Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләнә
Сәнғәткә һөйөү тәрбиәләнә Районда 1970 йылда балалар музыка мәктәбе эш башлағас, унда кескәйҙәр тәүге көндәрҙән үк ҙур теләк менән йөрөгән, төбәктә ойошторолған төрлө бәйгеләрҙә, конкурс-смотрҙарҙа ихлас ҡатнашҡандар. Беренсе уҡытыусылар Зөфәр Шакиров, Миләүшә Хөсәйенова, Тамара Маткалыкова, Резида Шафиҡова балалар күңелендә музыкаға, һүрәт төшөрөргә һөйөү уятыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалған. Уҡыусыларҙан күптәр, мәктәпте тамамлағас, яҙмышын ошо өлкәләр менән бәйләгән. 1994 йылда иһә музыка мәктәбе балалар сәнғәт мәктәбе итеп үҙгәртелгән.
Бөгөн белем усағында, район үҙәге балаларынан тыш, күрше ауылдарҙан килгәндәр ҙә фортепианола, баянда, аккордеонда уйнарға өйрәнә. Һынлы сәнғәт, хореография, эстрада, дөйөм эстетик белем биреү һәм фольклор бүлектәре лә уңышлы эшләй. Мәктәптә әле алты йәштән алып 18 йәшкә тиклемге 107 бала шөғөлләнә.
Бында «Акварель» балалар өлгөлө вокал ансамбле, «Аҡбуҙат» хореография коллективы, «Капельки», «Краски» вокал ансамблдәре, балалар хоры, уҡытыусыларҙың йыр төркөмө бар. Шуныһы ҡыуаныслы: балалар район, республика кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа, концерт­тарҙа ҙур ихласлыҡ менән әүҙем ҡатнаша.
Ҡасандыр ошо сәнғәт мәктәбендә белем алған, аҙаҡ, Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалындағы технология һәм сәнғәт белеме факультетын тамамлағас, уҡытыусы булып кире ҡайтҡан Виктория Садиҡова үҙенең элекке остаздарына һаман булһа рәхмәтле.
– Бында үҙ эшенә мөкиббән бирелгән кешеләр эшләй, улар һәр балала сәнғәткә һөйөү уята, һәләттәрҙе аса белә, – ти ул. – Шуға ла сәнғәт юлын һайлағаныма һис үкенмәйем. Остаздарым әле лә миңә кәңәштәре менән ярҙам итә.
Виктория Садиҡова етәкселегендә әле 20-нән ашыу уҡыусы һынлы сәнғәт серҙәрен өйрәнә. Яңыраҡ ҡына эш башлаһа ла, уҡытыу­сының уңыштары бар: тәрбиәләнеүселәре төрлө бәйгеләрҙә көсөн һынай, еңеүгә лә өлгәшә. «Көҙгө вернисаж» Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, уҡытыусы үҙе лә, өйрәнсектәре лә призлы урындарға лайыҡ булған.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тирә-йүнгә яратып баҡ

Тирә-йүнгә яратып баҡ 17.10.2018 // Йәмғиәт

Бөрйән ҡыҙы һәр көнөн хәйерле эштәргә арнарға тырыша. Һоҡланырлыҡ йәштәребеҙ бар: улар төплө белем...

Тотош уҡырға 51

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә

Ғәйеплемен тимә, башың түбән эймә 17.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемгә үҙ ғүмерендә бер тапҡыр булһа ла ғәйеп тойғоһон кисерергә тура килгәне барҙыр. Әммә...

Тотош уҡырға 40

Әсә йөрәге

Әсә йөрәге 17.10.2018 // Йәмғиәт

Ҡустыбыҙҙы бәлә-ҡазанан ҡотҡарҙы ул. Был хәл ҡустыларымдың өлкәненә 14 йәш тулған йылда булды......

Тотош уҡырға 71

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә...

Белем бирә, бейетә, самолеттан һикерә... 17.10.2018 // Йәмғиәт

Тормошта үҙгәрештәрҙән ҡурҡырға кәрәкмәй. Хәҙерге йәштәрҙең өлгөрлөгөнә генә түгел, төрлө өлкәне...

Тотош уҡырға 29

“Ашығыҙ тәмле булһын!”

“Ашығыҙ тәмле булһын!” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Официант булыу еңелме? …Клиент янына килдең, иҫәнләштең, нимә кәрәклеген һорап, ашын килтерҙең дә...

Тотош уҡырға 50

“Күңелемдең тыныслығын тоям”

“Күңелемдең тыныслығын тоям” 17.10.2018 // Йәмғиәт

Заһретдиновтар дәүләт ярҙамына таяна. Шамил Заһретдиновтың Үрге Тәтешле ауылында төпләнеүенә уның...

Тотош уҡырға 33

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә

“Башҡортостан 24” телеканалы тәҡдим итә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Тәүлек әйләнәһенә эшләгән “Башҡортостан 24” телеканалы тамашасылар өсөн өр-яңы 10 тапшырыу әҙерләне....

Тотош уҡырға 39

Ғаилә бәхете – ил бәхете

Ғаилә бәхете – ил бәхете 16.10.2018 // Йәмғиәт

Һәр кемдең үҙ маҡсаты, шөғөлө, эше бар. Әсәйем Рима һәм атайым Мирхәт Сәғитовтар икеһе лә...

Тотош уҡырға 47

Һәләтенә иҫең китерлек

Һәләтенә иҫең китерлек 16.10.2018 // Йәмғиәт

Башта ошо фотоға ҡарағыҙ әле. Учалы районының Ҡобағош ауылында йәшәгән Рәшиҙә апай Зыкрина...

Тотош уҡырға 76

Килгәндәр кире китмәй

Килгәндәр кире китмәй 16.10.2018 // Йәмғиәт

Оло юлдың, Иҫәнғол һәм Троицк баҙарҙарының яҡынлығы, ерҙәрҙең уңдырышлылығы һәм ул ваҡытта мул...

Тотош уҡырға 38

Ағасҡа йән өрә

Ағасҡа йән өрә 16.10.2018 // Йәмғиәт

Күңел йылыһы һалынған әйберҙәр күҙ яуын ала. Өфө оҫтабикәһе Ирина Коробейникованың ҡулдарында ағас...

Тотош уҡырға 39

Ауыл йәме

Ауыл йәме 16.10.2018 // Йәмғиәт

Хәйбулла уңғандарының баҡсаһы гөл-сәскәгә күмелә. Уларҙың ихатаһына ингәндән алып үҙеңде гөлдәр...

Тотош уҡырға 101