Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡурайлы, баллы Ялтала
Ҡурайлы, баллы Ялтала Күптән түгел Ҡырым Республикаһының бар донъяға билдәле Ялта ҡалаһына юл төштө. Ул тәү сиратта Советтар Союзы, Америка Ҡушма Штаттары һәм Бөйөк Британия вәкилдәренең Икенсе донъя һуғышынан һуң Европа дәүләттәре ҡоролошон билдәләгән 1945 йылғы Ялта конференцияһы менән бәйле тарихҡа инеп ҡалған. Был халыҡ-ара сара уҙған Ливадия һарайы алдында ошо өс ил етәкселәре Сталин, Рузвельт һәм Черчилль осрашҡанын сағылдырған монументаль обелиск ҡуйылған. Ҡаланың иҫтәлекле урындары менән ныҡлап танышыу, Ҡара диңгеҙ буйында йөрөү, айырыуса бында йәшәүсе төрлө милләт һәм һөнәр вәкилдәре менән яҡындан аралашыу бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Түбәндәге яҙмалар нәҡ ошо хаҡта.

Милләт бәҫен күтәреүселәр

Ҡырым Республикаһында, дөйөм алғанда, ике меңдән ашыу башҡорт һәм татар йәшәй. Бында һүҙҙең айырым халыҡ тип һаналған Ҡырым татарҙарына бөтөнләй ҡағылмағанын билдәләргә кәрәк.
Үҙҙәрен туғандаш халыҡ вәкилдәре иҫәбенә бары тик һөйләү теле нигеҙендә генә индереүселәр — башлыса Башҡорт­останда йә аҫаба башҡорттар йәшәгән күр­ше төбәктәрҙә тыуып үҫкәндәр. Улар­ҙың һәр ҡайһыһының алыҫ Ҡара диңгеҙ ярҙарындағы Ҡырым ярымутрауында төп­ләнеү сәбәбе үҙенеке: Ҡырым татарҙарын депортациялау һөҙөмтәһендә эшсе ҡулдар кәмегәнлектән, кемдер һуғыштан һуң һәм артабанғы йылдарҙа йүнәлтмә менән эшкә ебәрелгән; Красноперекопск ҡалаһындағы сода заводына Стәрлетамаҡ һәм Салауаттан килеп, ошонда йәшәргә ҡалған оператор һәм инженерҙар бар; ҡайһы берәүҙәр сәләмәтлегенә бәйле табиптар кәңәше менән маҡсатлы рәүештә төйәклән­гән; ҡатын-ҡыҙ араһында иһә был яҡтарға килен булып төшкәндәр күберәк. СССР ваҡытында илдең Ҡораллы Көстәрендә, бигерәк тә Ҡара диңгеҙ флотында хеҙмәт иткән һәм хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң йәшәү өсөн күп яҡтан ҡулайлыраҡ был тарафтарҙы һайлаған элекке хәрби яҡташтарыбыҙ ҙа ҙур ғына төркөмдө тәшкил итә.
Республиканың баш ҡалаһы Симферополь, шулай уҡ Севастополь, Алушта, Евпатория һәм Ялта ҡалаларында башҡорт-татар милли-мәҙәни үҙәктәре ойошторолған. Уларҙың, атамалары кеүек, эшмәкәрлек әүҙемлеге лә төрлөсә. Нисек кенә әйтһәң дә, яҡташтарҙың бергә йыйылып-аралашыуҙары, уй-фекерҙәре һәм, иң мөһиме, һағыштары менән уртаҡлашыу урынына әйләнгән был йәмәғәт ойошма­ларының булыуы, әлбиттә, һөйөндөрә. Сит тарафтарҙа халҡыбыҙҙы танытыу йәһәтенән дә, милләт бәҫен күтәреү йөҙөнән дә улар файҙалы эш атҡара. Тик был милли-мәҙәни үҙәктәрҙе шул уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡанаты аҫтына ныҡлабыраҡ тартһаҡ ине. Әлегә уларҙың ҡайһы берҙәре “үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрәбеҙ” тигән һымағыраҡ, ситтәрәк үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнауҙарын дауам итә. Башҡа төбәктәрҙә йәшәгән мил­ләттәштәребеҙгә ҡарата халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың “Башҡортостанда башҡорт булыу еңел, һин сит ерҙә башҡорт булып ҡара” тигән бик тәрән мәғәнәле һүҙҙәрен йышыраҡ иҫкә төшөрһәк ине...
