Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙар ҡосағына һыйынып...
Тауҙар ҡосағына һыйынып... Республикабыҙҙың хозур тәбиғәтле көнсығыш төбәгендә, мәшһүр Урал армыттары ҡосағында ятҡан был ерҙәрҙе Шығайға нигеҙ һалған ата-бабаларыбыҙ юҡҡа ғына һайламағандыр. Иҫерткес саф һауаның, күккә ынтылған тау түбәләренең, ылыҫлы һәм япраҡлы ағастарға, йөҙәрләгән төр шифалы үләнгә, хуш еҫле сәскәгә, емеш-еләккә һәм бәшмәккә бай урмандарҙың илаһи көс биреүенә бер шик тә юҡ. Ошонда йәшәгән йомарт һәм алсаҡ күңелле, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер, тырыш һәм эшһөйәр, күп шөғөлгә һәм кәсепкә маһир милләттәштәребеҙ менән аралашыу бары тик ыңғай тойғолар уятты. Сәфәрем йомаға тура килгәнлектән, мәсеттән яңғыраған аҙан тауыштары ла был илаһи тәбиғәт мөйөшөндә үҙенсәлеклерәк ҡабул ителде. Ҡайтыр юлға сыҡҡанда “бында тағы бер киләм әле” тигән уй күңелдә ныҡлы урын алды...
Тарих яҙылған ташына

Күренекле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабында билдәләүенсә, XIX быуат башында Шығай ауылында 31 йортта 129 ир-ат һәм 88 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. Артабан халыҡ һаны һиҙелерлек артҡан: тағы ла алтмыш йылдан 56 хужалыҡта 780 кеше теркәлгән. Улар башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән, Ҡағы, Ҡыҙыл, Үҙән һәм Рысыҡай йылғаларының күркәм туғайлыҡ­тарына йәйләүгә сыҡҡан. Ошо осорҙа ауылда 500-ҙән артыҡ йылҡы, 300-ләгән һыйыр, 150 һарыҡ һәм өс тиҫтәнән ашыу кәзә аҫрағандар, игенселек менән дә даими шөғөлләнгәндәр.
Тауҙар ҡосағына һыйынып...1920 йылда ауылдағы 161 йорт-хужалыҡта йәшәгәндәр 849-ға еткән. Артабан XX быуат барышында халыҡ һаны бер артып, бер кәмеп торған. Мәҫәлән, 1961 йылда урыҫ телендә нәшер ителгән “Башкирская АССР. Административно-территориальное деление” тигән белешмә-китапта Шығайҙа 491 кеше көн итеүе күрһәтелгән. 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 599 ир һәм ҡатынды теркәһә, 2010 йылда был һан 747-гә еткән.
Ауыл хакимиәте мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн Шығайҙа 773 кеше көн күрә, шуларҙың 400-ө гүзәл зат булһа, ҡалғандары – ир-ат. Мәктәпкәсә йәштәге балалар ҙа, хаҡлы ялдағылар ҙа – һәр береһе йөҙҙән күберәк, 18 йәшкә тиклемгеләр – 133, хеҙмәт йәшендәгеләр – 400-ҙән ашыу. 27 ғаилә – күп балалы.
Урындағы 232 хужалыҡта бөтәһе 600 баш мал-тыуар, шул иҫәптән 224 һыйыр, 178 ат, 230 башҡа яҡын һарыҡ-кәзә, ике тиҫтәгә яҡын йорт ҡуяны ҡарайҙар, 400 баштан ашыу ҡош-ҡорт тоталар.
Күрше ауылдарҙан йөрөп уҡыусылар өсөн интернаты булған урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, бер нисә магазин эшләй. “Өлкәр” башҡорт мәҙәни үҙәгенең әүҙем эшмәкәр­леге, үҙешмәкәрҙәрҙең сағыу сығыштары районда яҡшы билдәле.
Бай тарихлы Шығайҙың ар­ҙаҡлы шәхестәре үткән дәүерҙәр­ҙән үк яҡташтарын ситтә лә данлаған. Француз илбаҫарҙарын үҙ өңөнә тиклем ҡыуып, батша хөкүмәтенең “1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн” һәм “1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә” көмөш миҙалдарына лайыҡ булған Ҡужәхмәт Ғәҙикәев, Бурансы Амангилдин һәм Әбделмәжит Ҡотломбәтовтан башлап фашистарҙы дөмөктө­рөүҙә тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәткән Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов, тирә-яҡҡа шаулаған “Заря” миллионер колхозы заманында малсылыҡта һәм игенселектә фиҙакәр хеҙмәт һалған колхозсыларға, ерҙәштә­ренә белем биргән төрлө быуын тырыш уҡытыусыларға, танылған композитор Абдулла Хәлфет­динов менән мәртәбәле бәйге­ләрҙә өс тапҡыр гран-при яулаған 73 йәшлек мәшһүр ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мөхәмәт Түлебаев ағайға һәм үҙҙәре һайлаған өлкәлә алдынғылыҡ тотҡан башҡа билдәле яҡташ­тарына тиклем барыһы ла – шығайҙарҙың оло ғорурлығы.

Улар шундай бай...

Тауҙар ҡосағына һыйынып...Быуаттар төпкөлөндә Шығайға нигеҙ һалыусыларҙың туранан-тура вариҫтары һәм уларҙың нәҫел ебен дауам итеүселәр булған Әбсәләмовтарҙың бөгөнгө быуыны – ауылда иң хөрмәтлеләр иҫәбендә. Уларҙың иң өлкәне Мәһәҙей Бикбай улы, Бөйөк Ватан һуғышының әлеге ваҡытта ауылда иҫән ҡалған берҙән-бер ветераны, 92-се йәше менән бара. Алты тиҫтә ярым йыл бергәләшеп татыу ғүмер кисергән пар ҡанаты Фатима Алсынбай ҡыҙы менән улар ете балаға ғүмер биргән. Өс улы һәм өс ҡыҙының ғаиләләрендә ветерандың егерме ейән-ейәнсәре, егерме һигеҙ бүлә-бүләсәһе бар.
Ҡасандыр үҙе һалған йортонда кесе ҡыҙы Шәүрә тәрбиәһендә йәшәгән Мәһәҙей бабай асыҡ йөҙ менән йылмайып, әйҙүкләп ҡаршы алды. Унынсы тиҫтәһен ваҡлауына ҡарамаҫтан, хәленә бер ниндәй зар белдермәй, йәшлек иҫтәлектәре менән уртаҡлашты, хәтеренең әле лә етерлек кимәлдә яҡшы икәнен күрһәтте. Ғүмерҙә тәмәке тартмауын, ир ҡорона ингәнсе хәмерҙең ни икәнен дә белмәүен, алтмыш йәшен тултырғас та уны бөтөнләй ауыҙына ла алмауын оло ғорурлыҡ менән телгә алды.
Ғаиләлә икенсе бала булып тыуған Мәһәҙей бабай үҙ быуыны иңенә төшкән заман ауырлыҡ­тарының барыһын да татыған. Атаһының сәйәси золом ҡорбаны булып төрмәгә ултыртылыуы, бер нисә йылдан әйләнеп ҡайтһа ла, тиҙҙән яҡты донъя менән мәңгелеккә хушлашыуы, үҙенең артабан ярты етемлектә үҫеүе үҫмер аңында оло эҙ ҡалдырған, уны теш ҡыҫып, ауыр тормош арбаһына бик иртә ныҡлап егелергә мәжбүр иткән. Күрше ауыл урыҫтарында һарыҡ көтә, һуғыш алдынан колхозда ат ҡарай, Сермән мәктәбенең ете класын тамамлай. 1944 йылдың көҙөндә һуғышҡа алалар. Дөрөҫөрәге, халҡыбыҙға хас ныҡышмалылыҡ менән ныҡлы дәғүәләшеп үҙе китә, сөнки насарыраҡ күреүе һәм ишетеүе арҡаһында табиптар уны әрмегә ебәреүгә ҡаршы була.
– Тикшереүҙе уңышлы үткән­дәрҙең сафына барҙым да баҫтым, башта ҡыуып ҡара­ғайнылар, һуңынан исемлеккә теркәнеләр, – тип хәтерләй үҙенең саялығын ветеран.
Беренсе Украина фронтында элемтәсе була Мәһәҙей Әбсәләмов. Йөкмәтелгән хәрби бурыстарҙы тырышып, намыҫ менән үтәй. Еңеү көнөн, күкрәгенә бихисап миҙал тағып, Варшавала ҡар­шылай, тағы ла йыл ярымдан артығыраҡ хәрби хеҙмәттә булып, 1947 йыл башында ғына тыуған ауылына ҡайтып төшә. Әйткәндәй, элекке һалдат бөтә улдары һәм ейәндәренең әрме хеҙмәтен намыҫ менән үтеүен, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында тәүге бүләһе Рамазандың тороуын хәрбиҙәрсә оло ғорурлыҡ менән иҫкә төшөрҙө.
Тауҙар ҡосағына һыйынып...Ветерандың артабанғы тормошо һәм хеҙмәте лә матур бер китап яҙырлыҡ. Кисәге һалдат малсылыҡта эшләй, иҫәпсе була, шулай ҙа ғүмеренең күп йылдарын колхоздағы иң тынғыһыҙ вазифаға – бригадирлыҡҡа бирә. Эреләтелгән “Заря” хужалығының һигеҙ бригадаһының барыһына ла сиратлап етәкселек итә. Булдыра алмағаны өсөн күсереп йөрөтмәйҙәр, киреһенсә, юғары ойоштороу һәләте, һәр яңы ерҙә халыҡты дөйөм маҡсатҡа күтәрә алғаны өсөн шулай гел “ҡамыт”тың ауыры татый үҙенә. Һәр бригаданы түбән күрһәт­кестәр “һаҙлығы”нан алдынғы­лыҡҡа сығарыуға өлгәшә...
– Бар ерҙә лә ололар менән кәңәшләшеп, халыҡ һүҙенә ҡолаҡ һалып эшләргә тырыштым, – тип хәтер йомғағын тағатты элекке етәксе. – Бер кемгә лә ҡаты бәрелмәнем, уртаҡ тел табырға ынтылдым. Мохтаждарҙы ярҙам­дан да мәхрүм итмәнем. Шуға ла ҡул аҫтымдағылар араһынан эштәремә аяҡ салыусылар булманы, үҙем дә уларҙан һәм өҫтәгеләрҙән гел маҡталып йөрөнөм.
Шулай хеҙмәтенән йәм, тормошонан тәм табып эшләгән һәм йәшәгән Мәһәҙей Бикбай улы. Бер ниндәй маҡтауҙарға һәм бүләккә өмөт итмәй, һәүетемсә генә тартҡан донъя йөгөн. Билдәле булыуынса, малсы­лыҡта ла, игенселектә лә әллә ни юғары күрһәткестәргә өлгәшмәгән ҡырыҫ тәбиғәтле Белорет тарафтарына башҡа яҡтарға хас булған дан-шөһрәт тә әллә ни татыманы. Шулай ҙа “Заря” колхозының уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында миллионер булып танылыуында, ул ваҡыттағы иң юғары баһаға – КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитеты тарафынан бирелгән күсмә Ҡыҙыл байраҡҡа лайыҡ булып, уның мәңгелеккә ошо хужалыҡта ҡалдырылыуында, әлбиттә, коммунист Мәһәҙей Әбсәләмовтың да өлөшө ҙур.
Хәрби наградалары менән бер рәттән үҙенә нәҡ шул осорҙа бирелгән “Социалистик ярыш алдынғыһы” билдәһен һәм республикабыҙҙың ул саҡтағы иң оло бүләге – Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Маҡтау грамотаһын иң ҡәҙерлеһе итеп һаҡлай һуғыш һәм хеҙмәт ветераны һәм бөгөн уларҙы ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренә ҙур ғорурлыҡ менән күрһәтә. Шулай ҙа Мәһәҙей бабайҙың тағы ла мөһимерәк байлығы – улдары һәм ҡыҙҙары. “Мин шундай бай!” – тип уларға һоҡланыуын йәшермәй аҡһаҡал.
Тауҙар ҡосағына һыйынып...Балаларының барыһы ла тормошта үҙ урынын тапҡан, хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанған. Шығайҙа йәшәгән өлкән ҡыҙы Вәсилә апай ҡырҡ йылға яҡын ғүмерен туған мәктәбенә арнаған. Етенсе тиҫтәһен ваҡлаған ветеран-уҡытыусы яҡты донъяны иртәрәк ҡалдырған тормош юлдашы Фәрит ағай менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ике юғары белем алған улдары Ансар Белорет урман хужалығында маҡталып эшләп йөрөй. Ике ҡыҙы, Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлап, әсәһе юлынан тағы ла өҫкәрәк үрләгән: олоһо Зифа тыуған төбәге халҡының йәшәйешенә арналған кан­дидатлыҡ диссертацияһы яҡлаһа, төпсөгө Ғәлимә үҙ ауылының тәбиғәт үҙенсәлектәрен тик­шергән.
Мәһәҙей бабайҙың икенсе улы Мансур ҙа – уҡытыусы, күп йылдар күрше Сосновка ауыл хакимиәте башлығы йөгөн дә тартҡан, ҡатыны менән биш балаһын оло тормош юлына сығарған.
“Әбсәләмов” крәҫтиән (фермер) хужалығын да төбәктә яҡшы беләләр. Уның башлығы Әмин Мәһәҙей улы колхоз осоронда тракторсы булған, төҙөлөш эштә­рен, артабан атаһы өлгөһөндә комплекслы бригаданы уңышлы етәкләгән. Ауыл һәм район Советтары депутаты итеп һайланып, ерҙәштәренең көндә­лек мән­фәғәт­тәрен ҡайғыртҡан. Заман менән бергә атлаған ир-уҙаман бөгөн күңеленә яҡын шөғөлгә тотонған: ата-бабаларыбыҙ кәсебен дауам итеп, йылҡы үрсетә. Маҡсатын тормошҡа ашырыу йәһәтенән ҡуртымға етерлек майҙанда ер алған, ҡеүәтле техника ҡайтарған. Барлыҡ эшкә яҡындары менән үҙе егелгән. Ауыл биләмәһендә алдынғы фермер булып танылыу өҫтөнә, бер нисә йыл элек “Башҡортостандың иң яҡшы йылҡысыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
Мәһәҙей бабайҙың ҡалған балалары – үҙ эшен асҡан механизатор улы Зиннур, күп йылдар фельдшер-акушерлыҡ пунктында санитарка булған ҡыҙы Вәлимә, бөгөн ветеранды хәстәрләгән төпсөгө Шәүрә хаҡында ла ыңғай фекерҙәр генә ишеттем.
Орденлы килен

Тауҙар ҡосағына һыйынып...Совет заманында халыҡ хужалығының төрлө тармағында алдынғылар рәтендә хеҙмәт һалғандар бөгөн тәү сиратта үҙҙәренең баҫалҡылығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Башҡаларға ҡарағанда күберәк тир түкһәләр ҙә, үҙҙәрен бер йәлләмәй, юға­рыраҡ күрһәткестәргә өлгәшһәләр ҙә, улар быны ғәҙәти күренеш тип һанай. Эш өсөн бирелгән бихисап бүләктәргә ишаралауға ла улар һаран ғына йылмайыу менән яуап бирә. Йәшерен-батырын түгел, уҙған быуатта төрлө дәртләндереү саралары әүҙем ҡулланылһа ла, хеҙмәт һөҙөмтәһе тиҙ генә күренмәгән уҡытыу­сыларға улар бик татып барманы шикелле. Орден-миҙаллы игенсе һәм малсы һәр ауылда бихисап, ә бындай данға лайыҡ мәғариф хеҙмәткәрҙәре тотош район буйынса ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ булды. Ә Шығай мәктәбендә бындайҙар икәү икән, шуларҙың береһе – “Почёт Билдәһе” ордены кавалеры Герна апай Өмөтбаева.
Быйыл яҙ туғыҙынсы тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан мәғариф ветераны – республикала билдәле Өмөт­баевтар затынан. Атаһы Ҡорбан­ғәле Хаммат улы заманында алдынғы кеше булған: уҙған быуаттың егерменсе йылдары уртаһында ВКП(б) сафына алын­ған, Мәскәүҙә Юғары партия мәктәбендә уҡыған, төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләгән. Өлгөлө хеҙмәте өсөн 1944 йылда уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Сове­тының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Йыр-моңға һәм бейеүгә маһир, ул үҙенә тиң тормош юлдашын да тапҡан. Ҡатыны Учалы районының Ҡотой ауылы һылыуы Нуриямал Мостафа ҡыҙы Өфөлә мәҙәни-ағартыу мәктәбен тамамлаған була, аҙаҡ мәктәптә эшләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс балаһын ҡалдырып, йәшләй генә вафат була.
Әсәһе үрнәгендәлер инде, Герна Ҡорбанғәле ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен һайлай: етенсе кластан һуң ул саҡта танылған Темәс педагогия училищеһын, һуңынан ситтән тороп Магнитогорск пединститутының филология факультетын тамамлай. Бында тормош иптәшен – Шығай егете Әхтәм Ғәлиуллинды осрата. Әйткәндәй, ул да икенсе быуындағы уҡытыусы була, әрме хеҙмәтенә тиклем үк ул ваҡытта Дыуан районы үҙәге Мәсәғүттә эшләп килгән уҡытыусылар институтында уҡый. Йәштәр, үҙ-ара килешеү буйынса, өсөнсө курсты уңышлы тамамлағандан һуң сәстәрен сәскә бәйләй һәм тиҙҙән Шығайға килеп төпләнә. “Таш булып төшкән” орденлы килен – бөгөн ауылдың иң хөрмәтле ағинәй­ҙәренең береһе.
Дүрт тиҫтә йылға яҡын ғүмерен донъялағы иң мәрхәмәтле һөнәргә – балаларға урыҫ теле һәм әҙәбиәте серҙәрен асыуға бағышлаған Герна апайҙың хеҙмәтенә алда әйтелгән орден, иң-иң тырыштар һәм әүҙем йәмәғәтселәргә бирелгән “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары – лайыҡлы баһа. Уның тағы ла бер бүләген – “Әсәлек миҙалы”н билдәләмәү мөмкин түгел: Әхтәм ағай менән биш балаларын оло тормошҡа сығарған. Ҡыҙҙары Зилә менән Дилә олатай-өләсәйҙәре, атай-әсәйҙәре эшен дауам иткән, юғары категориялы урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылыры, малайҙары Рәил, Ҡадир һәм Әғләм ирҙәргә хас ҡырыҫыраҡ һөнәр һайлаған, хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә уңышлы эшләп йөрөйҙәр.
– Һәйбәт йәшәнем, бәхетле булдым, – тип йомғаҡ яһаны Герна Ҡорбанғәле ҡыҙы тормош юлы хаҡындағы ентекле хикә­йәтенә. – Атайым һәм әсәйемдән бирелгән яҡшы сифаттар ғүмер буйы оҙатып килде. Әхтәм ялан яҡта тыуған кешене үҙенә генә түгел, Шығайҙың хозур урман-тауҙарына ла ғашиҡ иттерҙе, бигерәк тә тәбиғәт йәнле булды, уның менән матайҙа тирә-йүнде тотош урап сыҡтыҡ. Иремдең бар күркәмлеге балаларыбыҙға күскән, улар донъяла үҙ урынын тапты, хөрмәт һәм ихтирам яуланы.
Үҙе белем биргән меңдән артыҡ уҡыусыһының, уларҙың ата-әсәләренең рәхмәте мәғариф ветераны өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, әлбиттә. Байрам һайын йылы һәм ихлас ҡотлауҙар ишетә, хәл белергә килеүселәр ишек-ҡапҡаны яптырмай икән – был да бәхет түгелме ни?!
Хеҙмәт эшмәкәрлеге барышында агитатор, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, “Белем” йәмғиәте лекторы һәм уның тәүге ойош­маһы етәксеһе, ауыл Советы депутаты кеүек йәмәғәт эштәрен күп йылдар барышында бер ниндәй тәнәфесһеҙ башҡар­ған уҡытыусы хаҡлы ялға сыҡҡас та күңеленә нығыраҡ яҡын булған үҙешмәкәр сәнғәттән айырыл­маған. Ауылдың мәҙәни үҙәгендә сирек быуат уңышлы эшләп килгән “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбленең иң әүҙем ағзаларының береһе ул. Афарин, Герна апай, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ юлдаш булһын!

Ергә берегеп эшләгәс

Ауылдың хөрмәтле механиза­торҙары араһынан тәүгеләрҙән булып Ғайса Сәлмәновтың исемен атанылар һәм “тимер йәне ҡағылған бит уға” тип шаяртып өҫтәп ҡуйҙылар. Шулайҙыр. Юҡһа, Ғайса ағай “бүләк менән дә, түләүҙәр менән дә ҡыҙыҡһын­маным, минең өсөн иң мөһиме эш ине” тип әйтмәҫ ине. Бәхеткә күрә, дөйөм хеҙмәт өсөн яныусылар халҡыбыҙҙа совет заманында ла күп булды, әле лә улар аҙ түгел...
Ғүмер йылдары сылбырының һигеҙенсе тиҫтәһен теүәлләүгә яҡынлашҡан Ғайса Әлипбай улы­ның яҙмышы тиҫтерҙәре­некенән әллә ни айырылмай. Бала сағы ауыр һуғыш осорона тура килгән­лектән, аслы-туҡлы йәшәүҙе лә кисергән, бик иртә ауыр хеҙмәткә егелгән, ете кластан һуң колхозға даими эшкә сыҡҡан, йылҡы көткән. Ауырлыҡтарға бер ҙә биреш­мәгән, саф һауала һоҡла­ныр­лыҡ буй еткергән. Ваҡыты еткәс, әрмегә саҡырғандар, өс ярым йыл Байконурҙа хеҙмәт иткән. Техникаға нәҡ шунда тар­тылғандыр ҙа инде ауыл егетенең асыҡ күңеле. Әбйәлилдә киң профилле механизатор һөнәрен үҙләштерә һәм үҙенең бураҙ­налағы һабантурғай йырына күмелгән тәүге яҙын йыраҡ 1963 йылда ҡаршылай. Артабан хужалыҡҡа ҡайтҡан күп төрлө тракторҙа эшләй, ҡайҙа ебәрәләр, шунда бара, үҙен тырыш, ышаныслы итеп таныта: ерен дә һөрә, ашлыҡ та сәсә, мал аҙығы әҙерләүҙә лә һынатмай, иген йыйыуҙың да уртаһында ҡайнай. Ә ҡыштарын башҡа мәшәҡәттәргә егелә. Хаҡлы ялға ваҡыт етә башлап, “ҡорос ат”ын ҡалдырһа ла, төрлө эштә була, келәт өсөн яуаплылыҡты ла үҙ иңенә йөкмәй...
Былар – тотош һанап киткәндә. Ҡырыҫ тәбиғәтле Шығай тараф­тарының теңкәгә тейгән оҙайлы ямғырҙарын, үҙәккә үткән көҙгө елдәрен, трактор тоҡанырға телә­мәгән ҡышҡы ыжғыр һыуыҡтарын һәм бер яҡҡа ла сығармаған йәнгә тейгән бурандарын бер ҙә ғәйепләп хәтерләмәй ветеран. Тыуған яҡ бит – уның алға китеүе өсөн йылын йылға ялғап тырыша тракторсы, күптәргә өлгө була. Үҙаллы эш башлауына биш миҙгел тигәндә колхозда ғына түгел, районда алдынғылыҡҡа күтәрелә, бының өсөн уның күкрәгенә тәүге оло бүләк – “РСФСР ауыл хужалығының социалистик ярыш отличнигы” тигән билдә тағыла.
Үҙен бер күрһәтеп, тәүге үрҙе яулаған ир-ат ярты юлда туҡтай­мы ни? Юҡ, әлбиттә. Ғайса ағай ҙа нәҡ шулай итә. Ҡушылғанды намыҫ менән башҡара, тейешле шарттарҙың барыһын да теүәл үтәй: эш сифатын тәү сиратҡа ҡуя, техникаһын ҡарай, яғыулыҡ-майлау материалдарын юҡҡа сарыф итмәй, хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен дә онотмай, ҡыҫҡаһы, бер ни дауламай, хеҙмәтен һәүетемсә дауам итә. Уҙған быуаттың 70-се йылдары башында тағы ла ҙурлайҙар ер кешеһен: “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалын тағып йөрөргә өйрәнеп тә өлгөрмәй, ҙур залға саҡырып, “Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. В. И. Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы” тигән икенсе миҙалды тапшыралар...
Бер нисә йылдан алдынғы механизаторҙы тағы яңы уңыш­тарға дәртләндергән ваҡиға була: күрше Учалы районының дан­лыҡлы “Байрамғол” совхозы ерҙәрендә буй еткергән, һатыусы һөнәре алып, Шығай магазинына йүнәлтмә менән эшкә килгән Нәсимәне күреп ҡала. Ҡояшлы көндә лә түгел, ямғыр яуып, тракторы баҫыуға инә алмай өйгә ҡайтҡанда. Шулай итеп, бер кирегә бер ыңғай сыға. Алдынғы кеше алдынғы инде, башҡалар ҡыҙ тирәһендә ураланғансы, уйлағанын тормошҡа ашырып та ҡуя: буш ҡалған моңһоу яланда һуңғы бураҙнаһын һалып ҡайта ла гөрләтеп туй яһай.
Бына хәҙер 42 йыл бергә ғүмер итәләр. Улдары Рөстәм үҙҙәренә оҡшап эшһөйәр: төрлө һөнәр үҙләштергән, әрме хеҙмәтендә лә йөрөп ҡайтҡан, Себер тарафтарын да күреп килгән, һөҙөмтәлә атай нигеҙе ҡаршыһына төп­ләнгән. Уға тиклем Әбйәлил уңғаны Миләүшәне, тейешле белем алдырып, Йылайырҙан табып алып ҡайтҡан. Уныһы, Шығайҙың башҡа “таш булып төшкән” килендәре кеүек, шунда уҡ ауыл тормошона сумған: һөйгәненә өс сабый бүләк иткән, өйҙә лә өлгөрә, дәүләт эшен дә маҡталып тарта. Ә өлкәндәр, уларҙың етеш һәм татыу тормошона һоҡланып, ике ейән һәм ейәнсәрен һөйә.
...Башлы-күҙле булғас та, Ғайса ағай тамсы ла үҙгәрмәй: әлеге шул колхоз эше тип йәшәүен дауам итә, алдын­ғылыҡты бер кемгә лә бирмәй: биш йыллыҡ алдынғыһы, йыл ярышында еңеүсе булып таныла, 1986 йылда СССР Халыҡ хужа­лығы ҡаҙаныштары күр­гәҙмә­һенең бронза миҙалы менән бүләкләнә. Ветеран-тракторсы баҫалҡы ғына “наградалар менән ҡыҙыҡһынманым” тиһә лә, уларҙы махсус һанап сыҡтым. Был бүләктәр хаҡында бөгөн тәү сиратта уның ейән-ейәнсәрҙәре, Шығайҙың йәш быуыны белергә тейеш. Һоҡланыу һәм ғорурланыу өсөн генә түгел, ә иң әһәмиәтлеһе – ысын хеҙмәт кешеһенән өлгө һәм үрнәк алыу өсөн!
“Иң мөһиме – кешеләрҙе яратыу...”

Уҡытыусылар ғаиләһендә үҫеп, барлыҡ туғандары ла мәғариф юлын һайлағанда бер үҙе шәфҡәт туташының аҡ халатын кейгән Филүзә Миһранова менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Йәшлегендә күңеленә оҡшаған һөнәрҙе үҙләштереп, өс тиҫтә йылға яҡын уға тоғро ҡалған, бөгөн ауылда иң кәрәкле һәм ихтирамлы кешеләрҙең береһенә әйләнгән замандашым әүәҫ әңгәмәсе булып сыҡты.
– Республикала көслөләрҙән һаналған Белорет медицина училищеһын 1989 йылда тамамланым. Төплө белем биреп, ғүмерлеккә әйләнгән эшемә ныҡлы һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен, – тип һөйләп алды ул. – Бөгөн иһә һөнәрҙәштәремдең бар яҡлап та көндәлек ярҙамын тоям. Тәү сиратта Сосновка участка дауаханаһының өлкән шәфҡәт туташы Лариса Шәрәфетдинова менән амбулатория мөдире Филиә Тимерғәлинаны билдәләр инем. Ҡала һаулыҡ һаҡлау бүлегенең өлкән фельдшеры Алла Кириллова методик йәһәттән һәр саҡ тейешле булышлыҡ күрһәтә.
Шығайҙың һигеҙ йөҙгә яҡын кешеһенә медицина ярҙамы күрһәтә фельдшер-акушер Филүзә Салауат ҡыҙы. Уҡыу йылы барышында мәктәп интернатында аҙналап йәшәгән илле уҡыусы баланың һаулығын ҡайғыртыу ҙа уның өҫтөндә. II һәм III төркөм инвалидтары, диспансер иҫәбендә тороусылар, оло йәштәгеләр, сабыйҙар һәм күп балалы ғаиләләр, афған һәм чечен һуғышында ҡатнашыу­сыларҙың сәләмәтлегенә төп иғтибарын бүлә. Мохтаждарҙың береһе лә ситтә ҡалмай. Ниндәйҙер сир билдәләре күренгәндәрҙе кисекмәҫтән дауаханаға ебәреүҙе хәстәрләй, йорт-хужалыҡтарҙың санитар торошон ҡарарға ла өлгөрә. Ҡыҫҡаһы, вазифаһын күңел биреп һәм еренә еткереп үтәй. Уҡытыусы ата-әсәһенең матур өлгөһөндә һәм тейешле тәрбиәһендә милләтебеҙгә хас матур сифаттарҙы үҙенә һеңдереп үҫкән кеше башҡаса булдыра ла алмайҙыр ул!
– Беҙҙең эштә иң мөһиме – кешеләрҙе яратыу, – тип ныҡлап әйтте Филүзә әңгәмә барышында.
Быға ниҙер өҫтәүе урынһыҙ. Үҙенә килгәндә инде – тормошҡа ғашиҡ шәфҡәт туташы гөрләтеп донъя көтә, ғүмер юлынан ышаныслы аҙымдар менән атлай. Йәшерәк сағында үҙе әҙерләгән маскарад кейемдәрендә яңы йыл шыршыһы тирәләп ауылдаш­тарының күңелен күтәрһә, һуңғы йылдарҙа ҡышҡы хозур биҙәк­тәргә сумған урман-тауҙарға саңғыла сығырға күптәрҙе үҙ артынан әйҙәй. Ихатаһын тултырып күҙҙең яуын алып ултырған төрлө сәскәләр үҫтерә, һәр ауыл кешеһе кеүек тулы кимәлдә хужалыҡ алып бара – мал-тыуар тота, бәрәңге һәм йәшелсә үҫтерә, емеш-еләк йыйып, ҡайнатма әҙерләй. Өйҙәге яҡындары өсөн күңел наҙын һалып, телеңде йоторлоҡ ҡамыр аштары бешереүен дә өҫтәһәң, уның уңғанлығына һоҡланырға ғына ҡала. Йыр-моң тыңлап, яҡшы кәйеф менән башҡарғас, көнкүреш хәстәрҙәрен бер ни тип тә белмәй. Шиғыр йыйын­тыҡтарын йә яратҡан әҙиптәре Фәрит Иҫәнғолов, Әхиәр Хәким, Ноғман Мусин, яҡташы Яныбай Хамматовтың романдарын ҡулға алғанда нескә хисле Филүзә бар хәстәрҙәренән ял итә. Нисек өлгө алмайһың инде шундай замандаштан?! Киләсәктә лә уға шулай матур йәшәргә яҙһын.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 55

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 77

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 76

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 32

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 175

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 44

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 68

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 95

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 82

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 985