Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беүәнән ҡеүәт алып
Беүәнән ҡеүәт алып Башҡортостандағы ҡалаларҙың алтауһы ҡарамағында ауылдар бар. Ундай биләмәләр һаны буйынса Өфө беренсе урында тора. Икенселә иһә – Нефтекама. Уға ете ауыл ҡарай: өсәүһе ҡаланың янында урынлашһа, ҡалғандары 20 – 40 саҡрым алыҫлыҡта ята. Шулар араһынан Әмзә ауылына юл тоттоҡ.

Кисә һәм бөгөн

Әмзә Нефтекаманан 22 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Уны ҡала менән Краснокама һәм Яңауыл райондары аша үткән асфальт юл тоташтыра. Пассажир автобустары көн­оҙоно йөрөп тора.
Ауыл ҡасандыр Яңауылдың Ҡарман ауыл Советы составына ингән була. 1952 йылдың 8 декабрендә иһә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ҡарары менән Әмзә ауыл Советы ойошторола. Уға яҡын-тирәләге Беүә, Кордон, Ҡом, Хмелевка ауылдары һәм һөт-тауар фермаһы урынлашҡан утар бирелә. Берҙән-бер сәнәғәт предприятиеһы (урман комбинаты) булған Әмзә 1962 йылда эшселәр ҡасабаһы статусын ала. Ошо нигеҙҙә ул бер йылдан яңы ойошторолған Нефтекама ҡала Советы ҡарамағына күсерелә.
Ауыл аша “Ҡазан – Екатеринбург” тимер юлы үтә. Уның бер тармағы, нәҡ Әмзә тирәһендә айырылып китеп, Нефтекаманы ошо оло юл менән тоташтыра. Бынан йөк сос­тавтары, иртәле-кисле “Яңауыл – Нефтекама – Яңауыл” электричкаһы йөрөй.

Тарих ни һөйләй?

Беүәнән ҡеүәт алыпБилдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “Баш­ҡортостан ауылдары тарихы” китабында билдәләүенсә, был яҡтар – Уран ырыуы баш­ҡорттарының аҫаба ерҙәре. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле тележурналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин етәкселегендәге авторҙар коллективы нәшер иткән “Башҡорт ырыуҙары тарихы” серия­һының Уран ырыуына арналған VII томында был фекер бай архив мәғлүмәттәренә таянып дәлилләнә.
Башҡа сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ХVI бы­уатта Рәсәй дәүләте үҙенең көнсы­ғыштағы сиктәрен нығытыу маҡсатында яңы ҡәлғәләр төҙөй: 1574 йылда – Өфө, Табын, Минзәлә, 1580 йылда – Бөрө, 1591 йылда – Уҫа (хәҙерге Пермь крайындағы ҡала), 1596 йылда Сарапул (Удмурт Республикаһындағы ҡала) нигеҙләнә. Ҡәлғәләрҙе тоташтырған юлдарҙа почта йорттары урынлашҡан була. Урыҫса “ям” тип аталған был туҡталыш урындары 2005 йылда нәшер ителгән урыҫса-башҡортса һүҙлектә “үткенселәр, юлаусылар почта аттарын алмаштыра торған почта станцияһы йәки почта юлындағы ауыл” тип аңлатыла. Сарапул волосы крәҫтиәндәренең 1636 йылдың 17 декабрендә батшаға яҙған хатында түбәндәге юлдар бар: “Кама-река не замерзла. Так уже было в позапрошлом году. И мы, сироты твои, везли его (воеводу Соликамского) с Сарапула в Казанский уезд на Амзинский Черемисовский ям”. Был – Әмзәнең 400 йылға яҡын тарихы булыуына туранан-тура дәлил.
ХХ быуат башында төҙөлгән “Ҡазан – Екатеринбург” тимер юлының ауыл аша үткәнен әйткәйнек. Кем белә, тарих тәгәрмәсе икен­серәк әйләнһә, Әмзә бөгөн дә тәүлегенә бер-ике поезд туҡтаған бәләкәй тимер юл айырмаһы дәрәжәһендә ҡалған булыр ине. Ләкин уның артабанғы яҙмышына ағас эшкәртеү сәнәғәте ныҡлы йоғонто яһай.

