“Байкал күле Чехиянан алыҫ түгел”

29-07-2016, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Байкал күле  Чехиянан алыҫ түгел” Әлбиттә, картанан ҡараһаң, улар икеһе ике ҡитғала ята. Ләкин чех ғалимы Владимир Годбодь үҙе йәшәгән Брно ҡалаһынан Көнсығыш Себергәсә автомобилдә сәйәхәт ҡылғас, был арауыҡты күңеленә яҡын күреп шулай тип әйтәлер инде. Владимир Башҡортостанда ла йыш була, сөнки ҡатыны – яҡташыбыҙ. Күптән түгел Миләүшә ханым менән икәүләп беҙҙең редакцияға инеп сығыуҙарынан файҙаланып, унан ошо сәйәхәт һәм илебеҙҙең төрлө төбәктәре ҡалдырған тәьҫорат тураһында һөйләүен үтендек.
– Владимир әфәнде, һеҙҙе шулай Чехия, Словакия, Поль­ша, Балтик буйы дәү­ләттәре аша үтеп, артабан Рәсәйҙең бер сигенән икенсе яҡ башына тиерлек сәйәхәт ҡылырға нимә мәжбүр итте, ниндәй маҡ­саттар менән юллан­дығыҙ?
– Сәйәхәткә беҙ ҡатыным менән уны кемгәлер һөйләү йә үҙебеҙҙе матбуғатта күрһәтеү өсөн түгел, ә донъяны танып белеү даирәһен киңәйтеү маҡ­сатында сыҡтыҡ. Мин һөнәрем буйынса юрист. Ә хоҡуҡ буйынса яҡшы белгес булыр өсөн тарихты ла мөмкин тиклем камилыраҡ белеү талап ителә. Айырыуса Евразия халыҡтары һәм дәүләт­тәренекен.
Донъяның иң ҙур иле булған Рәсәй менән мин күптән ҡыҙыҡһынам. Һеҙҙең илдәге тормош рәүеше Европаның ҡалған өлөшөнән ныҡ ҡына айырыла. Мәскәү – миңә күпмелер дәрә­жәлә таныш ҡала, сөнки 1986–1990 йылдарҙа унда уҡырға һәм диссертация яҡларға тура килде. Ни өсөн Мәскәүҙә? Ул осор социализм заманы ине әле, Париж йәки Лондонға ҡарағанда Мәс­кәүгә барыу еңелерәк, етмәһә, урыҫ теле лә таныш: мәктәптә уны өсөнсө кластан өйрәнә башлай торғайныҡ.
– Бына ни өсөн урыҫса һәйбәт һөйләшәһегеҙ... Ә ниңә Мәскәү менән танышлыҡты “күпмелер дәрәжәлә” тине­геҙ?
– Ул замандан алып һеҙҙең илдең баш ҡалаһында 18 йыл булмай торҙом. Ошо сәйәхәттә күреүемсә, ул ныҡ үҙгәргән – урамдар ғына түгел, кешеләр һәм тормош рәүеше лә. Яңынан танышырға кәрәк тип әйтергә теләүем. Мәскәүҙән тыш иһә бер урынды ла күргәнем булманы тиерлек. Бер-ике ҡалаға эш командировкаһын иҫәпкә ал­мағанда. Айырыуса Урал һәм Себер буйлап үтергә теләк ҙур ине. Атайым менән әсәйем йәш сағында Байкал күленә самолетта осоп барып ҡайтҡан, ныҡ оҡшатҡандар. Шул да ҡыҙыҡһы­ныуымды көсәйтә төштө. Сәйә­хәткә алдан әҙерләндем, ҡайһы ҡалаларға барырға икәнен планлаштырҙым, Интернеттан улар тураһында мәғлүмәт тупланым, карталар һатып алдым.
– Әйҙәгеҙ, һеҙ Чехиянан “сығып китмәҫ” борон уның тураһында ла һөйләшеп ала­йыҡ: чехтарҙа беҙҙең илгә ҡарата мөнәсәбәт үҙгәрәме?
