“Ирҙәребеҙ дан ине…”

26-02-2016, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Ирҙәребеҙ дан ине…” Әсә – бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға!
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке – әсә булыуҙа!


Был юлдарҙы яҙған саҡта мәшһүр татар шағиры Һаҙый Таҡташтың күңелендә ниндәй хис-тойғо урғылғандыр, әммә бөгөн улар һәр кемдең йөрәгендә нығынған.


Ҡағыҙға текләнем дә баҙап ҡалдым: нисегерәк ошо ап-аҡ биткә ҡаршыла ултырған инәй­ҙәрҙең ябайлығын да, бөйөклөгөн дә һыйҙырмаҡ һүҙҙәр табырға ла ғүмерҙәрен бала тәрбиәләүгә, иренә бағышлаған оло йөрәкле ҡатындарға рәхмәт еткермәк кәрәк?!
Юҡҡа хафаландырған икән, осрашыуҙың тәүге минутында уҡ үҙҙәре күңелдәрен асты ла һалды: тотош романға торошло ғүмерҙәрен бер нисә юлда еткерҙеләр.
– Әйҙәгеҙ әле, апайҙар, миҙал­дарығыҙҙы сыңлатып, бер кәр­тиш­кәгә төшөрәйем, – тинем, һүҙ асҡысы табырға тырышып. – Иҫтәлеккә булыр…
– Ҡуй, туған, беҙ йәш саҡта “брошка” таҡманыҡ, әле килеп миҙал тағып йөрөмәбеҙ инде…
– Хоҙай яралтҡанын донъяға тыуҙырып, тупылдатып торҙоҡ – сабыйҙарыбыҙҙы үлтереүсе бул­маныҡ. Хәҙер бала тапҡан өсөн буйтым аҡса бирһәләр ҙә, балнис сабыуҙан бушамайҙар…
– Иргә лә, балаларға ла ямаулы ыштан кейҙермәнек, ап-аҡ нәскиҙә йөрөнөләр, яңы бейә­ләйҙән өҙмәнек, быймаһын баҫтырҙыҡ….
Бер нисә генә юллыҡ һүҙҙәр. Ысын йөрәктән сыҡҡан ябай әсәләрҙең, ир ҡатындарының һүҙҙәре. Тормош ҡараһына мансылып, күңел ҡаурыйы менән яҙылған улар.
Әйтмәмбәт ауылында “Герой-әсә” исеменә ете әсә лайыҡ булған. Бөгөн бишәүһе иҫән-һау. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс йыл элек Мәғәсүрә апай Заһиҙуллина, унан һуң Әнисә апай Хөснөтдинова фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән. Урындары ожмахта булһын. Тағы шуны әйтке килә: йөҙ йорттан аҙ ғына күберәк был ауылдан ун бала үҫтергән Жәүәйрә Ҡотлоғәл­ләмова, Бибинур Вәлиева, Ғәйниямал Япарова, Гөлсәғиҙә Түлебаева, Рауза Әбхәлимова­ларҙан тыш, биш-һигеҙ сабыйға ғүмер биреүселәр ҙә күп. Әле лә өс-дүрт бала тәрбиәләгән ғаи­ләләр етерлек. Был йәһәттән һандарға туҡтау урынһыҙ һымаҡ. Шулай ҙа кемгәлер фәһем булһын тип, инәй-ағайҙарға ихтирам йөҙөнән яҙмаҡ булдым: ете “Герой-әсә” 70(!) балаға ғүмер биреп, үҙҙәре әйтмешләй, Кеше иткән. Жәүәйрә апай менән Әхмәтша ағайҙың ун балаһынан 19 ейән-ейәнсәре, һигеҙ бүлә-бүләсәре бар, Рауза апай менән Ғиндулла ағайҙыҡы – 19 ейән-ейәнсәр, биш бүлә-бүләсәр, Гөлсәғиҙә апай менән Сәйетгәрәй ағайҙыҡы – 17 ейән-ейәнсәр, ете бүлә-бүләсәр, Ғәйниямал апай менән Хәбибулла ағайҙыҡы – 29 ейән-ейәнсәр, 22 бүлә-бүләсәр, Бибинур апай менән Сәхиәр ағайҙыҡы – 19 ейән-ейәнсәр, һигеҙ бүлә-бүләсәр. Әле иҫән-һау биш Герой-әсәнең генә лә ейән-ейәнсәре, бүлә-бүләсәре һаны – 158. Тағы ла ике ғаиләнекен ҡушһаң, етәүһенә бергә 200-ҙән аша!