Төйәктең терәк-таянысы

Беүәнән ҡеүәт алыпАуылдан 40 саҡрымда, йәғни бөгөнгө Пермь крайы биләмәләрендә урынлашҡан Михайловка заводы ХIХ быуаттың тәүге яртыһынан уҡ шарап, спирт эшләү менән бер рәттән ыҫ­мала, дегет, һеркә онтағы, 1939 – 1940 йылда иһә, яңы цех асып, химик ысул менән техник һеркә кислотаһы етештергән була. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, ҡорамал­дары шаҡтай иҫкергән, таушалған был предприятиены нигеҙенән үҙгәртеп ҡороу урынына яңы завод төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Урыны итеп Беүә буйындағы Әмзә айырмаһы эргәһе һайлана. 1947 йылдың мартында тө­ҙөлә башлаған урман-химия заводында 1953 йылдың 25 декабрендә ағас күмеренең тәүге йөгө әҙерләнә, йәнә бер айҙан ағас ыҫмалаһы, һеркә кислотаһы һәм метил спирты күпләп етештерелә башлай. Предприятиены сеймал менән тәьмин иткән Михайловка урман хужа­лығы үҙ сиратында ағастан төрлө тәғәйен­ләнештәге продукция сығара.
1983 йылда завод менән урман хужалығын берләштереү һөҙөмтәһендә Әмзә комбинаты ойошторола. Артабанғы осорҙа, шул иҫәптән заман елдәре төрлөсә иҫкән һуңғы бер нисә тиҫтә йылды уңышлы үтеп, предприятие төп йүнәлешенә тоғро ҡала. Ул төҙөлөшкә яраҡ­лынан башлап эшкәртеү ҡалдыҡтарына тиклем 40-тан күберәк төр ағас материалы һәм ағас күмере етештереү менән бергә урман химияһы тауарҙары ла сығара. Этилацетат, һеркә кислотаһы, ағас ыҫмалаһы, күмер брикеты һәм активлаштырылған күмер Рәсәй баҙа­рында ғына түгел, илебеҙҙән ситтә лә киң танылыу яулай. Уларҙы төҫлө металлургия, цел­люлоза-ҡағыҙ, аяҡ кейеме, лак-буяу тармаҡтары күпләп һатып ала.
Әмзә урман комбинатында ағас тулыһынса тиерлек эшкәртелә. Был йәһәттән ул – республикала берҙән-бер предприятие. Комбинат төрлө бәйгеләрҙә, күргәҙмәләрҙә алдынғы урындарҙы яулай, “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 та­уары”, “Башҡортостандың яҡшы тауарҙары” конкурстарының даими лауреаты һәм дипломанты.
Ул – Әмзә ауылын булдырған, үҫтергән, бөгөнгө тормошон тәьмин иткән предприятие. Төрлө йылдарҙағы тиҫтәнән ашыу етәксе, комбинатты алға ебәреү менән бер рәттән, хеҙмәткәрҙәре өсөн тейешле көнкүреш шарттары тыуҙырыуға ла күп көс һалған. Һәр бе­реһен тик ыңғай яҡтан телгә алалар. Мәҫәлән, комбинат төҙөү эшен башлап ебәргән Михаил Антонов, ауылда бер ҡатлы йорттар һалыуҙы йәйелдергән Анатолий Репин, Әмзәне хәҙерге торошона еткергән Леонид Кудрявцев... Өсөнсөһөнөң исеме ауылдың үҙәк урамына, стадионға бирелгән.

Уҡытыусы,
йырсы, баянсы...