– Рәсәйгә йәки башҡа дәүләткә мөнәсәбәттәр төрлөлөгөн сә­йәсмәндәр булдырырға тырыша, ә халыҡтың ҡарашы үҙгәрмәй. Беҙҙең әле идара иткән етәксебеҙ Милош Земан – халыҡ һайлап ҡуйған етәксе. Ул үҙенең һайлау алды кампанияһында һәр саҡ Рәсәйгә яҡшы мөнәсәбәттә булыуын белдереп йөрөнө. Милош Земандың күпселек тауыш алып еңеп сығыуы чехтарҙың да күбе­һенең Рәсәйгә һәйбәт ҡарашта икәнлеген аңғарта. Ә кире мөнәсәбәт тыуҙырырға маташҡан кешеләр 1968 йылды, йәғни Варшава килешеүе илдәренең “Прага яҙы” тип аталған реформаторлыҡ хә­рәкәтен ҡорал ярҙамында баҫтырыуын онотмаҫҡа саҡыра. Улар халыҡты Рәсәй тарафынан һаман да ҡурҡыныс янауына ышандырырға ынтыла, фәҡәт Көнбайышҡа йөҙ тоторға өндәй. Әммә бындай сәйәсмәндәрҙең һиҙелерлек уңышҡа өлгәшә алғаны юҡ әле, һәр хәлдә, дуҫтарым һәм таныштарым араһында һеҙҙең илгә ҡарата дошманлыҡ хисен тоймайым. Ҡатыным менән Рәсәй буйлап сәйәхәткә сығырға йыйынғанды белгәс, күптәр беҙгә көнләшеп тә ҡуйҙы. Иҡтисади санкцияларға килгәндә иһә, сәйәсмәндәр улар­ҙы яҡлай, Көнбайыш алдында яҡшатлана, ә халыҡ ҡаршы, сөнки, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡҡа бындай тыйыуҙар ҙур зыян килтерә бит.
– Сәйәхәттән алған тәьҫо­раттар күптер инде, шу­лай ҙа тәүҙә үк күҙгә таш­ланғаны һәм оҙаҡ хәтерҙә ҡалырлыҡ булғандары бар­мы?
– Шунда уҡ күҙгә ташланғаны – хеҙмәтләндереү кимәленең байтаҡҡа яҡшырыуы. Элегерәк, мәҫәлән, яғыулыҡ ҡойҙороу станцияларында уңайлыҡтар булмауы, сиратта оҙаҡ тороу, персоналдың тейешенсә мө­ғәмәлә итә белмәүе теңкәгә тейә ине. Кафе, кибет, ҡунаҡхана, почта һәм башҡа урындарҙа ла шулайыраҡ булды. Хәҙер улай тип әйтергә һис бер сәбәп юҡ, рәхәтләнеп сәйәхәт итергә мөмкин.
Халыҡтың мәҙәни кимәле лә үҙгәрә. 2012 йылда Екатеринбургта булырға тура килгәйне. Коляска этеп килгән йәш әсәләрҙең бер ҡулында тәмәке, икен­сеһендә һыра булыуын күреп аптырағайным. Шул осорҙан алып дүрт кенә йыл үткән, әммә быйыл ундай күренеште бер тапҡыр ҙа осратманым! Һеҙгә, ошо мөхиттә даими йәшәгән кешеләргә, бындай үҙгәрештәр бик күренеп тә бармайҙыр, моғайын, ә минең сағыштырып ҡарау мөмкинлегем бар.
Рәсәйҙә, имеш, ришүәт алыу киң таралған, юлда авто­инспекторҙар йыш аҡса һораясаҡ, аҡсағыҙ етмәҫ тип ҡурҡыт­ҡайнылар Чехияла. Күпме ара үттем, бер автоинспектор ҙа туҡтатманы һәм, ғөмүмән, ришүәт бирергә мәжбүр итеүсе осраманы ла! Ә бит автомобилдең сит ил номерлы икәнлеге күренеп тора. Яҡташтарымдың шулай уҡ: “Доллар йәки евро менән генә түләтәсәктәр”, – тип юрауы ла юш килмәне. Элегерәк Рәсәйҙә сит ил кешеһенә, һирәк йәнлекте осратҡандай, ҡыҙыҡһынып ҡарай­ҙар ине, хәҙер һинең башҡа илдән икәнлегеңә берәү ҙә иғтибар итмәй. Үҙгәрештәр бар, әлбиттә. Ҡыуанысҡа күрә, улар барыһы ла яҡшыға табан.
