре тормошҡа аша. Мөхәмәт ағай, ысынлап та, ата-әсәһенең генә тү­гел, ә тотош халҡы йөҙөнә ҡы­ҙыллыҡ килтермәй данлы тормош юлы үтә. 70 йәшкә еткән аҡһаҡал бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Төрлө сараларҙа, осрашыу­ҙарҙа теләп ҡатнаша, балаларға рухи тәрбиә биреүгә, быуындар күсәгилешлелеген һаҡ­лау­ға тос өлөш индерә. Уның өс йыл буйы Шәмсетдин мулла тәрбиәһендә үҫеүе лә эҙһеҙ үтмәй. Ислам ди­ненә ҡарата ихтирам тойғоһо бө­гөнгө көндә уны иман юлына ныҡлап йәлеп иткән.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105