Көнсөллөк ҡорбаны

29-01-2016, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Көнсөллөк ҡорбаны Район ауылдарының береһендә урындағы хакимиәт вәкиле, айыҡ тормош өсөн етди эш алып барылыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың һаман эскелектән арына алмауына зарланып: “Шуның арҡаһында күпме ғаилә емерелә, балалар етем ҡала, енәйәт ҡылына. Саҡматаштай ир-егет, донъя биҙәге булырҙай ҡатын-ҡыҙ меҫкенлеккә төшә. Бынау Вәсиләме һуң инде шулайтып йөрөр кеше?!” – тине.

Вәсилә – биш балалы ҡатын. Эскелек арҡаһында яҙыҡ юлға баҫып, төрмәлә лә ултырып сыҡҡан. Ауылдаштары хәтер­ләүенсә, килен булып төшкәндә ҡурсаҡ кеүек күркәм булған. Ә нимә этәргән һуң уны боҙоҡ юлға? Үҙ күҙем менән күрәйем тип, эскесе тигән даны сыҡҡан күп балалы ҡатындың йортона ыңғайланым.
Төбәп килгән йорттоң ҡоймаһы тәпәш кенә. Баҡса ла, ихата ла ус аяһындай күренеп тора. Баҡсаның буйынан-буйына матур итеп кер йыуып эленгән, йәш бала кейемдәре лә күренә. Түтәлдәрҙең тәрбиәлелеге, ихатаның бөхтәлеге йорт хужаларының уңғанлығы тураһында һөйләй. Яңылыш килдем, ахыры, тип уйлап та өлгөрмәнем, башына аҡ яулыҡ ябынған ҡатын күренде. Ҡайҙан, ниндәй маҡсат менән килеүемде әйткәс, уның йөҙөндә ризаһыҙлыҡ сағылды. Шулай ҙа ҡапҡаны асып, мине ихатаға үткәрҙе. Бармаҡтарының бер туҡтауһыҙ ҡал­тырауы, ирен ситтәренең тартышып ҡуйыуы һис тә “бахмыр”ҙан түгел, ә уның үткәндәргә ҡайтырға теләмәүенән тип аңланым. Буяуы күптән ҡояшҡа, ямғырға уңған, әммә таҙа итеп йыуылған тупһаға ултырҙы ла хәтер йомғағын һүтә башланы ул.
...Вәсилә Рәзифкә 16 йәштә генә кейәүгә сыҡҡан. Төҫкә матур, эшкә тилбер, һүҙгә оҫта егетте ысын күңелдән яратҡан. Иртәнән кискә тиклем урман эшендә йөрөгән ирен һағынып көтөп алған. Иркә ҡатындың ире эштән иртә ҡайта тигәндәй, Рәзифе лә ашҡынып ҡайтыр булған. Тик уның һәр ваҡыт өйгә атлығып тороуының сәбәбе икенсе була: йәш ҡатынын тәүҙә сабыйынан, шунан күршеләренән, тора-бара туғандарынан, хатта үҙ атаһынан көнләшә.
Икенсе балалары тыуғандан һуң һауығып та өлгөрмәгән көйө туҡмалғас, әсәһенә ҡайтып китә Вәсилә. Әммә Рәзифтең ҡулы ҡаты булһа ла, теле татлы шул, айырылышырға тигән ныҡлы ҡарарға килһә лә, Вәсилә уның һүҙҙәренә ышана. Әсәһе лә, абынмаҫ аяҡ, ярылмаҫ тояҡ булмаҫ, төҙәлер тигәс, кире ҡайтырға ҡарар итә.
