Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡояшты кем уятыр?
Ҡояшты кем уятыр? Бала саҡ. Тауҙар артынан Ҡояштың алтын толомдары таңғы елдә туҙғый башлау менән әсәйҙең биҙрәһенә гөбөрләп аҡҡан һөт тауышы күңелде иркәләй. Тағы бер көн тыуыуын белдереп, әтәстәр һөрән һала. Бер аҙҙан ошо илаһи симфонияға ауыл көтөүсеһенең сыбыртҡы моңо ҡушыла. Эйе, моңо! Бала саҡтан сыбыртҡы шартлауы күңелгә ниндәйҙер бер ҡабатланмаҫ көй булып һеңеп ҡалған. Уның тауышы тау-таштарға бәрелеп, иҙрәп ятҡан донъяны уятып ебәрә, шунан тормош хәрәкәткә килә.

Ошо хозур мәл йөрәгемә шиғыр булып уйыла:

Ауыл бригадиры — ҡыҙыл әтәс
Таң һарыһы менән торҙо ла,
Һиҫкәндереп таңғы тыныслыҡты,
Уйнап ебәрҙе ул борғола.

Һәм уянды ауыл. Бар тирә-яҡ,
Яңғыратып зәңгәр күгемде,
Дәртле баҫып килгән һыйырҙарҙың
Борғо тауышына күмелде.

Тынлы оркестрҙың дирижеры —
Ҡарт көтөүсе — тәртип һаҡланы:
Оҙон сыбыртҡыһын болғай-болғай
Көтөү артынан ул атланы.

Көй һүҙҙәрен машинкала баҫа
Урман секретары — тумыртҡа.
Һайыҫҡан да, һүгеп үҙ тауышын,
Эсә ине был саҡ йомортҡа.

Һаҡау ҡая, күпме тырышмаһын,
Ошо моңло көйҙө отманы.
Ҡабат-ҡабат әйтеп ҡараһа ла,
Бутаны ул һәр бер нотаны.

Һәм оркестр ауыл урамынан
Болонлоҡҡа китте теҙелеп,
Ә ноталар, ҡарлуғастар булып,
Тимер сымда ҡалды эленеп.


