Ришүәтенә күрә – язаһы

31-08-2016, 01:04 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Статистика мәғлүмәттәре буйынса иҫәпләп ҡараһаң, Рәсәйҙә иң ҡомһоҙ һәм йылдан-йыл ишәйә барған ришүәтселәр – табиптар һәм уҡытыусылар. Бәй, халыҡтың һаулығы һәм рухи-мәҙәни үҫеше һағында торорға тейешле изге һөнәр эйәләре илебеҙҙең елек майын һура булып сыға түгелме? Юҡ, әлбиттә.
Ә ни өсөн һандар ысынбарлыҡты сағылдырмай улайһа?



– Был тармаҡтарҙы “коррупция сәскә атҡан урын” итеп күреүҙәренең сәбәбе бик ябай: Рәсәй Енәйәт кодексының 290-сы статьяһы буйынса хөкөмгә тарттырылғандар араһынан күпселек аҙ ғына ришүәт менән тотолған, – ти юрист, “Стратег PRO” аналитика үҙәге етәксеһе Александр Ведруссов. – 2012 – 2015 йылдарҙа, мәҫәлән, 10 мең һумдан кәмерәк күләмдә ришүәт алғандар – 65, ә миллионлап һорауҙан да тартынмағандар (һис тә мәғариф һәм медицина белгестәре түгел улар) ни бары 3 процент тәшкил иткән. Шуныһы ҡыҙғаныс: элекке ҡануниәт буйынса дауаланыу­сынан бүләк рәүешендә бер ҡап кәнфит алған табипҡа яза биргәндә лә, ярты бюджетты “һауған” түрәгә хөкөм ҡарары сығарғанда ла юридик ҡалыптар тиң ине. Тағы ла аяныслырағы – әлеге статистикаға нигеҙләнеп фекер йөрөткәндә, илебеҙҙең хоҡуҡ һаҡлау системаһы бар көсөн “ваҡ балыҡ”ты һөҙөүгә һалған, ә ҙур-ҙур “һигеҙаяҡ”тар үҙен тыныс, иркен тойған. Әлбиттә, көнкүреш кимәлендәге коррупция менән булашыу уңайлыраҡтыр, сөнки судҡа тиклем алып барып еткерелгән енәйәт эштәренең күплеге арҡаһында хеҙмәт һөҙөмтәһе яҡшы булып күренә, мәшәҡәттәр һәм хәүеф юҡ тиерлек...
Халыҡ барыбер һәр нәмәне күрә, сағыштыра, хәлде аңлап тора. Йәмәғәтселектә әлеге проблемаға бәйле ығы-зығы аҙ булманы. Ил етәкселеге лә дәғүәләрҙе ишетте, ҡануниәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү сараһын эҙләүгә етди тотондо. “Статистика шул рәүешле күпертелә: бәләкәй генә ришүәт алыу осраҡтарын күпләп теркәйҙәр ҙә закон боҙоусылар менән әүҙем көрәшәбеҙ тип күҙ буяйҙар”, – тигәйне Рәсәй Президенты Владимир Путин, йыл башында Коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса совет ултырышында сығыш яһап. Һөҙөмтә булараҡ, бер нисә айҙан ил башлығы енәйәт эштәрен тикшергәндә ваҡ ришүәтселекте йәмғиәткә һәм дәүләткә ҙур зыян килтергән коррупция күренешенән айырып ҡарау хаҡындағы 324-се Федераль законға ҡул ҡуйҙы. Һис шикһеҙ, яңы нормалар намыҫһыҙ түрәләргә ҡарата ҡатыраҡ яза билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. “Шулай ҙа коррупцияға ҡағылышлы ҡануниәтте камиллаштырыу дауам итергә тейеш, – тине Президент Путин. – Был өлкәлә эш бик-бик күп. Әгәр туҡталып торһаҡ, хәл тағы насараясаҡ”.
Быйылдан ғәмәлгә ингән закон ниҙән ғибәрәт һуң? Беренсе осраҡта, йәғни 10 мең һумдан аҙыраҡ күләмдә ришүәт алыусыға хөкөм ҡарары сығарғанда, енәйәтсене бер йылдан ашыу ваҡытҡа иркенән мәхрүм итергә ярамай. Әгәр ул ошондай уҡ енәйәт өҫтөндә икенсе йә өсөнсө мәртәбә эләккән икән, яза барыбер йомшағыраҡ булырға – төрмәлә ултырыу ваҡыты өс йылдан артмаҫҡа – тейеш. Икенсе осраҡта, ҙур күләмдәге ришүәт хаҡында һүҙ барғанда, енәйәтсегә 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү һәм тимер рәшәткә артынан сыҡҡандан һуң шундай уҡ ваҡыт арауығында дәүләт хеҙмәтендә эшләү хоҡуғынан файҙалана алмау янай.
Рәсәй Президенты үҙе башланғыс һалған был хоҡуҡи нормалар киләсәктә дәүләт хеҙмәткәрҙәре араһында намыҫһыҙҙарҙың бермә-бер кәмеренә ышаныс уята. Ләкин, һәр ваҡыттағыса, ҡануниәттең үҙ әтнәкәләре бар икән шул: Дәүләт Думаһы депутаттары ни өсөндөр Юғары судтың енәйәтселәрҙе дәүләт хеҙмәтенән оҙаҡ ваҡытҡа ситләштереүҙе мотлаҡ итеү (эйе, бындай язаны бирмәүҙәре лә мөмкин) һәм уларҙың милкен тартып алыу тураһында тәҡдимдәрен иғтибарһыҙ ҡалдырған. Тимәк, хәҙер коррупция менән мәшғүл булғанда тотолоп, төрмәлә ултырып ҡайтҡан кешенең күп тә тормай юғары вазифа биләүе, тағы ла элекке “кәсеп”кә тотоноуы ихтимал; енәйәт яуаплылығына тарттырылыу ваҡыты үтеү йәки амнистияға эләгеү сәбәпле элекке ришүәттәре өсөн язанан ҡотолоп ҡалғандар ҙа һыуҙан ҡоро сыға. Һуңғыларын мөлкәтенә арест һалып булһа ла бер аҙ ҡурҡытҡанда зыян итмәҫ ине. Бәлки, ришүәтселек буйынса хөкөм ителеү ваҡытына сик ҡуймаҫҡа һәм шул рәүешле енәйәтселәргә судты урап уҙыу мөмкинлеген бөтөрөргә кәрәктер, ти юристар.
Нисек кенә булмаһын, Президент әйткәнсә, ҡануниәтте камиллаштырыуҙан туҡтап ҡалырға ярамай. Коррупцияға ҡағылышлы закондар иһә айырым иғтибар талап итә. Уларға үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү йәһәтенән бар өмөтөбөҙ – Дәүләт Думаһының быйыл көҙ һайланасаҡ депутаттарында.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ...