Ялтала бөгөн 150-гә яҡын башҡорт һәм татар ғаиләһе көн күрә. Әйтелгәнсә, дөйөм Ҡырымдағы кеүек, күптәре сығышы менән Башҡортостандан. Улар араһында “һин татар” йә “мин башҡорт” тип милләт айырыу юҡ, бындағылар өсөн яҡташлыҡ, туғанлыҡ һәм дуҫлыҡ төшөнсәләре тәрәнерәк һәм киңерәк мәғәнәгә эйә.

Бар йәһәттән әүҙемдәр

Ҡурайлы, баллы ЯлталаЮлға сығыр алдынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының яуаплы хеҙмәткәре Тәнзилә Исхаҡованан Ҡырым Республикаһында теркәлгән башҡорт милли-мәҙәни ойошмалары хаҡында белештем. Ялта ҡалаһындағы “Иҙел-Урал” үҙәге етәксеһе, Ҡоролтайҙың “Ал да нур сәс халҡыңа!” миҙалына лайыҡ булған арҙаҡлы яҡташыбыҙ Даларис Имелбаев менән мотлаҡ күрешергә тәҡдим иттеләр.
Ҡалаға килеүҙең икенсе көнөндә үк шылтыратҡайным, Даларис Ғимран улы, һүҙ әйтергә лә бирмәй, үҙенә саҡырҙы. Ҡара диңгеҙҙән әллә ни алыҫ булмаған ерҙә, тау битендәге соҡорораҡ урында һалынған туғыҙ ҡатлы йорттағы фатирында ҡатыны Рәйлә Мырҙәғәли ҡыҙы менән алсаҡ йылмайып ҡаршы алдылар. Артабан, ҡайтырға юлланғансы, Имелбаевтар менән бер нисә тапҡыр осраштыҡ, улар һәр саҡ милләтебеҙгә хас ҡунаҡсыл­лыҡ күрһәтте. Аралашыу барышында ерҙәштәребеҙҙең үҙҙәре хаҡында ла ентекләп һорашып-белештем, тыуған төбәктән ситтәге көнитмеше менән яҡын­дан таныштым. Ялтала йәшәгән милләт­тәштәребеҙҙең ҡайһы берҙәре менән дә Даларис ағай һәм Рәйлә апай булыш­лығында күрештем.
Үҙенең етенсе тиҫтәһен ваҡлаусы Даларис Имелбаев — Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районының Түбәнге Таш ауылы егете. Йомағужала урта мәктәп тамам­лағандан һуң Мораҡтағы һөнәрселек училищеһында төҙөүсегә уҡыған. Артабан, маҡтауҙарға лайыҡ булып, урындағы колхоз-ара төҙөлөш ойошмаһында эшләп алған да әрмегә саҡырылған. Тейешле ике йылды үткәргәндән һуң да СССР Оборона министрлығының махсус тәғәйен­ләнештәге инженер ғәскәрҙәре сафында хеҙмәтен дауам итеп, башлыса хәрби объекттар төҙөүҙә ҡатнашҡан. Ул заман­дарҙа илдең күп кенә мөһим төҙөлөш­тәренә хәрбиҙәрҙең йәлеп ителеүен иҫкә төшөрһәк, отставкалағы өлкән прапорщик Имелбаев сирек быуатлыҡ хеҙмәт дәүе­рендә сафҡа индергән социаль-мәҙәни һәм көнкүреш биналарының, күп фатирлы йорттарҙың һанын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Улар араһынан Ҡырым ярым­утрауының көньяҡ яр буйҙарындағы ҡала­ларҙа әле лә эшләп килгән бихисап шифахананы, шул иҫәптән Форостағы хөкү­мәт дачаларын айырып билдәләргә кәрәк.
Милләттәштәребеҙгә хас тырышлыҡ, әҙәплелек һәм намыҫлылыҡ кеүек матур сифаттар Даларис Ғимран улына тәбиғәт­тән бирелгән. Хеҙмәте барышында Симферополь Юғары хәрби-сәйәси төҙөлөш училищеһын уңышлы тамамлай, ул частың райком хоҡуҡтарына эйә булған ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайланып, шул вазифаны оҙаҡ ҡына уңышлы башҡара. Бынан тыш, тиҫтә йылға яҡын Хәрби трибуналда халыҡ ултырышсыһы була.
