Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар...

8-08-2018, 08:20 // Йәмғиәт, Эй ултыра балыҡсы... // Баҫып сығарырға
Дәртләндерә, сәмләндерә ялтыр балыҡтар...
Булған хәл

– Айтуған, ҡумырыҡты гөжөп ҡыу, Нәҙир, һин күҫәк менән ситтән һыуға шапылдатып һуғып бар, уртала­ғылар таяҡтарҙы ағымға арҡыры тотоп, ҡапыл батырып, һыуҙы урғылтып күтәреп барығыҙ, йәки бесән сапҡандағы һымаҡ...
– Әйҙә, әйҙә, шәберәк ҡыуығыҙ.
– Һайт, һайт, шәберәк, һыҙ­ғырып барығыҙ!
– Йылымды таяҡ менән төртөп, йыртып ҡуймағыҙ!
– Балыҡ тулыу менән йылымды ҡапыл күтәрегеҙ...
Сабын­лыҡтар бүленеп алып, халыҡ бесәнгә төшөп бөткәс, ауыл әҙерәк тынысланғайны, ямғыр һыҙырып үтте. Тимәк, салғыларға ял. Малайҙар араһында “иртәгә балыҡ һөҙәбеҙ” тигән хәбәр таралды.
Һәр кемдең йәшенә ҡарап бурыс йөкмәтелде: бәләкәйҙәр кейем­дәрҙе тотоп йөрөй, ҡыуа алған­дар – яр ситендәрәк, йөҙә белгәндәр – тәрәндә, ҡумырыҡ төптәрен төрткөләй.
Йылғаны арҡыры иңләп, таштарҙы ташҡа шаҡылдатып, күҫәктәр менән һыуҙы урғылтып, һыҙғы­рып, һөрәнләп балыҡты йылым яғына ҡыуалар. Ҡаршыға йылым менән киләләр. Йылым ҡыҫҡа, йылғаны иңләмәгәс, ике яҡтан ике малай таяҡтар менән ҡыуып килә. Балыҡ тулыу менән ҡапыл күтәрәләр.
– Балыҡ ағымға ҡарай ҡаса, тиҙәр, әйҙәгеҙ, аҫҡа ҡарай һөҙәбеҙ!
– Бына бында шәп урын, әйҙәгеҙ, ярға ҡарай һөҙөп сығарабыҙ!
Йылға буйы төрлө тауыштарҙан яңғырап торҙо.
Көнө буйы йөрөп хәл бөткәйне, ярай, етәр, тигән тауыш ишетелде. Малайҙар нимәгәлер өмөтләнә ине. Бер биҙрәләй балыҡ тотолғайны, араларында ике суртан, өс ҙур шамбы бар...
Бәләкәй генә аҡланға сыҡҡас, теҙелергә тигән команда булды. Йәһәт кенә бер һыҙыҡҡа баҫтылар.
– Юҡ, былай булмай, по росту, – тинеләр.
Буйға ҡарап теҙелеп, смирно баҫтыҡ.
Ағайҙарҙың береһе телмәр тотто:
– Һеҙ афарин, бик тырышып балыҡ тоторға өйрәндегеҙ, беҙгә лә әҙерәк балыҡ булды. Һеҙгә мәктәп дирекцияһы исеменән, колхоз идараһы исеменән, ауыл Советы исеменән, партком исеменән һәм дә үҙемдең исемдән ҙур рәхмәт белдерәм.
Башҡа ағайҙар уның һүҙҙәрен хуплап, һәр беребеҙҙең ҡулын ҡыҫып сыҡты. Беҙҙең күңелдәрҙә ниндәйҙер ғорурлыҡ хистәре уянды.
– Һеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт, ә хәҙер инде барығыҙ, өйҙәрегеҙгә һыпыртығыҙ, ҡайтып ҡатыҡ эсегеҙ, – тинеләр.