Беүәнән ҡеүәт алыпБындағы мәктәп – районда алдынғылар рәтендә. Быйыл уның 70 йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр. Белем усағының Түбәнге Новгород ҡалаһында үткән “Күркәм мәктәптәрҙең заманса моделе” халыҡ-ара конферен­ция­һында махсус диплом алыуы, “Мәктәп – ауыл­дың социаль-мәҙәни үҙәге” Рәсәй конкурсының төбәк этабында I урынды яулауы, Башҡорт­остан Мәғариф министрлығының, ҡала ха­кимиәтенең һәм уның мәғариф идаралығының бихисап маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булыуы – уңышлы эшмәкәрлеккә асыҡ миҫал. Педагогтар ҙа, уҡыусылар ҙа төрлө кимәлдәге ярыш-бәйгелә даими ҡатнашып, еңеүгә өлгәшә. Мәк­тәп коллективы, ауыл халҡы республиканың, илдең төрлө тарафтарында лайыҡлы хеҙмәте менән дан-шөһрәт ҡаҙанған элекке сығарылыш уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана.
Әле мәктәптә 544 уҡыусы белем ала. Башҡорт телен уларҙың 472-һе (I кластарҙан тыш) дәүләт статусында, 78-е туған тел бу­лараҡ өйрәнә. Директор Альбина Ялашева юғары категориялы тел һәм әҙәбиәт уҡы­тыусыларын маҡтап телгә алды. Араларынан Ләйлә Кәримова менән таныштыҡ.
– Дыуан районының Ҡәҙер ауылынанмын, – тине педагог. – Яҙмыш Әмзәгә алып килде, бында ике тиҫтә йылдан ашыу йәшәйем. Тәүҙә башланғыс кластарҙа эшләнем. 1997 йылда башҡорт телен өйрәтеүҙе факультатив рә­үешендә башлап ебәргәйнем, аҙаҡ хеҙмәтемде ошо йүнәлештә ныҡлап дауам иттем.
Ләйлә Фатима Байрам ҡыҙы менән Иран Түрйән улы Кәримовтарҙың биш балалы ғаи­ләһендә үҫкән. Үҙенә тиклем уҡытыусы һө­нәрен һайлаған ағаһы Шәрифйән, апалары Рита, Луиза өлгөһөндә Мәсәғүт педагогия учи­лищеһын тамамлаған. Бөгөн иһә ул – ярай­һы тәжрибә туплаған, төрлө ве­домст­во­ларҙың маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ һөнәр эйәһе. Ҡәҙер мәктәбе уҡытыусыларын, айы­рыу­са училищела башҡорт телен өйрәткән Сафура Миһранованы ҙур хөрмәт менән иҫкә ала.
Һынатмай Ләйлә Иран ҡыҙы: төп эше менән бергә директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫары вазифаһын күп йылдар уңышлы башҡара, конкурстарҙа теләп ҡатнаша, “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһенең ҡала этабында бер нисә рәт призлы урын алған. Ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша: ике тиҫтә йылға яҡын Шә­жәрә байрамдарын ойоштора, башҡорт те­лендә үткән кисәләрҙе алып бара. Өлгөр педа­гог сәхнәлә йырлап та ебәрә, бейергә төшөп китә, кәрәк сағында ҡулына баян ала, гәзит-журналға мәҡәлә яҙырға ла ваҡыт таба. Уҡыусыларының яратҡан остазы ла. Улары үҙ сиратында, остазына эйәреп, бар яҡлап тырыш.
Сәнғәттең
“алтын һуҡмағы”