Намыҫлы һәм өлгөлө хеҙмәте “Хәрби төҙөлөш отличнигы” исеме, миҙалдар, күп һанлы маҡтау ҡағыҙҙары һәм башҡа бүләктәр менән баһалана. Бар булмышын дөйөм эшкә арнағандарҙың күптәренә бирелгән “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” миҙалын да ала. СССР Ҡораллы Көстә­ренән комсомолдың XXVII съезына делегат итеп һайланыуы, йәштәр союзы хеҙмәткәрҙәренең Бөтә Армия конферен­цияһында ҡатнашыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. ВЛКСМ Үҙәк комитетының Маҡтау ҡағыҙы, “Комсомолда әүҙем эшләгәне өсөн” һәм “Биш йыллыҡтың йәш гвардеецы” билдәләре лә Имелбаев өсөн үтә ҡәҙерле.
Хаҡлы ялға сыҡҡан хәрбиҙәрҙең, ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, хатта үҙҙәре өсөн ятыраҡ шөғөлдө лә аныҡ һәм күңел биреп башҡарыуҙары күптән билдәле. Даларис Ғимран улы ла нәҡ шундай. Уның ҡала ойошмаларының береһендә әле лә тырышып хеҙмәт итеүе, күптән инде теген машиналарын төҙәтеү менән уңышлы шөғөлләнеп, мәктәптәрҙең хеҙмәт дәресе үткәреү кабинеттарын шулар менән йыһаз­ландырыуы хаҡында айырым һөйләргә була. Әммә милләт йәнле һәм йәмәғәтсел ир-уҙамандың “Иҙел-Урал” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгендә ике тиҫтә йылдан ашыу алып барған эшмәкәрлеге күпкә мөһимерәк.
Был ижтимағи ойошма хаҡында Даларис ағай үҙе лә, уның “уң ҡанаты” Рәйлә апай ҙа сәғәттәр буйы һөйләй ала. Үҙәкте рәсми теркәү, уға ҡалала йәшәүсе мил­ләттәштәрҙе йәлеп итеү, артабан бергә­ләшеп төрлө саралар ойоштороу кеүек бөтә эштәрҙе башлап йөрөүселәр ҙә, уларҙың уртаһында ҡайнаусылар ҙа – нәҡ шул ирле-ҡатынлы Имелбаевтар. Берәү булһа, төрлө сәбәп табып, был йәмәғәт вазифаһына күптән ҡул һелтәр ине. Тик ныҡлы тәртипкә күнеккән, тырыш һәм, иң мөһиме, милли рухлы яҡташыбыҙ ундайҙарҙан түгел. “Силәгенә күрә — ҡапҡасы” тигәндәй, бәләкәйҙән бер класта уҡып, йәшлек йылдарында яҙмыштарын бәйләгән ҡатыны Рәйлә апай ҙа бар йәһәттән уға ярҙамлаша. Ҡыҫҡаһы, был кәрәкле эшкә Имелбаевтар парлашып егел­гән, тыуған ерҙән алыҫта милләте­беҙҙең тулы хоҡуҡлы вәкиле булыуҙы үҙҙә­ренең көндәлек булмышына әйлән­дергән.
— Ай һайын ниндәйҙер дөйөм сара үткәрергә тырышабыҙ, – тип бәйән итте Даларис Ғимран улы милли-мәҙәни үҙәк эшмәкәрлеге хаҡында. – Ун ике һәүәҫ­кәрҙән торған “Шишмә” исемле фольклор ансамблебеҙ бар, уны төрлө байрамдарға, бигерәк тә Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушы­лыуына, Еңеү көнөнә арналғандарына даими саҡырып торалар. Уларға, шулай уҡ бындағы һәм башҡа ҡалаларҙағы һабантуйҙарға беҙ милли кейемдә, Башҡортостан флагын тотоп барабыҙ. Үҙем ҡурайҙы ҡалдырмайым.
Шулай тине лә, әңгәмәсем яратҡан көйҙәрен уйнап ишеттерҙе.
— Ҡалала ойошторолған туған телдәр фестиваленән бер йылда ла ситтә ҡал­ғаныбыҙ булманы, – тип иренең һүҙҙәрен дауам итте Рәйлә Мырҙағәли ҡыҙы. – Башҡорт телендәге сығышыбыҙҙы милли бейеүҙәр менән биҙәйбеҙ. Башҡа халыҡ вәкилдәре беҙҙең йыр-моңдары­быҙҙы бик йылы һәм ихтирам менән ҡабул итә. Башҡорттарҙың энергетикаһы ныҡ көслө, тиҙәр.