Нәҫел ағасының ныҡлығы ла шунан ғибәрәт бит. Ирекһеҙҙән ҡайһы бер йәштәрҙең: “Был ауыр заманда-а…” – тигән һүҙҙәре, һу­ңынан “үҙебеҙ өсөн йәшәргә кәрәк” һымаҡ аҡланыуҙары иҫкә төшә. Булмаһа, һуғыштан һуңғы осорҙа бала табып, тәрбиәләп үҫтергән, һөнәр биргән әсәләргә һүҙ бирәйек. Ул заманда тормош нисек булған да, улар кем өсөн йәшәне икән?
– Һуғыштан аҙаҡҡы юҡлыҡ ваҡытында рәхәт булмағандыр инде. 54-се йылда Әхмәтшаға кейәүгә сыҡҡайным, йәшәнек тә киттек, – тип башланы һүҙен Жәүәйрә инәй Ҡотлоғәл­лә­мова. – Тәүҙә “Искра” колхозы ине, аҙаҡ “Инйәр” совхозына әйләнде. Хәҙерге ке­үек декрет ялы ҡайҙа ти?! Ясле булмағас, балалар ҡалдырырға ла урын юҡ. Үҫә килә дүрт класты бында бөтәләр ҙә Аҙауға китәләр. Әхмәтшам тырыш булды. Икебеҙ­гә ни балалар тәрбиәләүе лә еңелгә тура килде. Унан һуң, ҙурҙары бәләкәйҙәрен ҡараша башланы. Яйлап ҡул араһына керә барҙылар инде. Күмәк бала бер-береһенә таяныс бит, төрлө һөнәргә лә өйрә­нәләр…
– Үҙем Оҙондар ауылынан, димләп кейәүгә бирҙеләр Ғиндул­лаға. Аллаға шөкөр, матур ғына йәшәп алып киттек. Уның Сәрүәр апаһы беҙҙең ауылға кейәүгә сыҡҡайны. Шул оҡшатып йөрөгән икән мине, – тип һүҙгә ҡушыла Рауза апай Әбхәлимова. – Үҙем белмәнем дә, апаһы инәйемдәр менән алдан һөйләшеп килешкән. Мин көнө-төнө эштә. Элек бит артель, леспромхоз ине. Биш йыл ҡап һуҡтым. Һалабаш та төшөрҙөм, диләнкә лә яндырҙым, һөйән дә өйҙөм. Инәйемдәргә һуғыш ваҡытында айына йөҙ сабата һала торғайнылар. Ул саҡта дүртенсе класта ғына уҡыйым, ҡайтҡас, сабата үрҙем. Бер мин генә түгел, тиҫтерҙәр бөтәһе лә шулай. Һуғыш балалары бит инде. Ҡап һуғыуҙан биҙрәп, әхирәттәрем менән былай һөйләшәбеҙ: “Колхозға барайыҡ, бер ситса күлдәккә туйырбыҙ, исмаһам”, – тибеҙ, шаяртып.
– Ни өсөн улай ти инегеҙ? – тип һорайым.
– Ниңә, ҡап һуғыуҙы анһат тиһеңме ни? – тип тураһын ярҙы Рауза апай. – Белмәйһегеҙ шул. Йүкәне эләһең, яраһың арҡы­рыға-буйға, ҡап итеп һуға­һың. Уныһын бергә йыйып тегәһең. Зерә мәшәҡәт. Буйлыҡты матур итеп тип-тигеҙ ярырға кәрәк…
– Әйтмәмбәткә килгәс, ситса күлдәк кейҙегеҙме һуң?
