Хужа булған ерҙә тәртип түрҙә

29-01-2016, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Хужа булған ерҙә тәртип түрҙә Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Әбйәлил районы үҙәге Асҡар Рәсәйҙең иң төҙөк ауылдарының береһе булып танылды. Ҡаҙанышта, һис шикһеҙ, биләмә етәксеһенең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Хужа булған ерҙә тәртип бар”, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит.

Күҙ төбәп барыр
урын бар


Ауыл халҡы урындағы үҙидараға күҙ төбәп йәшәй. Йомош менән килә, кәңәш һорай, ярҙамға ышанып баға... Мәсьәлә­ләрҙе хәл итеүҙә ауыл биләмәһе башлығы туранан-тура ҡатнаша. Ситтән ҡарағанда, бәлки, еңел кеүек күренгән был вазифа ифрат мәшәҡәтле, ауыр. Күңелендә ҙур яуаплылыҡ тойғоһо йөрөткән кешеләр генә тарта алалыр ул йөктө. Быға Асҡар ауыл биләмәһе башлығы Иршат Малы­баевтың бер көнлөк эшмәкәрлеген яҡындан күргәндән һуң ныҡлап төшөндөм.
Муниципаль берәмеккә Асҡар, Ярлы­ҡап, Тирмән, Ҡолоҡас, Айғырбатҡан, Дауыт ауылдары инә. Хәйер, район үҙәге үҙе күптән инде йыйнаҡ, төҙөк ҡаласыҡты хәтерләтә. Ундағы көнкүреш шарттары ла яҡшы. Магнитогорск ҡалаһының яҡын булыуы ла асҡарҙар өсөн бар йәһәттән ҡулай.
Беҙ барып ингәндә, Иршат Филҡәт улына төрлө һорау менән килгәндәрҙән сират теҙелгәйне. Ниәттәре – ниндәйҙер проб­леманы еткереү, фекер алышыу. Мәҫә­лән, Учалы урамында йәшәгән Маһинур Усманова ҡыйыҡтағы боҙбармаҡтарҙы төшөрөү, йорт ишеге алдына түбә эшләтеү, ихатаның ҡоймаһын рәтләүгә ярҙам итеү­ҙәрен һораны. Етәксе уны иғтибар менән тыңлағас, был хәл менән яҡшы таныш булыуын белдерҙе, ремонт өсөн материал табырға вәғәҙәләне. Йүнәтеү эшен иһә йортта йәшәгән ир-ат башҡарасаҡ, сөнки ниндәйҙер ойошма хеҙмәткәрҙәрен саҡыр­тыу өҫтәмә сығым талап итә. Ә аҡса иҫәп ярата, һәр тин һанаулы.
Шайморатов урамының 11-се йортонда йәшәгәндәр исеменән Гөлзөһрә Алтынбаева килгәйне. Ул ҡыйыҡты алмаштырыу кәрәклеге, подъездағы иҙәндең һыуыҡ булыуы хаҡында белдерҙе. Иршат Малыбаев иһә был йорттағыларҙың һәлкәүле­генә әсенде: былтыр адреслы ярҙам күрһәтеү программаһына ҡушылырға тәҡдим иткәндәр, әммә улар урынынан да ҡуҙғалмаған.