Әйткәндәй, Латвияла һәм Литвала берәр тапҡыр туҡтаттылар, ришүәт бирмәйенсә тороп, водитель таныҡлығын полицейский­ҙан ала алмайһың... Бер саҡ, хәтеремдә, Болгария яғынан Төркиәгә ингәндә яғымлы ғына һөйләшеп торған сик һағы хеҙмәткәре, минең славян исемле икәнемде белгәс, кинәт кенә тупаҫ ҡысҡырына башланы. Багажнигымды бушатырға ҡушты, машинамды юлдан ситкә сығарҙылар һәм ике сәғәттән ашыу “тикшерҙеләр”. Бер сәбәп тә юҡ бит әле, үҙем дә тупаҫлыҡ күрһәтмәнем. Ә Рәсәйҙә ундай тиҫкәре мөнәсәбәт түгел, ҡырын ҡараш та тойманым.
Чехияла, Польшала йәки башҡа Көнбайыш илдәрендә һәр әңгәмәлә тиерлек ни өсөндөр Рәсәйҙе һүгеү, уны хәүеф сығанағы итеп күрһәтергә тырышыу өҫтөнлөк итһә, һеҙҙең илдә Европаны иҫкә төшөрөүсе лә юҡ. Шуға күрә бында үҙемде сәйәсәт тураһындағы һәр төрлө бәхәстәрҙән азат һәм бик уңайлы тоям.
– Һеҙҙең маршрутҡа тура килгән ҡалалар тураһында ни әйтергә мөмкин?
– Беҙ сағыштырмаса оҙағыраҡ туҡтап торған ҡала – Ҡазан, сөнки ул ныҡ оҡшаны. Артабан Өфө, Силәбе, Төмән, Новосибирск, Красноярск, Иркутск, Улан-Удэла булдыҡ. Иң көнсығыштағы туҡталышыбыҙ Монголия сигенән 100 километрҙа ятҡан буддистар монастыры булды. Тик ул әллә ни күңелгә ятманы, сөнки дини нигеҙҙән бигерәк туристарҙы күберәк ылыҡтырыу, аҡса эшләү маҡсаты менән йәшәйҙәр тигән тәьҫир ҡалды. Хәйер, донъялағы байтаҡ дини ҡорамдарға хас күренеш был.
– Ә Өфө хаҡында ни әй­тергә мөмкин?
– Дөрөҫөн әйтһәм, үпкәлә­мәҫһегеҙме?
– Мин – юҡ, ә ҡала етәксе­легенең фекере ниндәй була­сағын аныҡ ҡына әйтә ал­ма­йым...
– Сәйәхәттә мин күпкә гүзә­лерәк, таҙараҡ ҡалаларҙы күрҙем. Ә Өфөлә... Октябрь проспекты күркәмләнә бара, әлбиттә, әммә Черниковкаға барып инһәң... “Ҙур йыйындар ҡаланың үҙәгендә генә үткәрелә, шуға уның төньяҡ өлөшөн төҙөкләндереүгә иғтибар юҡ”, – тине миңә ошо биҫтәлә йәшәгән бер кеше. Себерҙә лә шундай күренешкә тап булаһың: үҙәк кварталдар матур һәм бай, ә ситтә бысраҡ, юлдар һикәлтәле. Ҡалаға ингән саҡта тәүҙә уның ҡырҙағы өлөштәрен күрәһең бит инде.
Был яҡтағы ҡайһы бер ауыл­дарҙа ла аптырауға ҡалдым: урамдар төҙөклән­дерелмәгән булһа ла, күп йорттарҙың алдында сит ил маркалы авто­мобилдәр ултыра. Машина алыр­ға хәлдәренән килгәс, ниңә эргә-тирәһен матурламай­ҙар­ҙыр?..
Сәйәхәттән беҙ бик ҡәнәғәт. Күп фото төшөрҙөк, әллә ни саҡлы ҡыҙыҡлы шәхестәр менән таныштыҡ. Ҡайтҡанда икенсе маршрутты һайларға ниәтләйбеҙ – Сызрань, Санкт-Петербург ҡалалары, Эстония аша үтергә ине.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.