­Шулай көтөүсенең сыбыртҡы шартлатыуынан башлана ине ауыл тормошо. Беҙ – бала-саға – йылы һөт эсеп, мәктәпкә йүгерәбеҙ. Ә унда уҡытыусы: “Ҡарағыҙ уны, насар уҡыһағыҙ, көтөүсе булыр­һығыҙ”, – тип киҫәтә. Үҙемә ҡалһа, мал көтөүҙең бер ниндәй хәүефен күрмәйемсе. Беҙҙең арала йәшәгән, бер үк йылға һыуын эскән, бер күк һауаһын һулаған кеше ләбаһа ул көтөүсе! Һүгенеүе бар инде. Улай тиһәң, көтөүҙән айырылып, колхоз баҫыуына төшөргә самалап, баш бирмәгән малға өндәшмәй ҡара һин. Ундай һүҙ ни, кеше булмаған саҡта үҙемдең дә ауыҙҙан ысҡынғылап ҡуйғылай. Хатта күршебеҙҙең малайы көтөүсегә ҡарағанда ла еллерәк һоғондора әле, ә үҙе, үҫкәс берсиҙәтел булам, тип бәрәңге ашап ҡабарған ҡорһағын ыуып ҡупыра.
Белмәйем, уҡытыусыға ул көтөүсе нимәһе менән оҡшамайҙыр. Хатта сыбыҡ осо ғына туғандар ҙа шикелле. Беҙҙә бит, ҡылыҡһыҙ булһа ла, үҙ туғаныңды яманлап һүҙ әйтеү ғәҙәте юҡ. Ана, күҙенән күк төшмәгән Баныу апай ҙа, ирем һуҡты, тимәй, ҡәһәр төшмәгер кәзә төкөнө, ти. Уңманы инде кәзәһенән...
Көтөүсе тураһында һөйләмәксе инем, һүҙ үҙәненән ситкәрәк аҡтым буғай. Күңел төбөндә ятҡан һағыш ғәләмәтелер. Юҡһынырлыҡ та шул, хәҙер бит ауылдарҙа таң менән сыбыртҡы шартлатҡан тауыш урынына, ҡайҙалыр бомба шартлаған, тигән хәбәр йышыраҡ ишетелә. Көтөүсе һөнәре күҙ алдында ирегән майшәм кеүек юҡҡа сыҡты. Аптыраған халыҡ көтөүсе та­ба алмай аҙаплана. Ир-егеттәребеҙ оҙон аҡса артынан Себергә, башҡа тараф­тарға юллана. Ситтә байтаҡ йыл эшләп йөрөгән бер таныш ағай әйткәйне: “Тыуған ауылыма ҡайтҡайным, ситтән күсеп килгән­дәр баҫҡан. Бер кемде таныманым. Үҙемде килмешәк тиҙәр”.
Ауылыбыҙҙан берәү ғүмер буйы Себер­ҙә эшләп йөрөгәйне. “Ине” тип әйтергә ҡалды хәҙер, сит тупраҡта ятып ҡалды кәүҙәһе. Яңылышмаһам, ҡартайып вафат булған ата-әсәһен дә һуңғы юлға оҙатырға ҡайта алманы. Улары юлдан күҙҙәрен алмай көттө улдарын, шул яҡтарға киткән кешеләр аша һағышлы сәләмдәрен еткереп, ҡайтып әйләнеүен үтенделәр. Ләкин егеттең тауыш-тыны булманы. Мәшәҡәт тоҙағынан ысҡына алмағандыр тиһәң, ғаиләһе лә юҡ ине. Себер һалҡынынан да яманыраҡ яңғыҙлыҡ һалҡынында күңеле туңғандыр, күрәһең. Шулай ҙа бер ҡайтып киткәне хәтерҙә. Бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәре лә үҙ кеше итеп ҡабул итмәне буғай. Ҡырыҫ йөҙ күрһәтмәһәләр ҙә, “ни хәлдәр?”ҙән ары китә алманылар, күңел ишектәре асылманы. Күңел ишегенең ябыҡлығын һуҡыр ҙа тоя бит ул, егет тә һиҙгәндер, күп торманы, юҡ булды. Хәйер, уның барлығы тойолмаған кеүек, юҡлығы ла һиҙелмәне. Уйлап ҡуям, исмаһам, ҡәбере бармы икән?..
Ҡот осҡос хәл! Мал-мөлкәт артынан ҡыуып, үҙебеҙҙең иң ҙур байлығыбыҙҙан – ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған ғәзиз еребеҙҙән ҡолаҡ ҡаҡ­маҫ­быҙмы?! Бында эш юҡ, тип һылтана­быҙ. Ситтән килгәндәргә лә берәү ҙә эш әҙерләп ҡуймаған бит, үҙҙәре булдыра: мал тота, ҡош-ҡорт үрсетә, ҡортсолоҡ менән шөғөлләнә... Шул уҡ ваҡытта үҙе­беҙҙең әзмәүерҙәй егеттәребеҙ араһында атай-әсәй пенсияһына ҡарап ятыусылар ҙа юҡ түгел. Саҡ ҡына башыңдағы “шө­рөп”тәрҙе майлаһаң, эшен дә, аҡсаһын да табырға була.