– Башҡалар кеүек әүҙемлек күрһәтһәгеҙ, бер ниндәй проблема тыумаҫ ине, – тине ул Гөлзөһрә Алтынбаеваға. – Күргәнһе­геҙҙер, программала ҡатнашҡандар йор­тоноң ҡыйығын яңыртыуға өлгәште. Ә һеҙгә тиҙ арала ярҙам итә алмайбыҙ – финанс йәһәттән мөмкинлек юҡ. Материал булыу менән ҡыйыҡтың тишек-тошоғон ваҡытлыса ямап торорға мөмкин.
Хужа булған ерҙә тәртип түрҙәҠолоҡас ауылы старостаһы Әсләм Ҡолмөхәмәтов һәр кемдең үҙәгенә үткән мәсьәләләрҙең береһе – берәҙәк эттәр проблемаһын күтәрҙе. Был биләмә Асҡарҙың янында урынлашҡан. Боронғо ауылдарҙың береһе ул. Уҙған быуат аҙа­ғында халҡы район үҙәгенә күпләп күс­кәнлектән, төйәктә тормош туҡталғандай була. Ә был ерҙең матурлығы, бай тәбиғәте Магнитогорск ҡалаһында йәшәгән бәғзе йүнселдәрҙең күҙен ҡыҙҙырмай ҡалмай, күрәһең: ауылда заманса йорттар ҡалҡа башлай. Һөҙөмтәлә хәҙер бында ябай башҡорт өйҙәре лә, тимер ҡапҡалы, ике ҡатлы яңылары ла байтаҡ.
Сит кешеләр килеү менән ауылдағы тормош үҙгәрә, үҙ сиратында проблемалар күбәйә. Шуларҙың береһе – берәҙәк эттәр. Ауыл халҡында һәр кемдең үҙ йорто, үҙ хайуаны, тигәндәй. Ә бына ҡаланан ял итергә килгәндәр ни өсөндөр башмаҡ ҙурлығындай йәки бейәләйҙәй “дуҫ”тарын ошонда ҡалдырып китергә ғәҙәтләнгән. Улары ауылда иреккә сыға: ҡош-ҡортҡа тейә, хатта малға ташланырға ла тартынмай.
– Элегерәк урындағы хакимиәт тарафынан эйәһеҙ эттәрҙе юҡ итеү маҡсатында махсус рейд ойоштороу мөмкинлеге бар ине, – тине Иршат Филҡәт улы. – Хәҙер иһә ундай хоҡуғыбыҙ юҡ. Бер кемдең дә үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алғыһы килмәй.
Шулай ҙа башлыҡ райондың ветеринария станцияһы етәксеһе Вәлиәхмәт Әсәҙуллинға шылтыратып, уға киҫкен хәл тураһында бәйән итте, ниндәйҙер сара күреү кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Уйлап ҡараһаң, берәҙәк этте юҡ итеү өсөн күпме сығым талап ителә! Хәйер, шундай хайуандарға махсус питомник төҙөү өсөн дәүләт тарафынан һәр район хакимиәтенә тейешле күләмдә аҡса бүленеүе мәғлүм. Уларҙы ярты йыл дауамында аҫрап, арта­бан яҡшы хужаларға тапшырыу ҡаралған. Иң агрессив булғандарын ғына юҡ итергә рөхсәт бирелә. Тимәк, берәҙәк эттәр иректә йөрөүен, ҡош-ҡортҡа тейеүен, кешеләргә ташланыуын, төрлө сир таратыуын дауам итәсәк әле. Ни өсөн тигәндә, бүленгән аҡсаны нисек тотоноу, питомник төҙөү өсөн тендер ойоштороу, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү һәм башҡа бихисап мәсьәләгә бәйле бер ниндәй аныҡ инс­трукция юҡ.

