Йәшәгән һайын йәшәге килә!

30-11-2011, 05:20 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Йәшәгән һайын йәшәге килә!— Хеҙмәтең ниндәй генә булыуға ҡарамаҫтан, ул һиңә ҡыуаныс килтерергә тейеш, — ти бөтә ғүмерен шахта эшенә бәйләгән Нәғимйән Ғәзиз улы Әбдрәхимов. — Беҙҙең һөнәр ауыр ҙа, хәүефле лә, халыҡ әйтмешләй, шахтала эшләү яу яланына тиң, иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуың һәр саҡ ҡыл өҫтөндә.
Һикһән йәшен артылған, мыҡты кәүҙәле, асыҡ сырайлы әңгәмәсебеҙҙең донъя яңылыҡтары, республика тормошо менән хәбәрҙар, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, тапҡыр һүҙле булыуы һис тә ғәжәпләндермәне, сөнки ғүмер буйы гәзит-журналды ҡулынан төшөрмәгән, хатта Воркута тарафтарында йәшәп, сит-ят араһында үҙ телен онотмау өсөн “Башҡортостан” гәзитен даими алдырып уҡыған кешенең башҡаса булыуы ла, фекер йөрөтөүе лә мөмкин түгел.
“СССР-ҙың атҡаҙанған шахтеры” тигән маҡтаулы исем йөрөткән, Коми АССР-ының Юғары Советы, ҡала һәм район Советтары депутаты булып һайланған Нәғимйән Ғәзиз улының йәштәргә һөйләрлек хәтирәләре лә, быуындарға етерлек кәңәш-тәҡдиме лә күп.
Ағайҙың күңел зирәклеге, уҡымышлылығы һәр һүҙендә сағыла. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, бер нисә үҙәк, республика, ҡала матбуғат баҫмаларын яҙҙырып уҡыған ветерандың заман һулышын тойоп йәшәүе күптәрҙе көнләштерерлек.
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған, аҙаҡ атаһының колхоз ойоштороу өсөн башҡа ергә ебәрелеүе арҡаһында Дауыт-Ҡайыпта үҫеп, шунда белем алған. Яҙмыш еле уны Ленинград эргәһендәге Пушкин ҡалаһына хәрби хеҙмәткә алып килгән.
Аҙаҡ Төньяҡ флотҡа эләгә, ил Хөкүмәте тарафынан кадрҙарҙы ҡыҫҡартыу башланғас, Воркутаға шахта эшенә ебәрәләр.
— 22 йыл буйы бер шахтала эшләнем. Көн дә ҡулда көрәк тә сүкеш булды. Төньяҡ Боҙло океандан ни бары 60 саҡрымда ғына инек. Хеҙмәт ауыр булһа ла, аҡсаһын тейешенсә түләнеләр. Һикһәненсе йылдарҙа Өфөлә кооператив фатир һатып алып, ғаиләмде тыуған яҡҡа ҡайтарҙым, — ти Нәғимйән Ғәзиз улы.
Шундай олпат йәштә лә тормоштан йәм-тәм табып, йәштәрсә күтәренке күңел менән донъя көткәндәр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо тыуҙыра. Ошо йәшкә етеп, ҡулына тәмәке тотоп ҡарамаған, күңел аҙҙырғыс “йәшел йылан”дан ситтә йөрөргә күнеккән ағайҙың йәшәү рәүеше беҙҙең өсөн дә һабаҡ булырлыҡ. “Олоғайған һайын кеше ғүмеренең ҡыҫҡалығын, нескәлеген тояһың, шунса ғына ваҡытта ла әҙәм балаһының әллә күпме хата, хилафлыҡ ебәреп, тормошон ҡатмарландырыуы үкенесле, — ти ул. — Заман “дилбегәһен” нисек тотаһың, ул шулай бара”.
Оҙон ғүмерлеләр рәтен тулыландырыу һәр кемдең дә ҡулынан килерлекме? Мәҡәлә геройы кеүек йыш мунса инһәң, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә иғтибар итмәй көн дә бер нисә саҡрым араны йәйәү үтһәң, байрам табынында кем менән, нисек ултырырға тейешлекте яҡшы үҙләштерһәң һәм, әлбиттә, мул ғына пенсия алһаң, ҡартлыҡты ла хәүефләнмәй, осон-осҡа ялғап йәшәүҙән ҡурҡмай, кәмһенмәй ҡаршыларға мөмкин.
— Шөкөр, әбейем менән икебеҙгә мул ғына пенсия алабыҙ, иркенләп тотонабыҙ. Тик ҡорҙаштарымдың хеҙмәт пенсияһының аҙ булыуы күңелде ныҡ әрнетә. Өлкәндәр өсөн тормош элек тә анһат булманы, әле лә иркәләтмәй, — тип көрһөнә ветеран. — Воркутала йәшәгәндә коммуналь хеҙмәттәргә дүрт һум илле тин генә түләй инек, ә хәҙер ул дүрт-биш меңгә барып баҫа. Ә ниңә пенсия күләме шунса артмай? Элек пенсия аҡсаһына Өфөнән Ленинградҡа барып әйләнергә, өҫтәүенә, ике сумаҙан тултырып ит алып ҡайтырға мөмкин ине. Ә хәҙерге пенсионерҙар ул аҡсаға райондағы туғандары эргәһенә хәл белергә лә ҡайта алмай.
Ағай әйтмешләй, 20 төймәлек “Зокор” препараты хаҡының бер мең һумға етеүен, баш ауыртыуын баҫыусы “Танакан”дың 1640 һум тороуын күреп, нервыларың ҡуҙғалып, сиреңдең көсәйеп китеүе генә ихтимал. Ҡиммәтле дарыуҙар ярлыны тынысландыра ла, һауыҡтыра ла алмай.
— Күпте күргән-кисергән кеше булһам да, “итексенең итеккә йәлсемәүен” һаман да аңлай алмайым. Үҙебеҙҙә етештерелгән бензиндың, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙең ҡиммәт булыуы хайран ҡалдыра. Ил хөкүмәте әлегәсә өлкән быуын тураһында тейешенсә ҡайғырта алмай, шуныһы бик үкенесле, — тип әсенгән Нәғимйән Ғәзиз улын йыуатырлыҡ һүҙҙе беҙ ҙә әлегә таба алманыҡ.
Динә АРЫҪЛАНОВА