Әйтәйек, үрҙә телгә алған көтөүсе һөнәре нимәһе менән насар һуң? Мәҫәлән, Башҡортостан халҡының 38,2 проценты, йәғни 1 миллион 500 меңдән ашыуы ауыл ерендә йәшәй. Тимәк, күпселек ауылдарға хас булғанса, улар мал-тыуар аҫрай. Әгәр республикабыҙҙа 5 меңгә яҡын ауыл барлығын иҫәптә тотоп, шуның яртыһын алғанда ла, 2 мең 500 көтөүсе кәрәк тигән һүҙ. Халыҡ менән һөйләшеп, уларҙың малын көтөү бурысын үҙ өҫтөңә алырға мөмкин. Сағыштырыу өсөн әйтәм, ҡайһы бер ауылдарҙа 500 – 1000 һум түләп мал көттөрөүселәр бар. Әгәр 100 өйҙән торған ауыл икән, тимәк, 500 һумдан алғанда ла 50 мең һум тигән һүҙ. Бындай эш хаҡы хатта Себерҙә йөрөгәндәргә лә эләгеп бармай. Унан көнө буйы тәбиғәт ҡоса­ғында, саф һауала йөрөү сәләмәтлек өсөн ниндәй ҙур йоғонто яһауын да өҫтәһәк...
Хәйер, ҡасандыр уҡытыусыбыҙҙың “насар уҡыһаң, көтөүсе булырһың” тигән һүҙенә ҡаршы былай тип әйтке килә: даны донъяға таралған мәшһүр йырсыбыҙ Абдулла Солтанов та көтөүсе булған.
Ғөмүмән, көтөүсе һөнәре – борондан килгән ауыр хеҙмәттәрҙең береһе. Ул мал-тыуарҙы ашатып-эсереү генә түгел, айырым белем, хайуанҡайҙарҙың биологик үҙенсәлектәрен һәм көтөү тәртибен белеү­ҙе талап итә. Быларҙан тыш, көтөүсе мал-тыуарҙың төрлө сирҙәрен, уларҙы иҫкәртеү ысулдарын, дауалау серҙәрен дә күҙ уңында тоторға тейеш. Өҫтәүенә көтөү менән оҙон көн буйына үҙе генә ҡалғас, мал-тыуарҙың көрлөгө, һөт биреү кимәле уға бәйле. Шуға күрә һәр үткенсе кеше көтөүсе була алмай. Үҫешкән илдәрҙә, мәҫәлән, уларҙы айырым уҡыталар. Аҙаҡ­тан улар имтихан тапшыра һәм “көтөүсе танытмаһы”на эйә була. Рәсәйҙә иҫкесә 23 апрелдә Көтөүсе көнөн билдәләгәндәр. Был көндә ауыл халҡы малдарын көтөүгә алып сыҡҡан, көтөүселәрҙе тәмле ризыҡ­тар менән һыйлаған, бүләктәр биргән.
Бөгөн беҙҙә күп осраҡта малды сиратлап көтөү ойошторолған. Әлбиттә, ике-өс айға бер тапҡыр тура килгән сират әллә ни әһәмиәтле түгел һымаҡ. Ләкин йыш ҡына малдың юғалыуы, ҡазаланыуы, үлеме үҙ эшен яҡшы белгән көтөүсенең булмауына бәйле түгелме икән?
Донъя әҙәбиәтендә көтөүселәр тураһын­да әҫәрҙәр байтаҡ: йырҙар, әкиәттәр, риүәйәттәр, мәҡәлдәр ижад ителгән. Бер фәһемле риүәйәтте телгә алып үтке килә.
...Бер көтөүсе һарыҡ көтә икән. Көн һайын береһен һуйып ашай, ти. Ләкин малды баҫтырып хәле бөтә, етмәһә, улары баҡырышып башҡаларын өркөтә. Шул саҡ көтөүсенең башына шәп уй килә һәм һарыҡтарҙың һәр береһе менән һөйләшеп сыға. Бер бәрәнгә ул былай ти: “Һин ҡуй түгел, ә минең кеүек кешеһең. Мин бит һарыҡтарҙы ғына һуйып ашайым. Ҡурҡма, һин – минең иң яҡын дуҫым”. Икенсеһенә: “Ниңә ҡасаһың, һин бит арыҫлан”, – ти.
Шулай итеп, көтөүсе бәрәндәрҙең һәр береһе менән һөйләшеп сыға. Бынан һуң көтөүлек кинәт үҙгәрә һәм көтөүсе бысаҡ тотоп килгәндә ҡасмаҫ була. Уларҙың һәр ҡайһыһы: “Бына, көтөүсе тағы бер һарыҡты үлтерҙе, ә мин – уның иң яҡын дуҫы, миңә бер ни ҙә булмай”, – тип уйлаған...
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтке килә: көтөүҙәге һарыҡтар кеүек булмайыҡ. Аллаһ Тәғәлә һәр кешенең ҡулына бәхет һарайының асҡысын тотторған, уны асып кереү һәр беребеҙҙең үҙенән тора. Ул һарайға ингән кешенең кем булып һәм ҡайҙа эшләүе мөһим түгел. Һәр хәлдә, көтөүҙәге һарыҡ булғансы, көтөүсе булыуың хәйерле...