* Рәсәйҙә коррупцияны закон менән тыйыуға табан тәүге аҙымдар Иван III батшалыҡ иткән осорҙа яһалған. 1561 йылда уның ейәне Иван Грозный урындағы ер идаралыҡтарының судьяларына ришүәт алған өсөн үлем язаһы биреү хаҡында ҡарар сығарған.
* 1649 йылда ҡабул ителгән хоҡуҡи документ­тарҙа ла ришүәтселәрҙе һәм вазифаһын яман ниәттә файҙаланғандарҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләләре сағылыш тапҡан.
* Петр I заманында илдә коррупция ла, батшаның был афәткә ҡаршы көрәше лә киң ҡолас алған. Мәҫәлән, ҡайһы бер өлкәләге дәүләт хеҙмәткәрҙәренә бер вазифаны ике йылдан артыҡ биләү рөхсәт ителмәгән, ришүәт биреүселәр ҙә, хатта бындай енәйәт хаҡында өндәшмәй ҡалғандар ҙа язаға тарттырылған.
* ХIХ быуаттағы ҡануниәт тарафынан коррупция күренештәре өсөн яуаплылыҡҡа тулыраҡ ҡараш булдырылған. Ул осорҙа ришүәт бирергә мәжбүр итеү иң ҙур енәйәттәрҙең береһе тип һаналған.
* Большевиктар ҙа, власты үҙ ҡулына алғас, 1918 йылдың майында ришүәтселек хаҡында декрет сығарған. Ул “усын йылытырға” ярат­ҡандарға биш йылға иректән мәхрүм ителеү һәм мөлкәттән ҡолаҡ ҡағыу менән янаған. Бынан тыш, коррупция үҫешенә өлөш индергәндәр революцияға ҡаршы хәрәкәттә ҡатнашыусыларға тиңләнгән, уларҙың енәйәт эштәре трибунал ҡарамағына бирелгән.
* 1922 йылдағы Енәйәт кодексының 114-се стать­яһында ришүәт алған өсөн ҡаты хөкөм саралары, хатта үлем язаһы билдәләнгән.