Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атаһының данын ҡайтарҙы
Атаһының данын ҡайтарҙы Дәһшәтле һуғыш бөтөүгә былтыр 70 йыл тулһа ла, уның һөрөмө күңелдәрҙән һаман да таралып бөтмәй әле. Үҙ иле, киләсәк быуын өсөн йәнен аямаған ҡаһарман һалдаттарыбыҙҙың яу ҡырында баш һалыуы тыныс, имен тормошта ла тынғылыҡ бирмәй. Берәүҙәр яуҙа юғалтҡан яҡындарын күҙ йәштәре менән иҫкә алһа, икенселәре һуғыш урлаған бала сағын әсенеп хәтерләй.

Абҙаҡ ауылында йәшәгән Ҡәмәриә Ғизетдинова ла — кес­кәй генә сағынан атаһын яу ҡы­рына оҙатып, һуғыштың бөтә мих­нәтен күреп үҫкән бала­ларҙың береһе. Атаһы Йәрмө­хәмәт Йомағужа улы һуғыштың тәүге йылында уҡ колхозда эш­ләп йөрөгән еренән фронтҡа алы­на. Ул яуға киткәндә 1942 йыл­дың сатлама һыуыҡ ғинуары була. Әсәһе, ҡарынындағы сабыйы менән йәнә ике ҡыҙын ҡосаҡлап ултырып ҡала. Ғәйшә апай һуғыш ауырлыҡтарына, аслыҡ-яланғаслыҡҡа бирешмә­йенсә, балаларын ни тиклем ге­нә һаҡларға тырышмаһын, бер тапҡыр ҙа атай тип әйтергә өл­гөр­мәгән иң кескәй ике йәшлек ҡыҙын аслыҡтан йолоп ҡала алмай.
Ҡайғы артынан ҡайғы булып, 1944 йылда Йәрмөхәмәт ағай­ҙың да “ҡара ҡағыҙы” килә. Иле өсөн башын һалған һалдаттың ҡыҙҙары Хәбирә, Ҡәмәриә апай­ҙарға һуғыштың бөтә михнәтен үҙ елкәләрендә татып буй еткерергә тура килә.
Һуғыштан һуң район хәрби комиссариатынан килеп, Йәрмө­хәмәт Йомағужа улының батыр­ҙарса һәләк булыуын хәбәр итә һәм уның ғаиләһенә аҡса ла ҡалдырып китәләр.
– Һатып алырлыҡ ризыҡ, кейем булма­ғас, ул аҡсаларҙың кәрәге лә юҡ, мөйөштә ята бирә, – тип хәтерләй Ҡәмәриә апай. – Уның барлығы күңелде лә йылытмай, тамаҡты ла туй­ҙырмай. Аҡса урынына бәләкәй генә күмәс бирһәләр ине, тип уйлайбыҙ. Күпмелер ваҡыттан һуң беҙҙе тағы ла ауыл Советына саҡыр­тып алдылар. Ҡаланан беҙҙең өсөн бер тоҡ әйбер килтергәндәр икән. Баштан-аяҡ кейенеп, үҙебеҙҙе ауылдың иң бай кешеләрендәй хис итеп ҡайтып киттек. Тик матур кейемгә генә ҡарап ултырып булмай шул. Өҫтөңә әллә ниндәй затлы кейем кейһәң дә, ашамайынса йәшәп булмай. Әсәйем сараһыҙҙың көнөнән үҙенең төлкө яғалы өр-яңы пальтоһын Белоретҡа алып барып бер биҙрә һолоға алмаштырып ҡайтты...
Донъялар тынысланғас, инде үҙе лә оло йәшкә еткән Ҡәмәриә апай “Хәтер” китабын уҡып, атаһының һуғышта кем булыуын, нисек үлеп ҡалыуын һәм ҡайҙа ерләнеүен белә. Уның күңелендә атаһы тураһында күберәк мәғлүмәт алыу теләге уяна.
Күп уйлап тормай ул, Мәс­кәүҙә йәшәгән ҡыҙы Рузиләгә шылтыратып, үҙәк архивтан белешмәләр алырға ҡуша. Шунда уҡ Йәрмөхәмәт ағайҙың документтарын табалар һәм ошондай ҙа батыр ир-арыҫланды бығаса эҙләмәүҙәренә ғәжәп­ләнеүҙәрен белдерәләр. Яҡ­таштары ҡаһарман улдарын эҙләргә, улар тураһында онот­маҫҡа, дандарын киләсәк бы­уынға ла еткерергә тейеш, тиҙәр Мәскәү архивында. Улар үҙҙә­рендә булған ҡайһы бер до­кументтарҙы биреп, күберәк мәғлүмәт алыу өсөн Подольск архивына барырға тәҡдим итә.
Әгәр ҙә Ҡәмәриә апай үҙ ниәтен тормошҡа ашырмайынса ярты юлда туҡтап ҡалһа, Абҙаҡ халҡы үҙ ауылынан сыҡҡан батырын белмәй ҡалыр ине, моғайын. Архив материалдарын туплап алғандан һуң, Йәрмө­хәмәт ағайҙың 771-се уҡсылар полкының санитар ротаһында хеҙмәт иткәне, ысын мәғәнә­һендә ҡаһарман яугир булғаны асыҡлана.