“Иҙел-Урал” башҡорт ойошмаһын баш­ҡа төр эштәре буйынса ла Ялтала күптән беләләр. Хакимиәт башлығы Валерий Косарев, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Светлана Базилюк, ҡала Советы депутаттары мил­ләттәштәребеҙҙең эшмәкәрлеген ыңғай баһалай. Әүҙемдәргә йыйылып аралашыу өсөн ҡала мәҙәни үҙәгендә махсус бүлмә бирелгән.
– Үҙебеҙҙе ныҡлап танытыу төрлө йылдарҙа Ялтала йәшәгән арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә таҡтаташтар ҡуйыу мәсьәләһен күтәреүҙән башланды, – ти Даларис Ғимран улы. – Хәҙер бында Башҡортостандың данлы улдарына өс таҡтаташ бар: беренсеһе — Йәрмәкәй районында тыуған Советтар Союзы Геройы, Берлинды тәүгеләрҙән булып бомбаға тотҡан хәрби осоусы Ғәли Мәжи­товҡа, икенсеһе – яҙыусыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимовҡа, өсөнсөһө – ғалим һәм яҙыусы Аҡсуриндар нәҫеленән булған Рәүеф ағай Аҡсуринға.
Алда әйтелгәндәргә Даларис Имел­баевтың Ҡырымдағы башҡорт һәм татар йәмғиәтенең ОБСЕ-лағы тулы хоҡуҡлы вәкиле булыуын, нескә хистәргә ҡоролған шиғырҙар яҙыуын, уларҙы йыйынтыҡ итеп баҫтырыуын да мотлаҡ өҫтәргә кәрәк. Уның бар яҡтан да ныҡлы терәге булған ҡатыны Рәйлә апайға килгәндә инде, ул – “Шишмә” фольклор ансамбленең әүҙем ағзаһы ла, өҫкө кейем оҫтаһы булараҡ, үҙешмәкәрҙәр өсөн башҡорт милли кейемдәре тегеүсе лә.
Имелбаевтар өс ҡыҙға ғүмер биргән, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре шатлығын кисерә. Оҙон ғүмер насип итһен милләт йәнле яҡташтарыбыҙға! Уларҙың матур эштәрендә яңынан-яңы уңыштар юлдаш булһын.

Хеҙмәтенән йәм тапҡан

“Иҙел-Урал” башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең ағинәйе Йәмилә апай Хисамова быйыл декабрҙә үҙенең 86 йәшен тул­ты­расаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, үҙенең әүҙем­леге, йор һүҙлелеге менән күп йәштәргә үрнәк булырлыҡ. Ул бай һәм үҙенсәлекле тормош һәм хеҙмәт юлы үткән, был турала һөйләүен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланыҡ.
— Ҡайҙа ғына йәшәһәм дә, “мин – Башҡортостандан” тип маҡтанып йөрөнөм, — тип һүҙ башланы ул. – Тыуған яғым — Стәрлебаш районының Мөхәмәтдәмин ауылы. Ете балалы ғаиләлә үҫтем. Ауыр һуғыш йылдарында буй еткерҙем, бар йәштәштәрем кеүек, бик иртә колхоз эшенә егелергә тура килде. Аҙаҡтан Белорет тарафтарында урман киҫеүҙә булдым, Ишембай менән Күмертау араһындағы тимер юлды төҙөүҙә ҡатнаштым. Дөйөм рух күтәренкелеге менән йәшәнек, һәр ерҙә тырыштыҡ...
Яңы буй еткергән ҡыҙ иңенә төшкән ифрат ауыр хеҙмәтте Йәмилә инәй бөгөн ҡәҙимге һымаҡ итеп кенә хәтергә ала. Ауырлыҡтарға бер ҙә зарланмай, үҙ яҙмышынан тулыһынса ҡәнәғәт булыуын бер нисә тапҡыр әйтеп үтте. Ямғырсы ауылы егете Әхтәм менән яҙмышын бәйләй, уны тиҙҙән әрмегә алалар, алыҫ Томск өлкәһендә тейешле хәрби хеҙмәтен тултырғас, ауылға ҡайта ла, 1953 йылда кирегә юллана. Атом электр станцияһы төҙөлгән “Томск-7” ябыҡ ҡалаһында йәшәй башлай улар. Был биләмә туранан-тура Мәскәүгә бойһоноп, ул ваҡыттағы СССР Урта машиналар эшләү министрлығы ҡарамағында була, хәҙер Атом энерге­тикаһы буйынса федераль агентлыҡҡа ҡарай. Йәмилә инәйҙең ярты быуатҡа яҡын ғүмере шунда үтә.
