Һаҡланғанды һаҡлармын...

31-08-2016, 01:06 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һаҡланғанды һаҡлармын... Террорсылыҡ... Һуңғы йылдарҙа был төшөнсә тормошобоҙға шул тиклем ныҡ үтеп инде. Беҙ хатта уға күнегеп тә барабыҙ кеүек. Тегендә шартлатҡандар, бында яндырғандар... Шунса-шунса ҡорбан... Һәм барыһы ла артабан үҙ яйына дауам итә. Ҡурҡыу, хәсрәт тойғоһо ла юҡ. Әйтерһең дә, шулай булырға тейеш...

Рәсәйҙә йыл һайын 3 сентябрҙә Терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнә. Был көн 2004 йылда Төньяҡ Осетияның Беслан ҡала­һындағы фажиғәгә бәйле. Ул көндө террористик акт һөҙөмтәһендә 330 кеше һәләк булды, уларҙың 186-һы балалар ине... Хәйер, ил етәкселеге әлеге афәткә ҡаршы бер Беслан фажиғәһенән һуң ғына көрәш башламаны. Рәсәйҙә террор проблемаһын хәл итеү юлдары дөйөм көс менән инде тиҫтә йылдар дауамында өйрәнелә. Был осраҡта иһә маҡсат күпкә тәрәнерәк — теләктәшлек төшөнсәһен донъя йәмәғәтселегенә таратыу, идея берлегенә, бер төптән егелеп эшләүгә өлгәшеү. Ҡыҫҡаһы, маҡсат та, теләк тә бар, әммә уларҙың нисегерәк тормошҡа ашырылыуы — уныһы инде икенсе мәсьәлә. Хәйер, берләшер өсөн, бәлки, үҙаллылыҡ та кәрәктер. Шул уҡ АҠШ менән Европа союзын ғына алып ҡарайыҡ. Улар бит бөгөн эске сәйәсәттә генә түгел, хатта шул уҡ хәүефһеҙлек мәсьәләһендә лә бер-береһенә буйһона. Системалы эш юҡ. Ошоғаса террорсылыҡ, хәүефһеҙлек хаҡында күпме генә һөйләһәләр ҙә, бик күптәр бындай хәл-ваҡиғаларға бөтөнләй әҙер булмай сыҡты. Ирекһеҙҙән, Крыловтың Аҡҡош, Ҡыҫала һәм Суртан хаҡындағы мәҫәле иҫкә төшә. Хәйер, бөгөн бар донъя йәмәғәтселеге шундай хәлдә кеүек: берәүҙәр тыныслыҡ яҡлы, икенселәр үҙ кеҫәһен ҡайғырта, өсөнсөләр бөтөнләй ни теләгәнен дә аңламай. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль ассамблеяһының 70-се сессияһындағы сығышынан һуң бер аҙ теләктәшлек итеү “теләге” һиҙелгәндәй булғайны ла... Әммә бөгөн килеп әлеге сәйәси системаға шикләнеп ҡараусылар артты. Һөҙөмтәлә был ҡанундарҙың эҙемтәһен Евросоюз үҙендә кисерә: миллионлаған ҡасаҡ, енәйәтселек, һуғыш ҡорбандары, терроризм...
Бөгөн террорсылыҡ, уға ҡаршы көрәш Ер йөҙөнөң һәр тарафындағы ғалимдар, сәйәсмәндәр кисекмәҫтән сисергә тейешле иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе һанала. Әлбиттә, проблема бөтөнләй өйрәнелмәй түгел, өйрәнелә, уның сәбәптәре эҙләнә, ниндәйҙер йүнәлештә ыңғай һөҙөмтәләр ҙә бар. Шуға ҡарамаҫтан, мәсьәлә асыҡ ҡала. Хатта шул уҡ “Ниндәй хәл-ваҡиғаларҙы террор актына индерергә?” тигән һорауға ла күптәр аныҡ ҡына яуап ҡайтара алмай. Ысынлап та, нимә һуң ул ”терроризм”?
”Терроризм” төшөнсәһен белгестәр ике төрлө йүнәлештә билдәләй. Беренсенән, террорсы – ул енәйәтсе. Ул кеше үлтерә, урлай, ниндәйҙер транспортты алып ҡаса йә баҫып ала. Икенсенән, терроризмды хәрби хәрәкәт, һуғыш төрө тип тә ҡарарға мөмкин. Террорсылар ғәҙәттә үҙ алдына теге йәки был сәйәси маҡсат ҡуйған, яҡшы әҙерлекле кешеләр төркөмө һанала. Яҡшы әҙерлекле тим, сәнки улар алдан уҡ “әҙерләнә”, урынды, ваҡытты билдәләй, ҡораллана. Бер һүҙ менән әйткәндә, был – бик ҡатмарлы операция.
Ғөмүмән, “терроризм” төшөнсәһе XVIII быуат аҙағында барлыҡҡа килгән. Тәү башланғысында ул ыңғай яҡтан ҡулланылған, имеш. Әммә француз революцияһынан һуң был һүҙ енәйәт менән йәнәшә ҡуйыла. Рәсәйҙә иһә террор “тоҡаныуы” 1905 йылдың 9 ғинуарына – хөкүмәттең “иҫәпләшеү” ваҡытына тура килә. Был көндө Петербургтағы Ҡышҡы һарай алдындағы демонстрацияла 4500 тирәһе кеше үлтерелә һәм яралана. Террорсылар быға яуап итеп 1905 йылдың октябренән 1906 йылдың апреленә тиклем 300 вазифалы кешене үлтерә, 400-өн яралай. Бынан тыш, беҙгә Октябрь революцияһынан һуңғы ”аҡ” һәм ”ҡыҙыл” террорҙы ла оноторға ярамай. Ябай халыҡты уларҙың кемеһе күберәк ҡырғанын әле һаман асыҡлау бара. Артабан Рәсәй террорҙың төрлөһөн кисерә — быға кулаклаштырыуҙы ла, теге йәки был халыҡты депортациялауҙы ла, 1937, 1950 – 1957 йылдарҙағы репрессияны ла индерергә мөмкин. Һуңғылары дәүләт терроризмы тип аталырға ла хоҡуҡлы.
Терроризм тигән афәтте бер дәүләт кенә еңә алмаясаҡ. Был мөмкин дә түгел. Бында, үрҙә телгә алынғанса, тәү сиратта теләктәшлеккә һәм берҙәмлеккә өлгәшеү зарур. Айырыуса күп милләтле һәм төрлө конфессиялы илдәрҙә толерантлы үҙаң һәм тәртип булдырыу, экстремизмдың төрлө төрҙәрен иҫкәртеү ҙур әһәмиәткә эйә. Ә бының өсөн үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә, фекер алышыуға ынтылыу зарур, сөнки йәмғиәт хәүефһеҙлегенең нигеҙен тотороҡло һәм асыҡ мөнәсәбәт кенә гарантиялай ала.