– Минең бәхеттән 1957 йылда колхоз совхозға әйләнде. Ҡайын­һеңлем бесәндә бер ай эшләп, 2 һум 60 тин аҡса алды. Ә сит­саның метры 60-70 тин ине. Шулай булғас, кейгәнбеҙҙер инде… Колхозда аҡса юҡ. “Трудодень” тип бушҡа эшләйһең. Ищу, етмәһә, 12 кило май һалалар, 12 кило ит. Инәйемдәр бер һыйыр ғына аҫрай, быҙауын иткә бирәләр, балаларҙан өҙөп, һөтөнән май бешеп тапшыралар. Ун баланан тыш, 17 йыл инә­йемде тәрбиәләнек. Ҡәйнәм һуғыш осоронда кәбән һалғанда имгәнеп, мин килгәнсе вафат булғайны. Ауырыған, ауырыһа ла ышанмағандар – эшкә сыҡҡан. Иремдең атаһы 1944 йылда ниместе ҡыуған саҡта һәләк булған…
Хәҙер һүҙҙе Гөлсәғиҙә Тү­лебае­ваға бирәйек.
– Ун ике йәштән колхозда эшләнем, һуғыштан алда уҡ. Элек игенде бабайҙар беләгенә биҙрә тағып, ҡул менән сәсә торғайны. Иген һирәк үҫә. Беҙ, балалар, утарға йөрөйбөҙ. Ҡайһы ерендә һирәгерәк сыҡҡан, шунда сүбен һалып барабыҙ. Ун дүрт йәшем­дән бесән саптым. Ә ун алты йәштән һауынсы иттеләр, 20 һыйыр һауҙым. Үҙем Тирәкле ауылы ҡыҙы. Тырышып эшлә­гәстер инде, 18 йәшемдә ауыл Советына депутат итеп һайла­нылар.
Сәйетгәрәй Баҡынан ҡайтҡан, һуғыштан элек ФЗО-ға ебәргән булғандар. Атаһы Архангелдә охотсоюзда эшләгән. Шәмсеғүмәр тигән апайҙарға кергән дә: “Бына минең улым ҡайтты, уңған ғына ҡыҙ кәрәк ине”, – тигән. Минең турала әйткәндәр. Шунан һуң ни, Сәйетгәрәй менән танышып, никах уҡытып, донъя көтә башла­ныҡ инде…
Әле һөйләшеп ултырған өс инәй менән беҙ мәктәптә осраш­тыҡ. Бибинур инәй Вәлиева ауырыбыраҡ торғас, хәл белергә өйөнә барҙыҡ. “Ауырыбыраҡ” тиһәң, кемдер түшәктә ята, тип уйлар. Беҙ ҙә шулай уйлағайныҡ, бәлки, борсорға кәрәкмәҫтер ҙә, тинек. Юҡ, тик ята торғанмы һуң беҙҙең апайҙар – йөн иләп, орсоҡ әйләндереп ултыра ине.
– Ул тиклем түшәккә ҡалғас, хәлдәр тағы мөшкөлләнә бит. Былай, исмаһам, йыбанып улты­раһың. Тик атлап йөрөүе ҡыйын, ауырыта, – ти Бибинур инәй.
Беҙҙең гәзиткә мәҡәлә яҙаса­ғыбыҙҙы белгәс, былай тине:
– Ҡуй, бала үҫтергән беҙ генә түгел. Шулай ҙа бер генә нәмәне яҙ: бабайым Сәхиәр менән 50 йыл бергә йәшәнек, бик уңған, тырыш ине. Балаларым ун бер ине лә, икеһе мәрхүм инде… Ҡалғандарына иҫәнлек бирһен Хоҙай. Бабайым менән бик татыу ғүмер кисерҙек. Балаларға булһын тип тырыш­тыҡ. Уңған, бик уңған ине. Шулай булмаһа, ҡарарһың донъяңды. Бөтә нәмә ирҙәрҙән тора…
Ғәйниямал апай Япарованың яҙмышы ла башҡа тиҫтер­ҙәренекенән айырылмай.