Урман комбинатының шул осорҙағы директоры Леонид Кудрявцевтың башланғысы менән 1985 йылдың 1 сентябрендә ауылда балалар музыка мәктәбе асыла, яңы быуат башында иһә уның сәнғәт бүлексәһе эш башлай. Ҡала хакимиәтенең булышлығы менән 2007/08 уҡыу йылын учреждение төҙөкләндерелгән бинала ҡаршылай. Уның менән бер ҡыйыҡ аҫтында картиналар галереяһы һәм музей ҙа урын ала.
– Әле беҙҙә ун уҡытыусы эшләй, 180 бала өҫтәмә белем ала, – ти сәнғәт мәктәбе директоры София Коновалова.
Бында кисен дә тормош гөрләй: рәсем төшөрөүгә әүәҫ өлкән йәштәгеләр йыйыла. Был йәһәттән Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союздары ағзаһы Александр Латкиндың тырышлығын айырып билдәләргә кәрәк.
Үҙ эшен мөкиббән яратҡан тәжрибәле уҡытыусылар йәш быуынға һүрәт төшөрөргә, һынлы сәнғәт (скульптура) оҫталығына, станокта тулы йөкмәткеле сәнғәт әҫәрҙәре яһарға, компьютер графикаһы, биҙәү-ғәмәли сәнғәт, балсыҡтан һауыт-һаба эшләү алымдарына өйрәтә. Музыка бүлегенә йөрөгәндәр фортепь­яно, баян, аккордеон, балалайка, гитара, флейта кеүек музыка ҡоралдарында уйнау, айырым һәм хорҙа йырлау күнекмәләре ала, композиция, аранжировка серҙәренә төшөнә.
– Сәнғәт мәктәбен йыл һайын уртаса 40 уҡыусы тамамлай, – ти София Харис ҡыҙы. – Араларында зауығына ярашлы шөғөл буйынса артабан махсус уҡыу йорттарында белем алып, ғүмер буйы сәнғәткә хеҙмәт иткәндәр ҙә бар.
Силәбе дәүләт мәҙәниәт институтын (хәҙер – академия) 1986 йылда тамамлап, йүнәлтмә буйынса Әмзәгә килгән София Коновалова мәктәпкә өс тиҫтә йыл самаһы етәкселек итә. Ул уҡытыусыларҙың һәм балаларҙың конкурстарҙа яулаған еңеүҙәре, алған бүләктәре хаҡында ихлас бәйән итте. Мәктәптә эшләп киткәндәрҙе хөрмәт менән иҫкә төшөрҙө, әлеге һөнәрҙәштәренең уңыштары менән ҡыуанып уртаҡлашты. Етәксе ауылдағы мәҙәни сараларҙың мәктәптең ижади коллективтарынан башҡа үтмәүен, төрлө кисә, тематик концерт һәм лекцияларҙың даими ойошторолоуын, уҡытыусыларҙың “Палитра” йыр ансамбле сығыштарының һәр ерҙә көслө алҡышҡа күмелеүен дә ғорурланып һөйләне.
Матурлыҡ һәм музыка донъяһына тәүге аҙымдарын сәнғәт мәктәбендә яһағандарҙың береһе лә бында үткәргән ваҡыт өсөн үкенмәй. Киреһенсә, үҙенә ошондай мөмкинлек тыуҙырған ата-әсәһенә, түҙемле, ныҡышмал остаздарына ҙур рәхмәтле улар.