Рәсәй закондары граждандарҙың хоҡуҡтарын һаҡлау, дәүләт структураһының именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй Федерацияһында экстремизм һәм терроризмға ҡаршы норматив-хоҡуҡи акттар ҙа эшләй. Был хаҡта РФ Конституцияһында, РФ Енәйәт кодексында, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста һ.б. федераль закондарҙа әйтелгән. Уларға ярашлы, дәүләт именлегенә янаған төркөмдәр төҙөү, социаль, милли, дини яҡтан ыҙғыштар тыуҙырыу ҡәтғи тыйыла. Терроризм һәм экстремизм өсөн административ һәм енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ кешеләрҙең динен, милләтен мыҫҡыл итеү, экстремистик материалдар таратыу, нацистик атрибутиканы пропагандалау өсөн дә хөкөм алдында яуап бирергә тура киләсәк.
Һәр граждан терроризм һәм экстремизмдың үтә ауыр енәйәт булыуын, уларҙың һәләкәткә килтереүе тураһында аңларға тейеш. Шуға күрә бындай енәйәт әҙерләнеүе йәки ҡылыныуы тураһында белгән кешеләрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүе мотлаҡ.
Террорға ҡаршы “ҡыҙыу линия” ла эшләй: 8 (800) 224-22-22.