Тик өмөтө аҡланмай. Ире көн­лә­шеүенән туҡтамай. Шул сәбәпле эшкә лә сығармай, үҙе өйҙә юҡ саҡта ҡатыны берәйһе менән осрашыр тип, иртә ҡайта, хатта эшкә бармай, һарай башында йәшенеп, “көндәшен” һағалап ятҡан саҡтары ла йыш була. Береһен дә тотмаһа ла, ҡатынын гел шулай нахаҡҡа рәнйетә, айныҡ килеш тә ҡарағыһыҙ итеп туҡмай. Кеше күҙенә күренергә оялып, һыу алырға ла сыҡмаған ғәрсел ҡатынының бите күгәргән, танауы һынған, ирене шешкән ваҡытта ғына уның бер кем менән дә йөрөмәүенә ышана. Шул мәлдә ул Вәсиләгә айырым иғтибар, наҙ күрһәтә, ярата, иркәләй, балаларын тәрбиәләргә ярҙам итә, йорттағы бөтә эште йүгереп йөрөп эшләй. Тик Вәсиләһе уныҡы ғына булһын. Һыу эскеһеҙ булып туҡмалыуҙан һыҙланған ҡатынына йыш ҡына еңел булыр тип, араҡы ҡойоп бирә. Йәш ҡатын шулай эскелеккә өйрәнә. Был ваҡытта ғаиләлә биш бала була инде.
Күпме генә бау, бысаҡ, балта аҫтында ҡалһа ла, Вәсилә Рәзифкә яза биреү тураһында уйламай. Ул ғына ла түгел, хатта туғандарына, күршеләренә лә был хаҡта зарланмай. Ҡарынындағы һигеҙ айлыҡ баланы тибеп үлтергәндә лә, йығылдым, тип алдаша. Йөрәк тәңгәленә өс тапҡыр сәнселеп, үлем хәлендә дауаханаға эләккәс кенә, бөтәһен дә һөйләп бирә. Янъялсы дүрт йылға иркенән мәхрүм ителә. Балаларының ауыҙынан өҙөп, иренә күстәнәс ташыйым тип, төрмә юлын нисә тапауын үҙе генә белә. Шул уҡ ваҡытта балаларын да ҡарай, йорт-ҡураһын да тәртиптә тота, колхозда ла эшләй – бөтәһенә лә өлгөрә. Тик зарарлы ғәҙәте – эскелектән арына алмай. Иҫерек көйө урлашып, бер йыл төрмәлә лә ултырып сыға.
Рәзифтең ҡайтыр ваҡыты етә. Ултырт­ҡаны өсөн Вәсиләнән нисек үс алырға белмәгән ир төрмәнән үҙ өйөнә ҡайтмай, икенсе ҡатынға өйҙәш булып инә. Тик бының менән генә Вәсиләнең ҡара көндәре бөтмәй әле. Ҡайҙа ғына барһа ла, Рәзиф уны эҙәрлекләй, күҙәтә, туҡмай... һәм ғәфү үтенә. Йөҙ түгел, мең тапҡыр ғәфү итә уныһы. Ни өсөн шулай эшләгәнен үҙе лә аңламай Вәсилә.
Һылыулығын әле лә юғалтмаған был ҡатындың йөҙөндә, муйынында, ҡулында яра эҙҙәре күренә. Былары, әлбиттә, – күҙ­гә күренгәне, ә күренмәгәне? Күңел яраһы күпме? Күпме күҙ йәше, ҡан түгелгән?
Яҙ көнө, ҡаты ауырып, Вәсилә дауаханаға ята, уға ҡатмарлы операция тәғәйенләнә. Йәй ҡыҙыу эш осоро булғас, операцияны көҙгә ҡалдырыуҙарын үтенә.
– Быйыл яҙ, ниһайәт, Рәзиф менән айырылыштым, – был һүҙҙәрҙе әйт­кәндә тәү тапҡыр уның йөҙөндә йылмайыу сатҡыһы күренде. – Балаларға ваҡы­тында, бәлки, улар теләгәнсә ярҙам итә, терәк була алма­ғанмындыр. Хәҙер улар­ҙың балаларын ҡарашырға насип итһен ине. Был, моғайын, бо­рон­ғоларҙың “Һыуҙың тәме шиш­мә ҡороғас беленер” тигәне һы­маҡтыр. Шулай ҙа мин ҡалған ғүмеремде башҡасараҡ йәшәргә уйланым.
– Юҡ, Вәсилә апай, шишмәң ҡоромаған әле һинең. Ул ҡороһа, баҡсаңдағы сәскәләрең күптән һулыр ине, – тим.
– Көнләшеү – ул ауырыу, күңел сире. Уны дауалап булмай. Бер кем дә ул сиргә юлыҡмаһын һәм уның ҡорбаны булмаһын ине, – тине ҡатын хушлашҡанда.



(Исемдәр үҙгәртеп алынды).