Сатлама һыуыҡҡа әҙербеҙме?

Хужа булған ерҙә тәртип түрҙәБиләмә башлығына артабан райондағы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен даими иғтибар үҙәгендә тотҡан “Асҡар” предприятиеһы етәксеһе Иштимер Рыс­ҡужин инде. Уның әйтеүенсә, йылылыҡ буйынса тотҡарлыҡ юҡ, барлыҡ ойошмалар яҡшы эшләй.
– Көндәр тағы һыуыта, тиҙәр, әҙер булырға кәрәк, – тип һүҙҙе ҡыҫҡа тотто Иршат Филҡәт улы. – Һыу, газ, йылылыҡ торбаларын йәнә бер ҡат яҡшылап тикшереп сығығыҙ. Күп фатирлы йорттарҙағы ваҡ-төйәк кеүек күренгән проблемаларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Тап уларҙың аварияға сәбәпсе булыуы ихтимал.
Башлыҡтың борсолоуын аңларға була. Һуңғы йылдарҙа һауа торошо тотороҡ­һоҙлоғо менән аптырата: берсә ҡапыл шаҡырайтып туңдыра, йә уйламаҫтан иретә – һис яраҡлашып өлгөрөп булмай. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә ял да, байрам да юҡ. Һәр саҡ уяу булырға тейеш улар. Әйт­кәндәй, район үҙәгендә күп ҡатлы 37 йорт һәм өс дөйөм ятаҡ бар.

Йәшәйем тигәнгә
ер табылыр


Кабинеттағы эштәр барланғас, Иршат Филҡәт улы менән урамға сыҡтыҡ. Ниәт – биҫтәләрҙең торошон ҡарау, унан Дауыт ауылына юлланыу.
Асҡар йылдан-йыл төҙөкләнә, киңәйә. Заманса яңы йорттар ҡалҡа, йәш ғаиләләр өй туйлай. Көнсығыш-1 һәм Көнсығыш-2 биҫтәләрендә газ, һыу мәсьәләләре күптән хәл ителгән. Бурандан һуң юлды даими таҙартып торалар. Ә күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән Мырҙабайҙа башҡа­раһы эш күп әле.
Артабан еңел машина Дауыт ауылына юл алды. Туп-тура староста Тәлғәт Әхтәмовтың йорто янына барып туҡтаныҡ. Өлгөр хужа үҙе лә күренде.
– Түҙмәйенсә килеп еттегеҙме, Иршат Филҡәт улы? – тип ҡаршыланы ул. – Тракторым боҙолоп тора, шуны йүнәтеп оҙаҡ­лап кителде. Мырҙабайға юлды астым. Бөгөн тағы буранлап тора бит әле...
Хакимиәт башлығы, ауылдағы хәл-торош менән танышып, старостаға теләк­тә­рен еткерҙе лә йәнә машинаны то­ҡандырҙы. Юлда, әңгәмәне дауам итеп, Дауыттан ер алырға теләк белдергән­дәрҙең көндән-көн артыуы хаҡында һөйләне. Ни тиһәң дә, район үҙәгенә яҡын урынлашҡан бит.
– Әлегә теләгәндәргә ер бүлә алмайбыҙ, сөнки урын бөтөнләй юҡ, – тип бәйән итте Иршат Филҡәт улы. – Район етәкселеге менән берлектә яңы биҫтә өсөн майҙан эҙләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: йәштәр фатирҙа көн итеүҙе түгел, ә үҙ йортон һалыуҙы хуп күрә. Эш юҡ тип ваҡ­ланмайҙар, һыҡтамайҙар. Йәшәйем тигән кеше йүнен таба. Ундайҙарға ярҙам итмәйенсә нисек түҙерһең?! Әйҙә, төҙөһөндәр, гөрләтеп донъя көтһөндәр!
Һүҙ юҡ, әбйәлилдәр матур, зауыҡлы йәшәргә ярата. Заманса йорттар ҡалҡа, еңел машиналар һаны арта, балалар ишәйә. Магнитогорск ҡалаһының эргәлә булыуы ла уңайлы. Икенсе яҡтан ҡарағанда, был яҡынлыҡ байтаҡ проблема ла тыуҙыра. Эйе, халыҡтың күбеһе шунда йөрөп эшләй, үҙ продукцияһын баҙарға сығара, йәштәр юғары белем алыу өсөн ынтыла. Ләкин Асҡарҙа йәшәп, Маг­нитогорскиҙа аҡса тапҡандарҙың һалымы хеҙмәт иткән урынында тороп ҡала. Тимәк, бындай кешеләрҙән ауыл биләмәһе бер ниндәй файҙа күрмәй. Ә бит хакимиәт ишеген күпселек осраҡта тап улар шаҡый. Хоҡуғын даулайҙар, төрлө дәғүә белде­рәләр. Балалары урындағы мәғариф учреждениеларында тәрбиәләнә, белем ала, ә ата-әсәһе күрше ҡала ҡаҙнаһын тулыландыра. Дөрөҫмө был?..
Нисек кенә булмаһын, күршеләр элек-электән үҙ-ара дуҫ, татыу ғүмер итә. Туғанлашып бөткәндәр тиһәң дә була.