Халыҡ көтөп ала

Мәҙәниәт йортонда эшләгән ете түңәрәктә 100-гә яҡын үҙешмәкәр теләп шөғөлләнә. Араларында төрлө һөнәр вәкилдәре, хаҡлы ялдағылар бар, мәктәп уҡыусылары ла бихисап. Ойоштороусылар ауыл халҡының ялын ҡыҙыҡлы һәм файҙалы итеү менән бергә сәнғәткә маһирҙарҙың оҫталығын арттырыуҙы төп бурысы тип һанай.
– Һәр быуын вәкилдәре күңеленә оҡшаған түңәрәктәргә ихлас йөрөй, – ти мәҙәниәт йорто директоры Динара Вилданова. – Ауыл халҡы үҙешмәкәр артистар ойошторған байрамдарға, әҙәби-музыкаль кисәләргә, театрлаштырылған тамашаларға һәр саҡ теләп килә.
Динара Рәмис ҡыҙы билдәләүенсә, Наталья Гладских етәкселегендәге “Сударушка” фольклор ансамбле, Рөстәм Солтанов алып барған “Гармония” йыр түңәрәге, шулай уҡ “Каблучок” (етәксеһе – Галина Оконникова), “Ритм” (етәксеһе – Резеда Баһауетдинова) һәм “Е-Е” (етәксеһе – Илмир Вилданов) бейеү коллективтары ағзаларының сығыштары һәр саҡ көтөп алына. Шулай уҡ Марина Александрова, Эльза Сәлимова, Гөлшат Хужина, Юлия Золотухина, Вадим Ғилманшин кеүек оҫталар ҙур ихтирам ҡаҙанған.
Ойошоуына әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә, урта һәм өлкән йәштәгеләрҙең һөйөүен яулап өлгөргән “Сударушка” фольклор төркөмөнә айырым туҡталып үтәйек. Был коллективта 45 – 70 йәшлек йыр-моңға, сәхнәгә ғашиҡ ете ҡатын-ҡыҙ шөғөлләнә. Әмзә урман комбинатында уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Людмила Воронина – ансамблдәге төп солистарҙың береһе. Ете тиҫтәне ҡыуыуға ҡарамаҫтан, ул, йәштәрҙең күбеһенә үрнәк күрһәтеп, әхирәттәрен дәрт-дарман, юғары кәйеф менән рухландыра. Әнисә Нурлы­ғаянова ла халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Ғөмүмән, фольклор төркөмөнөң барлыҡ ағзалары ла быуындан быуынға күсә килгән тел хазинаһы өлгөләренә – йыр һәм таҡмаҡтарға – ысын күңелдән ғашиҡ. Һуңғы йылдарҙа ауыл­дағы бер мәҙәни сара ла уларҙан тыш үтмәй. Айырыуса боронғо йолалар буйынса ойошторолған тематик кисәләрҙең, Оло йәштәгеләр көнөнә арналған байрам тамашаларының уртаһында ҡайнай үҙешмәкәрҙәр. Ысын мәғәнәһендә Әмзәнең ғорурлығына әүерелгән “Сударушка” фольклор ансамбленең сығышын ҡала сәхнәләрендә лә һағынып көтөп алалар. Коллектив халыҡ ижады өлгөләре аша йәш быуын күңелендә рух, илһөйәрлек тәрбиәләүгә тос өлөш индерә.

Рәхим итегеҙ!

Беүәнән ҡеүәт алыпӨлкән йәштәгеләрҙең хәтирәләрендә 1947 йылда урман-химия заводы төҙөлә башлағас та ҡыҙыл мөйөш өсөн айырым бүлмә бирелеүе хаҡында йыш телгә алына. Нәҡ шунда Әмзәнең тәүге китапханаһы булдырыла. Артабан, 1951 йыл аҙағында, йәштәрҙең әүҙемлеге арҡаһында “Комсомол” исемле клуб төҙөлә. Унда уҡыу залы булған китапхана асыла. Рухи мөйөш әле мәҙәниәт йортоноң икенсе ҡатында урынлашҡан. “Моделле китапхана” статусына эйә ул. Уҡырға яратҡандар өсөн бында уңайлы шарттар тыуҙырылған. Интернет селтәренә тоташтырылған ике компьютер эшкә һәр саҡ әҙер. Махсус йыһазландырылған балалар мөйөшөнә иһә кескәйҙәр саң ҡундырмай.
– Фондта 19 меңдән ашыу китап тупланған, – ти китапхана мөдире Зәлинә Сәрүәрова. – Башҡорт телендәге баҫмалар – ике мең ярымдан ашыу. Улар иҫәбендә нәфис һәм фәнни-популяр әҙәбиәт, төрлө белешмәләр, һүҙлектәр бар. Теләгәндәр шулай уҡ республика кимәлендәге гәзит-журнал менән дә иркен таныша ала. Китапханаға 2 200-ҙән ашыу кеше йөрөй, был ауыл халҡының яртыһы тиерлек. Улар араһында урман комбинаты эшселәре һәм хаҡлы ялдағылар өҫтөнлөк итә.
Китапхана төрлө сараларҙы даими ойоштора. Әҙәбиәт йылы айырыуса матур үткән. Биш-алты йәшлек балалар өсөн ойошторолған “Уҡыу шатлығы”, тематик акциялар, әҙиптәргә, теге йәки был әҫәргә арналған күргәҙмәләр, конкурстар, уйындар, викториналар...
Ете йыл элек ойошторолған балалар ҡурсаҡ театры һәм сәскә үҫтерергә яратҡандарҙың “Цикламен” клубы – китапхана хеҙмәткәрҙәренең яңы эш алымдарын даими эҙләү емеше. Бында, һис шикһеҙ, мөдирлек бурысын өс тиҫтә йылға яҡын уңышлы атҡарып, күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан Валентина Бордачеваның өлөшөн билдәләмәү мөмкин түгел.