– Атайым Дәүләтша 1941 йылдың авгусында уҡ һуғышҡа китте. Ул Өфөлә биш йыл уҡып вуз бөткәйне. Тәүҙә ауыл Советында, һуңынан районда соцобес­та эшләне. Һуғыш тураһын­дағы хәбәрҙе лә ауылға ул алып ҡайтты. Икенсе көндә үк өс кешегә повестка килде. Һуңынан аҙна һайын киттеләр инде…
Дәүләтша Ҡотлоғәлләмовты тәүҙә фронтҡа алмайҙар – белемле кадрҙар районда кәрәк, ләкин үҙе теләп һуғышҡа китә. Ғәйниямал апайҙың әсәһе дүрт бала менән тороп ҡала. Иң ҙурыһы, Ғәйниямал, бишенсе класта ғына уҡый. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, алтынсы кластан ҡыҙыҡайға ул саҡта үтә мөһим бурыс – почта ташыу йөкмәтелә.
– Ауылда дүрт класс ҡына, бишенсегә Аҙау мәктәбенә барҙым, – тип хәтер йомғағын һүтә Ғәйниямал инәй. – Беҙҙең һыйыр бар ине. Колхоз бесәнде “трудоденгә” бирә. Инәйемдең эш көнөнә әҙ килә. Үҙе звеновод булһа ла. Колхоз рәйесе инәйемә: “Ҡыҙың уҡыуға шәп икән, почта алып ҡайтып йөрөһөн”, – тигән. Унда гәзит аҙ ине ул, гел фронт хаттары. Өскөл хат та “похорон” инде…
Оло йөк була был бала өсөн. Бөгөн хатта күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын: сабый ғына килеш… өйҙәргә “похоронка” илтеү, ай-һай…
Инәйҙәр һөйләгән саҡта ирҙәре менән осрашыуҙары, тормош көтөүҙәренән дә бигерәк, гелән һуғыш осоро тураһында иҫләй­ҙәр. Бәғерҙәренә үткән ул һуғыш. Улар беҙҙе лә ҡурсалай төҫлө: Аллам һаҡлаһын, һуғыш ҡына булмаһын!
Ирҙәре лә һуғыш балалары бит. Шуға ла яҙмыштары оҡшаш. Ирекһеҙҙән уйлап ҡуяһың: бәлки, ошо ғаилә нигеҙенең ныҡлығына ла булышлыҡ иткәндер – ауырлыҡтарға түҙеү, булғанына шөкөр итеү, Хоҙай яралтҡан сабыйҙарын нисек тә һаҡлау, ҡурсалау. Тағы шуны өҫтәге килә: Герой-әсәләрҙең береһе лә: “Ай, ауыр булды балаларҙы аяҡҡа баҫтырыуы”, – тимәне. Уның ҡарауы, “Күмәк булғас, уныһы ғына булғандыр инде”, “Аллаға шөкөр, үҫеп еттеләр, Хөкүмәткә рәхмәт” һымаҡ хәбәр аҙым һайын тиерлек ҡабатланды. Тағы бер һүҙ телдәренән төшмәне: “Ирем һәйбәт, тырыш булды…”
Ғәйниямал инәй Япарова ла: “Хәбибуллам тырыш ине, ай, йөктө һөйрәне, бахырҡайым”, – тине. Жәүәйрә инәй Әхмәтша ағайҙы маҡтап бөтә алманы, Рауза инәй – Ғиндулла ағайҙы, Гөлсә­ғиҙә инәй – Сәйетгәрәй ағайҙы, Бибинур инәй – Сәхиәр ағайҙы… Ғаиләнең ныҡлығы, балаларын Кеше итеүҙәренең дә нигеҙ ташы ошонда түгелме?
…Тауҙар ҡосағында ҡалды Әйтмәмбәт. Тырыш, һәүетемсә генә донъя көткән ябай, алсаҡ кешеләре булғанға күңелгә уйылырлыҡ меңдәрсә ауылдар­ҙың береһе ул…