1942 йылдың апрелендә немец илбаҫарҙарына ҡаршы Мценск ҡалаһы өсөн барған алышта яҡташыбыҙ, үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, 17 яралы һалдатты һәм офицерҙы ҡоралдары менән ут аҫтынан алып сыға. Яугирҙең был ҡы­йыулығы “Батырлыҡ өсөн” миҙалына тәҡдим ителә.
Йәрмөхәмәт Йомағужин 1943 йылда Кочки-Смирныелағы алыш­тарҙа ла ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә һәм 8-12 февралгә тиклем барған ҡан ҡойошта 40 яралы ҡыҙылармеецты һәм офи­цер­ҙы ҡотҡара. Абҙаҡ егетенең ҡаһарманлығы “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены менән баһалана.
1943 йылда Орел өлкәһенең Хоружевск, Змеево, Верхний Путинец, Хомуты, Себякино, Амказово, Ольшанка, Чумичевская ауылдары өсөн 23 июндән 3 авгусҡа тиклем барған ҡаты алышта Йәрмөхәмәт Йомағужа улы икенсе санитар Хәйруллин менән тағы ла 34 яралы һал­датты һәм офицерҙы ҡорал­да­ры менән ут аҫтынан алып сыға.
10-11 сентябрҙә Десна йыл­ғаһы аша сыҡҡан ваҡыттағы алышта ла Йәрмөхәмәт Йома­ғужин өҙлөкһөҙ яуған артиллерия уты аҫтында Двина йылға­һының көнбайыш ярында тәүлек буйы яралыларға ярҙам итә һәм уларҙы полктың медицина пунктына ташый. Ошо батырлығы өсөн ҡыҙылармеец Йомағу­жинға тағы бер тапҡыр “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены тапшырыла.
Ҡәмәриә апай Ғизетдинова үҙ тырышлығы менән атаһының ғына түгел, ә барыбыҙ өсөн дә ғорурлыҡ булған ҡаһарман яҡташыбыҙҙың данын тыуған еренә ҡайтарҙы. Яҡындары Йәрмөхәмәт Йомағужа улының ике “Ҡыҙыл Йондоҙ” орденын үлгәндән һуң булһа ла рәсми юллап алыуға өлгәште, әлеге ваҡытта “Батырлыҡ өсөн” миҙа­лын да ҡайтарырға ниәтләй.
Былтыр Подольск ҡалаһы­ның хәрби комиссариаты 9 Май байрамына ҡарата Ҡәмәриә Йәрмөхәмәт ҡыҙына саҡырыу ебәргән. Ҡәмәриә апай саҡырыу­ҙан баш тартмаған, ҡыҙы Рузи­лә, кейәүе менән автомобилдә алыҫ Белоруссия еренә юлға сыҡҡан. Унда уларҙы бик йылы ҡаршы алғандар. Журналистар һуғыш үткән ерҙәр буйлап экскурсия үткәргән, Йәрмөхәмәт Йомағужа улының ҡәберенә алып барған (һүрәттә). Ҡәмәриә апайға атаһының эҙҙәренә баҫып йөрөргә, ул дауаланған госпиталде лә күрергә насип булған.
— Сәфәребеҙҙә Подольск ҡалаһының матурлығына, ур­ман­дарының таҙалығына бер һоҡланһаҡ, ошо ҡаланы дошмандан таҙартып башын һалған 8 мең ҡаһарман яугир ҡәбер­легенең ҡараулы булыуы кү­ңел­дә ғорурлыҡ тойғоһон кө­сәйтте. Әле ҡәберлектәрҙә бөтә яугирҙәрҙең дә исеме яҙыл­маған. Был эште аҙағына тиклем атҡарып сығырға вәғәҙә биреп ҡалдылар. Алла бирһә, ата­йымдың ҡәберенә тағы барыр­быҙ тигән ниәт менән ҡайттыҡ, — ти Ҡәмәриә апай.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 21

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 66

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 70

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 82

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 47

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 58

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 77

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 51

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 74

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 106