Йәшлек дәрте бүлешкәндән арта ғына

29-06-2016, 06:14 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Йәшлек дәрте бүлешкәндән арта ғынаТалғын ғына көй уйнай башланы... Шаршау асылды... Һәм, иртәнге тыныс күлдең өҫтөндә йөҙгән аҡҡоштар кеүек, сәхнәгә бал ҡортондай нескә билле ун һылыу килеп сыҡты. Хәрәкәттәре, үҙҙәрен тотоуҙары шул тиклем ипле, улар һис тә атлап бара тип уйламаҫһың. Сәхнә буйлап йөҙәләр кеүек. Һәр береһе үҙ милли кейемен кейгән, һоҡланып бөткөһөҙ. Береһенең кейеме ябайлығы менән күңелгә ятһа, икенсеһенеке тантаналылығы менән күҙҙең яуын ала. Тамашасылар иһә был көтөлмәгән күренешкә башта хайран ҡалып, шаҡ ҡатып ултырҙы, ә һуңынан инде уларҙың ҡул сабыуын туҡтатып та булманы... Бына ошо кимәлдә башланып китте “ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы” фестивале уңайынан үткәрелгән “Яҙ батшабикәһе-2016” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы.


Әйткәндәй, Өфөлә “ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы” халыҡ-ара фестивале 24 – 28 июндә уҙҙы. Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға 17 сит илдән һәм Рәсәйҙең 15 төбәгенән меңдән ашыу талантлы, әүҙем һәм ижадҡа бай студенттар килде.
Фестиваль барышында ШОС һәм БРИКС илдәренең II йәштәр форумы, “Яҙ бат­шабикәһе­- 2016” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы, ”Универвидение“ халыҡ-ара музыкаль проекты үткәрелде. Шулай уҡ ижади коллективтар өсөн “Арт холл” һәм йәш журналистар өсөн “Медиаяҙ” майҙан­сыҡтары эшләне.
Йәштәр форумы — Конгресс-холда, “Яҙ батшабикәһе” һәм “Медиаяҙ” — Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында, “Универвидение” — “Башҡортостан” дәүләт концерт залында, “Арт холл” Мә­жит Ғафури исемендәге Баш­ҡорт дәүләт академия драма театрында һәм Баш­ҡортостан дәүләт медицина университетында ойошторолдо.
Фестивалдең эксперттары, модераторҙары, абруйлы ҡу­наҡтары – ҡатнашыусы ил­дәрҙең билдәле сәйәс­мән­дәре, журналистары, эстрада йондоҙҙары һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
– Донъяның 18 иленән мең­дән ашыу кешене йыйған фестиваль беренсе тапҡыр үткәрелә. Һәм уны ойоштороу урыны итеп Өфө ҡалаһы бушҡа ғына һайланманы. Бер йыл элек тап ошонда, Баш­ҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә, ошо уҡ ваҡытта ШОС һәм БРИКС илдәре баш­лыҡ­тарының йыйыны үткәрелде, – тине Рәсәй йәштәре берләшмәһе башлығы Павел Красноруцкий.
Фестиваль барышында һәр милли делегация талантлы студенттар яһаған күп жанрлы программаларҙы күрһәтте. “Универвидение” халыҡ-ара музыкаль проектында еңеүсе тип Ҡаҙағстандан килгән “Ҡаҙаҡ ҡыҙҙары” төркөмө табылды. Улар башҡарған урыҫ халыҡ йыры “Ҡара ҡоҙғон” күптәрҙең күңелендә тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы. Икенсе урынды – Владикавказ ҡалаһынан Аслан Тускаев, өсөнсөнө Йошкар-Оланан Ида Топорова яуланы.
“Универвидение” конкурсында беренсе урынға өлгәшә алмаһаҡ та, “Яҙ батшабикәһе-2016” матурлыҡ бәйгеһендә беҙҙең һылыуҡайға етеүселәр булманы. Гөлнур Зиннәтова Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй исеменән сығыш яһап, беренсе урынға өлгәште. Йәшлек дәрте бүлешкәндән арта ғына
Ғөмүмән, Рәсәйҙең Мәға­риф һәм фән, Мәҙәниәт ми­нистрлыҡтары, Рәсәй йәштәре берләшмәһе, Башҡортостан Хөкүмәте һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты үткәргән “ШОС һәм БРИКС илдәренең студент яҙы” фестивале республи­кабыҙҙы тағы бер ҡабат бөтә донъя кимәлендә танытты. Килгән ҡунаҡтар ойоштороу кимәлен юғары баһаланы.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һүҙҙәренсә, йыр, аҡыл һәм дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына. Әлеге сарала күренеүенсә, йәшлек дәрте лә бүлешкәндән арта икән.


Андрей Греб, Өфө дәүләт нефть техник университетының
уҡытыу-тәрбиә эше буйынса идаралығы начальнигы:

— Республикабыҙҙа был фестивалде ойоштороу һәм үткәреү өсөн күптән ныҡлы нигеҙ бар. “Студент яҙы” төрлө илдәрҙә 40 йылдан ашыу уҙғарыла. Халыҡ-ара сараны ҡабул итеү өсөн әҙерлегебеҙ юғары кимәлдә булды. Беҙ студенттарыбыҙҙың ижадын да, ҡеүәтен дә күрһәттек. Сара дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте һәм толерантлыҡты пропагандалай.


Ирина Карих,“Рәсәйҙең студент яҙы” программаһы етәксеһе:
— “БРИКС һәм ШОС илдәренең студенты яҙы”, “Рәсәйҙең студент яҙы” фестивалдәренең маҡсаты — яңы биләмәләрҙе үҫтереү һәм улар менән башҡаларҙы таныштырыу. Уҙған йылдарҙа “Студент яҙы”нда ҡатнашыусылар үҙҙәре өсөн Силәбе менән Владивостокты асһа, быйыл Ҡазан һәм Өфө менән танышты. Башҡортостандың баш ҡалаһы барыһын да таң ҡалдырҙы, республика уларҙың хәтерендә ҡунаҡсыл төбәк булараҡ һаҡланыр, моғайын. Беҙҙеңсә, Өфө — мәҙәни һәм туристик ҡала, ә бынан ары илдең студенттар үҙәге тип тә иҫәпләнә ала.
Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары.