80-се хәрби-санитар поезд, йәки Эҙләнеү дауам итә

29-01-2016, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
80-се хәрби-санитар поезд,  йәки Эҙләнеү дауам итә 1942 йылдың 5 декабре. Илде ҡот осҡос һуғыш афәте ялмаған. Емереклек, үлем, аслыҡ – барыһы бергә ҡушылып, көндән-көн төпкәрәк үтә бара. Был көндә ҡыш башының бөтөн һалҡынлығын йыйып Хоҙай ергә түшәгән тиерһең: сатлама һыуыҡ быуындарға үтә, әсе ел йәндәрҙе телә. Ошо саҡ тимер юлдың 1573-сө километрында, “Шишмә” станцияһында туҡтар өсөн рөхсәт көтөп торған 80-се хәрби-санитар поезына икенсе бер 191-се хәрби-санитар поезы килеп бәрелә. Тәүгеһенең һуңғы вагондарын ут көлтәһе ялмай…
Фажиғә фронтта түгел, тыныс тип иҫәпләнгән тылда була. Халыҡ араһында ғауға тыуҙырмау маҡсатындамы, башҡа етди сәбәптәр арҡаһындамы, был аяныс хәлде “онотторорға” мәжбүр итәләр. Тик кеше хәтере мәңгелек: сирек быуат үткәс, һәләк булған 38 кешенең, шулай уҡ поезд командаһының дүрт яугиренең кем булыуын асыҡлау, исемдәрен мәңгеләштереү өсөн балалыҡтары һуғыш йылдарында үткәндәр, фажиғәне күреп-ишетеп белеүселәр, йәш быуын изге эшкә тотона. Эҙләнеү әле лә дауам итә…
Ошо турала һөйләүен һорап, Шишмә районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы рәйесе урынбаҫары, запастағы подполковник Зиннур УСЕЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

– Зиннур Әнүәр улы, һүҙҙе яҡындан танышыуҙан баш­лайыҡ.
– Шишмә районының Ураҙ­бахты ауылында тыуған­мын. Мәктәпте тамамлағас, армияға алындым. Унан һуң Ленинград хәрби-сәйәси учили­щеһына уҡырға индем. Юрист һөнәрен алғас, Балтик буйы республикаларына ебәрҙеләр. Аҙаҡ инде хеҙмәтем буйынса Советтар Союзының төрлө төбәктәрендә булдым. Подполковник дәрәжә­һенә тиклем күтәрелеп, отстав­каға сыҡтым. 2000 йылда тыуған яҡтарыма ҡайттым. Фатир алып, ғаиләм менән көн күрәбеҙ. Тик тыныс ҡына ята торғандарҙан түгел­мен, ғүмер буйы кеше менән аралашып йәшәгәс, йәмәғәт эшенә тартылдым…
– Бынан 73 йыл элек булған фажиғә тураһында хәҙер күптәр белмәй. Йылдар төпкөлөндәге ваҡиғаға бәйле документтар йыйыуға, биге­рәк тә һәләк булыусыларҙың исемдәрен асыҡларға ынты­лыуға нимә этәрҙе? Һеҙ туплаған документтарҙы өйрәнгәндән һуң иҫ китте – был бит баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт! Ҡарап сығыу өсөн генә лә 300 биткә яҡын…
80-се хәрби-санитар поезд,  йәки Эҙләнеү дауам итә– Коллектив хеҙмәт тип әйтер инем. Башлап йөрөгән бер нисә кеше булһа, дөйөм алғанда, бик күптәрҙең тырыш­лығы.
Материалдарға килгәндә, ишеткән-күргәндәрҙе барлаш­тырғас, 2008 йылда ныҡлап фажиғәнең эҙенә төшөргә тотондом. Бала саҡта был турала ишетмәгәйнем, ауыл да Шиш­мәнән йыраҡ. Ә инде 2007 йылда район гәзитендә донъя күргән мәҡәләнән һуң уйға ҡалдым: “Туҡта әле, янып һәләк булған 42 кеше ни өсөн онотолорға, исемдәре билдә­һеҙ ҡалырға тейеш?” Төрлө архивтарға яҙҙым. Тик респуб­ликаның бер архивы ла ярҙам итә алманы. Өс-дүрт һөйләм менән генә яуап килде: бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, шунда-шунда мөрәжәғәт итегеҙ. Һуңынан Оборона министрлы­ғының Мәскәү өлкәһе Подольск ҡалаһындағы Үҙәк архивына яҙҙым. Ике-өс айҙан һуң, фа­жиғә фактын дөрөҫләп, яуап бирҙеләр. Баҡһаң, әлегә тиклем 1943 йылда булған тип йөрө­төлгән һәләкәт 1942 йылдың 5 декабрендә, киске сәғәт ун тулыр алдынан булған икән. Тағы ла Санкт-Петербургтағы хәрби-медицина документтары архивына яҙырға ҡуштылар. Унда поездарҙың бәрелеүен раҫла­нылар. Ләкин һәләк булғандар­ҙың исем-шәрифен асыҡлай алманылар. Ә миңә шуныһы мөһим ине. Тетрән­дер­гес хәл бит был: һауығам тип тылға ҡайтып барған 81 ке­шенең 38-е, тағы ла дүрт хеҙмәткәр янып үлһен әле… Әйткәндәй, был урынды ха­лыҡта “ҡәһәрле” тип йөрөтәләр: 1885 йылда тимер юл асылғандан бирле эреле-ваҡлы һәләкәттәр булып торған.
– Һуғыш ваҡытында яра­лы­ларҙы теркәгән документтар ҙа вагон эсендә янғандыр тиергә була…
– Поезд бригадаһы началь­ни­гының бәләкәй генә рапорты булған. Шуның буйынса По­доль­скиҙан да, Петербургтан да яуап бирҙеләр. Унда тик биш-алты поезд бригадаһы кешеһе, шәфҡәт туташтары, кондуктор күрһәтелә. Вагон­дарҙа өс шәфҡәт туташы, кондуктор, 38 хәрби янып үлә. Араларынан береһенең генә фамилияһы билдәле – Сафар ауылынан Байбурин. Янған вагондан: “Мин Байбурин, Сафар ауылынан”, – тип ҡысҡырғанын ишеткәндәр булған. Исемен әйтеп өлгөрмәй…
– Ул меҫкенең: “Утлы һуғышты үтеп, тыуған ергә ҡайтырға яҙҙы”, – тип килгән бит инде…
– Эйе, дауаланырға ҡайтып килгән булған. Ошондай аяныслы хәлдәр. Байбуриндарҙы эҙләргә тотондом. Уйлап ҡарағыҙ, Сафарҙан 45 Байбурин илен һаҡларға китһә, шу­ларҙың 28-е хәбәрһеҙ юғалған! Исмаһам, береһенең генә исемен асыҡлай алһаҡ та, яҙмышы билдәле булыр ине…
– Тупланған документ­тар­ҙан күренеүенсә, һеҙ шәхсән төрлө архивтар­ға, инстанция­ларға 60-лаған рәсми һорау ебәргәнһегеҙ.
– Әйткәндәй, закон буйынса ҡаралған ваҡытҡа ярашлы яуап биреп торҙолар. Ләкин аныҡ ҡына исемлек табылманы. Һуңынан инде Башҡортостан Башлығына яҙырға булдыҡ. Ул контролгә алып, үҙ Хакимиәте етәксеһенә эште ойошторорға ҡушҡан. Комиссия йыйҙылар. Мине лә саҡырҙы­лар. Унда эш барышы тураһын­да һөйләнем. Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһынан Илдар Бикбаев ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе. Улар Яңы йыл алдынан республиканың Архив эштәре буйынса идаралығы бүлеге начальнигы Ирина Әсфәндийә­рова менән Санкт-Петербургка ла барып ҡайтты. Бик күп мәғ­лүмәт туплағандар. Доку­мент­тарҙың байтаҡ өлөшө Оборона министрлығының Үҙәк архивына ебәрелгәнлектән, ҡал­ған эҙләнеүҙәр унда үткәре­ләсәк. Тимәк, яугирҙәрҙең исемен асыҡларға өмөт бар.
