Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Көнтүгеш бандиттары”
“Көнтүгеш бандиттары” Һәр ауыл үҙенсәлекле тарихҡа эйә. Балтас райо­нында “Көнтүгеш бандиттары” тигән “тамға” йәшәп килде һәм ул әле лә онотолмай. Тарихҡа яңы биттәр өҫтәлгән һайын ул дәүер йыраҡлаша, күптәр уның ҡайҙан килеп сыҡҡанын, ауылдаштарыма ни өсөн шундай мөһөр тағылғанын белмәһә лә, теленән “Көнтүгеш бандиттары” тигән һүҙҙе төшөрмәй.

Көнтүгеш ауылының барлыҡҡа килеүенә һәм уның исеменә ҡағылышлы төрлө риүәйәттәр йөрөй. “Ләкин арала дөрөҫкә тура килгәне шулдыр, моғайын, — тип яҙып ҡалдырған ауыл тарихын миңә тиклем өйрәнгән, инде мәрхүм Ғариф бабай Зарипов. — Имеш, Ҡолой Балтасов, әлеге ерҙәргә килеп төпләнгәс, бер улын үҙе нигеҙ һалған ауылдан бер нисә саҡрым йыраҡлыҡта ҡояш сыҡҡан яҡтағы урынға илтеп урынлаштыра. Ысынлап та, Ҡолой төпләнгән ауыл менән сағыштыр­ғанда, бында ҡояш офоҡта иртәрәк күренә. Тимәк, Көнтүгеш һүҙе “Көн­тыуыш”тан килеп сыҡҡан булырға тейеш”.
Ҡолой ул заманда Көнтүгеш урынлашасаҡ урынға нисек хозурланһа, был төбәк әле лә элекке гүзәллеген юғалтмай. Йәмле һәм йәшәү өсөн уңайлы был ерҙәр. Крәҫтиәнгә көн күреү өсөн тәбиғәт бар шарттарҙы тыуҙырған бында.
Совет власы урынлашҡанға тиклем Көнтүгеш ауылы халҡы нисек йәшәгән? Был хаҡта ауыл аҡһа­ҡалы Солтанша Садиҡов: “Көн­түгеш ауылына ХVI быуаттың аҙаҡҡы яртыһында, йәғни 1570 — 1580 йылдарҙа Көнтүгеш бабай нигеҙ һалған”, — тип яҙып ҡалдырған.
1861 йылда Хөкүмәт тарафынан бер ир кеше йәненә 15-әр дисәтинә иҫәбенән ер бүлеү тураһында закон сығарыла. Бер дисәтинә 1,10 гектарға тиң була. Йәки башҡорт милләтенән бер ир-атҡа 16 гектар 60 сутый ер бирелергә тейеш тигән һүҙ. Мил­ләте башҡорт булмаған мишәр һәм типтәрҙәр йәненә 1,2 дисә­тинә, йәғни башҡорт еренең яртыһы тиклем генә ер бирелгән, ҡатын-ҡыҙҙарға бөтөнләй бүлен­мәгән.
1861 йылда Көнтүгеш ауылында башҡорт милләтенән 145 ир-ат теркәлгән. Ауылдың Түбән осонда мишәр һәм типтәрҙәр йәшәгән. Был төбәктә 84 ир-ат иҫәпләнгән. Улар ерҙе башҡорт­тарҙан айырым көткән.
Солтанша Тимерғәле улы Садиҡов 1897 йылда Көнтүгеш ауылында тыуған. 1905-1906 йылдарҙа Көнтүгеш ауылында бер иҫке мәктәптә Ясин Һәфтиәк һабаҡтары ала. 1907 – 1913 йыл­дарҙа Балтаста Йыһангир хәҙрәт­тең мәҙрәсәһендә шөғөл­ләнә. Унда төрки, ғәрәп, фарсы китаптарын уҡый. Ул баҫмалар фәҡәт дин тоторға, ғибәҙәт ҡылырға өй­рә­тә. География, математика фән­дәренән уҡытыу, төрлө телдәр­ҙе үҙләштереү тыйыла. Белем алыу фәҡәт ҡыш айҙарында ғына бара.
Үҙ дәүеренең белемле кешеһе булараҡ, Солтанша Тимерғәле улы тыуған ауылы Көнтүгештең бар­лыҡҡа килеүен, үткәнен, тулы шә­жәрәһен яҙып ҡалдырған. Шуныһы мөһим: Солтанша Садиҡовтың яҙғандары архив мәғлүмәттәренә лә тап килә.
1914 йыл. Арыш урағына төшкәндә йөрәктәргә хәсрәт һалып ил өҫтөнә бәлә килә. Минут эсендә бөтә ауылға тарала:
— Герман һуғыш асҡан!
Ауыл өҫтөндә илаш башлана. Иртәгәһенә яуға юлланаһы ирҙәрен оҙатырға кәләштәр йүгерә-йүгерә мунса өлгөртә, өлкәндәр, күҙ йәштәрен йәшерә-йәшерә, сохари киптерергә тотона...
Беренсе империализм һуғышы башланып, беҙҙең ауылдан тәүге көндәрҙән 20-гә яҡын кеше алына. Бөтөн ауыл халҡы эшен ҡуйып, илап, яҡындарын оҙата. Был һуғышта ауылдан туғыҙ кеше фронтта һәләк була һәм өс кеше хәбәрһеҙ юғала. 1917 йылда Октябрь революцияһынан һуң Граждандар һуғышы тоҡана. Ул тағы ла дәһшәтлерәк булыуы менән тарихта урын ала, Көнтүгеш ауылы һигеҙ ир-егетен юғалта, 32-һе хәбәрһеҙ юғала...
Аслыҡ һөҙөмтәһендә 1922 йыл­дың яҙында Көнтүгеш ауылында 200-гә яҡын кеше яҡты донъяны ҡалдыра. Һәм ошо аслыҡ сәбәпле, көслөрәк кешеләр шайкаға тупланып, 1921 йылдың көҙөндә 15-кә яҡын ат, шул тиклем һыйыр, күп һанда һарыҡ һәм башҡа мал һуйып ашап, башҡа талауҙар ҙа яһайҙар. Уларҙың енәйәте һуңынан 1922 йылдың февраль аҙаҡтарында беленә. Туғыҙ кешене ҡаҙна йортонда өс көн туҡмап, үлеп бөтмә­гәндәрен сисендереп һалҡын келәткә ябып, туңдырып, 1922 йылдың 22 февраль көнөндә бер соҡорға күмеп ҡуялар. Үлтереүҙә етәкселек иткән кеше­ләрҙең береһе — беренсе коммунист Зәйнулла Шәйҙуллин. Уның ҡушҡандарын башлыса Вәлиулла Фәрхетдинов үтәй. Ул ауылда рәйес вазифаһын башҡара. Туҡ­мау­сыларҙың бигерәк әүҙеме Фәйзрахман һәм ҡустыһы Сәй­деләхбәр Рияновтар, Мәрҙән һәм уның улы Шәрип, Йосоп Хажи, Хәкимйән, Әғләм Мостафиндар, Шәйех һәм улы Хөрмәтулла, Фәсәх Ғилманов, Дауыт, Хөснийәр һәм башҡалар була.
1921 йылдың көҙөндә 1922 йылдың ҡышҡы һәм яҙғы осоронда беҙҙең Балтас улысы билә­мәһендә йәшерен банда шайкаһы ойоша. Былар кооператив һәм хөкүмәт магазиндарын ҡораллы көс менән талап һәм хөкүмәт ха­кимиәте хеҙмәткәрҙәрен үлтереп йөрөй. Улыстың башҡарма комитеты рәйесен мунса ингән сағында (Тушҡыр ауылында) үлтерәләр, улыс хеҙмәткәре Иван Кузьминды Тибел ауылында юҡ итәләр. Шулай уҡ Ҡаҙансыла, башҡа ауылдарҙа ла үлтереүҙәр була.
1922 йылдың апрелендә Ура­зайҙан коммунист Әбдел­карамды үлтерәләр, Иҫке Уразай ауылы яғынан килеп, коммунист Зәй­нулла Шәйҙуллинды йәш балаһы менән ҡатынын, Ҡомъяҙы ауылы гражданы коммунист Вафаны Зәйнулла йортонда аталар. Шунан һуң Мостафин Хәкимйән йортона килеп, Зәйнулланың бөтә аҙығын та­шыйҙар. Аш әҙерләп төн буйы һыйланалар. Таң атҡанда ауылдан ат алып, Ар йылғаһы аша сығалар (сөнки Ар ташыу була). Аттарын Көнтүгешкә ҡайтарып ебәреп, үҙҙәре йәйәү Иванайҙан Түлбәй, Нәмәтәй ауылдары аша Балтасҡа барып етеп, ауылдың көньяғынан һөжүм итәләр. Ләкин Балтастағы волком отряды улысҡа инмәй. Бандиттарҙың береһен ҡулға алалар. Балтасҡа инә алмаған бандиттар Иҫке ауылға барып, унан Ар аша сығып, Мағашты, Ҡомъяҙы ауылдары аша 15-кә яҡын кеше Көнтүгеш ауылына, Мәрҙән Баһ­манов йортона килә. Төндә тамаҡ туйҙырып ултырған ваҡыт­тарында Хәкимйән Мостафин килеп инә: “Ҡораллы көйөгөҙгә бер коммунисты ла үлтерә алмаған­һығыҙ. Бына әле күптән түгел Иванайға барғас, ауыл урамында бер егетте осраттым. Ул миңә Көнтүгеш ауылына барыуын һөйләне. Мин дә уның менән атланым. Уның кем икәнлеге һәм ҡайҙа, нимә өсөн барыуы тураһында ҡыҙыҡһынғас, Балтас волкомы тарафынан разведкаға ебәрелгәнлеген белдем. “Һеҙҙә бандиттар бармы һәм башлыҡтары кемдәр?” — тип минән һораны. Ләкин мин, уны икенсе юлдан алдап алып китеп, ҡом алған соҡор янында һуйып күмеп ҡуйҙым”, — тип маҡтана бында ултырған бандиттарға.
Был ваҡытта Иҫке Янбай ауылынан ағаһы коммунист булған өсөн ҡурҡытып мәжбүри бандит­тарға эйәртелгән Зыя Шәйхет­динов та була. Хәкимйән сығып китә. Бандиттар Мәрҙән йортонда ҡуна. Шул төндә Балтас улыс комитеты секретары (Тимкә ауылы) Хәлил Шәйхетдинов, урындағы коммунист һәм уҡытыу­сыларҙан көс туплап, Иванай янынан төндә Көнтүгеш ауылына килеп инә. Ғимай Фәхрис­ламов йортонда ауыл рәйесе Вәлиулла Фәрхет­диновты һөйлән­дереп, бандит­тарҙың барлығын-юҡлығын һо­райҙар. Вәлиулла дөрөҫөн әйтмәй. Таң атып яҡтыра башлағас, улыс комитеты отряды Мәрҙән йортон ҡамап ала һәм Вәлиулла Фәр­хетдиновҡа бан­диттарҙы сығарыу өсөн өйгә ут төртөргә ҡуша. Вәлиулла йорт янына килеп етеү менән бандиттар уны атып үлтерә һәм үҙҙәре волком отрядына ут аса. Ике яҡтан да атыш башлана. Мәрҙәндең йорт-ҡаралтыһын ялҡын ялмап ала. Ҡаралтылар барыһы ла янып бөтә. Өй янмай ҡала. Шул килеш бандиттар йорт эсенән атышып ята. Ҡараңғы төшә башлағас, Йәр­мөхәмәт Нурмө­хәмәтов өйгә ут төртә. Ул яна башлағас, яралы килеш Мәрҙән, ҡатыны һәм ике ҡыҙы, өс ир балаһы өйҙән сыға. Мәрҙән күр­шеһе йортонда бер-ике сәғәттән йән бирә...
Бандиттарҙың береһе һәм Иҫке Янбай ауылынан ҡурҡытып алып киткән Зыя Шәйхетдинов өйҙән сыға. Башҡалары — 13 кеше, шул иҫәптән Мәрҙән улы Шәрип һәм Көнтүгеш ауылы Сәйделәхбәр Риянов — барыһы ла өй баҙында янып һәләк була. Хәкимйән Мос­тафин­дың кеше һуйыуын Зыя Шәйхет­динов фашлай. Хәкимйән атыла. Зыя иҫән ҡала. Бандиттар төр­көмөндә ҡатнашҡан Фәсәх Ғима­летдинов та тотолоп, үлем язаһына хөкөм ителә. Өйҙән сыҡҡан бандит та үлтерелә...
Мәрҙәндең ҡатыны ҡулында 40 көнлөк сабый (ир бала) була. Ҡатын һәләк булғас (уны атып үлтерәләр), Динислам Нуретдинов (уның бала­һы булмай), халыҡҡа мөрәжәғәт итә:
— Йәмәғәт, 40 көнлөк баланың ғәйебе бармы?
— Юҡ, — тиҙәр.
— Улай булғас, сабыйҙы миңә бирегеҙ. Мин уны үҫтерермен, тәрбиәләрмен, — тип сабыйҙы үҙенә ала.
Бик аҡыллы, зирәк булып үҫә Хәбибйән. Бөйөк Ватан һуғышын үтә. Фронттан ҡайтҡас, Пермь өлкәһендә төпләнеп ғүмер итә. Ғаилә ҡора, балалары була. Хәбибйән урман хужалығында баш бухгалтер булып эшләй, әммә һыуға батып, йәшләй һәләк була... Балаларын ҡатыны яңғыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

Шаһиттарҙың иҫтәлектәре Наил Фәйез улы Фәйезов ҡулъяҙ­маларынан алынды. “...Был һүҙ­ҙәрҙе нисек ишеттем, шулай яҙҙым. 1965 йылда ул ваҡиға­ларҙы күреп белгәндәрҙән һәм эсендә ҡайнаған кешеләрҙән һорашып яҙып алдым”, — ти ул.
Бына улар нимәләр һөйләгән:
Имаммөхәмәт ҒИЛМЕТ­ДИ­НОВ:
— Мата йылғаһы буйына ат эсерергә төшкәйнем. Мылтыҡ аҫҡан әҙәмдәр мине күпер өҫтөндә туҡтатты. 14-15 кеше булғандыр. Ҡурҡып та киттем, мылтыҡ­тарын күргәс. Улар минән Зәйнулланың өйөн һораны. Үҙем Зәйнул­ланың өйөн йүнләп белмәгәс, ана, шунда, тип бер йортҡа төртөп күрһәттем. Шул саҡ бер ҡатын килгәне күренде. Уны алып киттеләр. Ул ҡатын кем булғандыр...
Муллайәр ШАҒАЙЫПОВ:
— 1922 йылда яҙ иртә килде. Бер көн, төштән һуң ине, Уразай яғынан мыл­тыҡтар менән ҡоралланған бер төркөм кешеләр төштө. Мин ҡыҙыҡһынып Ғил­ман ағайҙарҙың йортона күҙ һалдым, сөнки теге кешеләр, уны саҡырып сығарып булһа кә­рәк, нимәлер тураһында һөй­ләшә ине. Йорт ҡапҡаһын асыр-асмай ғына ҡарап торҙом да, теге кешеләр киткәс, уның янына барҙым. Шунда Саҙретдин Шәретдинов та үҙҙәренән килеп сыҡты. Ул: “Был кешеләр — бандиттарҙы ойоштороп йөрөү­селәр”, — тип әйтте. Һуңынан белеүемсә, улар Иҫке Уразай ауылында коммунист Г. Әбделка­рамды атып килгән булған икән.
Иртәгәһенә “Зәйнулланы, Вафаны, Зәйнулланың ҡатынын, балаһын да атҡандар” тигән һүҙ таралды һәм халыҡ улар йортона ағылды.
Шәмсетдин ҒӘЙНЕТДИНОВ:
— Зәйнулланы үлтереүҙәре тураһын­дағы хәбәрҙе иртән ишеттем.
Динислам МИНИСЛАМОВ:
— Мин атыш тауышын Зәй­нуллалар тирәһендә ишеттем дә өйгә инеп киттем. Тик иртән торғас, урамға сығып, Ҡаршы урманға менергә тип Зәйнул­лалар янындағы күпергә йүнәл­гәс, мылтыҡлы кешеләр осраны. Аслыҡ осоро ине. Иртүк тоҙаҡ ҡарарға тип ашыға инем. Был кешеләр Түбән Иванай яғына китте, уларҙы күргәс тә Хөс­нийәр бабайҙарға инеп ҡастым.
Улар Балтасҡа киткән булған икән. Ә Зәйнулла йортонда атып үлтерелгән Вафа Ҡомъяҙы ауылы кешеһе була. Ул коммунист икән, тип һөйләнеләр. Зәйнулла ла коммунист ине...
Солтанша САДИҠОВ:
— Зәйнулланы үлтергән көндәме, иртәгәһенәме, кискә табан Ҡаршы урман яғынан байтаҡ кеше төшкәне күренде. Улар мылтыҡлы ине. Беҙҙең йорттан улар асыҡ күренә. (Ҡаршы урман тип Ҡомъяҙы ауылы яғы йөрөтөлә). Улар туп-тура Мәрҙән Баһмановтың йортона килде. Ә хәл былай булған икән. Зәйнулланы атҡан кешеләр — бандиттар — Хәкимйән Мос­тафинда ҡунғандар. Көнтү­гештәге кешеләр ҙә улар менән киткән булған. Улар Балтасҡа һөжүм иткән дә, унда уңыш­һыҙлыҡҡа осрап, Илекәй яғына сигенгән, Мағашты, Ҡомъяҙы ауылдары аша Көн­түгешкә килгән. Мәрҙән Баһ­мановтың Хәмәт­шәриф исемле улы ла улар яҡлы булған һәм тағы бандиттар яҡлы Хәкимйән Мостафин, Фәсәй Ғималет­динов, Сәйделәхбәр Риянов, ҡалғандары ҡайҙар­ҙан булғандыр, баш­лыҡ­тарын “Деникин” тип йөрөт­кәндәр. Уны Тушҡыр ауылы­ныҡы тиҙәр.
Шулай итеп, әле Ҡаршы урман яғынан төшкән бандиттар Мәрҙән Баһманов­тың өйөндә ҡунырға урынлаша. Былар араһында Иҫке Янбайҙан Зыя Шәйхет­динов тигән кеше лә була. Шул арала төшкө аш мәлендә Хәкимйән Мостафин маҡтанып былай ти: “Мин бер коммунисты үлтереп, Теләк соҡорона күмдем. Һеҙ булдыра алмайһығыҙ”. Теге егеттең Туш­ҡыр ауылыныҡы булыуын, Көнтү­гешкә комсомол ойошто­рорға килеүен дә әйтә, Теләк тауы аҫтында һуйып, шунда күмеүен һөйләп маҡтана.
Быны ишетеп торған Зыя Шәйхет­динов төндә өйҙән сығып ҡаса һәм был турала иртән Балтастан килгән коммунистарға һөйләп бирә.
Балтастан иртән 7-8 кешенән торған отряд килә, башта ауыл тирәләй һәнәк, балта менән ҡоралланған кешеләр ҡуялар. Вәлиулланы Мәрҙән йортона алып баралар. Үҙҙәре ситтә тора. Ҡа­раңғылы-яҡтылы ваҡыт була. Вәлиулла тәҙрә янына бара ла: “Сығығыҙ, Мәрҙән ағай”, — тип ҡысҡыра. Уны шунда уҡ атып үлтерәләр. Шулай итеп, атыш башлана. Был хәл дүрт көн дауам итә. Өйҙән сығармайҙар.
Динислам НУРЕТДИНОВ:
— Был ваҡытта коммунис­тарҙың патроны бик аҙ ҡал­ғайны. Ә өйҙәге­ләрҙеке күп булырға тейеш ине. Улар мейес­те һүтеп, тәҙрәләрҙә атыу урыны яһаны. Бер нисәһе кискә табан әрәмәгә йүгерә алды. Йорттағы ҡаралтыларға ут төртөп яндырҙылар. Өй генә тороп ҡалды. Янбай кешеһе һөйләүенсә, Хәкимйәнде тотоп алалар. Ул өйөндә ҡунған була. Теге үлтереп күмгән кешеһенең зыяратына алып барып уны елкәһенә һалдырып алып ҡай­тарталар, Хәкимйәндең үҙен атып үлтерәләр. (Ә бына теге кешене ҡайҙа күмгәндәрҙер, уны ниңә һорашмағаныма үкенәм, әллә һорашып хәтерҙән сыҡҡан. — Н.Ф.). Дүртенсе көндә инде өйгә ут төртөргә булалар. Ут төртөүсегә һыйыр вәғәҙә итә­ләр. Беренсе булып был эшкә Зиннәт риза була (уның фамилияһын белеүсе булманы, Түбән ос кешеһе, тинеләр. — Н.Ф.). Уны атып үлтерәләр. Унан һуң Йәрмөхәмәт тигән егет бара, уның да беренсе барыуы уңышһыҙ була, бары икенсе барыуында ғына өй яна башлай. Шул ваҡыт “Деникин” сыға ла аҙаҡҡы патронына тиклем атышҡандан һуң ғына йүгерә башлай. Ләкин көрәкле, һәнәкле, балталы ҡамау­сылар тарафынан тотолоп юҡ ителә. Шул саҡ өйҙөң түбәһенә ут ҡапҡас, Мәрҙән ҡарт, балалары менән ҡатыны сыға. Ҡартты аталар. Өй төнгә тиклем яна.
Бына шундай ғибрәтле тарихҡа барып тоташа Көнтүгеш бан­диттарының ҡылыҡтары. Берәүҙе лә ғәйепләргә хаҡым юҡ һәм алдыма ундай маҡсат та ҡуйманым. Яҙылғандарға өҫтәп шуны ғына әйтә алам: күп йылдар элек бабалары “бандит” исеме аҫтында эш иткәндәр араһынан бына тигән кешеләр үҫеп сығып илгә, халыҡҡа игелекле хеҙмәт итә.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында?

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығы кемдең ҡулында? 23.02.2019 // Йәмғиәт

Йортобоҙ, күгебеҙ тыныслығының нигеҙе ниҙә? Үҙенең кешелек бурыстарын белгән, лайыҡлы атҡарған...

Тотош уҡырға 34

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм!

Ҡояшлы Ҡара диңгеҙ буйынан ҡайнар сәләм! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһынан 250 бала Ҡара диңгеҙ буйында урынлашҡан билдәле курорт-ҡала...

Тотош уҡырға 70

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен"

"Улым Фәритте лә хәрби хеҙмәткә әҙерләйәсәкмен" 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн республика етәксеһе Радий Хәбиров Алкин-2 ауылында урынлашҡан 12-се айырым гвардия инженер...

Тотош уҡырға 70

Батырҙары данлай төйәкте

Батырҙары данлай төйәкте 23.02.2019 // Йәмғиәт

Күгәрсен районының Волостновка ауылында ошо төйәктән сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Николай Ежовҡа...

Тотош уҡырға 31

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе?

Аҡ халатлылар ҡайҙа йүгерҙе? 23.02.2019 // Йәмғиәт

– Тиҙерәк, тиҙерәк! Башҡаларҙан алдараҡ барып етергә кәрәк! Шулай ҡабаланып йүгерҙе аҡ халатлылар....

Тотош уҡырға 168

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө

Ватан хаҡына ҡаһарманлыҡ – мәңгелек өлгө 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусылар көнөнә...

Тотош уҡырға 43

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән!

Ватанды һаҡлаусылар көнө менән! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика халҡын Ватанды...

Тотош уҡырға 66

Ауылды бер итеп...

Ауылды бер итеп... 23.02.2019 // Йәмғиәт

Бөрйән районының Яңы Усман ауылында “Зарница” үткәреү “ҡанға һалынған” тиергә мөмкин. Был уйында...

Тотош уҡырға 88

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк!

Әсәй бәлеше барыбер тәмлерәк! 23.02.2019 // Йәмғиәт

Сибайҙа йәнә бер матур йолаға нигеҙ һалынды: Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан “Әсәй бәлеше”...

Тотош уҡырға 81

"Изгелек"тең татлы емеше

"Изгелек"тең татлы емеше 22.02.2019 // Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтынан Гүзәл Ишмуллина Башҡортостанда “Иң яҡшы 100 топ...

Тотош уҡырға 59

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән

Ветерандарға оло хөрмәт йөҙөнән 22.02.2019 // Йәмғиәт

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан республика етәксеһе Радий Хәбиров тантаналы ҡабул итеү ойошторҙо:...

Тотош уҡырға 57

Зариф өйөнә ҡайтты!

Зариф өйөнә ҡайтты! 22.02.2019 // Йәмғиәт

Учалылағы ҡот осҡос атыштан һуң иҫән ҡалған Зариф Хилажев биш аҙнаға яҡын дауаханала ятҡандан һуң,...

Тотош уҡырға 973