“Үҙебеҙҙең
улыбыҙ килә икән!”


Асҡарҙың үҙәк урамына сыҡҡас, Иршат Малыбаев машинаһын бер йорт янында туҡтатты. “Нурмөхәмәт апаның хәлен белеп китәйек әле, – тине ул. – Ауырыңҡырап тора, тиҙәр ине”.
Был йортта Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин йәшәй икән. Ҡаршыбыҙға өтәләнеп Фатима инәй килеп сыҡты.
– Ниңә эт өрә тиһәм, үҙебеҙҙең улыбыҙ килә икән! – тип ҡыуаныстан йөҙө яҡтырып китте уның. – Ҡарттың ауырығанын ишетеп, хәлен белергә ашыҡҡанһыңдыр инде, рәхмәт яуғыры.
Нурмөхәмәт олатай бирешерлек түгел. Үҙе әйтмешләй, ҡарттарса йәшәп ята.
– Көн һайын бер аҙ йәйәү йөрөргә тырышам, – тине яугир олатай. – Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит. Өйгә һыу үткәрәйек, үҙегеҙгә еңелерәк булыр, тип йыл да ныҡыша балалар. Индертмәйем. Ҡарсыҡ менән көнгә бер нисә тапҡыр колонкаға һыуға барабыҙ, урамда йөрөп әйләнәбеҙ. Үҙе бер бәхет бит был!
Тормошта күпте күргән, киң мәғлүмәт саралары аша һуңғы яңылыҡтар менән даими таныша барған Нурмөхәмәт Ниғ­мәтуллиндың зиһене таҙа, фекере төплө. Зарланыу ят уға. Урамдағы бағаналарҙың уты тоноҡ булыуын ғына телгә алып үтте ветеран. Биләмә башлығы мәсьәләне тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Өлкәндәргә именлек-һаулыҡ теләп, урамға сығыуыбыҙ булды, беҙҙе бер өйөр берәҙәк эт ҡамауында ҡалған инәй менән ике-өс малай уратып алды.
– Шул эттәрҙән ҡасан ҡотолорбоҙ инде?! – тип теҙеп алып китте ҡатын кеше. – Ниңә ошоға бәйле бер ниндәй эш алып бармайһығыҙ? Аҙым атларға ҡурҡып торам!
Ай-һай, етәксе булыу еңел түгел икән... Һәр урында тиерлек ниндәйҙер проблема менән йөҙгә-йөҙ бәрелешәһең. Барыһын да тиҙ арала ыңғай хәл итеү мөмкинлеге булһа ине лә бит. Иршат Филҡәт улы иһә уфтанмай. “Халыҡ һайлауҙа минең өсөн тауыш биргән икән, ышанысты аҡларға бурыслымын”, – тип белдерҙе ул.
Эш көнө тамамланыуға яҡынлашһа ла, башлыҡ ҡайтырға ашыҡманы. Кабинетына инеп, бөгөн башҡарған эштәрен барланы, ҡайҙалыр шылтыратырға кәрәклеген билдәләп ҡуйҙы, индерелгән ҡағыҙҙарҙы ҡарап, ҡултамғаһын ҡуйҙы, иртәгәһе көндө планлаштырҙы.

Их, фонтан да төҙөлһә...


