Мөмкинлектәр сикләнмәгән

31-08-2016, 01:04 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Мәләүез районындағы “Чайка” лагерында аяҡ-ҡулдары зәғиф кешеләр өсөн спартакиада үткәрелде. Унда республикабыҙҙағы төрлө район-ҡалаларҙан йыйылған 150-ләп спортсы айырым һәм команда ярыштарында көс һынашты.


Өс көн буйы барған спартакиада ҡатнашыусыларға әүҙем ял итеү һәм иркенләп аралашыу мөмкинлеге лә бирҙе. Ярыш йомғаҡтары буйынса гер күтәреүселәр араһында беренсе урынды – Мәләүез атлеттары, икенселекте – Салауат ҡалаһы спортсылары, өсөнсө баҫҡысты Стәрлетамаҡ бәһлеүәндәре яуланы. Урыҫ күтәреүендә беренсе – Салауат ҡалаһы, икенсе – Мәләүез, өсөнсө – Шишмә районы. Еңеүселәрҙең барыһы ла иҫтәлекле бүләк, миҙал һәм грамоталар алды.