Малайҙарға –
ҙур ышаныс


Беүәнән ҡеүәт алыпӘмзәлә спорттың үҫеше лә туранан-тура урман комбинаты менән бәйле. Уҙған быуат урталарында – волейбол, һуңыраҡ футбол һәм хоккей менән әүҙем шөғөлләнә башлайҙар. 1970 йылда “Искра” спорт йәм­ғиәте ойошторола. Ошо исемде йө­рөткән хоккей командаһы 80-се йылдарҙа биш тапҡыр Башҡортостан чемпионы булып таныла. Саңғы спорты ла киң бил­дәлелек яулай. Ярыш өсөн Беүә йылғаһы аръяғында яҡтыртылған трасса ҡорола. Быуат аҙағында комбинат көсө менән заманса стадион сафҡа индерелә. Ул хәҙер предприятиеның тарихҡа ингән етәксеһе Леонид Кудрявцевтың исемен йөрөтә.
Беҙ барғанда, Әмзә балалар-спорт мәктәбенең йәш хоккейсылары уҡытыусы-тренер Рәйес Ғәббәсов етәкселегендә күнекмә үтә ине. Боҙ майҙанда шулай уҡ “Искра” йыйылма командаһына ингән өлкәндәр ҙә шөғөлләнә, кис төрлө йәш­тәгеләр конькиҙа шыуырға сыға икән. Яҡында ғына кескәйҙәр өсөн һырғалаҡтар эшләп ҡуйылған.
Спорт мәктәбенә 160-ҡа яҡын бала йөрөй. Улар, йәш буйынса өсәр төркөмгә бүленеп, хоккей һәм футбол менән шөғөлләнә. Икенсе уҡытыусы-тренер Артем Епихин ҡышҡыһын йәштәргә урта мәктәптең спорт залында күнекмәләр үткәрә.
– Малайҙар хоккейҙы ла ярата, футбол менән дә теләп шөғөлләнә, – ти тренерҙар. – Уҡыуҙа ла һынатмайҙар.
Әйтеүҙәренсә, иң тырыштары – Булат Мәсәғүтов, Максим Минаков, Рәнис Ғәббәсов, Александр Паситов, Иван Аникеев һәм Кирилл Горбунов.




