Урман янында йәшәһәң...

31-08-2016, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Урман янында йәшәһәң... Янғынға ҡаршы көрәштә яңы талап барлыҡҡа килде: ер биләмәһе урман эргәһендә булған хужа йәшел “күршеһен” ут-күҙҙән һаҡларға бурыслы буласаҡ. Республикала урман эсендә урынлашҡан ауылдар күп, шуға күрә был яңы ҡанун уларҙың иғтибарынан ситтә ҡалырға тейеш түгел.

Илебеҙ ҡануниәтендәге әлеге үҙгәреш 2017 йылдың 1 мартынан үҙ көсөнә инә. Биләмә хужаһы йорто эргәһендәге урмандың киңлеге кәмендә 10 метр булған һыҙатты сүп-сарҙан, ҡоро үләндән һәм башҡа яныусан матдәнән таҙартып торорға тейеш. Урман янында янғынға ҡаршы 0,5 метр киңлектә һыҙат эшләү ҙә шарт.
Башҡортостан урмандары 6,2 миллион гектар ерҙе биләй. Учалы, Баймаҡ, Бәләбәй, Краснокама, Белорет, Көйөргәҙе, Мәләүез, Яңауыл райондары урмандары янғын йәһәтенән иң хәүефлеләр тип иҫәпләнә. Янғын ихтималлығы (һәр 100 мең кешегә ҡарата янғын осраҡтары һаны) беҙҙә һуңғы биш йылда 8,5 процентҡа кәмегән. Респуб­ликалағы 4 536 ауылдың 433-ө янғын һүндереү машиналары килеп етергә тейешле ваҡытҡа яуап бирә алмай, йәғни юлһыҙ таулы-урманлы ерҙә урынлашҡан. Уларҙа 91 меңдән ашыу кеше (республика халҡының 2,23 проценты) йәшәй. Етмәһә, республиканың янғынға ҡаршы хеҙмәттәрендә (84 янғын депоһы) 27 янғын һүндереү машинаһы булһа, шуларҙың ун етеһенең файҙаланыу ваҡыты уҙған. Тимәк, тәү сиратта үҙ абайлығыңа һәм көсөңә ышанырға тура килә.