Етәксе бер аҙ бушағас, уны тағы ниндәй проблемалар борсоуы, уй-хыялдары хаҡында белешеү ине ниәт. Иршат Филҡәт улы ихлас аралашыуын дауам итте:
– Мине иң ныҡ борсоған мәсьәлә – бәғзе кешеләрҙең битарафлығы. Ниндәйҙер проблеманы хәл итеү, уртаға һалып һөйләшеү маҡсатында йыйылыш үткәрәм тиһәң, күп урында халыҡ аҙ була. Аҙаҡтан килеп, шул сходта ҡабул иткән ҡарарығыҙ менән риза түгелмен, тип дәғүә белдерәләр. Хәҙер бит күпселек кеше үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғырта. Шәхси проблемаһы булһа, йүгереп килеп етә, ә дөйөм эштә ҡатнашыуҙан баш тарта. Яҙғыһын, мәҫәлән, ауылды төҙөкләндереү, йәшелләндереү йәһәтенән өмәләр үткәрәбеҙ. Уларға халыҡты йәлеп итеү ауыр. Кемдер үҙе йәшәгән ерҙе генә таҙартырға, йәшелләндерергә тейешмен тип иҫәпләй. Дөйөм таҙалыҡҡа ынтылыу зарурлығын аңламайҙар.
Шуныһы ҡыуаныслы: беҙҙә эшһеҙлек проблемаһы юҡ. Әйткәнемсә, Магнитогорск ҡалаһының яҡын булыуы ла был тәңгәлдә бик отошло. Халыҡты хеҙмәткә йәлеп итеү йәһәтенән ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр берләшмәләре ағзалары менән берлектә аңлатыу эшен даими алып барабыҙ.
Төп проблемаларҙың береһе – малдарҙың ҡарауһыҙ йөрөүе, ыҙалыҡ менән табылған бәғзе көтөүселәрҙең йәй уртаһында эшен ташлауы. Районда, белеүегеҙсә, йылҡысылыҡ үҫешкән. Байтаҡ урында аттар өйөрө юлға сығып тора. Һөҙөмтәлә авария осраҡтары күп. Ошо мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләйбеҙ. Мал хужалары менән аныҡ эш алып бармайынса, ҡаты саралар күрмәйенсә, проблеманы яйға һалып булмаясаҡ.
Яңы төҙөлгән Мырҙабай биҫтәһенә газ, һыу торбалары һуҙыу мәсьәләһе лә көнүҙәк. Өҫтәүенә Көнсығыш биҫтәһендә башланғыс мәктәп төҙөү зарурлығы бар. Әйткәндәй, унда балалар баҡсаһы эшләй инде. Былтыр шулай уҡ ял һәм мәҙәниәт паркы төҙөлә башланы.
Юлдарҙы ремонтлау, асфальт түшәү кеүек эштәр планға ярашлы атҡарыласаҡ. Шулай ҙа ҙур хыялым – Асҡарҙың иң матур урынында фонтан төҙөү. Ер табылды, план күптән әҙер, тик әлегә аҡса юҡ. Әммә изге уйҙың ҡасан да булһа тормошҡа ашырына иманым камил.

* * *
Әлбиттә, бер көндә генә биләмә башлығының барлыҡ эшмәкәрлеген күҙәтеү мөмкин түгел. Ләкин ҡыҫҡа ваҡыт эсендә лә күпте күреп була. Халыҡтың тормошон аңлаған, уларҙы яҡлай алған, тыңлай, ишетә белгән, көнүҙәк мәсьәләләрҙе ваҡытында хәл итергә тырышҡан яуаплы етәксе эшләй бында. Төйәгенең киләсәге өсөн янып-көйөп йәшәй ул. Иңенә йөкмәтелгән ҙур бурыстарҙы лайыҡлы атҡарған Иршат Малыбаевҡа халыҡ икенсе тапҡыр башлыҡ “ҡамытын” юҡҡа ғына кейҙермәгән шул.