– Документтар туплауҙан, исемдәрен асыҡлауҙан тыш, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советы, район, ҡасаба хакимиәттәре ярҙамы менән мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылары билдәһеҙ һәләк булыусыларҙың һуңғы төйәге булған урындарҙы тәрбиәләп тора, мәңгеләш­тереү буйынса ҙур эш башҡара.
– Изге ғәмәл 1968 йылда Неля Смирнова тарафынан башланған. Ябай ғына пионервожатый ололарҙан һораш­тырып, фажиғә урынын таба. Уны кәртәләп алыуҙы һорап ҡасаба Советына бара. Ләкин уға ышанмайҙар. Һуңынан Неля Петровна бер нисә өлкән класс уҡыусыһы, элекке тимер юл эшсеһе Филипп Зеленкин менән бергә тупраҡтың өҫкө ҡатламын аса. Фажиғә эҙем­тәләре материалдарын, кеше һөйәктәре ҡалдыҡтарын тоҡҡа йыйып, Смирнова ышанмаған кешегә алып бара. Һуңынан инде төрлө власть, райком вәкилдәре ҡушыла. Пионерҙар металл йыйып тапшырған аҡсаға кәртә ҡуйыла, обелиск ултыртыла. Уйлап ҡарағыҙ: йәш кенә ҡыҙыҡай ул заманда оло эш башҡара. Үҙе ҙур батырлыҡ бит!
5 декабрь иң һыуыҡ ваҡыт була. Вагондар яна, ә йыйы­лыу­сылар бер ни эшләй алмай. Һүндерергә һыу юҡ, ҡар бәреп булмай. Һуңынан шаһиттар, ҡарап тороп яндырҙыҡ инде, тип әсенә. Аҙаҡ был урынға аҙна буйы халыҡты ебәрмәй­ҙәр. Һәр бер деталь, ҡалаҡ, котелок тигәндәй, кеше ҡалдыҡ­тарының ваҡ өлөштәре бергә йыйылып, 51 септә тоҡҡа тултырыла ла, тимер юлдан ситтәрәк соҡор ҡаҙылып, шунда күмелә. Ә кемдең тәне аҙмы-күпме һаҡланған, уларҙы Шишмәнең христиан зыяратына ерләйҙәр. Тағы ла ҡалған­дарын, 42 кеше күп бит инде, Алкин тауына алып баралар.
– Бер фажиғәгә бәйле өс иҫтәлекле урын һаҡлана хәҙер Шишмә ерендә. Улар­ҙы тәрбиәләп тороу – үҙе ҙур, изге ғәмәл. Уҡыусы­ларҙың ҡатнашыуы тәр­биәүи яҡтан да баһалап бөткөһөҙ. Бында “патри­отизм” тип тылҡып то­роу­ҙың кәрәге лә юҡ…
– Нәҡ шулай. Иҫтәлек бул­һын тип, 2009 йылда Шишмә христиан зыяратында әлегә исемдәре билдәһеҙ яугирҙәргә һәйкәл ҡуйҙыҡ. 2012 йылда Алкинда мәңгеләштер­ҙек. Куйбышев тимер юл идаралығына, Шишмә районы хакимиәтенә, ғөмүмән, изге эшкә көс һалған барыһына ла рәхмәт.
– Һеҙ үҙегеҙ – был фажи­ғәнең шаһиттары менән һөйләшкән кеше. Ҡыҙғаныс, тәбиғәт ҡануны шулай, күптәре хәҙер үҙҙәре гүр эйәһе. Изге эштә уларҙың башланғысы, иҫтәлектәре лә бик ҙур әһәмиәткә эйә бит.
