Барыһы ла нәҫелдән килә

31-08-2016, 01:07 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Барыһы ла  нәҫелдән килә Ауылдағы бер генә сара ла уларһыҙ үтмәй: Ғәрифйән Рәхимйән улы моңло итеп гармунда уйнаһа, ҡатыны Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙы уға ҡушылып моңло йыр һуҙа, тыпырҙатып бейеп тә китә. Улар сәнғәт аша кешеләр күңеленә матурлыҡ өләшә.


Әйткәндәй, Ҡотлогилдиндар үҙҙәре лә “беҙҙе йыр-моң ҡауыш­тырҙы” ти. Баймаҡ районының Өмөтбай ауылында йәшәгән музыкаль ғаиләлә ата-әсәләренең юлын дауам итерлек, йыр-бейеүгә һәләтле өс бала үҫә. Ҡыҙҙары Лүзиә менән Гүзәлиә бейергә яратһа, улдары Илһам йыр-моңдо үҙ итә. Кистәрен Ҡотлогилдиндар бергәләшеп төрлө йырҙар башҡара: кемдер синтезаторҙа уйнай, икенсеһе ҡулына гармунын ала, башҡа­лары уларға ҡушылып матур көй һуҙа йәки рәхәтләнеп бейеп ала.
– Сәнғәткә һәм мәҙәниәткә ғашиҡ булыуыбыҙ нәҫелдән килә, – тип йылмая ауыл “әртистәре”. – Икебеҙ яғынан да йыр-моңға ғашиҡ кешеләр бар. Тормошта йырлап йәшәү күпкә еңелерәк. Ысынлап та, йыр кешегә ҡанат ҡуя, йәшәүгә йәм өҫтәй, күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ илһам бирә. Һағышлының һағыштарын үҙенә тарта, шатлыҡтарҙы, уй-тойғо­лар­ҙы йөрәктән йөрәккә еткерә, шуға күрә беҙгә күңелһеҙләнеп, юҡ-барға бошоноп ултырырға ваҡыт ҡалмай. Йорт мәшәҡәттә­ренән бер аҙ арынғас та, мәҙәни саралар планын уйлай башлай­быҙ, яңы йырҙар өйрәнәбеҙ, яңы бейеү хаҡында кәңәшләшәбеҙ.
Зәлифә Ғәйфулла ҡыҙы мәк­тәптә балаларға бейеү серҙәрен төшөндөрһә, тормош иптәше уға музыка яғынан ярҙам итә.
– “Йәш бейеүсе” ансамбленә уҡыусыларҙың барыһы ла тип әйтерлек йөрөй. Ике төркөмдә шөғөлләнгән балалар аҙнаһына өс тапҡыр түңәрәктә шөғөл­ләнә, тәүге төркөмдә – 1 – 4-се класс уҡыусылары, икенсеһендә – 5 – 7-селәр. Һәр уҡыу йылы алдынан һайлап алыу туры үткәрелә, әммә теләге булған бер баланы ла ситкә типмәйбеҙ, һәр кемгә бейеү серен төшөн­дөрәбеҙ, – ти Зәлифә ханым.
Уның тәрбиәләнеүселәре ра­йон буйынса үткән төрлө бейеү конкурстарында призлы урындар яулай. Күптән түгел Йәүҙәт Бик­бирҙин исеменә ойошторолған төбәк-ара бейеүселәр конкурсында II дәрәжә дипломға лайыҡ булғандар.
Йыр-моңға ғашиҡ ғаилә ауыл­дың барлыҡ мәҙәни сараларында әүҙем ҡатнаша, төрлө конкурс­тарҙа сығыш яһай. Әбйәлил ра­йонында ойош­торолған “Башҡорт бейеүе” бәйгеһендә “Музыкаль ғаилә” номинацияһында оло еңеү яулаһалар, зона, район буйынса йәш ғаиләләр араһында барған конкурста Ҡотлогилдиндарға тиңләшеүселәр табылмаған. Ҡасандыр моң аша танышып ҡа­уышҡан ғаиләнең бөгөн дә йыр-моңдо үҙ итеүе, уға ғашиҡ­лығы һоҡландыра. Артабан да йырлап-бейеп, матурлыҡҡа ғашиҡ булып, сәнғәтте яратып, мәҙә­ниәт­те үҙ итеп, ауылдаш­тарығыҙ­ҙы шатландырып йәшәгеҙ ҙә йәшәгеҙ!