Дүрт сутыйлылар ирекле

30-04-2016, 00:03 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Өфө ҡала Советы депутаттары баҡсасыларҙың льготалы категорияларын дүрт сутый ер өсөн һалым түләүҙән азат итергә ҡарар ҡылды.

Ташлама ер майҙа­нын хосусилаштырыу мөмкинлеге булмаған һәм дөйөм нигеҙҙәге льготаларҙан файҙалана алмаған кешеләргә ҡа­ғыла. Әле Өфө биләмә­һендә ошондай 21 баҡ­сасылыҡ ширҡәте бар. Уларҙың ағзалары теге йәки был сәбәп (ерҙә­ренең санитария йәки һыу һаҡлау зонаһында, ҡала урмандары сигендә урынлашыуы, муниципаль ихтыяж өсөн ре­зервҡа һалыныуы) арҡа­һында баҡсаһын хосусилаштыра алмай.
Ошо мәсьәләне хәл итеүҙе һорап, депутат­тарға күп тапҡыр мөрә­жәғәт итте халыҡ. Хәҙер баҡсасылар 400 квадрат метр ергә һалым түләү­ҙән азат ителә. Әгәр ҙә баҡса участкаһы ҙурыраҡ икән, һалым ошо льготалы майҙандан артҡан ер өсөн генә һалына.
Ҡала Советы депутаты Павел Васильев әйте­үенсә, Социалистик Хеҙ­мәт Геройҙары, хеҙмәт, хәрби хеҙмәт ветерандары, инвалид балалы ғаиләләр, етемдәр, ишле ғаиләләр файҙалана ала был мөмкинлектән. Участ­каларын хосусилаштыра алған баҡса­сыларҙың льготалы категориялары өсөн ундай хоҡуҡ 2005 йылда ғәмәл­гә индерелгән.