Ҡоролоҡ беҙгә һабаҡ бирҙе

30-11-2011, 05:34 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Ҡоролоҡ беҙгә һабаҡ бирҙеБылтырғы ҡоролоҡ осоро һыу менән тәьмин итеүҙең ни хәтлем әһәмиәтле икәнен күрһәтте. Шуға ла һыу мәсьәләһе менән шөғөлләнеүсе предприятиелар бик ҡәҙерле хәҙер. Башҡортостанда “Башмелиоводхоз” дәүләт унитар предприятиеһы тарафынан, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа унлаған ҡеүәтле һыу һаҡлағыс төҙөлдө.
Берҙән, халыҡ һыу менән тәьмин ителде. Икенсенән, ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу башланды. Өсөнсөнән, балыҡ үрсетеү, һыу инеү, ял ойоштороу өсөн шарттар тыуҙы. Дүртенсенән, ерҙәге дым запасы тулыланды, кибә башлаған ҡоҙоҡтарҙа һыу күтәрелде. Бөгөн һүҙебеҙ “Башмелиоводхоз” дәүләт унитар предприятиеһына ҡараған “Ейәнсура” филиалы эшмәкәрлеге хаҡында.
Ошо райондың Сәғит ауылында тыуып үҫкән, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, төрлө ойошмаларҙа тәжрибә туплаған Надир Әбсәләмов 2004 йылда филиалға етәкселек итә башлай. Шул осорҙан алып Ейәнсура районында ғына түгел, ә күрше Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондарында ла халыҡты һыу менән тәьмин итеү, һыу һаҡлағыстар, быуаларҙы төҙөкләндереү, һуғарыу системаһын көйләү буйынса төп эштәрҙе уңышлы башҡара был коллектив.
“Йылайырҙағы бер, Көйөргәҙеләге ике һыу һаҡлағыс сафҡа ингәндән һуң беҙҙең филиалға уны тәрбиәләү ышанып тапшырылды”, — ти етәксе Надир Кәбир улы. Юшатыр һыу һаҡлағысы эргәһендә ауыл хужалығы ерҙәрен һуғарыу селтәренә проект эшләнә, ул 300 гектарҙы тәшкил итәсәк. “Ергән” МТС”-ының Инәк бүлексәһе 237 гектарҙағы һуғарыулы ерҙәрҙә күп йыллыҡ үлән сәсә, уңыш төшөмлө — гектарынан 45 центнер тәшкил иткән. Улар һуғарыулы майҙандарҙы киңәйтергә иҫәп тота икән. Стәрлетамаҡ районы “Рощинский” совхозының баҫыуҙарында һыу үткәрелә.
“Юшатыр” һыу һаҡлағысында туризм тармағын үҫтереү күҙаллана, шифахана, автокемпинг, микроГЭС төҙөләсәк. Балыҡ үрсетеү көйләнә, киләсәктә уны эшкәртеүсе завод та булмаҡсы. Быйыл йәй халыҡ рәхәтләнеп ял итте, балыҡ тотто, туйҙар үтте.
Надир Кәбир улы ауылдарҙағы торлаҡ йорттарға һыу үткәреүҙәге эш күләме менән бик ҡәнәғәт. Быйыл, мәҫәлән, Күгәрсен ауылында 6 километр һыу үткәргес торбалар һалынған, Иҫәнғолда яңы урам һыулы булған. Район Советы депутаты булараҡ, Н. Әбсәләмов Бикбирҙе ауылында тәжрибә рәүешендә һыу торбаһын һәр йорттоң эсенә индереүҙе тормошҡа ашырҙы. Әйтергә кәрәк, ауыл хакимиәте башлығы Дамир Ҡунаҡҡужин был тәңгәлдә бик әүҙем эшләй. Бикбау ауылында һыу үткәреү өсөн торбалар туплана.
Тағы бер йүнәлеш — быуаларҙы, шишмәләрҙе тәртиптә тотоу. Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылындағы быуа төҙөкләндерелгән. Башҡа ауыл хакимиәттәре менән дә тығыҙ эш алып барыла. Шәжәрә, һабантуй байрамдарына ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, күперҙәр, юлдар эшләүгә ярҙам итәләр. Самаҙы, Ҡарғалы, Күгәрсен, Муйнаҡ ауылдарын төҙөкләндереүгә күп көс һалынды.
Бөгөн филиалда 50-нән ашыу кеше эшләй. Хужалыҡ ҡеүәтле техника менән тәьмин ителгән. Тракторсылар Илнур Сәфәрғәлин, экскаваторсы Фаяз Кәримов, Андрей Яковенко, шофер Илдар Мәсәғүтов, Радик Искәндәровтың фиҙакәр хеҙмәтен айырыуса билдәләп үтте етәксе.
Ойошманың йыл да социаль приютҡа бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүе лә маҡтауға лайыҡ.
Киләсәктә иһә Бәләкәй Һүрәм йылғаһы буйында (район үҙәгенән 20 километр алыҫлыҡта) һыу һаҡлағыс төҙөү күҙаллана.
“Ғөмүмән, ҡоролоҡ йылы беҙгә һабаҡ бирҙе: һәр ауылда ышаныслы һыу сығанағы булырға тейеш. Малсылыҡ, үҫемлекселек менән шөғөлләнгән төбәк халҡы өсөн был бигерәк тә әһәмиәтле”, — ти етәксе.
Башҡортостан Президенты халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеүгә һәм был тармаҡта барған төҙөлөштәргә ҙур иғтибар бирә, сөнки таҙа сифатлы эсәр һыу — халыҡ сәләмәтлеге, халыҡ байлығы. Был юҫыҡта Ейәнсура уңғандары ал-ял белмәй эшләй.
Г. ӘҮӘЛБАЕВА.
Ейәнсура районы.