Бөтөнләй тиерлек мәктәптә йөрөмәһә лә, уҡый-яҙырға үҙаллы өйрәнә. Ул ғына түгел, махсус курста парикмахер һөнәрен үҙләштереп, тәбиғәттән бирелгән тырыш­лығы, хеҙмәт һөйөүсәнлеге арҡаһында даими тиерлек алдынғылар рәтендә була. 1967 йылда уҡ “Коммунистик хеҙмәт ударнигы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Артабан һәр биш йыллыҡта юғары күрһәткестәре өсөн заманында юғары баһаланған “Социалистик ярыш еңеүсеһе”, “Биш йыллыҡ алдынғыһы” билдәләрен ала. 1970 йылда “Маҡтаулы хеҙмәт өсөн. В.И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” миҙалы менән бүләкләнә, “Һөнәре буйынса иң яҡшы” исеменә лайыҡ була. Хаҡлы ялға, “Хеҙмәт ветераны” миҙалы биреп, ҙурлап оҙаталар үҙен. Бының өҫтөнә “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында өлгөлө хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнеп, һуғыш ветераны статусына тиңләнгән Йәмилә Ғәйзулла ҡыҙы байрам һайын юғары кимәлдәге етәкселәр, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары ҡул ҡуйған ҡотлауҙар алып ҡыуана. Ябай кешенең фиҙакәр эшмәкәрлегенең шулай баһаланыуына шатланып бөтә алмай инәйебеҙ. Ғәмәлдә, был – үҙенең бар ғүмерен арнаған хеҙмәтенә хаҡлы баһа.
— Үҙ бурыстарымды һәр саҡ намыҫ менән башҡарҙым, — тип тыйнаҡ ҡына хәтерләй был турала әңгәмәләшем. – Булмышым шулайҙыр инде, гел яңылыҡҡа ынтылдым. Ҡатын-ҡыҙҙың күркәм булаһы килә бит, шуны иҫәпкә ала инем. Белешмә-китаптарҙан уҡыйым да, дарыухананан кәрәкле ҡатнашмалар алып, төрлө сәскә яраҡлы буяу һәм лакты үҙем яһай торғайным. Шуға ла бер нисә быуын ханымдар миңә сиратҡа күпкә алдан яҙыла ине.
Тәү ҡарашҡа хеҙмәт алдынғыһының уңыш нигеҙе ябай ғына һымаҡ. Әммә фәҡәт үҙ һөнәрен яратыуы, уны күңел биреп башҡарыуы һөҙөмтәһендә өлгәшкән ул барыһына ла. Тыумыштан нескә хисле, әле оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, үҙенең уй-фекерҙәрен дәртләнеп шиғыр юлдарына һалыусы замандашыбыҙ йәшерәк сағында ла илке-һалҡы эшләй алмағандыр ул. Уның бар тәбиғәте-булмышынан уңғанлыҡ нуры һирпелеп тора бит.
Һәр әсәнеке кеүек Йәмилә апайҙың да оло ҡыуанысы – балалары. Уның өс улы хәҙер үҙҙәре — һигеҙ малай һәм бер ҡыҙ атаһы. Ялтала йәшәгән төпсөгө Рәмил, килене Әлфиә көн дә тиерлек хәлен белешеп тора, эш мәшәҡәттәре менән әсәләре янына килә алмағанда, мотлаҡ шылтыраталар. Спорт гимнастикаһы буйынса үҫмерҙәр араһында донъя чемпионы исемен яулаған ейәнсәре Эвлияның, ейәне Арыҫландың теннистағы һәм бейеүҙәге уңыштарына сикһеҙ шатлана бәхетле өләсәй.

Башҡорт брендын
ситтә танытып


Ҡырым Республикаһында үҙенсәлекле осрашыуҙар ҙа көткән икән. Тәүгеһе Ялтала булды. Ул көндө ҡаланың үҙәк майҙанына бихисап һатыу палаткалары ҡуйылғайны. Нимә генә тәҡдим итмәйҙәр уларҙа?! Рәт буйлап үткәндә, ситтәрәк ҡуйылған береһенең эске яғынан “Республика Башкортостан” тигән ҙур ғына яҙыу күҙгә салынды. Яҡыныраҡ барғас, Салауат һәм Ҡыйғы райондарының исемдәрен уҡыным. Был сауҙа нөктәһенең тыуған яҡтар менән ниндәй бәйләнеше булыуын белмәһәм дә, палатка хужаһына “Һаумыһығыҙ!” тиеп башҡортса өндәштем. Үҙебеҙсә яғымлы ғына яуап биргән алсаҡ һеңлекәш менән һөйләшеп киттек.
— Илина Зәйнуллина булам, Башҡорт­ос­тандың Ҡыйғы районындағы Түбәнге Ҡый­ғы ауылынанмын, — тип шат йылмайып таныштырҙы ул үҙе менән. – Ҡы­рым халҡына башҡорт балы һәм умар­та­сылыҡтың башҡа тауарҙарын һатам. Ха­лыҡ уларҙы бик теләп ала. Әлегә Ялталамын, иртәгәләргә Симферополь ҡала­һына юлланам. Унда фестиваль буласаҡ.
Илинаның ҡартатаһы Марат бабай умартасы булған. Үҙ шөғөлөнә улы Айратты, Илинаның әсәһенең ағаһын, ныҡлап өйрәткән. Уныһы Өфө районының Михайловка ауылында умартасы булараҡ оҫталығын тағы ла камиллаштырған, бал ҡортон наҙлап тәрбиәләүҙең фәнни һәм практик нигеҙҙәрен ныҡлап үҙләштергән. Әле 150-нән ашыу күс тота. Балды үҙҙәрендә, яҡын-тирәләге район үҙәктәрендә, Силәбе өлкәһе ҡалаларында, Өфөлә һаталар. Ҡорт ҡарап, бал алыу ике туған ағаһы Айрат иңендә булһа, татлы һәм файҙалы аҙыҡты һатыуҙы Илина үҙенә алған.
— Башҡа эш юҡ бит, – ти йәш йүнсел үҙе был хаҡта. – Нисек инде өйҙә ҡул ҡаушырып ултыраһың...
Минең менән әңгәмәләшкән арала яҡташым палатка алдында туҡталған апайҙарға маҡтап-маҡтап бал ғына түгел, прополис менән перга ла һатып ебәрҙе. Тегеләре үҙҙәре менән яғымлы һәм алсаҡ һөйләшкән, бер тотлоҡмай башҡорт балының файҙалы яҡтарын тасуирлаған Илинаға рәхмәттәр яуҙырып, оло ҡәнәғәтлек менән ҡайтырға юлланды...
Ул арала мин палатка кәштәләрен күҙҙән үткәрҙем. Ысынлап та, умарта­сылыҡтың ниндәй генә төр тауары юҡ икән бында. Һәр ҡайһыһы матур һәм ыҡсым һауыт-шешәләргә тултырылған, тейешле яҙыуҙары бар. Ниндәй күләмдә кәрәк – Илина һораған хәтлене тиҙ арала һауытҡа һалып, үлсәгесенә килтереп тә ҡуя. Әйткәнемсә, эш араһында һатып алыусыларҙың һорауҙарына төплө яуап биреп тә, бал хаҡында өҫтәмә мәғлүмәт еткереп тә өлгөрә. Махсустарын иҫәплә­мәгәндә, ҡала һәм район үҙәктәрендә ойошторолған көҙгө йәрминкәләрҙә үҙебеҙҙең умартасыларҙың башлыса бал ғына тәҡдим иткәненә, башҡа төр продукттарға һатыусыларҙың үҙҙәренең дә, һатып алыусыларҙың да әллә ни иғтибар бирмәгәненә күнеккәнгә күрә, был фекерҙәремде Илина менән уртаҡлаштым.
— Эйе, шулайыраҡ шул, – тип ризалашты ул. – Беҙҙә башлыса бал ғына алалар. Ә бындағы кеүек оло баҙарға махсус килгәнһең икән, бары бер-ике төр тауар менән генә йыраҡ китеп булмай... Табыш алыу, әйбереңде үтемле итеү хаҡында уйлайһың икән, тәү сиратта тауар төрлөлөгөн хәстәрләмәй, халыҡҡа уларҙы рекламалау юлдарын уйламай булмай. Ҡыҫҡаһы, баҙар ҡанундары өйрәтә инде...
