Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡомартҡыһы йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра
Балалар яҙыусыһы, шағир, бихисап популяр йырҙар авторы, төрлө кимәлдәге әҙәби премиялар лауреаты… Исеме “Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре” энциклопедияһына индерелгән… Юҡҡамы ни Сафуан Әлибаевтың әҫәрҙәре лә әҙәбиәтебеҙҙең иң ихлас, яҡты биттәре булып теркәлгән. Танылған шәхестең тыуыуына 75 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы “Халыҡ улы – хаҡлыҡ йырсыһы” исемле күргәҙмә ойошторҙо.

Күргәҙмәне асыу тантанаһы М. Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейында үтте. Унда шағирҙың ҡәләмдәштәре, төрлө осорҙа бергә эшләгән коллегалары, ғаилә ағзалары килгәйне. Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Сафуан Әф­тәх улының бай ижади ҡомарт­ҡыһы бөгөнгө йәштәрҙе лә ҡыҙыҡһындыра, тип билдәләне. Ысынлап та, залдағы ҡунаҡтар араһында мәктәп уҡыусылары, студенттар ҙа булды. Улар кисәгә Сафуан Әлибаевтың шиғырҙарын ятлап килгәйне.
Төрлө быуын вәкилдәренең сығышы менән үрелеп барған сара йылы шарттарҙа үтте. Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев, Башҡорт­остандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғәлиә Ғәлимова, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, журналист Нияз Мәһәҙиев Сафуан Әлибаевҡа бәйле хәтирәләре менән уртаҡ­лашты. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, юби­ляр­ҙың ижадына байҡау яһап, уның әҫәрҙәре әле лә көнүҙәк яңғырай, тип билдәләне. Бөгөнгө матбуғаттың сетерекле хәле, әҙәбиәт яҙмышы тураһын­да уйланыуҙарын да еткерҙе.
Сарала Сафуан Әлибаевтың тормош юлдашы Фәрҙиә апай ҙа сығыш яһаны. Уның һәр һүҙендә иптәшенә булған йылы мөнәсәбәте, оло ихтирамы сағыла:
– Йыш ҡына Сафуандың ижадын пропагандалауға, китаптарын баҫтырыуға күп көс һала­һың, тиҙәр. Ә бит уның әҫәрҙәре булмаһа, уларҙы уҡыусылар ҡабул итмәһә, мин генә бер ни ҡыла алмаҫ инем.
Баҫалҡы, итәғәтле булыуы менән кемдәрҙе генә һоҡлан­дырманы икән Фәрҙиә Әхмәт ҡыҙы! Сафуан ағай өсөн ул тормош юлдашы ғына түгел, тоғро дуҫ та, рухташ та булғандыр. Әлибаевтарҙың яҙмыш һынауҙарына бирешмәй, гел аңлашып йәшәүҙәре хаҡында сара барышында күп әйтелде. “Халыҡ улы – хаҡлыҡ йырсыһы” күргәҙмәһенең яңы форматта әҙерләнеүе лә күптәргә оҡшап ҡалды. Милли әҙәбиәт музейы­ның рәссамы Нурзилә Хөснул­лина әйтеүенсә, “Интерьер баҫма­һы” тигән алымды улар беренсегә ҡулланған.
Үҙ бинаһы булмаһа ла, Милли әҙәбиәт музейы республикала әҙәбиәтте, мәҙәниәтте пропа­ган­далауға күп көс һала. Ҡасандыр бындағы күргәҙмәләр ҡулдан әҙерләнһә, бөгөн технологиялар ярҙамында заманса форматҡа күскәндәр. Ә иртәгә, бик ихтимал, тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ юлдар табылыр. Ул саҡта иркә зауыҡлы кешеләр ҙә ижади осрашыуҙарға, шиғриәт кисәләренә йышыраҡ йөрөр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973