– Эйе. Мәҫәлән, Филипп Зеленкинды алайыҡ. Ул фажиғәне үҙе күргән, ярҙам итәйек тип йүгереп йөрөгән. Тик ни эшләй алһындар инде, вагон ишек­тәре емерелгән – асылмай. “Буржуйка” мейесе янып торған – һалам мендәр, һалам тул­тырылған матрастарға шунда уҡ ут ҡапҡан. Вагон стеналары, иҙәндәре ағас. Етмәһә, яғыу­лыҡ, спирт булған… Филипп Николаевич һөйләүенсә, тәүҙә үтеп-һүтеп йөрөгән паровоздар сигнал биреп ҡыс­ҡырт­ҡан. Һуңынан кем йәйәү­ләп, кем паровозда, арбаларҙа авария урынына ашыҡҡан. Унда бер боролош бар, шунда поездар бәрелешкәнсе светофор янып торған: “Инергә ярамай!” Икенсе хәрби-санитар поезы машинисы йоҡлап китеп, уны күрмәгән. Эҙләнеүҙәр барышында шуны белдек: бисара 34 сәғәт буйы йоҡламайынса эшләгән. Шунда уҡ “енәйәт эше” асылып, күп вазифалы кеше хөкөмгә тарттырылған.
Зеленкин иҫән ҡалған берҙән-бер оло йәштәге шаһит ине. Ҡалғандары инде ул саҡта үҫмер генә булған. Шунан һуң, әйткәнемсә, тәүге көндәрҙә НКВД һалдаттары уратып алған, бер кемде лә ебәрмәгән. Тик барлыҡ әйберҙәрҙе йыйып күмгәс, урынын тырматып ҡуй­ғас ҡына “ҡулса”ны алғандар.
Үҫмер саҡтарында унда булыусыларҙан Миңлединә Алмаева, Хәтмулла Собханғолов, Галина Смахина – барыһы ун бишләгән кеше үҙҙәре күргән-белгәндәрҙе һөйләне. Лидия Листкованы айырым атағы килә. Ул эҙәрмәндәргә Шишмә­ләге ҡәберлекте күрһәткән. Баҡһаң, әхирәте Бурченко фажиғә ваҡытында госпиталдә эшләгән икән. Ул былай тип һөйләгән: “Госпиталгә ауыр яра­лыларҙы килтерҙеләр. Шу­ларҙың ун бере икенсе тапҡыр янған. Тәү тапҡыр һуғышта, аҙаҡ бында…” Һуңынан Листко­ва менән Бурченко госпиталдә үлгән бер нисә кешенең, фажиғәлә һәләк булғандарҙың ҡәберлеген тәрбиәләп торған.
– Бөгөн һеҙҙең төп маҡсат – әруахтарҙың исемен асыҡ­лау. Элек тә бындай ынтылыш, шаһиттар иҫән саҡта теләк булғандыр…
– Әлбиттә. Тик, алда әйт­кәнемсә, ул саҡта күп нәмә сер итеп һаҡланған бит, хатта һөй­ләшеп тә тормағандар. Хәҙер иһә мөмкинлектәр киңерәк. Бөгөн 80-се, шулай уҡ 191-се хәрби-санитар поезы тураһын­да мәғлүмәттәр тупланды, шаһиттарҙың күрһәтмәләре бар. Тәүҙә тик Байбуриндың фамилияһы билдәле булһа, эҙләнеүҙәр барышында санитарка Мария Завьялованың исемен асыҡланыҡ. Ун туғыҙ ғына йәшлек ҡыҙ Пермь крайынан булып, үҙе теләп фронтҡа киткән. Киләсәктә Оборона министрлығының По­дольски­ҙағы Үҙәк архивында эштәр дауам итеп, янғында һәләк булған яугирҙәрҙең бары­һының да исеме асыҡланыр тип ышанам.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ әңгәмәләште.