Автор: С. НӘЗИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Журналистар музейға юллана

Журналистар музейға юллана 22.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән Рәсәй Музейҙар союзы президенты Михаил...

Тотош уҡырға 42

Ғорурлығым – Рәсәй!

Ғорурлығым – Рәсәй! 22.09.2018 // Йәмғиәт

“Балалар һәм йәштәр эштәре буйынса төбәк-ара методик үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы...

Тотош уҡырға 34

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт

Ризыҡҡа бирелгән бәрәкәт 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡунаҡсыллыҡ – йомартлыҡ, яғымлылыҡ, бер-береңә ихтирам сағылышы. Ул Исламда юғары баһалана....

Тотош уҡырға 45

Урынһыҙға маҡтаһалар...

Урынһыҙға маҡтаһалар... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Арабыҙҙа ниндәй генә кеше юҡ: асыҡ күңеллеләр, йомоғораҡтар, түҙемһеҙҙәр, сабырҙар, ярһыуҙар,...

Тотош уҡырға 58

Зөләйханың өс ғүмере

Зөләйханың өс ғүмере 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡатын-ҡыҙ өсөн бәхет нимә ул? Аҡ йөҙлө, көләс, еңел кәүҙәле, етеҙ был ҡатын менән уның тыуған ауылы...

Тотош уҡырға 52

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы

Хеҙмәт кешеләрен данлаусы 21.09.2018 // Йәмғиәт

Энгель Зәйнетдинов – нефть һәм уның әһәмиәте, бигерәк тә үҙебеҙҙең Башҡортостанға ҡағылышлы тарихы...

Тотош уҡырға 41

Мәғрур Кирәлегә терәлеп...

Мәғрур Кирәлегә терәлеп... 21.09.2018 // Йәмғиәт

Ҡоҙғон-Әхмәр халҡы юғарылыҡҡа ынтылып ғүмер итә Белорет районында шундай ауыл бар: халҡы егәрле лә,...

Тотош уҡырға 54

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме?

Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙерһеңме? 20.09.2018 // Йәмғиәт

Шәмбе көндә Өфөлә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале...

Тотош уҡырға 49

Көҙ йылыһы менән йәмле

Көҙ йылыһы менән йәмле 20.09.2018 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ял көндәрендә йылы һәм яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. “Башгидромет” синоптиктары хәбәр...

Тотош уҡырға 45

Айыуға юлыҡмағыҙ!

Айыуға юлыҡмағыҙ! 20.09.2018 // Йәмғиәт

“Башҡортостан” милли паркының матбуғат хеҙмәте төбәктә айыуҙарҙың әүҙемләшеүен хәбәр итә һәм...

Тотош уҡырға 47

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы?

Тыйырғамы, тыймаҫҡамы? 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәй халҡының дүрттән өс өлөшө мәктәптә дәрестәр барғанда смартфон һәм башҡа гаджеттар ҡулланыуҙы...

Тотош уҡырға 61

Бала мәнфәғәтендә

Бала мәнфәғәтендә 19.09.2018 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә юғалған балаларҙы эҙләү менән шөғөлләнгән активистарға ярҙам иткән түләүһеҙ смартфон...

Тотош уҡырға 50