“Бишле” ҡуйырлыҡ түгел

31-08-2016, 01:04 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары Өфөләге спорт объекттарының инвалидтар өсөн уңайлы булыу-булмауын тикшергәйне. Ҡаршылыҡһыҙ мөхит ойоштороу йәһәтенән иң күп һорау “Динамо” комплексында тыуҙы.


Халыҡ фронтының төбәк штабы вәкиле, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов әйтеүенсә, был бинала коляска ярҙамында хәрәкәт итеүсе инвалидтарҙың спорт менән шөғөлләнеүе өсөн шарттарға ни бары өс балл ҡуйырлыҡ. Паралимпия уйындары чемпионы унда инеүен-ингән, әммә спорт комплексының хеҙмәттәрен файҙалана алмаған.
– Бассейнға эләгә алманым, сөнки һикәлтәләре бигерәк текә. Волейбол залында коляскалылар яратҡан командаһының нисек уйнағанын иркенләп ҡараһын өсөн махсус урындар юҡ. Ҙур асыҡ стадионда ла шул уҡ хәл. Аҙым һайын тиерлек бейек баҫҡыстарға, бордюрҙарға тап булаһың, йөрөүе ҡыйын, – ти Ирек Зарипов.
Рейдта ҡатнашыусыларҙы машина менән инеү юлдары, автотуҡталҡа айырыуса ҡәнәғәтләндермәгән. Инвалидтарға иҫәпләнгән урындар юҡ икән унда ла. “Бар ул”, – тиһәләр ҙә, йәмәғәт әүҙемселәре махсус билдә һалынған ерҙе таба алмаған. Ишектән инеү өсөн ярҙамға хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырта торған сигналдың төймәһен дә оҙаҡ эҙләргә тура килгән. Ә бит бәләкәй генә етешһеҙлектең дә коляскаға ултырып йөрөүсе инвалидтарға ҙур ҡаршылыҡ тыуҙырыуы ихтимал...
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тәҡдимдәр әҙерләнгән һәм “Динамо”ның етәкселегенә тапшырылған. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты ағзалары, әгәр спорт комплексы “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһында ҡатнашырға теләй икән, консультация йәһәтенән ярҙам ҡулы һуҙырға риза.