* Әмзә хаҡындағы беренсе тарихи мәғлүмәт 1636 йылға ҡарай.
* 1945 йылда ауылда алты тиҫтәгә яҡын кеше йәшәгән булһа, бер йылдан уларҙың һаны ун тапҡырға арта.
* 1950 йылда ауылда
1 304 кеше йәшәһә, был күрһәткес 1960 йылда – 4 306-ға, 1970 йылда 5 241-гә етә.
* 1952 йылда ойошторолған Әмзә ауыл Советының тәүге рәйесе итеп Бөйөк Ватан һуғышында ике хәрби орденға һәм миҙалдарға лайыҡ булған Ғәзиз Сәлих улы Ибраһимов һайлана.
* 2004 йылда Әмзә эшселәр ҡасабаһының статусы үҙгәртелә, һәм ул ауыл категорияһына индерелә.
* Биләмәнең майҙаны 751 гектар тәшкил итә. Уның 442 гектарында торлаҡ йорттар, шәхси хужалыҡтар, төрлө йүнәлештәге объекттар урынлашҡан.
* Әмзәлә күп фатирлы йорттар – 56, ике, өс һәм дүрт фатирлы бер ҡатлы йорттар – 187, шәхси йорттар – 1 048.
* Бөгөн ауылда 5 585 кеше йәшәй, шуларҙың 1 202-һе – хаҡлы ялдағылар, 943-ө – балалар һәм 17 йәшкә тиклемге үҫмер егет-ҡыҙ, башҡалары – хеҙмәт йәшендәгеләр.
* Әмзәлә тиҫтәгә яҡын милләт вәкилдәре дуҫ-татыу ғүмер итә. Күбеһе урыҫтар, башҡорттар, татарҙар, мариҙар, удмурттар, сыуаштар, белорустар һәм украиндар.
* Ауылда ҡатнаш никахлы ғаиләләр күп.
* 59 урам иҫәпләнә.
* Ауыл эсендәге юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо – 43 километр.
* Шәхси хужалыҡтарҙа күпләп мал, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, 600-ҙән ашыу умарта бар.
* Урта дөйөм белем биреү, сәнғәт һәм балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре, дауахана, мәҙәниәт йорто, китапхана, стадион, картиналар галереяһы һәм музей эшләй.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Айырыуса өлкәндәр ыҙалай

Айырыуса өлкәндәр ыҙалай 18.02.2019 // Йәмғиәт

Республикала киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы һәм киҙеү менән ауырығандар һаны, 18 февралгә...

Тотош уҡырға 19

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме?

Йөҙ йәшкә тиклем эшләгең киләме? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәше 100-ҙән артҡан ете пенсионер һин дә мин эшләп йөрөй....

Тотош уҡырға 65

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел

Ышанмағыҙ! Бөтәһенә лә түгел 18.02.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы көндәрҙә мессенджерҙар барлыҡ эшләмәгән пенсонерҙар шифахана-курорт дауалауы өсөн 3300 һумлыҡ...

Тотош уҡырға 66

20 мартҡа тамамларға!

20 мартҡа тамамларға! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Сибай карьерын һыу менән тултырыу буйынса эш планға ярашлы бара. Был турала Хөкүмәттә үткән...

Тотош уҡырға 77

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор

Мәскәүҙе маҡта ла... Бөрйәндә тор 18.02.2019 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә тормош кимәле иң яҡшы төбәктәрҙе атанылар. Тикшереүселәр быны билдәләгәндә тормош...

Тотош уҡырға 44

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит!

Батыр үҫтергәнһең икән, ял ит! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров тиҙ арала Афған һуғышында һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләренә урындағы...

Тотош уҡырға 54

Подъезығыҙ ни хәлдә?

Подъезығыҙ ни хәлдә? 18.02.2019 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров чиновниктарға күп фатирлы йорт подъездарына барып күрергә, уларҙың торошон тикшерергә...

Тотош уҡырға 50

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма!

Денге биҙгәген йоҡтороп ҡуйма! 18.02.2019 // Йәмғиәт

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт Рәсәй граждандарына...

Тотош уҡырға 76

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...”

“Туҙанға батып ятһағыҙмы...” 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы...

Тотош уҡырға 50

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?..

Тәртипкә килтереүе ҡыйынмы ни?.. 18.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Хөкүмәттең...

Тотош уҡырға 51

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен...

Быныһы ла Ҡазанға китмәһен... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһы янындағы аллеяла күренекле яҡташыбыҙ, бейеүсе...

Тотош уҡырға 73

Ҡойроғона баҫтылар...

Ҡойроғона баҫтылар... 18.02.2019 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәгән ханым егерме йыл элек наркотик һатыуҙа тотолоп, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыла....

Тотош уҡырға 105