Был йәһәттән Илина Зәйнуллина ярай­һы уҡ тәжрибә туплап өлгөргән. Шөғөлөнә тотоноуына ете йыл тирәһе була. Иң тәүҙә республиканың умартасылар берләшмәһе тәҡдиме менән Мәскәү өлкәһенең Коломенск ҡалаһындағы Бөтә Рәсәй бал фестиваленә барған. Унда ҡатнашыу бик тә оҡшап ҡалған үҙенә. Ойоштороусылар менән танышҡан, бәйләнештәр урын­лаштырған һәм йыл әйләнәһенә ил төбәктәре буйынса күсеп йөрөүсе күргәҙмә-һатыу төркөмөнә саҡырыу алған. Шунан бирле татлы тауар тейәлгән 15-се маркалы “Лада” машинаһында ил гиҙә Ҡыйғы ҡыҙы. Ул ғына түгел, республикабыҙҙы үҙебеҙҙән ситтә танытыуға, башҡорт балын пропа­гандалауға туранан-тура һәм апаруҡ тос өлөш индерә. Быны күп милләт­тәштә­ребеҙгә хас булған ихласлыҡ һәм изгелек ташып торған йәшлек дәрте менән башҡара.
— Ауыр түгелме һуң? – тип һораным сит тарафтарҙа көтмәгәндә осраған яҡташымдан.
— Юҡсы, — тип яуапланы Илина. – Күп кенә ойоштороу мәсьәләләре дөйөм хәл ителә. Үҙем урындағы гәзиттәргә башҡорт балының өҫтөнлөктәре тураһын­да материалдар әҙерләп бирәм. Һатыуға килгәндә – уныһына күптән өйрәнгәнмен инде. Һәр ҡалала кәмендә икешәр аҙна булабыҙ, ваҡытлыса фатир табып туҡталам, хәҙер бер ерҙә лә был мәсьәлә ауырлыҡ тыуҙырмай. Алдан хәбәр бирһәң, көтөп торалар. Кеҫә телефоны, интернет булғас, өйҙәгеләр менән даими бәйләнештәмен.
Спорт менән бала саҡтан дуҫ булыуы ла Илинаның күсмә тормошона ыңғай йоғонто яһай. Ул мәктәптә уҡығанда еңел атлетика менән әүҙем шөғөлләнгән. 800 һәм 1500 метр аралыҡҡа йүгереүҙә спорт мастеры нормаһын үтәгән. Үрге Ҡыйғының 2-се мәктәбендә физик культура уҡытыу­сыһы булып эшләгән тренеры Радик Авзал улын (әйткәндәй, бал ҡорттары ҡарау уның да яратҡан шөғөлө икән) да тик ыңғай яҡтан ғына иҫкә төшөрә. Үҙендә ныҡышмалылыҡ, ауырлыҡтар алдында ҡаушап ҡалмау кеүек сифаттарҙы тәрбиә­ләгәне өсөн уға, башҡа уҡытыусыларына ла оло рәхмәт әйтә. Хеҙмәт һөйөүгә, үҙ­аллылыҡҡа һәм яуаплылыҡтан ҡурҡмауға өйрәткәндәре өсөн ата-әсәһенә лә тик йылы һүҙҙәр юллай Илина.
Күптән таныш фекерҙәшемдәй күреп аралаштым йыраҡ Ялтала осратҡан яҡташым менән. Икенсе көндө ул Симферополь ҡалаһына юлланырға тейеш ине. Унда уңышлы барып етеп, көндәлек эшенә дәртләнеп тотонған. Был хаҡта миңә Ҡырым ярымутрауындағы хәрби дан ҡалаһы Севастополдә туристик экскурсияла булғанда танышҡан икенсе бер яҡташыбыҙ, Мишкә районы вәкиле Наталья еткерҙе. Ул да диңгеҙ буйындағы бер майҙанда башҡорт балын һәм республикабыҙҙа етештерелгән башҡа тауарҙарҙы урындағы халыҡҡа Илина кеүек бик әүҙем тәҡдим итә ине. Үкенескә ҡаршы, ваҡыт ныҡ самалы булыу сәбәпле, уның менән ныҡлап танышыу насип булманы, яҡташымды фотоға төшөрөү менән генә сикләнергә тура килде.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985