“Урал мираҫы” һүнеп ҡалмаясаҡ

29-07-2016, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
“Урал мираҫы” һүнеп ҡалмаясаҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы Даян Солтанғужин “Клязьмалағы маҡсаттар биләмәһе” Бөтә Рәсәй форумында 200 мең һумлыҡ грант яуланы. “Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге йәш белгестәр” сменаһында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы ошо көндәрҙә Владимир өлкәһендә үтте.

Сарала тарихсылар һәм этнографтар, милләт-ара мөнәсәбәт­тәрҙе өйрәнгән йәштәр ҡатнашты. Йәмғеһе 19 республиканан һәм 15 илдән, шул иҫәптән Ҡытайҙан, Эквадорҙан, Мадагаскарҙан һәм Конгонан бер мең кеше килгәйне. Программаның маҡсаты этно­мәҙәни өлкәләге әүҙем йәштәргә тәрбиә биреү ине.
Милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкә­һен­дәге 25 проект 4,8 миллион һум­лыҡ грантҡа тәҡдим ителде. Еңеү­селәр араһында Даян Сол­танғужин да бар ине. Ул 2017 йыл­да Башҡортостанда “Урал мираҫы” милләт-ара йәштәр этнофорумын үткәреүгә аҡса алды. Йәш парламентарийға шулай уҡ М.В. Ломоносов исемендәге Мәс­кәү дәүләт университетының Уҡыу-ғилми үҙәгендә белемен камиллаштырыуға сертификат тапшырылды.
— “Урал мираҫы” форумын икенсе йыл рәттән үткәрәбеҙ. Уның программаһында бизнес-тренингтар, семинарҙар, яҡташтар ойошмалары менән таныштырыу, баш­ҡорт режиссерҙарының фильмдарын ҡарау, этноквест һәм спорт ярыштары ҡарала, — ти Даян Сол­танғужин. — Башҡорт халҡы­ның йолаларын өйрәнәбеҙ. Этник үҙенсәлектәрҙе юғалтыу — хәҙерге йәштәрҙең төп проблемаһылыр, моғайын. Әлеге грант ярҙамында йыйынды тағы ла киңәйтәсәкбеҙ. Киләһе йыл унда Урал билә­мә­һендә йәшәгән башҡа халыҡтарҙы ла саҡырырға ниәтләйбеҙ. Алда ҙур эш көтә, әлбиттә. Ләкин беҙ барыһына ла әҙербеҙ.